«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НИ ӨСӨН МАУЫҘҘЫ ТҮГЕЛ, ЙӘКИ ЙӘШ ЖУРНАЛИСТЫ БОРСОҒАН ҺОРАУҘАР
+  - 


Бөгөн беҙ мәғлүмәт заманында йәшәйбеҙ һәм көн дә ошо "диңгеҙҙән" үҙебеҙгә мөһим тойолған һәм файҙаһы булғандарын ғына "һөҙөп" алырға маташабыҙ. Был бер туҡтауһыҙ ағылған тулҡында башҡорт кешеһе өсөн кәрәклеһен нисек аңларға? Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Яңылыҡтар" тапшырыуында оҙаҡ йылдар эшләгән һәм халыҡтың иғтирамын яулаған йәш хәбәрсе Азат ҒӘЛИУЛЛИН менән әңгәмәләштек.

Тәү сиратта үҙегеҙ менән яҡынданыраҡ таныштырып үтһәгеҙ ине.

- Мин Әбйәлил районының Әбйәлил ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫтем. Атай-әсәйем һөнәрҙәренә ғүмер буйы тоғро кешеләр быуынынан: атайым тормошон ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә арнаһа, әсәйем шәфҡәт туташы булды. Уларҙың ошо тырышлығын, эштәре өсөн яуаплылыҡтарын күреп үҫтек беҙ. Ә минең күңелемә ул саҡта ауылыбыҙҙағы һәр өйгә, шулай уҡ беҙгә лә, ҡосаҡ-ҡосаҡ гәзит-журнал килеүе, тиҫтерҙәрем менән почтальон апайҙарға ярҙамлашып йөрөүебеҙ бер орлоҡ һалған, баҡтиһәң. Журналистика өлкәһенә ҡыҙыҡһыныуым шулай аңғармаҫтан барлыҡҡа килгән, тик тәүҙә мин быны аңлап етмәгәнмен: актер булырғамы, табип булырғамы, тиеп, беренсе йылда юғары уҡыу йортона уҡырға инмәй ҡалдым. Әммә ваҡытымды бушҡа уҙғармай, үҙебеҙҙең 93-сө һөнәрселек училищеһында уҡып, икенсе йылына маҡсатлы рәүештә Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға индем. Кинйә малай булыуым да үҙенекен иткәндер, минең кеүектәрҙе беҙҙең яҡта "алдына алғанын ҡуймай", тиҙәр.
Ул осорҙа факультетта журналистарҙы өс йүнәлеш буйынса әҙерләй торғайнылар: башҡорт, рус һәм татар телендә ижад итә алған белгестәр. Мин башҡорт бүлегендә белем алдым һәм тәүге йылдарҙа милли баҫмаларҙың мөхәрририәттәре менән хеҙмәттәшлек итеп, остаздар мәктәбен үттек. Бала саҡтан яратып уҡыған "Йәншишмә" гәзитендә эшләгән Зөһрә апай Ҡотлогилдина, барлыҡ йәштәрҙе үҙе тирәләй туплаған "Шоңҡар" журналы һәм уның баш мөхәррире Азамат Юлдашбаевтың аҡыллы кәңәштәренә ҡолаҡ һала инек. Әбйәлил районының "Осҡон" гәзите һәм ул саҡтағы баш мөхәррир Ғәҙел Ишморатов та эшкә өйрәтте. Телевидениеға ҡарата ла ҡыҙыҡһыныу һәр саҡ булды һәм 3-сө курста уҡығаныбыҙҙа кастинг булыуы тураһында ишетеп, көсөмдө һынап ҡараным. Бөгөн республиканың төп телеканалында эшләүемә 15 йыл, Аллаға шөкөр.

Һеҙҙе башҡорт мәҙәниәте һәм сәнғәте өлкәһендәге яңылыҡтарҙы һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә тотҡан һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәргән журналист булараҡ беләбеҙ. Бөгөн йәш журналистарҙы нимә борсой?

- Билдәле башҡорт тел белгесе, профессор, төркиәтсе, ырыуҙашым Фирҙәүес Хисамитдинованың борсолоп әйткән һүҙҙәре һәр ваҡыт хәтерҙә: йылға-күлдәр, тау атамаларын һәм уларға бәйле легенда-риүәйәттәрҙе яҙып ҡалдырыу мөһим, тигәйне ул. Өлкән быуын кешеләре белгән атамаларҙың яртыһын балалары белә икән, ейән-ейәнсәрҙәре күпмеһен хәтерендә һаҡлаясаҡ? Шуға ла Мауыҙҙы йәки Яҡтыкүл тип ике матур башҡорт атамаһы йөрөткән күлебеҙ "Банное"ға әйләнеп бара түгелме? Ирәкташыбыҙ Инзерские зубчатки булып ҡалыуы ихтимал. Сөнки хәҙерге быуынға ер-һыу атамаларыбыҙҙың нескәлектәренә, уларға бәйле тарих һәм боронғо риүәйәттәргә төшөнөп торорлоҡ форсат та, ҡыҙыҡһыныу ҙа юҡ. Шунан килә лә инде Розовые скалы, Синие скалы, Большой Шелом тигәндәре. Ә бит был урындарҙың шул тиклем матур яңғыраған башҡортса атамалары бар. Рәсмиләштерһәксе. Тағы ла бер борсоған мәсьәлә: фольклор өлкәһендәге буталсыҡтар. Һуңғы йылдарҙа, Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә тормошҡа ашырылған проекттарға баһалама комиссия ағзаһы булараҡ йыш саҡырылам. Фестиваль-конкурстарҙа ҡатнашыусыларҙың сығышына һәм дәрттәренә һоҡланып ҡарайһың да, үҙ төбәктәрендәге ауыҙ-тел ижадын ғына сағылдырмауҙарын аңлап, күңел ҡырылып ҡуя. Республикабыҙҙың һәр төбәгенең үҙ үҙенсәлеге бар бит ул, ана шул юйыла, хатта бөтөнләй сит нәмә менән "байытыла". Шулай ҙа ыңғай күренештәрҙе лә телгә алып китмәй булмай: милли кейемебеҙгә иғтибарлыраҡ була барабыҙ һәм был ауыл мәҙәниәт йорттарына ла йоғонто яһай, сәхнә кейемдәрендә лә тотанаҡлыҡ һиҙелә башланы. Быны мин, әлбиттә, урындарҙағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе тип тә күрәм.

Был мәсьәләләр журналист булараҡ эшегеҙҙә лә сағылыш табамы?

- Телевидение эфирында мин ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе "Яңылыҡтар" сығарылышында ғына түгел, махсус репортаждарымда ла күтәрергә тырышам. Бынан ун йыл элек сыҡҡан материалдарҙың әле булһа ла социаль селтәрҙәр буйлап "йөрөүе" ҡыуандыра. Яңылары ла халыҡты битараф ҡалдырмай. Тимәк, эшемдең бушҡа түгеллеген аңлайым. Һуңғы ваҡытта сыҡҡан махсус репортаждарға килгәндә, "Быуаттарҙы бәйләр аҫыл еп" тип исемләнгәне аҫалы башҡорт балаҫына патент алыуға арналды. Унда мин аҫалы балаҫтың әһәмиәтен, тәғәйенләнешен һәм ни өсөн рәсмиләштерелеүен аңлатып бирергә тырыштым. Шулай уҡ Мөхәмәтша Буранғоловтың "Урал батыр" эпосын яҙып алыуына быйыл 115 йыл тулыу айҡанлы әҙерләнгән махсус репортажым да йәмәғәтселекте битараф ҡалдырманы. Уның ярҙамында быйыл яңы иҫтәлекле көн - Урал батыр эпосы көнө булдырылыуға үҙ өлөшөмдө индерә алғанмындыр, тим. Заманында башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы - ҡурайға бәйле төшөрөлгән репортаждан һуң да, ул патентлы булғайны.
"Башҡорт операһының шанлы үткәне, ә киләсәге бармы?", "Салауат йыйынына - 20", "Башҡорт драматургияһының бөгөнгөһө", "Һанлы халыҡ ижады", "Круковский башҡорттары" тип исемләнгән эштәрем - бер циклға ингән махсус репортаждар серияһы, башҡорт мәҙәниәтен һәм сәнғәтен пропагандалауға ҡоролған. Ижади эштәремде журналист булараҡ ҡына түгел, ә РФА ӨФТҮ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының кесе ғилми хеҙмәткәре күҙлеге аша ла үткәрҙем. Ошо хеҙмәтемде быйыл әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр премияһына тәҡдим иттем.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Әңгәмәсебеҙ бер урында ҡул ҡаушырып ултырырға күнекмәгән, һәр саҡ эҙләнеүҙәр өҫтөндә булған кешеләрҙән. Йәштәр араһында шундай халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен һәм сәнғәтен хәҙерге заман күҙлегенән баһалаған, фәнни яҡтан өйрәнгән һәм таратҡан шәхес булыуы ҡыуаныслы. Яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ!

Камила ҒӘЛИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 3 - 9 октябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.10.25 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 1 октябрҙән 11-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2026 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 905 һум 04 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru