«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАБИПЛЫҠҠА УҠЫП ҮҘ ҠАЛАМДА ЭШКӘ ҠАЛАМ
+  - 


Башҡорт дәүләт медицина университеты Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай филиалы менән берлектә Урал аръяғының белем биреү мөмкинлектәрен киңәйтеү йәһәтенән ҙур аҙым эшләне. Ике университет, тарихта тәүге тапҡыр, селтәрле уҡытыу формаһы тураһында килешеү төҙөнө.

Селтәрле белем биреү программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Сибайҙа һәм уға яҡын ауылдарҙа йәшәгән Башҡорт дәүләт медицина университетының беренсе курс студенттары төркөмө Сибай институтында дөйөм белем биреү дисциплиналары буйынса белем алыу мөмкинлегенә эйә булды. Студенттар вуздың бөтә мәҙәни һәм спорт сараларында ҡатнаша ала. Уҡыу майҙансығы алыҫлашыуға ҡарамаҫтан, белем биреү процесын медицина университеты тулыһынса контролдә тота.
-Һәләтле йәштәрҙе тыуған республикабыҙҙа ҡалдырыу - төбәгебеҙҙе үҫтереүҙең төп шарты. Сибай филиалы менән берлектәге программа уңайлы белем биреү процесын тәьмин итә һәм табип һөнәрен алыу өсөн шарттар булдырып ҡына ҡалмай, юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң карьера үҫеше һәм шәхси тормошто яйға һалыу мөмкинлектәрен тыуҙыра. Бөгөн Урал аръяғында "Педиатрия" һәм "Дауалау эше" йүнәлештәре буйынса беренсе курс студенттары табип һөнәрен ала, - ти Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының БДМУ ректоры, Рәсәй Фәндәре академияһы академигы, профессор Валентин Николаевич Павлов.
- Буласаҡ табиптар әҙерләү майҙансығы булдырыу - беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт һәм яуаплылыҡ, - тип билдәләй Сибай институты директоры Илдар Хәмитов. - Был хеҙмәттәшлек филиалыбыҙға ышаныстың юғары булыуын раҫлай һәм беҙҙең өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Ҡалабыҙҙа уҡыған студенттарҙың бер өлөшө киләсәктә һөнәри эшмәкәрлеген Сибай һәм беҙҙең төбәктең медицина учреждениелары менән бәйләр, квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итер, тип ышанабыҙ.
Уҡытыуҙа был ысулдың өҫтөнлөктәре ҙур: студенттар йә үҙ өйҙәрендә, йә филиал ятаҡтарында йәшәй һәм шуның менән Өфөгә барыу менән бәйле финанс сығымдарын һиҙелерлек кәметә, ваҡыт сарыф итмәй. Эргәлә генә урынлашҡан Сибай медицина колледжы һәм ҡаланың һаулыҡ һаҡлау учреждениелары уҡыу процесын практика менән берләштерергә ярҙам итә.
Был проект студенттарҙың айырым төркөмө өсөн генә уңайлылыҡ түгел. Ул - тотош Урал аръяғының һаулыҡ һаҡлау өлкәһе кадрҙар потенциалына мөһим инвестиция ла. Республиканың ике ҙур юғары уҡыу йортоноң берлектәге бындай союзы һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф өлкәһендә милли маҡсаттарға өлгәшеү өсөн уҡытыуҙа селтәр формаһын һөҙөмтәле ҡулланыуҙың сағыу миҫалы булып тора.
Сибайҙа белем алыу мөмкинлеге тураһындағы хәбәрҙе абитуриенттар - Урал аръяғында йәшәүсе буласаҡ медиктар ҙур ҡыуаныс менән ҡабул итте. "Медицина тураһында мин мәктәптә уҡығанда уҡ бер фекергә килдем, - тип һөйләй беренсе курс студенты Анастасия Логинова. - Тәүҙә Сибай медицина колледжына уҡырға индем, быйыл "Педиатрия" йүнәлеше буйынса БДМУ студенты булып киттем. Беренсе курсты тыуған ҡаламда уҡый алыуыма ҡыуанам, сөнки бында минең ғаиләм һәм дуҫтарым йәшәй. Тәүге аҙналар тулҡынландырғыс булды. Әкренләп уҡыу процесына инеп киттек. Төркөбөҙ бик шәп, ҡайһы бер иптәштәрем менән медицина колледжында уҡыған саҡтан уҡ танышмын. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң тыуған төбәгемдә эшләргә теләйем".
"Дауалау эше" йүнәлеше студенты Фәнил Иҫәнғоловтың табип һөнәрен һайлауында ғаиләһенең роле ҙур. Уның атаһы табип-рентгенолог булып эшләй, туғандары араһында табип-хирург, реанимация бүлегенең өлкән шәфҡәт туташы бар. "Уларҙың өлгөһө мине медицина юлын һайларға дәртләндерҙе, - тип һөйләй Фәнил. - Сибайҙа уҡый алыуым хаҡында хәбәрҙе ҙур шатлыҡ менән ҡабул иттем. Был - Башҡортостандың Урал аръяғында медицина белемен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индереү ул. Сибайҙа медицинаның үҫеше күп осраҡта йәш кадрҙарҙы йәлеп итеүгә бәйле, тип уйлайым. Белгестәрҙең урында уҡытыу һәм бындағы медицина учреждениеларында практика үтеү һаулыҡ һаҡлау сифатын яңы кимәлгә күтәрергә мөмкинлек бирәсәк. Шуға күрә беҙҙә башланған селтәрле уҡытыу программаһы мөһим һәм алға табан бик ваҡытлы аҙым булып тора".
"Дауалау эше" йүнәлешенең беренсе курс студенты Наҙгөл Нафиҡова ла тыуған ҡалаһында, өйрәнелгән шарттарҙа уҡыу мөмкинлеге тыуыуға шат: "Дәрестәр ҡыҙыҡлы үтә. Уҡытыусыларҙың үҙ эшен яратыуы, ярҙам итергә әҙер булыуы күренеп тора. Филиалдан алған тәьҫораттар ыңғай - бында сифатлы белем алырмын, тип ышаныслы әйтә алам. Уҡыуҙы тамамлағас, Урал аръяғында эшләргә теләр инем, сөнки был төбәк миңә яҡын".
"Дауалау эше" йүнәлеше студенты Айзилә Хәмитова сығышы менән Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылынан. "Бала саҡтан табип булырға хыялландым, - тип һөйләй ул. - Өйҙән алыҫ түгел генә ҡалала уҡый алыуыма шатмын. Филиал ятағында йәшәйәсәкмен. Диплом алғандан һуң, Баймаҡта эшләргә теләйем".
Уның курсташы Азамат Шахмөхәмәтов та, уҡып бөткәс, Баймаҡҡа ҡайтырға ниәтләй: "Уҡыуҙың тәүге ике аҙнаһы ҡыҙыҡлы үтте. Төркөмдәштәрем менән таныштым. Дөйөм ятаҡта йәшәйем. Минең тыуған йортом бында, шуға күрә, әлбиттә, мине көткән кешеләр булған ошо ерҙә эшкә ҡалырға теләйем".
Шулай итеп, уҡытыуҙың географик сиктәрҙе юйған селтәр формаһы - Сибай институтының стратегик һайлауы ул. Был йүнәлеште үҫтереп, вуз Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы иҡтисадының реаль секторы өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүсе динамик үҫешкән заманса белем биреү, ғилми үҙәк булараҡ үҙ позицияһын нығыта. Уңыштар уларға!

Рәүилә ХӘСӘНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 3 - 9 октябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.10.25 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 1 октябрҙән 11-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2026 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 905 һум 04 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru