«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НИСӘ ЙӘШ? 95 КЕНӘ!
+  - 


Театрҙар ҡартаямы икән? Юҡтыр. Олпатланалыр, абруйланалыр, нығыналыр - тағы әллә күпме ланалыр, йәшәрмәһә лә, заман талабына, замана тамашасыһы ихтыяжына тап килтереп йәшәйҙер. Республикабыҙҙа икенсе профессиональ театр булып Стәрлетамаҡ ҡалаһында тәү башлап донъяға ауаз һалған Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры быйыл 95-се ижади миҙгелен аса. Бер быуатҡа яҡын тарихы булған дәүләт ойошмаһы үҙен нисек тоя, тын алышы нисек? Театрҙың тамашасыларҙы ойоштороу буйынса директор урындаҫары Айгөл Альберт ҡыҙы ҒӘЙНУЛЛИНАға ошо һәм башҡа һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек:

- 2025 йыл - Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләү йылы. Был мөһим тарихи ваҡиға театрыбыҙҙың 95-се ижади миҙгелен асыуға тура килә. Билдәле драматург Хәмит Ирғәлиндың әҫәре буйынса театрыбыҙҙың баш режиссеры Денис Нурғәлин сәхнәләштергән "Ҡанатлы генерал" спектакле Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ваҡиғалар, сығышы менән Әбйәлил районы Күсем ауылынан булған Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Күсимов тураһында. Был уникаль тамашала артистарыбыҙҙың тулы составы ҡатнаша. Кешеләргә тыуған яғыбыҙҙың тарихын, арҙаҡлы шәхестәрен белеү бик мөһим. Әгәр беҙ йәшәгән урам ул кешенең исемен йөрөтә икән, мәктәпкә билдәле шәхестең исеме бирелһә, беҙ уның кем икәнлеген киләһе быуынға аңлатып, тарихын һөйләп, күрһәтеп тапшырырға тейешбеҙ. Мәҫәлән, район үҙәге Асҡарҙағы гимназия Таһир Күсимов исемен йөрөтә, был генералдың тормош юлын гимназистар ғына белергә тейеш, тигәнде аңлатмай, уны башҡа милләттәштәребеҙ ҙә белергә тейеш. Тәү сиратта был турала мәғариф учреждениелары - мәктәптәр, колледждар, институт уҡытыусылары ҡыҙыҡһынырға тейеш, сөнки замана йәштәре йылдан-йыл тарихыбыҙҙан ситләшә бара. Әгәр театрҙар ҙа ҙур тәрбиәүи көскә эйә булған был ҡиммәттәрҙән ситләшһә, тарих хәтер булыуҙан туҡтаясаҡ, йәшәгән урамыңдын исемен белеп тә, арҙаҡлы шәхестең биографияһын белмәү ғәфү итмәҫлек хата. Шуға күрә беҙ театрыбыҙҙың ижади потенциалын ҡулланып, йәштәргә аңлайышлы, ҡыҙыҡлы итеп, Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы ошо тамашаны әҙерләнек. Тамашасыларҙы ойоштороу буйынса директор урынбаҫары булараҡ, сибайҙарға, ғөмүмән, театрыбыҙҙы белгән, спектаклдәребеҙгә йыш йөрөгән яратҡан тамашасыларыбыҙға мөрәжәғәт итәм: милли батырыбыҙ кимәлендәге шәхес тураһында ишетеп белеү генә аҙ, спектаклде килеп ҡарағыҙ, мәғлүмәтте башҡаларға ла таратығыҙ.
Тамашасыларыбыҙҙың теләктәрен иҫәпкә алып, быйылғы миҙгелдә комедия жанрындағы бер юлы ике спектакль әҙерләнә, сөнки бөгөнгө көндә еңел булмаған төрлө ҡатмарлы ситуациялар ҡоршауында йәшәйбеҙ, кешеләр йылмайыу-көлөүҙең ни икәнен онотмаҫҡа тейеш. Ижади миҙгелде асыу көнөндә Наил Ғәйетбайҙың "Әстәғәфирулла" исемле пьесаһы буйынса саҡырылған режиссер Рөстәм Хакимов сәхнәләштергән комедия ҡуйыласаҡ. Театрыбыҙҙың баш режиссеры Денис Нурғәлин Туфан Миңнуллиндың "Алты ҡыҙға бер кейәү" әҫәре буйынса комедия әҙерләй. Был сәхнә әҫәрҙәрен яратҡан тамашасыларыбыҙ ихлас ҡабул итер, тип ышанабыҙ.
Әйткәндәй, беҙ Сибай тамашасылары менән шул тиклем ҡәнәғәтбеҙ, беҙҙе аңлап, һөйөп, рәхмәтле булып ҡарай беләләр. Ундайҙар башҡа яҡта юҡ! Был буш һүҙ түгел, гастролгә килгән башҡа театрҙар ҙа шул фекерҙә. Беҙгә тоғро таяныс булғандары, бер спектаклде лә ҡалдырмай ҡарағандары өсөн ҙур рәхмәт уларға!
Пушкин карталары проекты буйынса йәштәрҙе театрға ылыҡтырыу буйынса ла күп эшләнә. Мәҫәлән, "Ҡанатлы генерал" спектаклен өлкән класс уҡыусылары, колледж, институт студенттары өсөн махсус күрһәтергә йыйынабыҙ.
Яңы йыл байрамдары ла оҙаҡ көттөрмәй килеп етәсәк, балаларҙы шатландырыу өсөн әҙерлек бөгөндән үк бара. Ҡыҫҡаһы, театр гөрләй, үҙенең изге миссияһын онотмай. Артистарҙың бер төркөмө республикабыҙ райондары буйлап сәфәргә сыға, икенсеһе театр сәхнәһендә уйнауын дауам итә. Бөтә был эштәр театр бинаһында ремонт барыу менән бер рәттән эшләнә. Киләһе йыл башында күптәнге йола буйынса артистарыбыҙ Учалы тарафтарына юлланасаҡ. Ғөмүмән, милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән ҡалаларҙа сығыш яһау, эргә-тирәләге ауылдарына барыу бик уңай. Мәҫәлән, "Ҡанатлы генерал"ды Стәрлетамаҡҡа алып барғанда ҡалаға яҡын ауылдарҙа ла күрһәтәсәкбеҙ. Әйткәндәй, Стәрле ҡалаһы пьесаның авторы, ҡыҙғанысҡа, күптән түгел вафат булған Хәмит Ирғәлиндың тыуған яғы. Ул спектаклде Стәрлетамаҡ тамашасыһына күрһәтергә ныҡ хыяллана ине. Беҙ уның теләген онотмайбыҙ, матур гастролдәр ойошторорға иҫәпләйбеҙ.
"Берҙәм Рәсәй" партияһының "Бәләкәй ҡалалар театрҙары" проекты буйынса сәхнәгә сыҡҡан был спектакль театр декаднигы мәлендә Өфө тамашасыларына ла күрһәтеләсәк.
Әлбиттә, бөтөнләй көтөлмәгән төрлө жанрҙағы спектаклдәр тыуасаҡ. Йылына беҙ шундай ете тамаша әҙерләйбеҙ, төрлө йәштәге, төрлө ихтыяжлы тамашасыларыбыҙҙы ҡыуандырабыҙ. Махсус операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаилә ағзаларына билеттар бушлай, күмәк балалы ғаиләнең бәләкәстеренә 50 процент ташлама яһала. Башҡа төрлө ташламалар, төрлө акциялар үткәрәбеҙ. Хәҙер бит мәғлүмәттәр үтә күренмәле, театр сайты аша ҡарап, белеп-күреп барырға була. Премьераларҙан һуң комментарийҙарҙа үҙ фекерҙәрегеҙҙе белдерһәгеҙ, шат булырбыҙ. Быйылғы миҙгелде асыу көнө Ололар көнөнә тура килә, төрлө ойошмалар коллектив заявка биреп, өлкән йәштәге коллегаларына матур бүләк эшләй ала. Бөтәгеҙҙе лә 95-се Ижади миҙгелде асыу тантанаһына көтәбеҙ. Бергә булайыҡ!

Радик ӨМӨТҠУЖИН,
театрҙың әҙәби-драматургия бүлеге етәксеһе.

"Киске Өфө" гәзите, №38, 26 сентябрь – 2 октябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.09.25 | Ҡаралған: 23

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 1 октябрҙән 11-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2026 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 905 һум 04 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru