«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҒАН БАШҠОРТ ТЕЛЕБЕҘ ЯҠЛАУҒАМЫ, ӘЛЛӘ ҺАҠЛАУҒА МОХТАЖМЫ?
+  - 


Арыуыҡ таныштарым менән әңгәмәләшеп, элекке уҡыусыларым, коллегаларым менән кәңәшләшеп, бөгөнгө көндә балалары мәктәптә уҡып йөрөгән ата- әсәләр менән һөйләшеп, үҙемде борсоған ошо һорауҙарға яуап эҙләй торғас, гәзит уҡыусыларға ла ошо уҡ һорау менән мөрәжәғәт итмәксе булдым, хөрмәтле милләттәштәр!

Әңгәмәселәремдән төрлөсә яуаптар алдым. "Туған телебеҙҙе, һис шикһеҙ, яҡларға! Юҡ, һаҡларға!" - тиҙәр барыһы ла бер тауыштан. "Туҡта! - ти зиһенем. - Кемдән яҡларға? Ҡайҙан, ҡайһы яҡтан, кемдән ҡурҡыныс янай? Үҙемә ҡалһа, рәхәтләнеп туғандарым, балаларым менән үҙ телемдә һөйләшә алам, яҙыша алам, милли әҙәбиәтебеҙҙе, гәзит-журналдарыбыҙҙы уҡый алам бит! Кем һөжүм итә? Яҡлау өсөн күҙгә күренеп торған йәки аҫтыртын һөжүм иткән дошманың булырға тейеш бит..." Йомаҡ формаһында башланым был мәҡәләмде. Хәйер, "Киске Өфө" гәзитен даими уҡып барыусыларға мәҡәләләремдең темалары ғына түгел, яҙыу стиле лә таныштыр - үҙемде борсоған һорауҙарға яуап эҙләгәндә мәҡәләмде лә һорау һөйләм менән башлап, гәзит уҡыусыларҙан ғәҙел яуап көтөргә ғәҙәтләнгәнмен. "Замана беҙгә бәйлеме, әллә беҙ - заманаға?", "Атта бар, ә тәртәлә-се?", "Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкме йәки кем ул ысын башҡорт?"
Оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләгән уҡытыусы булараҡ, туған телебеҙ яҙмышы менән бер рәттән, халҡыбыҙҙың әҙәп-әхлағы ла борсоп, тынғылыҡ бирмәй китә шул ҡайсаҡ. Күп ваҡытта, "Заман башҡа - заң башҡа" тип, үҙебеҙҙең битарафлыҡты, вайымһыҙлыҡты заманаға япһарып, бик тә булмаһа, етәкселәрҙән ғәйеп эҙләп, үҙебеҙ сафтан-саф, пактан-пак булмаҡсыбыҙ ҙа бит...
Әйтергә теләгәнем: туған телебеҙҙе һаҡларға кәрәкме? Һаҡларға кәрәк икән, нисек, ниндәй юлдар менән һаҡларға? Бәлки, яҡларғалыр? Яҡларға кәрәк икән, кемдән яҡларға, кем ул беҙҙең туған телебеҙҙең дошманы? Ошо һорауҙарға яуапты ҡайҙан һәм нисек табырға?..
Юғарыла әйткәнемсә, әңгәмәселәрем күп һәм төрлө һөнәр эйәләре булды. Уларҙың фекерҙәре лә төрлө. Бына береһен тыңлайыҡ: "Дәүләтебеҙҙә урыҫ теле шул тиклем көслө итеп тамырланған, хатта ғаиләлә лә үҙ балаларыбыҙ менән, баҡтиһәң, автоматик рәүештә урыҫ теленә күсә лә китәбеҙ икән. Ә нимә һуң ул автоматик рәүештә сит телгә күсеп китеү? Ғөмүмән, урыҫ теле безҙең өсөн сит телме? "Рум" сүрәһенең 22-се аятында: "Ер үә күктәрҙең төҙөлөшө, үә телдәрегеҙ, үә төҫтәрегеҙ төрлөсә булыуы Аллаһтың ғәләмәттәренәндер. Аллаһуның был эштәрендә белем эйәләре өсөн дәлилдәр барҙыр", - тиелә. Изге Китабыбыҙҙа әйтелгәнсә, Аллаһ Тәғәлә тарафынан беҙгә бирелгән тел, атап әйткәндә, башҡорт теле, тимәк, ул беҙгә, башҡорттарға, Аллаһ бүләге булып сыға түгелме? Аллаһ Тәғәлә биргәндән тыш, бүтән телдәрҙе өйрәнәбеҙ икән, был ситтәр менән дә аралашып, аңлашып, дуҫ йәшәү өсөн бирелгән сит тел булып сыға түгелме?..
Хәҙер инде уйланайыҡ: бирелгән бүләккә үҙебеҙҙең мөнәсәбәтебеҙ нисек һуң? Бала үҙ милләтенән булған ғаиләлә үҫә, теле асыла… Әсәй… Атай… Мәм-мәм… Бир…
Ошоға тиклем үҙ телендә аралашҡан атай менән әсәй яйлап ҡына, үҙҙәре әйтмешләй, һиҙмәҫтән, балаларына урыҫса өндәшә башлай. Әйтергә кәрәк, хәҙерге быуын атай-әсәйҙәре үҙҙәренең туған теле - башҡорт теленең - дәүләтебеҙ тарафынан ситләтелгән осоронда формалашҡан быуын булараҡ, урыҫ телен еңелерәк тә, яҡыныраҡ та күрә, үҙҙәре лә урыҫ телендә грамоталы һөйләшә, яҙа. Тимәк, ошо быуын тәрбиәләнгән осорҙа уҡ үҙебеҙгә, башҡорт милләтенән булғандарға, тел мәсьәләһенең етди икәнен аңлау мөһим булған булып сыға. Беҙ, урыҫса белгән балаларыбыҙға ҡыуанып, ғорурланып йөрөгәнбеҙ түгелме? Бала ҙурая, үҫә бара телефонды "тәрбиәсе" ролендә ҡабул итеп, әүрәп, ул ҡушҡандарҙы ҡаршылыҡһыҙ үтәй башлай. Шулай итеп, бала ла, ата-әсә лә үҙҙәре лә һиҙмәҫтән дәүләт теле булып һаналған урыҫ теленә күсә түгелме?
Һорау: телебеҙҙе һаҡлауҙа ғәйеплене ҡайҙан, кемдән эҙләргә?
Минеңсә, телебеҙҙе нисек һаҡларға тигән һорауҙан элек "Телебеҙҙе һаҡлау өсөн кем яуаплы?" тиһәк, иң дөрөҫө шул булыр ине. Яуап та үҙе үк: "Мин! Әлбиттә, ғаилә!" - тип ҡысҡырып торор ине кеүек".
Әңгәмәселәремдең тел төбөнән тағы ла шул аңлашыла: балалар баҡсаһы, мәктәп, юғары уҡыу йорттары - телебеҙҙе үҫтереүсе, телмәрҙе байытыусы, телебеҙгә һөйөү уятыусы изге йорттар булырға тейеш. Белем биреү усаҡтарын юҡҡа ғына "изге йорт" тип атаманым, был аңлашылалыр. Аллаһтан аманат итеп бирелгән телеңде һаҡлауға үҙ өлөшөн индереү маҡсаты менән янған тәрбиәселәрҙе, тел уҡытыусыларын ошо изге йортто тотоп тороусы изге йәндәр тип атағы килә, әммә… Үкенескә күрә, ата-әсәләрҙән телебеҙгә иғтибар һәм ихтирам тәрбиәләүҙә төп ролде тотоусы башҡорт теле дәреслектәре тураһында йылы һүҙ ишетеп булманы. Был урында ла асыҡлыҡ индереп китеү мөһимдер: һүҙ әҙәбиәт дәреслектәре тураһында түгел, ә грамотаға өйрәтеү, телмәр үҫтереү өсөн тәғәйенләнгән башҡорт теле дәреслектәре тураһында бара. Йыш ҡына телефон аша теге йәки был күнегеүҙең йөкмәткеһен ебәреп, ярҙам һорайҙар. Ғәжәпләнеүемдең сиге булмай китә ҡайсаҡ. Ҡайһы ғалим, тарихсы, спортсы, әртис, врач, инженер йә министр күрһәтеү алмаштарын, ҡылым төрҙәрен белмәгәнлектән йәки элизияны протезанан айыра алмағанлыҡтан, тормошонда йәки эшендә зыян күрҙе икән?.. Башҡорт теле дәреслеге булғас, һис һүҙ-һеҙ, грамоталылыҡты күтәреү өҫтөндә эшләү ҙә фарыз. Әңгәмәселәремдең бар теләге: балаларының телмәре бай, таҙа, төҙөк, мәғәнәле булыуына өлгәшергә мөмкинлек биреүсе дәреслектәр төҙөлөүе.
"Башҡорт теле дәреслектәрен замана талаптарына яраҡлаштырып төҙөргә кәрәк, юғиһә, ул хәҙерге заманда музейҙа торған ҡиммәтле ҡорал рәүешенә әйләнеп барған кеүек", тигән фекерҙәре менән бүлешеп, борсолоусылар булды. "Телмәр бит кешене, милләтте донъя менән бәйләнештә тота. Шул бәйләнеш йәшәү, аҡса эшләү, маҡсаттарыңа ирешеү, ғаилә мөнәсәбәттәренә, хатта бөтә тормошона, ғүмеренә лә тәьҫир итә", тигән аҡыллы ла, төплө лә кәңәштәр ҙә булды ҡайһы бер әңгәмәселәремдән. "Дәреслектәрҙе төҙөүсе профессорҙар, фән кадидаттары күҙлегенән ҡарағанда, башҡорт теле - ҡатмарлы бер филология фәне. Телебеҙгә фән (наука) тип түгел, ә йәшәү ҡоралы тип ҡарау дәреслектәрҙе "терелтеп" ебәрмәҫ микән?" тип борсолдо бәғзе бер әңгәмәсем. "Башҡорт теле, әҙәбиәт дәреслектәре тәрбиәнән, тарихтан айырым тора алмаған кеүек, милләт проблемаларына ла тоғро ҡалырға бурыслы. Ошоға бәйле тарих, мәҙәниәт, милли кино, сериалдар, трендтар аша телебеҙҙе төплөрәк өйрәтеү өсөн уға ҡыҙыҡһыныу уятып булыр ине", тигән кәңәш биреүселәремә лә оло рәхмәтлемен.
Башҡорт телен үҫтереү фондын булдырып, телде һаҡлау өсөн шарттар булдырылып, бюджеттан аҡса бүленә икән, тимәк, Хөкүмәткә үпкә юҡ. Ана шул бүленгән аҡсаларҙың телебеҙ файҙаһына ҡулланылыуы ғына фарыздыр. Хөкүмәттең бер тармағы булараҡ, телебеҙҙе һаҡлауҙа иң-иң ҙур яуаплылыҡ Мәғариф министрлығына төшә түгелме?
Юғарыла яҙылғандарҙан сығып, һығымта яһарға ла булалыр: телебеҙҙе ғаилә һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәре генә һаҡлай ала. Һаҡсылары көслө урынға телебеҙҙе юҡҡа сығарырға маташыусылар яҡынларға баҙнат итмәҫ, тием үҙем ышаныслы ғына итеп. Алда булған хәлдәрҙән фәһем-һабаҡ алып, ғаризалар аша ғына туған телебеҙҙе өйрәнеү көнөнә, йәки үҙ балаларыбыҙҙың башҡорт кластарына барырға теләмәү көнөнә төшөрмәү сараһын ғаиләнән башлайыҡ, телебеҙҙе яҡларлыҡ хәлгә төшөрмәйек! Телебеҙгә ҡағылырға маташыусылар алда ла булыуы ихтимал, әммә бөтәһе лә үҙебеҙҙең айыҡ аҡылыбыҙҙан, зирәк зиһенебезҙән тора икәнлеген онотмаһаҡ ине. Аллаһ бүләген сит-яттарҙан яҡлау көнөнә ҡалдырмайыҡ, хөрмәтле милләттәштәр!

Нәзиә БИКБОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны.

"Киске Өфө" гәзите, №39, 3 - 9 октябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.10.25 | Ҡаралған: 19

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 1 октябрҙән 11-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2026 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 905 һум 04 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru