
Бөгөнгө әңгәмәбеҙҙә Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһының ветеран-педагогтары, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары Менәүәрә Әбделхәй ҡыҙы МӘҠСҮТОВА, Рәүфә Мөхөтдин ҡыҙы ИЛҺАМОВА, физкультура уҡытыусыһы Вәзих Миңвәғиз улы ӘФЛӘТҮНОВ ҡатнашты.
Хөрмәтле ҡунаҡтар, әңгәмәбеҙҙе бер аҙ ситтәнерәк башлайыҡ әле. Әле бик күптән түгел беҙҙең социлогтарыбыҙ, демографтарыбыҙ башҡорттарҙың ҡалалашыуының (урбанизация процестарының) ныҡ әүҙемләшеүе хаҡында яҙып сыҡты. Бәғзе бер сәйәсәмәндәребеҙ ҡалаға күсеп килгән башҡорттарҙың үҙҙәренең элекке мәҙәниәтенән ситләшеүе, әммә ҡала мәҙәниәтен үҙләштерә алмауы хаҡында ла саң ҡағып сыҡты. Бик бәхәсле һығымта. Сөнки ҡала мөхитендә лә башҡорттарҙың традицион мәҙәниәте юғалып ҡалманы, ул яңырыш, үҫеш осорон кисерҙе. Тик бер генә етешһеҙлек бәкәлгә һуға ине: 1944 йылда аталары фронтта һәләк булған башҡорт балалары өсөн 9-сы башҡорт мәктәбе асыла, бында, башлыса, республикабыҙҙың башҡорт ауылдарынан килгән балалар уҡый (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты). Баш ҡалабыҙ Өфөлә уҙған быуаттың 60-сы йылдарында ла ҡала башҡорттары өсөн махсус мәктәп булмай. Бәғзе берәүҙәр бының сәбәбен статистика күрһәткестәре аша аңлатырға тырыша. Эйе, 1939 йылда Өфө башҡорттарының иҫәбе ни барыһы 15 400 кеше генә булған, әммә Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 30 йыл үтеүгә, йәғни 1970 йылда Өфөлә 54 368 башҡорт кешеһе теркәлә. Улар үҙ балаларын туған телендә уҡытырға теләмәгәнме ни?
Менәүәрә Әбделхәй ҡыҙы: Ни эшләп теләмәһендәр инде, бына 80-се йылдарға тиклем ауылдарыбыҙҙа гуманитар предметтар ғына түгел, математика, физика, химия кеүек фәндәр ҙә башҡорт телендә уҡытылды. Әммә совет осоронда кешеләрҙең аңына систематик рәүештә бер ялған фекер һеңдерелә килде: коммунизм еткәс, милләттәр бөтәсәк, барса халыҡтар берҙәм совет халҡына әйләнәсәк, аралашыу тик бер рус телендә генә барасаҡ. Бындай пропаганда бик көслө булды, ул кешеләрҙең милли үҙаңын бөтөрөүгә йүнәлтелгәйне. Ә баш ҡалабыҙ башҡорттарына килгәндә, һәр ғаиләнең иң кәмендә 4 кешенән тороуын иҫәпкә алған хәлдә, 1970 йылда Өфөлә 13 меңдән ашыу ғаилә йәшәгәнен аныҡлап була. Улар барса предметтарҙы тик рус телендә генә уҡыуға дусар ителгән. Тора-бара ауыл мәктәптәрендә лә балаларҙы рус телендә уҡытыу планлаштырыла. Әгәр ҙә шул саҡта ошо пландар тулыһынса ғәмәлгә ашырылһа, халҡыбыҙҙың 2 - 3 быуыны туған телһеҙ ҡалыр ине.
Рәүфә Мөхөтдин ҡыҙы: Йәнә халыҡ араһында киң таралыу тапҡан бер уйҙырма фекер хаҡында ла әйтеп китмәйенсә булмай. Әле генә иҫкә алынған XX быуатта ябай эшселәр, колхозсылар, әгәр ҙә һинең балаң русса уҡымаһа, һөнәри уҡыу йорттарына инә алмаясаҡ, тигәнгә ышана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо рәүешле фекер йөрөтөүселәр әле лә етерлек.
Тап ошондай ҡатмарлы шарттарҙа Өфөлә йәшәүсе бер төркөм зыялыларыбыҙ тәүҙә башҡорт кластарын, ә һуңынан тәүге ҡала башҡорт мәктәбен астырыу өсөн көрәш башлай. Был ысынлап та көрәш формаһын ала, сөнки төрлө кимәлдә ултырған чиновниктар һәр даим халыҡ теләгенә ҡаршы сыға. Бөгөн беҙ ҡала башҡорт мәктәптәренең флагманы тип атап булған Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала Башҡорт гимназияның тарихына күҙ һалырбыҙ, ошо сауаплы эштәрҙе башҡарған шәхестәребеҙҙе иҫкә алырбыҙ.
Менәүәрә Әбделхәй ҡыҙы: Власть органдары тәүге мәлдәрҙә беҙҙең активистарыбыҙҙың рухи ынтылыштарын иғтибарға алмаҫҡа, уларҙың йөрәк ялҡынын һүндерергә маташа. "Юҡҡа йөрөйһөгөҙ, баш ҡалала башҡорттар төрлө райондарҙа таралып йәшәй, улар балаларын алыҫ мәктәпкә йөрөтмәйәсәк", - тиҙәр улар. Тап шунан һуң ата-әсәләрҙән балаларын башҡорт мәктәбендә уҡытырға ризалыҡ биреүҙәре хаҡында имзалар йыйыу кампанияһы башлана. Был эшкә зыялыларҙың күбеһе бик теләп тотона. Ошо факт үҙе генә лә ҡала башҡорттарының туған телебеҙгә һыуһағанын, үҙ балаларында булһа ла әсә теленә һөйөү тәрбиәләргә, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, тарихын, йолаларын ғәжәп бай телебеҙ аша уларҙың күңел-зиһендәренә һеңдерергә тырышыуын күрһәтеп тора бит!
Рәүфә Мөхөтдин ҡыҙы: Эйе, тап шулай. Туған-тыумасаларынан, коллегаларынан, дуҫ-иштәренән, һис бер таныш булмаған ҡала башҡорттарынан имза йыйыусылар араһында беҙ Нияз Мәжитовты, Рәшит Шәкүрҙе, Булат Рафиҡовты, Рәшит Солтангәрәевты, Ноғман Мусинды, Әнүр Вахитовты, Ким Әхмәтйәновты, Шакир Бикҡоловты һәм башҡаларҙы атап үтә алабыҙ. Ниндәй күркәм шәхестәр - иҫең китерлек. Туған халҡын, уның затлы телен һөйгән ниндәй арҙаҡлы шәхестәребеҙ булған бынан 55 йыл әүәл!
Менәүәрә Әбделхәй ҡыҙы: Башҡорт кластары иң тәүҙә 91-се мәктәптә асыла, әммә быға ул саҡтағы мәктәп директоры ҡаршылыҡ күрһәтә, уҡытыу һәм тәрбиә эштәрен алып барыу өсөн тейешле шарттар булдырылмай. Шуға күрә Өфөлә йәшәгән башҡорт интеллигенцияһы нисек итеп булһа ла айырым башҡорт мәктәбен астырыу маҡсатында Өфө һәм республика власы органдарына байтаҡ ҡына имзалар ҡуйылған мөрәжәғәттәр ебәрә башлай. Әйтергә кәрәк, 25 йәшендә үк башҡорт теленә гимн булып яңғыраған "Туған тел" шиғырын ижад иткән шағир Рәми Ғарипов ошондай бер хатҡа беренселәрҙән булып ҡул ҡуя. Башлап йөрөүселәрҙән Иҙел Агишев, Мөхәмәт Исҡужин, Әнүр Вахитов, Мәрйәм һәм Диҡҡәт Бураҡаевтар, Әмир Сиражетдинов, Хәниф Вәлиевтар халыҡ араһында аңлатыу эштәрен башҡара.
Әлбиттә, 20-се ҡала Башҡорт гимназияһы - беҙҙең алдынғы ҡарашлы милли интеллигенциябыҙ емеше. Ғөмүмән, милли рух, милли күтәрелештең 4 осорон билдәләп була. 1917 - 1919 йылдарҙа - ерле автономия өсөн көрәш, 1965 - 1970 йылдарҙа Өфөлә йәшәгән башҡорт зыялыларының башҡорт кластарын һәм айырым милли мәктәп булдырыу өсөн көрәше, 1972 йылдан башлап башҡорт мәктәптәрендә уҡытыу процесын тулыһынса рус теленә күсереүгә ҡаршы сығыу, 90-сы йылдарҙан һуң - автономиялы республикабыҙҙың сәйәси статусын күтәреү, Рәсәй составындағы республика булараҡ, дәүләт суверенитеты идеяһын яҡлап сығыу, башҡорт теленә дәүләт теле статусын биреү, Өфөлә, ҡалаларҙа һәм райондарҙа яңы башҡорт гимназияларын һәм лицейҙарын астырыу буйынса барған оҙайлы эштә зыялыларыбыҙҙың йөрәкһенеп ҡатнашыуына яҡындағы тарих үҙе дәлил.
Рәүфә Мөхөтдин ҡыҙы: Һәр замандың үҙ зыялылары булған, хәҙер ҙә бар, киләсәктә лә буласаҡ. Беҙ уларҙы беләбеҙ, йыш ҡына иҫкә алабыҙ. Беҙгә 20-се ҡала Башҡорт гимназияһына нигеҙ һалыусылар, уларҙың вариҫтары менән бергә эшләргә насип булды. Мәҫәлән, шул уҡ Мөхәмәтғәли ағай Исҡужинды, Әмир Сиражетдиновтың улы Салауатты атап китер инем. Мәктәптең тарихына килгәндә, рәсми рәүештә 1970 йылда асылһа ла, балаларыбыҙҙы туған телендә уҡытыу, шуның өсөн яңы башҡорт мәктәбен астырыу мәсьәләһен беренселәрҙән булып Иҙел Миһран улы Агишев башлап ебәрә. 1958 йылда уҡ "Совет Башҡортостаны" гәзитендә уның "Өфөлә башҡорт мәктәбе асырға кәрәк" тип аталған мәҡәләһе баҫылып сыға, әммә ул саҡтағы властар был проблеманы белмәмешкә-күрмәмешкә һалыша. Әммә батыр йөрәкле Иҙел ағай изге эшен туҡтатмай, 1965 йылдан башлап КПСС-тың Өлкә комитетына, Мәғариф министрлығына яңынан-яңы хаттарын, мөрәжәғәттәрен ебәрә, үҙе лә арҡадаштары менән чиновниктар тупһаһын тапай. Әлбиттә, бындай эштәрҙе башҡарыу еңелдәрҙән булмай, өҫтә ултырған власть әһелдәре йәмәғәтселәргә баҫым-ҡыҫым яһауҙы урындарҙағы етәкселәргә тапшыра.
Менәүәрә Әбделхәй ҡыҙы: "Тырышҡан тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан", тип юҡҡа ғына әйтмәгән халҡыбыҙ. 1967 йылда Министрҙар Советына һәм Мәғариф министрлығына баш ҡалала башҡорт интернат-мәктәбен астырыуҙы һорап ебәрелгән хатҡа 142 ата-әсә ҡул ҡуя. 1968 йылда КПСС Үҙәк Комитетының идеология бүлеге мөдиренә лә шундай уҡ эстәлекле хат китә. Ошо мәсьәлә буйынса партия Өлкә комитетына, КПСС-тың Өфө ҡала комитетына, Өфө ҡала Советына, алдараҡ атап үтелгән юғары органдарға 1968 - 1969 йылдарҙа Өфө зыялыларынан хаттар, мөрәжәғәттәр ҡаттан-ҡат килеп тора. Башҡорт телен икенсе сорт итеп ҡараған чиновниктар еңелә. Партия һәм башҡарма власть әһелдәре 1967 - 1970 йылдарҙа Өфөлә башҡарт мәктәбен асыу мәсьәләһе буйынса 6 кәңәшмә уҙғарырға мәжбүр була.
Рәүфә Мөхөтдин ҡыҙы: Шуныһы ла бик мөһим: ул саҡтағы партия етәкселәре, башҡа чиновниктар Өфө башҡорттарының рухи ихтыяждарын инҡар итә алмай, сөнки балаларын башҡорт мәктәбенә уҡырға бирергә теләүселәр һаны 500-ҙән артып китә. Халыҡ һорауына ярашлы, Башҡорт АССР-ы хеҙмәтсәндәре депутаттарының Өфө ҡала Советы башҡарма комитеты 1970 йылдың 1 сентябрендә ҡаланың Үҙәк баҙарынан йыраҡ булмаған Достоевский урамында төҙөлгән мәктәп бинаһында башҡорт мәктәбен асыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Был көндө тарихи ваҡиға тип атап була. Бер төркөм зыялыларыбыҙҙың, ата-әсәләрҙең тап ошо көндә мәктәп бинаһы алдында төшкән фотоһы бар. Уларҙың йөҙҙәренән шатлыҡ бөркөлә: үҙ һүҙебеҙҙе һүҙ иттек, ҙур еңеүгә өлгәштек, тигәндәй улар. Ысынлап та ошо бер көн рухи байрамға тиң, быны бер кем дә инҡар итә алмаҫ.
Менәүәрә Әбделхәй ҡыҙы: Беҙгә, миңә, Рәүфә Мөхитдин ҡыҙына, Вәзих Миңвәғиз улына һәм башҡа бик күп коллегаларыбыҙға оҙаҡ йылдар дауамында ошо мәктәптә эшләү бәхете тейҙе. Шуның өсөн беҙ алдараҡ исем-шәрифтәре иҫкә алынған зыялыларыбыҙға рәхмәтлебеҙ. Уларҙың күптәре баҡыйлыҡта, йәндәре йәннәт түрендә булһын тибеҙ.
Хәҙер ошо тулы урта белем биреүсе уҡыу йорто халҡыбыҙҙың күренекле ҡатын-ҡыҙҙарының береһе - 1955 -1971 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры булып эшләгән Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы исемен йөрөтә. Мәктәпте асыуға уның да ярҙамы булғандыр?
Рәүфә Мөхөтдин ҡыҙы: Ул саҡта мәғариф министры булған Фатима Хәмит ҡыҙы ла Өфө ҡалаһында яңы башҡорт мәктәбен асҡан ваҡытта битараф ҡалмағандыр, сөнки үҙе лә күп хафалар күреп, Өфөләге, һуңынан Стәрлетамаҡтағы башҡорт балалар йортонда тәрбиәләнгән. Әммә ул да Өлкә комитетҡа ҡаршы килә алмаған. 60-сы-70-се йылдар сәйәсәтенә һылтанмай булмай. Барса милләттәрҙән бер совет халҡы яһайбыҙ, тип хыялланды ул осор идеологтары. Улар күп милләттәр, күп телдәр булыуын өнәмәне. 70-се йылдар башында беҙ, Өфөлә уҡыған башҡорт студенткалары, йәмәғәт транспортында башҡортса һөйләшергә ҡурҡа торғайныҡ, сөнки шундуҡ кәмһетә башлайҙар, "апайка аульская", тип мыҫҡыллайҙар. Фатима Хәмит ҡыҙы - ошо системала юғары фазифа биләне. Шуныһы мөһим, ул әүҙем башҡорт йәмәғәтселәренә ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтмәй, әммә "өҫтәгеләр"ҙең рөхсәтенән башҡа үҙаллы ҡарар ҙа ҡабул итә алмай. Ғөмүмән, Фатима Хәмит ҡыҙының эшмәкәрлеген баһалаған саҡта уның етәкселеге аҫтында 16 йыл дауамында тотош республика мәғарифының үҫешен, ҡаҙаныштарын иҫәпкә алыу фарыз. Уның кеүек арҙаҡлы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары менән халҡыбыҙ хаҡлы ғорурлана. Шуға күрә лә 1999 йылда 20-се Башҡорт ҡала гимназияһына Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина исеме бирелде лә инде. Беҙ был ваҡиғаның шаһиттарыбыҙ, шатландыҡ та, ғорурландыҡ та. Гимназияла Ф.Х. Мостафинаға бюст ҡуйылды, уның музейы асылды.
СССР тарихында уҙған быуаттың 60-сы йылдарын "йылытыу" (оттепель) тигән образ аша һүрәтләйҙәр. Был ул замандағы сәйәсәткә ҡағыла, ләкин тиҙҙән "йылытыу" йән өшөткөс "һыуытыу" менән алышына. Минеңсә, коммунистик идеология хөкөм һөргән осорҙа Өфөлә беренсе башҡорт мәктәбе асылыуын ошо сәйәси "йылытыу" шаңдауы тип ҡарап булалыр. Әммә бынан һуң сирек быуат дауамында баш ҡалабыҙҙа бер башҡорт мәктәбе лә асылмай. Тик уҙған быуаттың 90-сы йылдарындағы рухи күтәренкелек ваҡытында ғына был мәсьәлә ыңғай хәл ителә башланы...
Менәүәрә Әбделхәй ҡыҙы: Рухи күтәренкелек, шул осорҙағы зыялыларыбыҙҙың берҙәмлеге булмаһа, 90-сы йылдарға тиклем баш ҡалабыҙҙа бер башҡорт мәктәбе лә булмаҫ ине. Чиновниктар баҫымы аҫтында, бик күп ауырлыҡтар аша үтеп, улар маҡсаттарына өлгәшә алған. Быйыл Фатима Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһы үҙенең 55 йыллығын билдәләй. Тарихи күҙлектән ҡараһаң, әллә ни күп тә түгел һымаҡ. Әммә ошо ваҡыт арауығында күпме эштәр башҡарылған, күпме ҡаҙаныштарға өлгәшелгән. Гимназиябыҙ милли рух, туған тел рухы менән һуғарылған. 70-се-80-се йылдарҙа мәктәбебеҙҙе тамамлағандарҙың балалары ғына түгел, хатта ейәндәренең балалары ла беҙҙең гимназияға уҡырға килә. Милли-рухи күсәгилешлек бар бында, гимназия милләттәштәребеҙҙе үҙенә тартып тора. Образлы итеп әйткәндә, мәктәбебеҙ мөхитендә ныҡлы быуындар сылбыры хасил булды, ул бер ҡасан да өҙөлмәйәсәк.
Был миңә суфыйсылыҡтағы силсиләне лә хәтерләтеп ҡуя: суфый остазының үҙ мөриттәре була, ә элекке мөриттәр, билдәле бер кимәлгә еткәс, остазлыҡ статусына эйә була һәм үҙ мөриттәренә һабаҡ бирә башлай...
Рәүфә Мөхөтдин ҡыҙы: Бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле сағыштырыу. Ысынлап та, тарихи Башҡортостан ерлегендә суфыйсылыҡтың ҙур урын биләгәнен беләбеҙ. Ул дин өлкәһендәге күсәгилешлекте тәьмин иткән. Үҙебеҙҙең балаларыбыҙҙың балалары - ейән-ейәнсәрҙәребеҙ ҙә ошо белем йортона бик теләп, яратып йөрөй. Педагогтарыбыҙ уҡытып, тәрбиәләп сығарған уҡыусыларыбыҙ араһында уҡытыусы һөнәрен һайлағандар күп, уларҙың уҡыусыларының байтағы шулай уҡ педагог һөнәрен үҙ итә, уҡытыусылар династиялары барлыҡҡа килә. Ҡала мөхите өсөн был бик мөһим, сөнки ҙур мегаполиста башҡортлоҡто һаҡлап алып ҡалыуҙың төп сараһы - башҡорт мәктәптәре булыуы, уларҙың ҡала мәғарифы системаһында уңышлы эшләүе.
20-се ҡала башҡорт гимназияһын баш ҡалабыҙҙың милли мәғарифына нигеҙ һалыусы уҡыу йорто, тип атап булалыр?
Рәүфә Мөхөтдин ҡыҙы: Эйе, беҙҙең гимназиябыҙ ябай ғына бер мәктәп түгел ул. Ул - халыҡ мәктәбе, халыҡ тарафынан яулап алынған мәктәп. Уның миссияһы бик юғары һәм үтә мөһим. Шуға күрә ошондай белем йорттарында ҡәҙимге бер уҡытыусы ғына булып эшләү мөмкин түгел. Һин бында предмет уҡытыусыһы ғына түгел, уҡыусыларыбыҙ һинең милләт өсөн, республикабыҙ өсөн янып-көйөп эшләгәнеңде белеп-күреп торорға тейеш. Уҡыусыларыңа белем-тәрбиә биреү эшен йөрәгең аша үткәрһәң, мәктәп икенсе тыуған йортоңа әйләнә. Бына Менәүәрә Әбделхәй ҡыҙы ошо гимназияла 40 йыл эшләне, ә үҙем унда 1978 йылда эшкә килгәйнем, 2020 йылда ғына хаҡлы ялға киттем.
Вәзих Минвәғиз улы, һеҙ ҙә ошо уҡыу йортоноң тәрбиәләнеүсеһе икәнһегеҙ?
Вәзих Минвәғиз улы: Эйе, 1972 йылда ғаиләбеҙ ауылдан, Нуриман районынан, Өфөгә күсеп килде. Тәүҙә ҡустым менән икебеҙҙе яҡындағы 42-се мәктәпкә алып барҙылар. Директоры: "Башҡорт малайҙары булғас, русса насар беләһегеҙ, уҡыуы ауыр булыр, 20-се башҡорт мәктәбенә барығыҙ, рус теленә лә өйрәтерҙәр", - тип кәңәш бирҙе. Шулай итеп, 20-се мәктәптә уҡый башланыҡ. Алыҫтан йөрөп уҡыныҡ, бер өйрәнгәс, китәһе лә килмәне унан. Мин бигерәк тә физкультура дәрестәрен яраттым, бик шәп уҡытыусыбыҙ бар ине - Мартинс Владимир Генрихович. Бик талапсан булды: үтекләнмәгән спорт кейемендә залға килеп инеүем дә булды, ул ҡолағымды ҡыҙартҡансы бороп та алды, спортсы һәр яҡтан таҙа, бөхтә булырға тейеш, тип, ныҡ итеп киҫәтте. Мин еңел атлетика буйынса мәктәптә һәм башҡа урындарҙа уҙғарылған барса ярыштарҙа ҡатнаштым.
70-се йылдарҙа ниндәй предметтар башҡорт телендә уҡытылды?
Рәүфә Мөхөтдин ҡыҙы: Башланғыс кластарҙа уҡытыу башҡорт телендә ине. Физика предметын Мөхәмәтғәли ағай Исҡужин өлкән кластарҙа ла башҡортса уҡытты. Тарих фәндәре кандидаты Рауил ағай Бикбаев дәрестәрҙе шулай уҡ тик башҡорт телендә алып барҙы.
Хәҙер Башҡортостанда полилингваль гимназиялар селтәренә нигеҙ һалынды. 1994 йылда Һупайлы биҫтәһендә асылған 136-сы Башҡорт лицейында ла шул уҡ принцип ғәмәлгә ашырылды. Ә полилингваль мәктәптәрҙең иң беренсеһе, башлап ебәреүсеһе әлеге 20-се башҡорт гимназияһы бит инде, шулаймы?
Рәүфә Мөхөтдин ҡыҙы: Тел мәсьәләһенә килгәндә, бына нимә иҫкә төшә. Балаларға инглиз телен өйрәтеү ул саҡта ла модала ине. Мәктәпте асыр алдынан ата-әсәләрҙе ҡыҙыҡһындырыу өсөн, башҡорт теле менән бер рәттән, инглиз телен тәрәнәйтеп өйрәнеү маҡсаты ла ҡуйыла. Мәктәптең ул саҡтағы статусы - инглиз телен тәрәнәйтеп өйрәтеүсе башҡорт мәктәбе. Унан һуң, 20-се мәктәп ҡала үҙәгендә урынлашҡан, бында башҡорт интеллигенцияһы вәкилдәре - сәнғәт әһелдәре, ғалим-ғөләмә, яҙыусылар, радио һәм телевидение хеҙмәткәрҙәре байтаҡ йәшәй. Улар балаларының инглиз телен дә яҡшы белеүен теләй. Мин мәктәптә эшләй башлаған саҡта инглиз теле ҡайһы бер кластарҙа аҙнаһына 10-ар сәғәт уҡытыла ине, инглиз теле уҡытыусылары ла бик күп булды. Шулай итеп, беҙҙең уҡыусыларыбыҙ бер юлы 3 телде - башҡорт, рус һәм инглиз телдәрен өйрәнде.
Менәүәрә Әбделхәй ҡыҙы: Асылғандан бирле 24 йыл ғына ваҡыт үтеп китһә лә, 20-се мәктәптең уңышлы эшләүе 90-сы йылдарҙа Өфөлә башҡа башҡорт мәктәптәренә юл асты, шуға күрә мин уны ҡала башҡорт мәктәптәренең "әсәһе" тип атау урынлы булыр, тим. Республика кимәлендә башҡорт мәктәптәренең флагманы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты булһа, баш ҡалабыҙҙа башҡорт балаларына белем һәм милли тәрбиә биреүҙең авангардында Фатима Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһы барыуын ғорурланып әйтә алабыҙ.
Балаларыбыҙҙа башҡортлоҡ тойғоһон тәрбиәләү - үҙе бер милли идеяға тиң. Алда исем-шәрифтәре атап үтелгән күренекле шәхестәребеҙ менән хәҙергеләрҙе сағыштырһаҡ, беҙҙең быуын артҡараҡ сигенгән, ваҡланған кеүегерәк тойола башлай...
Рәүфә Мөхөтдин ҡыҙы: Заман башҡа - заң башҡа, тип әйтһәләр ҙә, 20-се мәктәпте ойоштороусы зыялылар кеүек әүҙем башҡорттар бөгөн дә бар ул. Ҡырҡыуыраҡ ситуациялар килеп сыҡһа, улар тик ятмай, шымып ҡалмай, власть органдарына халыҡ теләген еткереп тора. Ваҡыттар үтеү менән йәмғиәт тә, власть та үҙгәрештәр кисерә, ә мәктәптәребеҙҙә бер быуынды икенсеһе алыштыра. Әлеге көндә лә башҡорт мәктәптәренең хәл итеүҙе талап иткән проблемалары етерлек. Хәҙерге башҡорт интеллигенцияһына 60-сы - 70-се йылдарҙа маҡсатлы ғәмәлдәр атҡарған, туған халҡым, телем тип янған зыялылыр өлгө булһын ине. 20-се Башҡорт ҡала гимназияһы йөҙөндә улар үҙҙәренә мәңге емерелмәҫ һәйкәл һалды.
Белеүебеҙсә, 90-сы йылдар башында 20-се Башҡорт ҡала гимназияһында "Ватан" тип аталған ғилми-ғәмәли үҙәк үҙ эшмәкәрлеген башлай. Уның составында яңы уҡытыу методикалары нигеҙендә автор дәреслектәре төҙөү менән шөғөлләнгән педагог-ғалимдар менән бер рәттән, гимназия уҡытыусылары ла ҡатнаша. Улар ғалим-методистарҙың дәреслектәренә апробация уҙғара, йәғни дәрестәрендә ҡулланып, уларҙың һөҙөмтәлелеген тикшереүҙә ҡатнаша. Ошо хаҡта бер кәлимә һүҙ әйтеп үтһәгеҙ ине.
Рәүфә Мөхөтдин ҡыҙы: Беҙҙең уҡыу йортонда яңырыу процестары 1990 йылда директор вазифаһына Хисаметдин Салауат улы Хәйбуллин килгәс башланды. Ул бик талапсан, әммә ижади эшләүсе шәхестәрҙән. Иң элгәре уның тырышлығы менән мәктәбебеҙ 1992 йылда гимназия статусын алды. Артабан - педагогик коллектив эшмәкәрлеген инновацион режимға күсереү төп маҡсат итеп ҡуйылды. Бында вуз ғалимдарының педагогик коллектив менән хеҙмәттәшлеге баһалап бөткөһөҙ. Һөҙөмтәләр ҙә ул осор өсөн иҫ китмәле булды. Башланғыс кластар өсөн башҡорт теле буйынса "Әлифба", 1-4 кластар өсөн "Туған тел" дәреслектәре, улар буйынса программалар һәм методик ҡулланмаларҙан торған "Туған тел" тип аталған уҡыу-методик комплекс эшләнде.
Башланғыс кластар уҡытыусылары БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәниә Сынбулатова, педагогия фәндәре кандидаттары Әлфиә Мәүлиярова һәм Флүрә Аҙнабаева етәкселегендә үҫтереүсе белем биреү технологияларын ҡулланыу тәжрибәһен өйрәнде. Ул саҡта Рәсәй мәктәптәрендә уҡытыуҙа Эльконин-Давыдов системаһын ҡулланыу бик популяр ине, шуға күрә ошо технологияны үҙләштереү маҡсатында Томск ҡалаһына ике йыл рәттән бер төркөм (10-15 кеше) уҡытыусылар командировкаға ебәрелде. Шәхсән үҙем дә унда 2 мәртәбә барып ҡайттым.
Гимназияла физика предметын алып барған фән кандидаты Э.Т. Изергин 7-9 кластар өсөн үҙе төҙөгән физика дәреслектәренә апробация уҙғарҙы, артабан улар федераль компонетҡа индерелде. Шулай уҡ сит тел уҡытыусылары инглиз телен башҡорт теле аша өйрәнеү технологияһы буйынса эксперименталь эштә ҡатнашты. Һөҙөмтәлә инглиз теле буйынса яңы уҡыу-методик комплекс хасил булды, уның составына 5-7 кластар өсөн дәреслектәр, эш дәфтәрҙәре һәм тейешле программалар инде.
Билдәле ғалимә, лингвист Лена Ғәли ҡыҙы Саяхова рус теле һәм әҙәбиәте буйынса гимназиябыҙҙың уҡытыусылары менән тығыҙ бәйләнештә булды. Ул башҡорт мәктәптәре өсөн рус теле буйынса бер нисә дәреслек әҙерләне. Ул төҙөгән "Слово" дәреслегенә апробацияны миңә уҙғарырға насип булды. Ғалимә шулай уҡ төрки телле мәктәптәр өсөн рус теле дәреслеген әҙерләне, мин уның буйынса ике йыл дауамында дәрестәр уҙғарҙым. Һуңынан был дәреслек Санкт-Петербургта баҫылып сыҡты.
Менәүәрә Әбделхәй ҡыҙы: Рәүфә Мөхөтдин ҡыҙы - үҙ предметының "генералы" ул! Генерал ғына түгел, башҡорт мәктәбендә рус телен уҡытыу методикаһына әллә күпме новациялар индергән генератор ҙа. Уның кеүек методик технологияларҙы ғәмәлдә ижади ҡуллана белеүсе уҡытыусылар бик һирәк осрай. Дөйөм алғанда, ул йылдарҙа 20-се Башҡорт гимназияһында барса предметтар буйынса тиерлек альтернатив программалар һәм дәреслектәр төҙөү юлға һалынды. Мәҫәлән, географиянан - геология-минералогия фәндәре кандидаты, һуңынан педагогия фәндәре докторы Владимир Суховтың, химиянан - биология фәндәре кандидаты, профессор Сәниҙә Һатыбалдинаның, инглиз теленән - педагогия фәндәре кандидаты, 20-се Башҡорт гимназияһында ла уҡытыусы булып эшләгән Мирхәт Хәсәновтың дәреслектәре юғары баһаға лайыҡ булды. Инновацион методикаларҙы педагогик ғәмәлиәткә индереү йәһәтенән гимназиябыҙҙың даны бөтә Рәсәйгә билдәле булды, ул йылдарҙа яңыса, заманса уҡытыу буйынса беҙгә тиңләшерлек мәктәптәр һирәк булғандыр.
Ғәҙәттә, пединститутты йәки университетты тамамлап сыҡҡан йәш уҡытыусылар дәрес биреү менән шөғөлләнә, уларҙа ижади импульс булмай тиерлек. Бынан арыныр өсөн башҡа педагогтарҙың дәрестәренә, методик конференцияларға йөрөргә, уларҙа әүҙем ҡатнашырға кәрәк. Гимназияла шундай эштәр күп булғандыр?
Менәүәрә Әбделхәй ҡыҙы: Асыҡ дәрестәрҙең дә, ғилми-ғәмәли конференцияларҙың да иҫәбе-һаны булманы. Тора-бара уҡытыусыларыбыҙ оҫталар кимәленә күтәрелде, улар үҙҙәре лә мастер-кластар уҙғара алды.
Рәүфә Мөхөтдин ҡыҙы: "Ватан" ғилми-ғәмәли үҙәгенең ғалим-методистары беҙҙең остаздарыбыҙға әйләнде. Беҙ өйрәнгән-белгәнде башҡалар ҙа үҙләштерә алһын өсөн беҙҙең барса дәрестәребеҙ ҙә асыҡ тип иғлан ителде. Гимназияға ҡунаҡтар йышланы: ҡала мәктәптәренән генә түгел, Силәбе, Ырымбур, Пермь, Курган һәм башҡа өлкәләрҙән дә беҙҙең тәжрибә менән танышырға, уны үҙләштерергә теләүселәр күп булды. Һис йыбанмайынса, һәр береһенә асыҡ дәрестәр күрһәтә инек.
Менәүәрә Әбделхәй ҡыҙы: Ғалимдар үҙ методикаларының үҙенсәлектәрен, алымдарын беҙҙең дәрестәребеҙ аша һынай, кәрәк икән, үҙгәрештәр индерә. Улар менән иңгә-иң терәп эшләүе күңелле булды. Маҡсатыбыҙ бер: уҡыусыларыбыҙҙы интеллектуаль яҡтан үҫтереү, үҙең уҡытҡан предметҡа һөйөү тәрбиәләү. Ғалимдар ҙа дан-шөһрәт өсөн килеп йөрөмәне, ә уларҙың ярҙамы эҫе мәлдә һыуһап йөрөгән кешенең һыуһынын ҡандырғандан да ҡиммәтерәк итеп ҡабул ителде.
Рәүфә Мөхөтдин ҡыҙы: Ғалимдар алдында илке-һалҡы, насар эшләп булмай, ояты ни тора! Бик тырыша инек. Лена Ғәли ҡыҙы Саяхова, Рәшит Вәлиәхмәт улы Әлмөхәмәтов, Флүрә Фәтхи ҡыҙы Аҙнабаева, Лира Шәрип ҡыҙы Камаловалар шәхсән үҙемдең остаздарым булды, улар мине ижади эшләргә өйрәтте. Унан һуң, гимназиябыҙҙа алдынғы башҡорт интеллигенцияһының балалары күп булды, уларҙы нисек етте, шулай уҡытып булмай бит. Юғарыраҡ кимәлгә күтәрелергә тырышаһың инде. Ғалим-методистарыбыҙҙың хуплауын тыңлағанда ҙур ҡәнәғәтләнеү тойғоһон кисерәһең.
Интеллект, аҡыл - шәхестең бер генә яғы. Унан башҡа йәмғиәттә йәшәгән кешегә әхлаҡлы, кешелекле, рухлы булыу, ватансыллыҡ һәм башҡа социаль сифаттарға эйә булыу фарыз. Оло, көслө, рухлы шәхестәрҙең юл башы - бала сағында. Уҡытыу процестары тәрбиә менән ҡуша барғанда ғына мәктәп үҙенә тәғәйен бурыстарын тулыһынса һәм камил рәүештә үтәй аласаҡ...
Менәүәрә Әбделхәй ҡыҙы: Әлбиттә, гимназиябыҙҙа һәр йыл һайын планға индерелгән тиҫтәләрсә тәрбиәүи саралар үткәрелә, кластарҙа ла, дөйөм мәктәп кимәлендә лә. Йәш үҫмерҙәргә өлгө кәрәк, улар күңелдәре менән ҡабул иткән кешеләргә оҡшарға тырыша. Шуға күрә гимназияға Өфөлә йәшәгән билдәле шәхестәребеҙҙе уҡыусылар менән осрашыуҙарға йыш саҡыра инек. Яҙыусылар, шағирҙар, сәнғәт әһелдәре, фән эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар, башҡа бер һөнәр оҫталары саҡырыуыбыҙҙы ҡабул итеп, балалар менән ихлас аралашты. Тере саҡтарында Фатима апай Мостафина, Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Ноғман Мусин кеүек шәхестәр менән осрашыу уҡыусыларҙа ҙур тәьҫораттар ҡалдырғандыр. Уларҙың әҫәрҙәрен дәрестәрҙә өйрәнеү - бер нәмә, ә осрашып, яҡындан тороп күреп, һорауҙарына биргән яуаптарын тыңлау - бөтөнләйгә икенсе, хисле хәтирәләр менән бәйле.
Уҡыусыларҙың физик үҫешенә, һаулығына, тән һәм рух ныҡлығына физкультура дәрестәре, спорт менән шөғөлләнеү ыңғай тәьҫир итә. Ошо хаҡта ниҙәр әйтер инегеҙ?
Вәзих Минвәғиз улы: 20-се гимназия уҡыусыларының спорт коллективы йыл һайын төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша, призлы урындарға лайыҡ була. Рәсәй, республика, ҡала һәм район кимәлендә ойошторолған күләмле спорт сараларында айырым уҡыусыларыбыҙ ҙа, йыйылма командаларыбыҙ ҙа һәр даим сығыш яһай. Мәҫәлән, "Милләттәр кросы-2024", "Рәсәйҙең саңғы юлы-2025" Бөтә Рәсәй ярыштарында, "Яңы йылдың ғаилә старттары"ның мәктәп, район һәм республика этаптарында ҡатнаштыҡ.
Футбол, волейбол, баскетбол буйынса йыйылма командаларыбыҙ бар. "Күн туп" ярыштарының муниципаль этабында 2010-2011 йылдарҙа тыуған ҡыҙҙар командаһы 3-сө урын, шул уҡ йылғы малайҙар - 2-се урын, ә 2012-2013 йылғылар - 3-сө урын алды. 2014-2015 й.й. ҡыҙҙар командаһы зона этабында 3-сө урынға сыҡты.
Гимназия спортсыларының "Батыр" командаһы (5-се кластар) - Бөтә Рәсәй "Президент ярыштары"ның, 2010-2011 йылдарҙа тыуғандар еңел атлетика буйынса "Үҫмерҙәр шиповкаһы"ның муниципаль этабында ҡатнашты. Йәйәселәрҙең уҡ атыу буйынса ярыштарының зона этабында Хәсәнова Азалия - 1-се, Хөсәйенов Мансур - 3-сө урын алды.
Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған "Еңел атлетика кросы"нда ҡыҙҙарҙың "Батыр" командаһы 3-сө урынға лайыҡ булды. Волейбол һәм баскетбол буйынса йыйылма командаларыбыҙ ҙа төрлө ярыштарҙа уңышлы сығыш яһай.
2024-2025 уҡыу йылы миҙгелендә Уҡыусылар спартакиадаһы сиктәрендә "Спорт, һаулыҡ, дуҫлыҡ" тип аталған физкультура һәм спорт фестивалендә гимназия спортсылары "Спорт оҫталығы" номинацияһында - 2-се, "Мәктәптә физкультура-һауыҡтырыу һәм спорт-масса эше" номинацияһында 3-сө урын алды.
Шулай итеп...
Һәр мәктәп уҡытыусылары менән генә түгел, бигерәк тә шул мәктәпте тамамлап, ҙур тормош юлына сыҡҡан уҡыусылары менән данлы.
Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһын 55 йыл эсендә бер нисә мең уҡыусы тамамлаған: ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ улар араһында! Маҡтанып үә ғорурланып, исем-шәрифтәрен аҡҡа төшөрөрлөктәре лә бик күп был белем һәм тәрбиә усағының. Иң-иңдәрен атап үтеү урынлы булыр:
Башҡортостандың халыҡ артисы, бейеүсе Рафаэль Амантаев; яҙыусылар, бер туған Зөһрә һәм Илгизәр Бураҡаевтар; БР-ҙың халыҡ артисы, "Ант" төркөмө етәксеһе Алмас Ғафаров һәм уның бер туған ағаһы Илдар Ғафаров; Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Айрат Ғүмәров; юридик фәндәр кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, 2009-2014 йылдарҙа БР-ҙың Конституция Суды рәйесе Люциә Ғүмәрова; Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы Рәмзиә Ғүмәрова; тарихсы, башҡорт милли философияһына нигеҙ һалыусы Салауат Ғәлләмов; төрлө һөнәр эйәләре, бер туған Әнүәр, Әкрәм, Таһирйән һәм Ирек Ғәниевтар; композитор, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаев; философия фәндәре кандидаты, юғары мәктәп уҡытыусыһы Ләйсән Сөләймәнова; бейеүсе, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Хәлил Ишбирҙин; техник фәндәр кандидаты, полковник Илшат Ишемов; билдәле башҡорт кинорежиссеры Булат Йосопов; юстиция полковнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы Ришат Йосопов; техник фәндәр кандидаты, юғары мәктәп уҡытыусыһы Айгөл Камалиева; сәйәсәт фәндәре кандидаты, дәүләт эшмәкәре Гөлдәр Камалова (Шәкүрова); иҡтисад фәндәре кандидаты Салауат Ҡаҙиров; медицина фәндәре кандидаты Сәғит Ҡазбулатов; рәссам-иллюстратор, "Урал батыр" эпосын һүрәттәр менән биҙәүсе Азат Ҡужин; дәүләт эшмәкәрҙәре Фәрзәнә һәм Гөлшат Мусиналар; фән докторҙары, профессорҙар Юлай һәм Айбулат Псәнчиндар; биология фәндәре кандидаты, ғалим-селекционер, РФ-ның атҡаҙанған урман белгесе Фәриҙә Саҙиҡова; филология фәндәре кандидаты, башҡорт теленең Машина фондына нигеҙ һалыусы Зиннур Сиражетдинов; электрон дәреслектәр авторы, 2000-2003 йылдарҙа 20-се гимназияла директор урынбаҫары һәм информатика уҡытыусыһы булған Салауат Сиражетдинов; химия фәндәре кандидаты Сабит Солтанов; тарих фәндәре кандидаты, археолог Әлфиә Солтанова; БР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Жәлил Сөләймәнов; медицина фәндәре кандидаты Салауат Туйсин; дәүләт эшмәкәре Юлдаш Ураҡсин; филология фәндәре кандидаты Нәркәс Хөббитдинова (Сөләймәнова); дәүләт эшмәкәре Урал Хәсәнов; медицина фәндәре кандидаты, БР-ҙың атҡаҙанған табибы Илдар Һиҙиәтов; медицина фәндәре докторы Гөлнур Һиҙиәтова; филология фәндәре кандидаты, яҙыусы, сценарист-драматург Шәүрә Шәкүрова; философия фәндәре кандидаты, юғары мәктәп уҡытыусыһы Наилә Әбүзәрова; театр режиссеры, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БР-ҙың С. Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Айрат Әбүшахманов; Башҡортостандың халыҡ артисы, арҙаҡлы ҡурайсы Роберт Юлдашев һәм башҡалар, һәм башҡалар.
Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһының педагогик коллективын, уҡыусыларын, ата-әсәләрен, уны тамамлап сыҡҡан барса милләттәштәребеҙҙе ошо белем усағының данлы юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ, киләсәктә тағы ла бейегерәк үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 3 - 9 октябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА