
Башҡортостандың, Рәсәйҙең спорт тарихында яңы йондоҙ балҡыны. Ул - 12 йәшендә генә муай-тай (тай боксы) көрәшендә юғары үрҙәргә өлгәшкән Өфө ҡыҙы Сәлимә Иҫәнғәлина.
Ошо көндәрҙә Дубайҙа Тай боксы буйынса донъя беренселеге уҙҙы. Бөтә илдәрҙән төрлө йәш категорияһына ҡараған 1200 спортсы араһынан Башҡортостан ҡыҙы 12-13 йәшлектәр төркөмөндә абсолют еңеүсе - Донъя чемпионы исемен яуланы.
Сәлимәнең спорт үрҙәренә юлы дүрт йыл элек, бәләкәй ҡыҙ беренсе тапҡыр күнекмә залы тупһаһын аша атлап ингән мәлдән, башлана. Шул көндән алып ҡыҙҙың һәр көнө ныҡышмалы хеҙмәт һәм маҡсатҡа ынтылыш менән тулы. Интенсив күнекмәләр, ауырлыҡты ҡәтғи контролдә тотоу, алымдарҙы өйрәнеү һәм уларҙы идеаль күрһәткескә алып барып еткереү - былар барыһы ла уның тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Әммә бер ниндәй ҡыйынлыҡтар ҙа йәш спортсының еңеүгә ынтылышлы рухын һындыра алмай һәм ул үҙенең маҡсаттарына алып барған юлдан тайпылмай.
Сәлимәнең спорт ҡаҙаныштары бик күп наградалар менән билдәләнгән: Берләшмәләр Кубогында (Кубок Содружества), Волга буйы федераль округы беренселегендә, Рәсәй беренселегендә еңеүҙәр һәм башҡалар. Әммә уның төп хыялы һәр ваҡыт донъя кимәленә сығыу була һәм ул бына тормошҡа ашты.
Былтыр Таиландта уҙған Донъя беренселегендә өсөнсө урын яулағандан һуң, Сәлимә, атаһына шылтыратып: "Киләһе йыл еңеү мотлаҡ минеке буласаҡ", - тип белдерә һәм үҙ һүҙендә тора. Бер йыл буйына ныҡышмалы күнекмәләр, хаталар өҫтөндә эшләй һәм бына ул - почет пъедесталында. 12 йәшкә тиклемге йәш категорияһында ярышыусылар тик аяҡ һәм тәнгә генә һуға ала, ә 12 йәштәре тулған спортсылар өсөн муай-тай ҡағиҙәләре бермә-бер ҡатылана. Ләкин был йәш спортсыға бары тик сәм өҫтәй, дәғүәселәренең дә етдирәк булыуы саялыҡ бирә. Хәҙер уның маҡсаты - спорт мастерлығына кандидат һәм спорт мастеры исемдәренә эйә булыу. Тырыш ҡыҙҙың быға өлгәшеүенә шик юҡ.
Сәлимә спортта ғына ҙур ҡаҙаныштар яулап ҡалмай, ә уҡыуҙа ла һынатмай. Ярыштарға йөрөү һөҙөмтәһендә дәрестәрен ҡалдырырға тура килһә лә, уның көндәлеген тик "дүртле" һәм "бишле" билдәләр генә биҙәй.
Сәлимәнең ата-әсәһе, Илнур Фидаил улы һәм Альбина Камил ҡыҙы - уның ышаныслы терәге. Ҡыҙҙарының физик, рухи үҫешенә ҙур көс һалыуҙары уның шәхес булып формалашыуында сағыла. Шулай уҡ спортсының уңыштарында йәш чемпиондың тренеры Василий Геннадьевич Тимофеев айырым роль уйнай. Ул алыш техникаһын ғына өйрәтеп ҡалмай, ә характер тәрбиәләй, рухи көс бирә, үҙенең тәрбиәләнеүсеһен еңеүгә илтеүсе юлдан алып бара.
Ҡыҙҙың әсәһе Альбина Камил ҡыҙы ярыштарға барыуҙа финанс ярҙам күрһәткән һәр кемгә гәзит аша ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерә: "Һәр ярышҡа үҙ иҫәбебеҙгә ебәрәбеҙ. Дубайға барыу өсөн 250 мең һум аҡса кәрәк ине. Туғандар, дуҫтар, хатта бөтөнләй таныш булмаған кешеләр ҙә тиҙ арала аҡса йыйырға ярҙам итте, ҡыҙыбыҙҙың ошондай әһәмиәтле ярышҡа барып, еңеү яулауына үҙҙәренең өлөшөн индерҙе. Уларға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ", - ти ул.
Шулай итеп, башҡорт ҡыҙы Сәлимә Иҫәнғәлина - ныҡышмалылыҡтың, эшһөйәрлектең, маҡсатлы булыуҙың, рухи көстөң, таланттың ҙур еңеүҙәргә алып барыуының асыҡ миҫалы. Спортҡа яңы ғына аяҡ баҫҡандарҙы илһамландырыусы, спорт олимпы тураһында хыялланыусылар өсөн сағыу өлгө булып тора. Алға, йәш спортсы!
Гөлназ МАНАПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 3 - 9 октябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|