«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘЕМ БУЛЫП ҠАЛАМ...
+  - 


Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Франгизә ИЛБӘКОВА - тынғы белмәгән сәнғәт эшмәкәрҙәренең береһе. Режиссер, сценарист, журналист булараҡ киң эшмәкәрлеге Башҡортостан телевидениеһында эшләгән осорға тура килә. Ҙур проекттар авторы ул Франгизә Фәннән ҡыҙы. Бөгөн уны тиҫтәләгән йырҙар авторы тип тә беләбеҙ. "Үҙем булып ҡалам" тип аталған китабында ижад юлы шаҡтай тулы сағылыш таба, хисле шиғырҙары бай күңел донъяһын аса. Ошо бәрәкәтле ижад юлына ентекләберәк туҡталырға, иң мөһим мәлдәрен иҫкә алып үтергә ваҡыт еткәндер.

Франгизә, Өфө сәнғәт институтына килгән юлығыҙҙы белге килә. Һөнәр һайлау яҙмышты яҙыуға бәрәбәр. Уның тамырҙары бала саҡҡа барып тоташалыр. Тәүге һынауҙан уҡ актерлыҡ бүлегенә инеп китеү үҙе үк күп нәмәне аңлата. Сәнғәткә булған һөйөү ҡайҙан?
- Атай-әсәй ябай колхозсылар булһалар ҙа, йырларға бик яраттылар. 70-се йылдарҙа кис ултырыумы, туйҙарҙамы, һуғым ашындамы - ҡунаҡ булышыу ғәҙәте бик таралғайны. Табын алдынан өлкән апайым Флүзә (апайҙар район үҙәгендә интернатта уҡый ) отоп алған йырҙарын әсәй менән атайға өйрәтә, улар икәүләшеп ҡунаҡта йырлайҙар. Шулай итеп, минең дә багажға күп кенә йырҙар инеп ятты. 5-6 йәштәр тирәһендә "Ҡайтығыҙ, торналар" йыры менән бер ҡунаҡта дебют яһаным. Крапочеванан килгән Тәғзимә әбейем түгелеп илай. Йырлап бөтөүгә ныҡ итеп ҡул саптылар, әбейем 5 һум аҡса тотторҙо. Ә ул ваҡытта өләсәйемдең айлыҡ пенсияһы 5 һум булған икән. Магазинға сабып барып, ҡыҙыл вельветтан матур күлдәк һатып алдым... Ғөмүмән, ғүмеремдә өс тапҡыр йырлап сығыш яһауым ныҡ хәтерҙә ҡалған. Икенсеһе - Әлкә урта мәктәбенә 4-се класҡа уҡырға барғас (өс класты үҙебеҙҙә Юлай ауылында уҡыйбыҙ), Бөйөк Ватан һуғышына арналған смотрҙа сығыш яһаным. Өсөнсө йырлауым Өфө сәнғәт институтының актерҙар бүлегенә имтихандар биргән мәлдә булды.

Ә ни өсөн Өфө сәнғәт институтын, актерҙар бүлеген һайланың?

- Мәктәпте 4-5 билдәләренә генә тамамлағас, миңә уҡытыусыларым БДУ-ға барырға кәңәш бирҙе. Барҙым, бәлки, инер ҙә инем, рус әҙәбиәтенән имтихандан баш тартып, ике ҡуйҙыртып алып, кире ауылға ҡайтып киттем. 1982 йыл, бәлки, икеле билдәһен һорап алған абитуриентты берәйһе иҫләйҙер? Әлкә мәктәбе директоры Франс Хәбир улы миңә өлкән пионервожатый эшен тәҡдим итте. Бер йыл эшләгән осорҙа музыка менән мауығып китеп, Өфө сәнғәт училищеһының музыка бүлегенә уҡырға барырға тигән ҡарарға килдем. Шул ниәт менән киттем Өфөгә.
Училищеға инер юлды эскәмйәлә ултырған малай-шалай бүлде: "Эй, ҡыҙыҡай, ҡайҙа китеп бараһың?"- тиҙәр былар. "Училищеға уҡырға инергә китеп барам", - тим. " Ә һин Өфө сәнғәт иститутына бар, быйыл шәп режиссер Рифҡәт Исрафилов актерҙар төркөмө йыя, унда һинең кеүек ҡыҙҙар ҙа кәрәк, беҙ ҙә документтарҙы шундай тапшырҙыҡ", - ти былар. Уларға эйәреп, киттем институтҡа. Тик актерҙар бүлегенә конкурс ҙур икән - бер урынға ун кеше. Шулай ҙа тәүәккәлләнем. Бына актер оҫталығынан имтихан көнө. Комиссия ағзалары Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙина, Фәрҙүнә Ҡасим ҡыҙы тәүҙә баштан аяҡ кәүҙәм-һынымды тикшерҙеләр. Артабан этюдтың нимә, ҡайһылайыраҡ күрһәтелергә тейеш икәнен аңлаттылар. Ошонда инде мине бала саҡтан уратып алған мөхит, ваҡиғалар, һабаҡтар - оләсәйем менән уҡыған романдарым, ятлаған һәм яҙған шиғырҙарым, илап-илап йырлаған йырҙарым, йәйен төйлөгәндән ҡурсып көткән бәпкәләр, ҡышҡы юлдан күрше ауылға йәйәү атлағанда арттан ҡыуған сатан бүреләр, әсәйҙе йәлләп, таңғы биштән тороп һауған һыйырҙар - барыһы ла күҙ алдына килде. Барыһы ла тормошсан, алдаҡһыҙ, ихлас башҡарылды. Минең этюд комиссия ағзалары Олег Хановҡа ла, Рифҡәт Исрафиловҡа ла оҡшаны, күрәһең. Йөҙ кешенән 15 кешене - 6 ҡыҙ ҙа, 9 егетте ҡабул иттеләр. Теге малай-шалайҙар ҙа курсташтарым булып китте. Эйе, Рифҡәт Исрафилов көслө режиссер ине, беҙҙе лә бик күп көс һалып уҡытты, беҙҙең өсөн театр ишектәрен асты... Үҙемде һәләтле студент итеп таныттым, икенсе курстан театр сәхнәһендә мәшһүр артистар Зәйтүнә Бикбулатова, Хөсәйен Ҡудашев, Хәй Фәхриев, Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, укытыусыларым - Олег Ханов, Гөлли Мөбәрәковалар менән бергә спектаклдәрҙә уйнай башланым. Актерлыҡ оҫталығына ғына түгел, режиссерлыҡ серҙәренә лә ылыҡтырҙы Рифҡәт Вәкил улы. Тик, театр тоҡандырған утты дөрләтеп ебәрә алманым. Яҙмыш, тип тә әйтә алмайым, хәҙерге аҡыл, тәжрибә булһа, барыһы ла башҡаса булыр ине.

Тимәк, режиссерлыҡ буйынса артабан белемеңде камиллаштырыу осраҡлы булмаған бит?

-1987-1992 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында, "Йәдкәр" фольклор ансамблендә нәфис һүҙ оҫтаһы булып эшләнем. Суверенитет, тел өсөн көрәш барған осорҙа Рәми Ғариповтың әҫәрҙәре буйынса "Халҡым хазинаһы" программаһы, Рауил Бикбаевтың "Халҡыма хат" шиғыры буйынса ҡуйылған әзәби-музыкаль концерт менән республиканың һәр бәләкәй һәм ҙур ауылын, бөтә ҡалаларын йөрөп сыҡтыҡ, шулай уҡ күрше Ырымбур, Силәбе, Һарытау өлкәләре, Мәскәүҙә лә булдыҡ. "Халҡыма хат" поэмаһын мин сәхнәнән тулыһынса һөйләй торғайным.
Тик бергәләп гастролдарҙа йөрөү күңелле (Ишморат менән бергә эшләйбеҙ, ҡыҙыбыҙ Зөлхизә лә беҙҙең менән йөрөй), әммә балаға уҡырға барырға ваҡыт етте. Зөлхизәбеҙ "Тамыр"студияһына йөрөй, тапшырыуҙар алып бара ине. Мин дә телевидениеға эшкә барырға ҡарар иттем, һәм мине ул ваҡытта шаулап-гөрләп ижад иткән "Тамаша" ижад берекмәһенә ҡабул иттеләр. Август айында эшкә урынлаштым, сентябрҙа етәкселәрем режиссер һөнәрен үҙләштерергә тәҡдим итте. 1992-1996 йылдарҙа "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы һәм Өфө дәүләт сәнғәт академияһы тарафынан ойошторолған Мәскәү телевидение хеҙмәткәрҙәре квалификацияһын күтәреү институтында "Нәфис телевидение режиссураһы" бүлегендә икенсе юғары махсус белем алдым. "Останкино" телеүҙәгендә практика үтеп, диплом эштәре төшөрөп, "Башҡортостан" ДТРК-һына режиссер булып ҡайттым.

Башҡортостан телерадиокомпанияһында режиссер булып эшләү - еңел булмаған бурыс. Һеҙ - уның фондын байытыу өсөн ҙур көс һалыусыларҙың береһе...

- "Тамаша" ижад берекмәһендә "Ҡуласа", "Дарман", "Йома", "Алҡыштар", "Автограф" нәфис тапшырыуҙары, фильмдар, документаль әҫәрҙәр, сәйәси-мәҙәни тапшырыуҙар, "Манара" дини тапшырыуы, "Айгөл иле" тележурналы, "Аҡ тирәк - күк тирәк" программаһы, "Арҡайым" интеллектуаль клубы, "Инсан", "Нәҙер" тапшырыуҙар шәлкеме - күңел көсө һалып, күҙ нуры түгеп эшләгән режиссер эштәрем. "Мөхәббәттең дүрт миҙгеле" тип аталған шиғри фильмым өсөн (сценарий авторы ла үҙем) "Ер һәм кешеләр" ("Земля и люди") төбәк телевидениелар бәйгеһендә Гран-при - төп приз менән бүләкләндем. "Музыка" ижад берекмәһендә, "Ҡурай" телеканалында күп музыкаль клиптар төшөрҙөм. Күсмә телевизион станция менән спектаклдәр, концерттар, юбилей кисәләрен яҙҙырып, эфирға сығарҙым.

Телевидение режиссеры булыуҙың үҙенсәлеге нимәлә, ни өсөн уны үҙ иттегеҙ?

- Телевидение, эфир аша бик күп нимә әйтеп, күп уй-фекерҙәрҙе еткереп була. Нәфис әҫәрҙәр тыуҙырыу юлы асыла. Төрлө идеялар, фантазиялар, режиссер алымдары өсөн киң мөмкинлек бар. Журналист яҙған тексты "кеше итеү", әҫәр геройын ыңғай тулҡынға индереү, биҙәп-төҙәп кәмселекһеҙ күрһәтеү ҙә режиссерҙан тора. Студияны яраҡлы хәлгә килтереү, кәрәкле кадр табыу ҙа - режиссер эше. 30 йыл эш осоронда тәбиғәттә сүп таҙартырға ла, байтаҡ ҡына геройҙарҙың өйөндә саң һөртөргә лә, шкаф, дивандар шылдырырға ла тура килде, сөнки камера бар етешһеҙлекте күрә, ә телевидение үҙ ҡанундарын алға ҡуя. Театр, концерт залдарынан спектакль, кисәләр яҙып алып ҡайтып күрһәтер өсөн дә техниканы белеү, оҫталыҡ кәрәк.

Франгизә, һеҙ Рәсәйҙең баш ҡалаһында ла эшләп ҡайттығыҙ бит әле.

- Эйе, Мәскәүҙә шәхси телевидение студияһында эшләргә тура килде. Башкортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә сценарий авторы һәм режиссер булараҡ ветерандар өсөн концерттар, кисәләр ойошторҙом. "Культура" каналы төшөргән, күренекле автор Алла Сегалованың фильмында консультант, башҡорт милли кейемдәре буйынса белгес булараҡ ҡатнаштым, халыҡ-ара конференцияларҙа башҡорт милли сәнғәте буйынса сығыштар яһаным.

Илбәковтар - Рәсәйгә танылған ғаилә. Сәнғәт өлкәһендә һәр берегеҙҙең үҙ юлы, үҙ бейеклеге, үҙ тамашасыһы бар.

- Эйе, тормош иптәшем Ишморат Ҡәйүм улы Илбәков -Башҡортостандың халыҡ артисы, Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, халҡыбыҙҙың танылған, мәшһүр ҡурайсыһы тип әйтәләр уны. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Ишҡурай авторы булараҡ, төрлө ҡаршылыҡтар, ғәҙелһеҙлектәр кисерҙе, ҡаты ауырыуҙарҙы Аллаһ Тәғәлә ҡушыуы менән еңеп сыҡты, ҡурайҙа өр-яңынан уйнарға өйрәнеп, шөғөлләнеп, Халыҡ-ара конкурста беренсе премия алып ҡайтты. Уның ҡаҡшамаҫ рух, бөгөлмәҫ күңел ныҡлығына һоҡланам.
Ҡыҙыбыҙ Зөлхизә - һәүәҫкәр композитор, күп йырҙар авторы, актриса, йырсы. Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлап, Мәскәүҙә лә эшләне. Хәҙерге көндә Башҡорт дәүләт филармонияһы солисткаһы, "Йомаҡ" проекты менән етәкселек итә. Өфө сәнғәт институтының вокал бүлегендә икенсе юғары белем ала.
Ата-әсәһе генә түгел, ҡартатай, өләсәйҙәр, туғандар ныҡ тәьҫир итә балаға. Зөлхизә берҙән-бер балабыҙ булһа ла, күп туғанлы булып, Салауат һәм Хәйбулла райондарындағы ауылдарҙа туғандары менән аралашып үҫте, өләсәй-олатай тәрбиәһен күрҙе. Әсәйем ике йәше лә тулмаған ейәнсәрен "р"хәрефен әйтергә өйрәтте, йырҙар, таҡмаҡтар ятлатты, бейетте, тимәк, киләсәк юлына ҙур һуҡмаҡ һалды. Ишморат әкиәттәр һөйләне, ҡурай тыңлатты, уға башҡортса камзулдар текте, сулпылар эшләне, мин матур күлдәктәр, кейемдәр алырға, зауыҡ тәрбиәләргә тырыштым. Иртә хәреф танырға, уҡырға өйрәттек. Бәләкәйҙән "Тамыр"студияһы тапшырыуҙарын алып барҙы. Биш йәшендә беренсе "Сулпылар" республика конкурсында Гран-при яуланы, 18 йәшендә беренсе шәхсән концертын Өфөнөң йәштәр һарайында тулы зал, аншлаг менән үткәрҙе...

Франгизә, һеҙ тормошобоҙҙоң яҡтыраҡ, иманлыраҡ булырына ышанып йәшәйһегеҙме? Нимә көс бирә?

- Кеше нимәгә булһа ла һылтанып, ҡылған ҡылыҡтарын аҡларға тырышһа, "Заманы шулай бит", тигән һүҙҙе ҡабатлай. "Заман, тимәгеҙ, заманға һылтамағыҙ, мин үҙем заман," - тигән Хаҡ Тәғәлә.
Эйе, ниндәй ысулдар менән генә яңылыштырырға, юлдан яҙҙырырға, әхләҡтән айырырға (мин үҙебеҙҙе 90-сы йылдар шауҡымына бирешеп, күп хаталар эшләгән быуынға индерәм, күпме ғаилә драмалары, фажиғәле яҙмыштар ҡалды ул замандан!) тырышһалар ҙа, йәмғиәтебеҙ барыбер таҙарына, аң яғынан да, рухи яҡтан да үҫә һәм ҡотлораҡ, йылыраҡ, кешелеклерәк була бара. Шул ҡыуандыра һәм ышаныс уята. Ҡайһы бер сиктән тыш көйәләндергән хәлдәр ҙә була, әлбиттә, әммә... Өләсәйем әйтмешләй, "әҙәмдең алаһы ла, ҡолаһы ла бар". Түҙеп, аңлап ҡабул итергә кәрәк һәр хәл-күренеште. Дингә ныҡ йәбешергә кәрәк беҙгә, динебеҙ сафлыҡ һәм яҡшылыҡҡа өндәй. Беҙ ғаиләбеҙ менән төрлө хәйриә акцияларында ла әүҙем ҡатнашабыҙ. Ике йыл рәттән "Сәнғәт кешеләре" хәйриә фонды эшмәкәрлегендә ҡатнаштыҡ, мәсет төҙөүгә бағышланған "Иман нуры халҡыма" хәйриә концертының режиссеры булараҡ ярҙам күрһәттем. Үҙ ғаиләмдән сығымдар бүлеп, хәйриә аҡсалары йыйып, өмәләр үткәреп, тыуған ауылым Юлайҙа мәсет астыҡ.
Ғаиләләребеҙ ныҡ булһа, халыҡ булараҡ, бер-беребеҙгә ихтирамлы, иғтибарлы, туғандарса мөнәсәбәттә булһаҡ, бер-беребеҙҙе күтәрә белһәк, көслө булырбыҙ, ин шаа Аллаһ!

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №38, 26 сентябрь – 2 октябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.09.25 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 1 октябрҙән 11-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2026 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 905 һум 04 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru