
Сибай концерт-театр берекмәһе артистарын республикабыҙҙың һәр тарафында беләләр. Бөгөнгө заман технологиялары осоронда яңғыҙыңа (һәләтең булһа, әлбиттә) популяр булыуы артыҡ ҡыйын түгелдер, ә бына берекмә кимәлендә бөтөн коллектив менән бергәләп популяр булыу бик күп көс талап итәлер. Ә сибайҙар булдыра! Хәлдәренән килә, тимәк. Әле улар яңы ижади миҙгелдәрен асыуға әҙерләнә. Берекмәнең ижад буйынса урынбаҫары Азат Арыҫлан улы НӘБИУЛЛИН менән ойошманың уңыштары, бөгөнгөһө, пландары тураһында һөйләштек:
- Концерт-театр берекмәһе өсөн Ижади миҙгелде асыу һәм ябыу саралары - шартлы төшөнсә. Күп тамашасыларыбыҙ йәй көндәрендә беҙҙе ял итә, тип уйлай. Ысынында, йәй айҙарында ла берекмә артистары эшен дауам итә, киреһенсә, ошо мәлдә тынғыһыҙ гастролдәр осоро башлана. Әлбиттә, йәйгеһен үҙ сәхнәбеҙҙә сығыш яһамайбыҙ, әммә был, эш туҡтаны, тигәнде аңлатмай. Мәҫәлән, быйыл июнь айында Силәбе өлкәһенең үҙәгендә һәм Шадринск ҡалаһындағы федераль кимәлдәге һабантуйҙарҙа сығыш яһаныҡ, июлдә Мәскәү һабантуйында булып ҡайттыҡ. Сентябрь башында "Башҡорт аты-2025" Халыҡ-ара фестивалендә бөтә коллектив менән ҡатнаштыҡ.
Әле ихласлап концерт-театр ижади миҙгелен рәсми рәүештә асыуға әҙерлек бара. Берекмәнең "Сулпан" балалар театры үҙенең 32-се яңы миҙгелен Урал батыр, Салауат Юлаев, Ҡаһым түрә, Миңлеғәле Шайморатов, Александр Матросов, Зоя Космодемьянская кеүек батырҙарҙың үҫмер саҡтарын һүрәтләгән "Герой" спектакле менән башлап та ебәрҙе. Беҙ геройҙарыбыҙҙың батыр булып формалашҡан осорон белеп тәрбиәләнгәнбеҙ, ә был тамашала герой булып тыумайҙар, ә үҫешәләр, тигән идея һалынған. Спектаклде ҡараған балалар, үҫмерҙәр "Кем һуң ул герой?" һорауына яуап эҙләйәсәк. Салауат Юлаевтың да малай сағы булған, Ҡаһым түрә лә ҡасандыр үҫмер йәшендә булған. Аҙаҡ улар үҙ заманының батырҙары булып, киләсәккә юл алғандар, беҙ, бөгөнгөләр, ана шул күсәгилешлекте дауам итергә тейешбеҙ.
14 октябрҙә Ижади миҙгелде рәсми асыу айҡанлы Ҙур концерт буласаҡ. Режиссеры - БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сулпан Асҡарова. Унан алда Өфөлә үтәсәк Республика көнөнә арналған концертта ҡатнашасаҡбыҙ. Ике сара бер ваҡытҡа тура килгәс, әлбиттә, миҙгелде асыу концертында республикабыҙ тураһында, башҡорт рухы тураһында һөйләйәсәкбеҙ. Концерт-театр берекмәһенең ижади миҙгеле шулай башланып китә, артабан республикабыҙҙың район үҙәктәре буйлап гастролдәр башлана. 21 октябрҙә Өфөлә үтәсәк Милли бейеү көнөндә ҡатнашҡас, артистарыбыҙ Свердловск өлкәһенә сәфәргә сыға. Был миҙгелдә гастролдәр үтәсәк майҙанды күпкә киңәйтергә уйлайбыҙ, сентябрь аҙаҡтарында Ҡаҙағстанға, октябрҙә Татарстанға юл тотабыҙ.
Бынан тыш, айырым артистарҙың ижадына бағышланған кисәләр планлаштырабыҙ. Мәҫәлән, 30 октябрҙә "Тарпан" фольклор төркөмөнөң сығыштары башлана. Был - режиссер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әлмира Ҡыуатованың яңы программаһы. Ноябрҙә йәш йырсыбыҙ Алина Вәхитованың ижади концерты көтөлә. Берекмәлә эшләгән һәр ижадсы үҫешеү өсөн һәләтен төрлө яҡлап күрһәтергә тейеш. Берекмә етәкселеге яңы үрҙәр яуларға теләге, ниәте булған артистарға шундай мөмкинлек бирә.
Коллективыбыҙ үҙе лә үҫешә, яңы белгестәр менән тулыландырыла. Беҙгә әле йәш ҡурайсы Буранбай Исҡужин ҡатыны Наҙгөл менән эшкә килде. Халыҡ бейеүҙәре ансамбле Сибай сәнғәт колледжы студенттары иҫәбенә йыл да яңырып тора, бөгөнгө көндә ун пар бейеүсебеҙ бар. "Сулпан" балалар театрына йәш актерҙар килә, музыканттар өҫтәлә, ғөмүмән алғанда, берекмәнең һәр бүлегенә яңы һулыш өҫтәлә. Тамашасыларыбыҙ йыл барышында йәш көстәребеҙ менән танышыр, үҙ баһаһын бирер. Бөтәгеҙҙе лә Сибай концерт-театр берекмәһе тарафынан әҙерләнгән һәр сарала көтөп ҡалабыҙ.
Исмәғзәм ИСМӘҒИЛЕВ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 3 - 9 октябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА