
Сәй эсеүҙең иң ҡыҙған мәле. Башҡа ҡунаҡтарҙың йөҙҙәре иҫтә ҡалмаған, ә бына өләсәйемдең ялпаҡ түңәрәк бите бөгөнгөләй иҫемдә. Унлап сынаяҡ сәйҙе бушатҡанлыҡтан, өләсәйемдең йөҙө бөрсөк-бөрсөк тир менән ҡапланғайны, ә ике сикәһе һәм танау остары майланған кеүек ялтырай ине. "Ғәйзә апай, иҫеңдәме икән Һаҡмарҙа элегерәк һыу һыйырҙары йәшәгәне?" Өләсәйем ошо һүҙҙәрҙе әйтте лә быуҙары сығып торған сәйҙән бер тына һемереп алды. Йәтеш кенә кәүҙәле оло йәштәге ҡатын, "эйе" тигәнде аңлатып, баш һелкте. "Элек Һаҡмар туғайҙары йырып үткеһеҙ шырлыҡ булды бит, - тип һүҙен дауам итте өләсәйем. - Һаҡмар һыуҡайҙары ҡара көмөш булып ярҙарын мөлдөрәмә тултырып аға торғайны. Иҙрестән түбәнерәк урындарҙа кисеү табыуҙары ҡыйын булды.
Онотмағанһығыҙҙыр әле, ун йыл элек кенә әле Муллаҡай һаҙында бер йәтим егеттең башын уя сабып һәләк иттеләр. Хәҙер шул һаҙлыҡ урындары ҡола ялан бит... Элгәре Һаҡмар һыуҡайҙары таҙа ла, мул һыулы ла булды. Шул саҡтарҙа тәрән ятыуҙарҙа һыу һыйырҙары йәшәне. Шундай ятыуҙарҙың берәүһе бынан алыҫ түгел урында - Байрамғол эргәһендә - булды. Әбүбәкер ағайымдың үҙе күргәнен һөйләп китәйем, булмаһа".
Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс тә, минең менән ғәжәйеп хәл булды: көн төнгә әйләнде, ә йәнем Әбүбәкер олатайымдың кәүҙәһенә инеп ултырҙы!
...Имеш, юғалған ике бейәмде эҙләп йөрөйөм. Байым тирәһен байҡап сыҡҡанмын да, Мәмбәт кисеүен үтеп, Иген тауына ыңғайлағанмын. Ул тирәне байҡаштырғас, Ҡарасайылға яғына боролғанмын да, унда ла йылҡыларымды тапмағас, юлһыҙ-ниһеҙ Байрамғол ятыуына ҡарай атлағанмын. Ятыу эргәһендәге туғайлыҡҡа аяҡ баҫыуыма, ҡыҫҡа йәйге төндөң иң ҡараңғы мәле килеп еткәйне.
Япраҡтарына, таждарына ысыҡ ҡунған сәскә-үләнде айҙың күкһел нурҙары көмөш кеүек иттереп ялтыратып ҡуйған саҡ. Бөтә туғай, еңелсә томанды бөркәнеп, йоҡлағандай тойола. Тәбиғәттең хозурлығына иҫем китеп бара торғас, йылғаға барып еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Әҙерәк шөрләйем үҙем, сөнки Һаҡмар һыуҙарының серҙәре хаҡында ишеткәндәрем әҙ булманы. Яр ситенә әллә ни яҡынламай китеп барһам, ай юлының һары таҫмаһын боҙоп, беленер-беленмәҫ кенә шаҙра йүгереп үтте. Бер аҙҙан шаҙра еңелсә тулҡындарға әйләнде. "Әллә йәйен, әллә сурағай уйнай инде", - тигән уй килде башыма. Ҡыр өйрәктәренең сабыр ғына быжҡылдашыуын ишеткәс: "Ысынлап та, эре балыҡ берәй бәпкәне йоторға самалай, ахырыһы", - тип мыңғырлап ҡуйҙым.
Шул саҡ йылға өҫтө ҡайнай башламаһынмы! Ҡурҡышымдан, "йылп" итеп тал төбөнә боҫҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ә һыу өҫтөндәге тулҡындар көсәйгәндән көсәйә, әйтерһең, серле ҡараңғылыҡта йылҡы өйөрө уйнай! Күҙҙәремде алма кеүек таһрайтып ҡарап ултырһам, йә Хоҙай, һыу аҫтынан мөһабәт үгеҙ башы ҡалҡып сыҡмаһынмы! Кәүҙәһе әле күренмәгән үгеҙ тәрән итеп тын алды ла, башын сайҡап, ауыҙ-моронон һыуҙан таҙартты. Шунан, ауыр баҫып, ярайһы ғына текә ярға менә башланы. Башын олпат тотоп, ярға сыҡты, бөтә кәүҙәһен кинәт дерелдәтеп, булған ғына һыуҙы тиреһенән һелкеп төшөрҙө.
Бына иҫ киткес ҙур һәм мөһабәт үгеҙ сыҡҡан яғына әкрен генә боролдо. Бер аҙ ҡалҡа биреп, мин дә шул яҡҡа күҙ һалдым. Һыуҙы ҡайнатып өҫкә сығып килгән биш-алты һыйырҙы күреп, иҫ-аҡылым китә яҙҙы. Үгеҙ, борғо тауышына оҡшатып, әкрен генә үкереп ебәрҙе. Был ауаз һыу һыйырҙары өсөн әмер кеүек яңғыраны: улар бөтәһе лә, боролмайынса, кире сигенә башланы. Һыйыр баштары бер-бер артлы һыуға батты, һәм ятыу өҫтө тағы көҙгө кеүек ҡатып ҡалды. Һыу үгеҙе иһә һалмаҡ ҡына кире боролдо, башын юғары күтәреп, кеше ҡолағы ишетмәгән ауаздар сығарҙы. Ерҙә йәшәгән мөгөҙлө һөйәркәһен саҡыра ине ул. Бына алыҫтан яуап ауаздары ишетелде, һәм үгеҙ шул яҡҡа ыңғайланы. Туғай уртаһында малҡайҙар осрашты, бергәләп үлән ашаны. Шунан үгеҙ ер һыйырын ҡасырҙы ла үҙ донъяһына кире ҡайтып китте...
Ошо урында төн яңынан көнгә әйләнде, һәм мин, ҡайтанан малайға әйләнеп, әсәйемдең уң яғындағы түшәктә һуҙылып ятҡанымды аңлап алдым. Ҡараһам, өләсәйем, хәбәрен туҡтатып, тирләгән битен ҡулъяулығы менән һөртә ине. Эшен бөткәс, ҡулъяулығын дүрткә бөкләп, кеҫәһенә һалды ла һәр һүҙен йотлоғоп тыңлаған ҡунаҡтарға һынаулы ҡараш ташлап алды. Йәнәһе, беләм мин һеҙҙең ниндәй һорау бирергә теләгәнегеҙҙе! Ысынлап та, йәшерәк ҡатындар араһынан кемдер ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына тауыш менән: "Һыу һыйырҙары аҫта нисек тын алалар икән? Нисек тонсоҡмайҙар икән?" - тип һораны. Өләсәйем һорау биреүсегә ҡарамайынса йомшаҡ итеп көлдө лә: "Хоҙайҙың хикмәттәре сикһеҙ күп бит ул. Элгәре башҡорт ерҙәре һәр төрлө мөғжизәгә ифрат бай булған. Бөгөн ҡуян-төлкө нисек йәшәһә, шүрәлеләр, быуар йыландар, сәмреғоштар ҙа шулай тереклек иткән борон. Хатта йөнтәҫ филдәр ҙә йәшәгән беҙҙең яҡтарҙа. Кеше ҡырып бөтөргән уларҙы. Ирәндек аръяғында бер-ике шүрәле әле лә йәшәй, тип һөйләйҙәр. Мөжәүир хәҙрәткә барғанымда Ғәли ауылынан Нуретдин тигән егет һөйләп ултырҙы. Үҙе күргән икән. Урғаҙаға ат һуғарырға төшһә, шунда йөрөй, ти шүрәле. Булмаҫ, тимә. Ғәли ауылының икенсе исеме Шүрәле", - тине.
Шунан өләсәйем бәйән итеүҙәрендә Бөрйән яҡтарына сығып китте. Әбүбәкер ағаһы менән нисек һыу аҫты йылҡыларын ҡарарға барыуҙары хаҡында һөйләй башланы. "Тәүҙә Ишей сыҡтыҡ, шунан Мендәғолға юл тотток. Тиҫтәгә яҡын ауылды үтеп, Йылҡысыҡҡан тигән күлгә яҡын ғына ятҡан утарҙа туҡтаныҡ. Унда үҙенең ҡасан тыуғанын да онотҡан бер ҡарт йәшәй ине. Ваҡытында ул хырансустарҙы яҡшы туҡмағаны өсөн Ҡотдос тигән түрәнән булат ҡылыс алған, тип һөйләгәндәре иҫтә ҡалған. Ғәләмәт ҙур танаулы бер хырансустың танауын уғы менән тишә атҡан башҡорт та шул, тигәндәй булдылар. Ни булһа ла, шул бабай ғына һыу аҫты йылҡыларын күрһәтә алыр, тигәстәр, уның аяғына барып йығылдыҡ инде. Бабай тәүҙә бер килке беҙҙе кире ҡайтырға өндәне. Тыңламағас, бер аҙна буйы бесән эшләшһәгеҙ, ай тулғас күрһәтермен тип, ризалашты.
Ай батмус кеүек булып тулғас, киттек күл буйына. Көтөп оҙаҡ ултырҙыҡ. Төн уртаһы еткәс, күл аҫты ҡапыл яҡтырып киткән кеүек булды ла күҙ алдыбыҙҙа туғай һымаҡ нәмә пәйҙә булды. Шул туғайҙы тултырып, алма-сыбар аттар утлап йөрөмәһенме! Аптырауҙан ауыҙҙарыбыҙҙы асып, ябырға ла өлгөрмәнек, яҡтылыҡ әкренләп һүрелде. Туғай ҙа юҡ булды, аттар ҙа күҙҙән юғалды".
Өләсәйем һөйләгәндәрҙән сығып, мин шундай һығымтаға килдем. Алаҡайыбыҙ ана шул һыу һыйырҙары тоҡомонан икән. Шуға ла ул - кеше кеүек аҡыллы, эт кеүек һиҙгер, ат кеүек тоғро йән эйәһе. Был малҡайҙы, әле тана көйө генә, Байым өләсәйем - атайымдың әсәһе Хөмәйрә - улының туйында йәштәргә бүләк итеп бирә. Атайым менән әсәйем, тағы ошо тана ғаиләбеҙҙең тәүге нигеҙ таштары булған. Беренсе балалары - минең өлкән ағайым - тыуыр алдынан ғына Алаҡай ҙа тәүге тапҡыр быҙаулай. Был ваҡытҡа һыйыр әсәйемә шул тиклем эҫенеп китә, хатта яңы тыуған баланы дошманы кеүек ҡабул итә. Йәй аҙаҡтарында әсәйем бәпәйен тәүге тапҡыр күтәреп сыҡҡанында, ала һыйыр асыулы мөңрәп, уларға табан ыңғайлай һәм сабыйҙы мөгөҙөнә элергә самалай. Әсәйем, был хәлгә аптырап, ошо хаҡта Ҡуян өләсәйемә һөйләй. "Тимәк, Алаҡайың һине сабыйға көнләшә. Малайыңды ҡараштырып йөрө. Берәй бәләгә осрамаһын". Ошо һүҙҙәрҙе иҫендә тотоп, балаһы ҙурая төшкәс, әсәйем улына шундай кәңәш биреп ҡуя: "Һыйыр үҙеңә яҡынлай башлаһа, сыбыҡ ал да арҡаһына һуҡ".
Йәйге кистәрҙең береһендә дүрт йәшен әле генә тултырған ағайым, яланаяҡ, ыштанһыҙ көйө, өҫтөнә киң итәкле күлдәк кейгән килеш ҡапҡа бағанаһы эргәһендә ураңғылап йөрөгән. Алыҫтан Алаҡайҙың ҡайтып килеүен күреп, тиҙ генә тал сыбығы эләктереп алған да, ҡуҡырайып, яңынан ҡапҡа төбөнә баҫҡан. Алаҡай үҙен күҙенә лә элмәй эргәһенән үтеп барғанын күргәс, ағайым быны шулай аңлаған: йәнәһе, һыйыр уның сыбығынан ҡурҡҡан. Үҙенең ҡыйыулығына үҙе һоҡланып, һыйыр артынан йүгергән һәм ихатаға ингән урында һыйырҙың ҡабырғаһына шыйтылдата һуғып алған. Алаҡай, әйләнеп тә ҡарамай, башын тәкәббер тотоп, юлын дауам иткән. Һыйырҙың бындай ҡыланышын ағайым тағы үҙенең ғәйрәтенә ҡайтарып ҡалдырған - малдың арҡаһына икенсе мәртәбә һуҡҡан. Бына шул саҡта Алаҡайҙың түҙемлеге бөткән: кинәт кенә әйләнеп, башын аҫҡа эйгән һәм шул ыңғайы кире күтәргән. Ағайым әҙ генә ауыҙын асып торһа, осло мөгөҙ уның ҡорһағын һис шикһеҙ ярып үтер ине. Бәхетенә күрә, арҡаһы менән боролоп өлгөрә ул, һәм осло мөгөҙҙәрҙең береһе уның күлдәк сабыуынан ғына эләктереп ала.
Йәберләүсеһен алыҫҡараҡ атып бәреү ниәте менәндер инде, Алаҡай, муйынын дуғаландырып, башын һалмаҡ ҡына уңлы-һуллы сайҡарға керешә. Һыйыр башын уңға сайҡағанда, ағайым "әсә-ә-әй!" тип һөрәнләй, һулға сайҡағанда "әлә-кә-ә-й!" тип ҡысҡыра икән. Асыуы ҡабарған һыйыр башын иң ныҡ күтәргәнендә, ҡул-аяғын сатай-ботай болғап әүһәләк эйеп йөрөгән ағайым, таҫыллыҡ күрһәтеп, асыҡ ҡапҡаның өҫкө мөйөшөнә сат йәбешеп өлгөрә. Йәбешә лә өҫкә менә, ҡапҡаның һыртына тиҙ-тиҙ баҫып, бағана яғына йүгерә. Барып еткәс, бағананы ныҡ итеп ҡосаҡлап ала. Был мәлдә ала һыйыр мөгөҙөндәге йөктең ҡайҙа ғәйеп булыуын асыҡлай алмай аҙаплана икән. Башын аҫҡа эйеп ерҙе лә еҫкәп ҡарай, әйләнеп-әйләнеп, ҡойроҡ яҡтарын да ҡараштыра. Тапмағас, хатта урам яғына ла юртып сыға. Һыйырҙың өйөрөлөп-өйөрөлеп аҫта йөрәгәнен күргәс, ағайым, сысҡан кеүек йүрмәләп, ҡапҡа бағанаһының иң осона менеп китә. Өҫкә менгәс, тауышһыҙ ғына шунда боҫоп ултыра.
Был ваҡиғаға күршебеҙҙә йәшәгән Менәүәрә инәй шаһит була. Тап ошо ваҡытта ул, беҙҙең ихатаға ҡарап торған ике тәҙрәһенең береһен асып, ойоҡ бәйләп ултырған була. Ағайымдың бағана осона менеп боҫоу тарихы ҡағыҙ битенә төшөргәндә генә оҙаҡ дауам иткән кеүек тойола. Ысынында иһә был ваҡиға шундай тиҙ үтә, Менәүәрә инәй, аҙаҡтан әйтеүенсә, ул ҡурҡырға ла, ҡысҡырырға ла өлгөрә алмай ҡала. "Йөрәгем дөп-дөп итеп типкәнен генә абайлап ҡалдым, Фәрит бағана башына менеп тә ултырҙы", - тип тулҡынланып һөйләгән ул атайым менән әсәйемә ошо мажара хаҡында.
Һөйләп кителгән ваҡиға ғаиләбеҙ тормошона ҡағылышлы иң тәүге ҡыҙыҡлы тарих булғандыр. Мин ул мәлдә яңыраҡ ҡына тыуып ятҡан булғанмын, шуға был ваҡиға миңә атайым-әсәйем, ағайҙарым һөйләүенән генә билдәле булды. Ҙурая төшкәс, мин Фәрит ағайымдың өҫкә үрмәләгән урындарын ҡарап сыҡтым да эстән генә: "Булмаҫ!" - тип мыңғырлап ҡуйҙым. Дүрт йәшлек бала нисек бер иле ҡалынлыҡтағы таҡта остарына баҫып, өлкәндәрҙең өс аҙымына торошло араны йүгереп үтһен инде?! Тарттырылған арҡан буйлап йөрөү менән бәрәбәр бит был! Ярар, йүгереп тә үтһен, ти. Ә бына бер ҡоластан аҙ ғына ҡайтышыраҡ бүрәнә башына нисек үрмәләп менә алһын ул! Быныһы бөтөнләй башҡа һыймаҫлыҡ эш! Ҡойма башына менеп ҡарап торҙом: бүрәнәнең һерәйеп торған өлөшө ун йәшлек бала бейеклегендәй булыр, артыҡ булмаһа әле. Өҫтәүенә шып-шыма итеп йышылған. Дүрт йәшлек баланың шул бүрәнә башына менеп, ҡаршы яҡҡа ҡоламай, боҫоп ултыра алыуына мине бер кем дә ышандыра алманы.
(Дауамы. Башы 38-се һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №39, 3 - 9 октябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА