«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛҒА, БЕЛЕМ ИЛЕНӘ!
+  - 


Гәзитебеҙҙең иң мәртәбәле уҡыусылары һәм тоғро дуҫтары улар, Өфөләге һәм республика ҡалаларындағы башҡорт гимназия һәм лицейҙары коллективтары. Уларҙың етәкселәренә: "Яңы уҡыу йылын ниндәй кәйеф, ниндәй пландар менән башлап ебәрҙегеҙ?"- тигән һорау бирҙек.

Фәнил БҮЛӘКОВ, Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһы директоры:
Быйылғы уҡыу йылында бер юлы өс беренсе синыф уҡыусыларын ҡабул иттек. Тимәк, 90-дан ашыу бәләкәс уҡыусы парта артына ултырҙы. Улар өсөн мауыҡтырғыс асыштар, яңы дуҫтар һәм ҡыҙыҡлы дәрестәр менән тулы 11 йыллыҡ оҙон юл башланды. Был беҙҙең өсөн шатлыҡлы ваҡиға: балаларын милли мәктәптә уҡытырға ҡарар иткән ғаиләләр арта бара, тимәк. Гимназиябыҙҙың төп үҙенсәлектәренең береһе - ул уҡыусыларға туған телде тәрән өйрәнеү мөмкинлеге биреү. Беҙҙә туған башҡорт телен һәм туған рус телен өйрәнеү өсөн айырым кластар булдырылған. Был - милли мәҙәниәтте, тарихты һәм әҙәбиәтте һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән мөһим аҙым. Уҡыу программаһына ярашлы, аҙнаһына ике сәғәт - башҡорт теле, ике сәғәт - башҡорт әҙәбиәте дәрестәре ҡаралған. Ул дәрестәр аша балалар үҙ халҡының рухи хазинаһын өйрәнеп, милли үҙаңын нығыта.
Белем биреү процесы дәрестәр менән генә сикләнмәй. Гимназия - ул ижади һәм ижтимағи тормоштоң үҙәге. Сентябрь айында уҡ гимназия "Берҙәмлек" ижад үҙәге менән берлектә "Башҡорт биҙәктәре" исемле грант проектын тормошҡа ашырыуҙа партнер булараҡ ҡатнашты. Был сара балаларҙа халыҡ ижадын, милли орнаменттарҙың тарихын һәм мәғәнәһен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Гимназияның ғорурлығы булған "Шатлыҡ" вокаль ансамбленең сығыштары күп кенә ҡала һәм республика сараларын биҙәй, ә йәш йырсылар төрлө конкурстарҙа еңеүҙәр яулай. Бынан тыш, уҡыусыларҙың һәләтен үҫтереү өсөн 30-ҙан ашыу өҫтәмә белем биреү түңәрәге эшләй. Һәр бала үҙенә оҡшаған шөғөл таба ала: спорт, бейеү, һынлы сәнғәт, робот техникаһы һәм башҡалар.
Йәйге каникулдар ҙа файҙалы һәм күңелле үтте. Гимназия базаһында милли мәҙәниәткә, тарихҡа һәм йолаларға арналған "Арғымаҡ" этнолагеры ойошторолдо. Балалар, йәйге ялды милли уйындар, йыр-моң һәм ижад менән бергә үткәреп, яңы көс һәм дәрт менән уҡыу йылына әҙерләнде.
Яңы уҡыу йылының бер айы үтеп тә китте. 29 йыллыҡ бай тарихы булған Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһы тағы ла ҙур өмөттәр һәм яңы пландар менән йәшәй. Уның һәр уҡыусыһына, уҡытыусыһына һәм ата-әсәләргә был йылда ла ҙур уңыштар һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ! "Алға, белем иленә!" тип саҡырабыҙ уларҙы.

Әнисә ТҮЛӘГӘНОВА, Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты директоры: Гимназия-интернатыбыҙ өсөн һуңғы уҡыу йылы айырыуса уңышлы үтте, тиһәк, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Гимназия буйынса уҡыу сифаты күпкә яҡшырҙы, мәҫәлән, 5б шайморатовсылар класының белем сифаты 98 процент тәшкил итте! Уҡыу йылын лайыҡлы тамамлап, уҡыусыларыбыҙ яңы үрҙәргә әйҙәйәсәк киләсәккә төплө йүнәлеш алды. Берҙәм дәүләт имтихандарында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп, үҙҙәренең тырышлығын һәм һәләтен күрһәтте.
Йыл һайын тиерлек иң һәләтле һәм тырыш балаларыбыҙҙың "Артек" халыҡ-ара балалар үҙәгендә ял итеүе лә шуны дәлилләй. Аэлита Мөхәмәтова, Самира Хөсәйенова, Карина Яҡупова кеүек бар яҡтан тырыш, әүҙем ҡыҙҙарыбыҙ ял итте унда был юлы. Шайморатовсы класынан ГТО нормативтарын юғары күрһәткестәргә үтәгән Айбулат Ғәббәсов та "Артек"ка йүнәлтмә менән бүләкләнде. Көрәш буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән ике үҫмерҙең республика Башлығы премияһына лайыҡ булыуы ла гимназия-интернаттың мәртәбәһен күтәрҙе.
Яңы уҡыу йылын яңы маҡсаттар менән башлап, яҡшы белем алыу, үҙ-үҙебеҙҙе үҫтереү һәм телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау йүнәлешендә ныҡлы аҙымдар яһарға ниәтләйбеҙ. Бөгөн интернатта 5-тән 11-се класҡа тиклем Башҡортостандың көньяҡ райондарынан, Ырымбурҙан, Ханты Манси автономиялы округынан 450-гә яҡын бала уҡый.
Быйылғы Белем көнөнә арналған сара айырыуса иҫтәлекле булды. 1 сентябрҙә Диҡҡәт Бураҡаев исемендәге география кабинетын астыҡ. Уны асыу тантанаһында билдәле ғалим-геолог, журналист, балалар яҙыусыһы, күренекле яҡташыбыҙҙың туғандары, шулай уҡ ҡыҙы Таңсулпан Бураҡаева ҡатнашты. Бик матур, ҙур сара булды ул. Республика Башлығы Радий Хәбировтың география фәненә етди иғтибар бүлеп, был фән буйынса уҡытыуҙы нығытыу һәм үҫтереү йүнәлешендә үткәрелгән эштәре бик көнүҙәк. Ул уҡыусылар Башҡортостандың тәбиғәтен һәм тарихи-мәҙәни ҡомартҡыларын яҡындан таныһын өсөн мәктәптәрҙә географияны практик яҡтан өйрәнеүҙе киңәйтергә саҡыра. Был шулай уҡ уҡытыусыларҙың һөнәри һәләтен арттырыуға дәртләндереү сараһы ла ул.
Беҙҙең мәктәп биләмәһендә күптән түгел Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар аллеяһы барлыҡҡа килде. 23 сентябрҙә гимназияла "Йәйге шайморатовсылар уйындары"ның төбәк этабы үтте. Унда республиканың 13 район-ҡалаһынан командалар ҡатнашты. Уйын бик көсөргәнешле үтте, ҡатнашыусылар уның яҡшы ойошторолоуын билдәләне. Юғары әҙерлек һәм ихтыяр көсө күрһәтеп, беҙҙең гимназия-интернат командаһы еңеүсе исемен яуланы. Тиҙҙән командабыҙ Баҡалы районына уйындың республика этабына бара.
Уҡытыусыларыбыҙ ҙа Мәғариф министрлығы тарафынан үткәрелгән төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, үҙҙәренең алдынғы тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Ҡаҙанда, Мәскәүҙә, Саха Яҡут республикаһында, Силәбелә ойошторолған һөнәри сараларҙа булып, Мортаза Рәхимов исемендәге гимназия-интернатта тик алдынғы ҡарашлы, тырыш һәм тәжрибәле педагогтар эшләүен иҫбатлап ҡайттыҡ.

Салауат ҒӘЛИМУЛЛИН, В.И. Ленин исемендәге 2-се Стәрлетамаҡ лицей-интернаты директоры:
Кемдәр генә белмәй был мәктәпте,
Кем үтмәгән уның һуҡмағын.
Стәрлегә килгән һәр иптәштең
Теләр инем бында туҡтауын.
Хәким Ғиләжевтың был шиғри юлдары, әлбиттә, беҙҙең мәктәбебеҙ тураһында. Беләһегеҙ, В.И.Ленин исемендәге 2-се һанлы Стәрлетамаҡ лицей-интернаты - 100 йыллыҡ бай тарихы булған данлы уҡыу йорттарының береһе.
Һәр яңы уҡыу йылы үткән уҡыу йылын йомғаҡлауҙан башлана. Үткән уҡыу йылының иң ҡыуаныслыһы: беҙҙә "Мәғарифтың мәктәп системаһын модернизациялау" федераль программаһы буйынса капиталь ремонт үткәрелде, мәктәбебеҙ өр-яңы һулыш алды. Ошо матур бинала мәктәбебеҙҙең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләнек.
Быйылғы яңы уҡыу йылын матур, яҡты, заманса йыһазландырылған кластарҙа башлап ебәрҙек. Балалар уҡыу әсбаптары, дәреслектәр менән тулы кимәлдә тәьмин ителгән. Иң мөһиме: лицейыбыҙ үҙ эштәренең оҫталары булған уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр менән тәъмин ителгән. Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларынан ғына түгел, ә Силәбе, Ырымбур өлкәләренән дә лицейға уҡырға килгән 300-гә яҡын бала төрлө яҡлап төплө белем һәм тәрбиә ала.
Уҡыусыларыбыҙ тырыш һәм уңған беҙҙең. Һәр белем усағының да уңышының төп күрһәткес - ул Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре. Беҙҙең быйылғы сығарылыш уҡыусылары имтихандарҙы уңышлы тапшырып, яҡшы күрһәткестәргә өлгәште, республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең юғары уҡыу йорттары студенттары булып китте. Бөгөнгө көндә беҙҙең уҡыусылар Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө нефть техник университеты, шулай уҡ ошо уҡыу йорттарының Стәрлетамаҡ филиалы, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия һәм Башҡорт дәүләт медицина университеттары студенттары рәтен тулыландырҙы. Шулай уҡ урта профессиональ белем биреүсе уҡыу йорттарында ла яҡшы һөнәр буйынса белем алған лицей сығарылышы уҡыусылары байтаҡ.
Йыл дауамында уҡыусыларыбыҙ төрлө олимпиада, спорт ярыштарында һәм башҡа сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Төньяҡ-Көнсығыш федераль олимпиадаһында ҙур уңыштар күрһәтте лицей уҡыусылары: Ғәлимова Гөлнур - еңеүсе, Ғәлеев Айнур, Йомадилова Динә, Ҡоҙаҡаева Алина, Ҡарамышева Фирзәлиә призерҙар булдылар. 2025 йылғы сығарылыш уҡыусыбыҙ Фирзәлиә - Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Аҡмулла олимпиадаһы еңеүсеһе лә. Әлеге көндә ул М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем ала, олимпиадаларҙа күрһәткән ҙур уңыштары өсөн юғары стипендияға лайыҡ студент. Уҡытыусылар ҙа ҙур әүҙемлек менән республика һәм ил кимәлендә уҙғарылған төрлө сараларҙа, конкурстарҙа ҡатнаша, уҡыусыларҙы ла йәлеп итә. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙең ҙур теләк менән мәрхәмәтлек акцияларына ҡушылыуын, МХО яугирҙарына, уларҙың ғаиләләренә күрһәткән матди һәм рухи ярҙамдарын билдәләп үткем килә.
Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө фән һәм технологиялар университеты Стәрлетамаҡ филиалдары, Стәрлетамаҡ медицина колледжы, Эске эштәр министрлығы менән килешеүҙәр төҙөлгән, беҙҙең мәктәптә инженер, педагогик, полиция профиль кластары бик уңышлы эшләп килә. Беҙҙең уҡыусылар уларҙың оҫталыҡ дәрестәрендә, олимпиадаларында ҡатнаша. Был хеҙмәттәшлек беҙҙең сығарылыш класс уҡыусыларына буласаҡ һөнәрҙәрен дөрөҫ һайлауға булышлыҡ итә. Шулай уҡ Автомәктәп менән дә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. 10-сы, 11-се класс уҡыусылары "Йәш водителдәр" түңәрәгендә шөғөлләнә.
Лицей-интернатта өҫтәмә белем биреү ҙә яҡшы ойошторолған, шулай уҡ балалар төрлө түңәрәктәрҙә ихлас шөғөлләнә. Мәктәптә башҡорт бейеүҙәре, балалар театры, ҡурай, балалар телестудияһы, шахмат, көрәш буйынса түңәрәктәр әүҙем эшләп килә. Быларҙың барыһы ла уҡыусыларға төрлө яҡлап үҫергә, үҙҙәренең һәләттәрен асып, яратҡан шөғөлдәрен табырға, шулай уҡ профессиональ үҫешкә этәргес булып тора.
Йомғаҡлап әйткәндә, ағымдағы уҡыу йылына маҡсаттар һәм алдыбыҙға ҡуйған бурыстар ҙур. Уларҙың барыһын да педагогик состав, уҡыусылар һәм ата-әсәләр менән атҡарып сығырыбыҙға ышанам.

Шәмсулла ХӘБИБРАХМАНОВ, Мөхәмәтғәли Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейы директоры: Быйылғы уҡыу йылын күтәренке күңел менән башлап ебәрҙек. 1-се класҡа 99 бала уҡырға килде, уларҙың бер өлөшө - 308-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре. Һәр класта 30-ҙан ашыу бала уҡыясаҡ. Кластарҙы артыҡ ҙур итергә теләмәһәк тә, ата-әсәләр балаларын күпләп алып килә, яҡшы әҙерлекле башҡорт балаларын ҡабул итмәй булмай. Беҙ, ғөмүмән, киләһе уҡыу йылын алдан ҡайғыртабыҙ: сентябрь айынан уҡ мәктәпкә әҙерлек төркөмдәренә йөҙгә яҡын бала йөрөй башлай.
Ата-әсәләр араһында лицейҙың абруйы ҙур. Сөнки коллективта бик көслә уҡытыусылар эшләй. Һуңғы йылдарҙа мәктәпкә эшкә саҡырып, реклама эшләгәнебеҙ ҙә юҡ: һәр эш көнө тиерлек балаларын беҙҙең лицейға күсерергә теләгән ата-әсәләр менән һөйләшеүҙән башлана. Тимәк, башҡорт мәктәбенең киләсәге бар. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡасандыр беҙҙең лицейҙы тамамлаған элекке уҡыусыларыбыҙҙың балалары ла күп килә беҙгә. Ғөмүмән, Һупайлы биҫтәһендә беҙҙең мәктәп тураһында һәйбәт беләләр, уҡыу шарттары бик уңайлы, оҙайтылған көн төркөмдәре бар, барса предметтарҙан да уҡытыусылар етерлек.
Әлеге уҡыу йылы өсөн әҙерләгән пландарыбыҙҙа лицейыбыҙ өсөн традицияға әүерелгән барса тәрбиәүи саралар ҡаралған, уларҙы мотлаҡ юғары сифатлы итеп ғәмәлгә ашырырбыҙ, тип уйлайбыҙ. Профилле уҡытыу дауам итә: физика-математика, социаль-гуманитар һәм химия-биология предметтарын тәрәнәйтеп өйрәнеү йүнәлештәре буйынса бай тәжрибә тупланған. Шулай килеп сыға: ҡайһы бер кластарҙа уҡыусыларыбыҙҙың бер өлөшө бер йүнәлеште, икенсеһе башҡа йүнәлеште һайлай. Беҙ уларҙың теләктәренә ҡаршы килмәйбеҙ, тейешле шарттар булдырабыҙ.
Мәктәп асылғандан бирле беҙҙә сәнғәт мәктәбе эшләп килә, былтыр уның художество-һынлы сәнғәт йүнәлешен тергеҙгәйнек, ул яҡшы ғына эшләп китте. Был өҫтәмә белем биреү өлкәһенә ҡарай, быйыл яңы төркөмдәр астыҡ, бюджет урындарынан башҡа түләп уҡыу мөмкинлектәре лә бар. Әйткәндәй, былтыр ике яңы оҫтахана асҡайныҡ: изостудия һәм медиастудия. Уны беҙҙең элекке уҡыусыбыҙ Муса Мәзитов финансланы, уға бик рәхмәтлебеҙ. Был студияларыбыҙ яҡшы итеп эшләй башланы, һынлы сәнғәт, академик һүрәт төшөрөү, композиция буйынса педагогтарыбыҙ етерлек, уҡыусылар ҙа бик теләп йөрөй. Тәүге йылдың һөҙөмтәләре һәйбәт, һынлы сәнғәт мәктәптәренән бер ҙә ҡалышмайбыҙ. Патриотик тәрбиәне лә күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Ҡайһы бер уҡыусыларыбыҙҙың ғаиләләрендә МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙар бар, улар менән осрашыуҙар уҙғарабыҙ. Уҡыусыларыбыҙ ҙа, ата-әсәләр ҙә МХО-ға гуманитар ярҙам акцияларында әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, шул уҡ Муса Мәзитов МХО-ға "УАЗ" машиналарын әҙерләп ебәрә, уны МХО зонаһында Хөснөтдинов фамилиялы яугирға (уның балаһы беҙҙең лицейҙа уҡый) Муса менән Октябрь районы хакимиәте башлығы бергәләп тапшырҙы.
Былтырғы уҡыу йылында лицейҙы 39 уҡыусы тамамлағайны, уларҙың өстән бер өлөшө Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҡалаларҙың абруйлы вуздарына уҡырға инде. 26 уҡыусы бюджет иҫәбенә, 13-ө коммерция нигеҙендә уҡыясаҡ. Ике уҡыусыбыҙ Төркиә вуздарында һөнәри белем эстәйәсәк. Шуныһы ҡыуаныслы, лицейҙы тамамлаусылар араһында ғалимдарыбыҙ - фән кандидаттары, докторҙары, уңышлы эшләп йөрөгән башҡа һөнәр эйәләре бар. Тимәк, элиталы башҡорт мәктәбе булараҡ, илебеҙ өсөн йәш профессиональ кадрҙар әҙерләүгә тос өлөш индерә алғанбыҙ. Киләсәккә лә ҙур өмөттәр бағлап йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ.


"Киске Өфө" гәзите, №39, 3 - 9 октябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.10.25 | Ҡаралған: 15

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 1 октябрҙән 11-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2026 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 905 һум 04 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru