
Өфөгә ингән юлдағы Ағиҙел йылғаһы аша аркалы күперҙе 11 октябрҙә, Республика көнөндә, сафҡа индерәләр. 8 октябрҙә уның аша һынау маҡсатында автомобилдәр ебәрелде.
Яңынан ҡоролған арка конструкцияһы тәүге вариантты ҡабатлай. Уның ике яғында ла күперҙе төҙөү һәм капиталь ремонтлау даталары яҙылған иҫтәлекле таҡтаташтар ҡуйыла. Техник яҡтан ҡатмарлы уникаль объектты аҙағынаса тормошҡа ашырғандан һуң ҡаланың Көньяҡ ҡапҡаһы аша Өфөгә инеү-сығыу өсөн 6 һыҙат буласаҡ. Көньяҡ йүнәлештәге транспорт ағымы тәүлегенә 164 мең автомобиль тәшкил итә. Был Өфө ярымутрауы территорияһына ингән машиналарҙың дөйөм һанынан 49 процент, тигән һүҙ.
Әйткәндәй, республикала бөтәһе 31 күпер ремонтлана. Йыл аҙағына тиклем уларҙың 12-һен файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйҙәр. Улар араһында Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылы янында Таналыҡ йылғаһы аша, Октябрьский - Урыҫһыу юлындағы Ыҡ йылғаһы аша күперҙәр бар. Архангел һәм Дөртөйлө райондарында Ағиҙел аша, Дөртөйлө һәм Борай райондарында Танып йылғаһы аша, Дәүләкән - Талбазы юлындағы Дим аша, Урал - Мораҙым юлындағы Түрһәгәҙе йылғаһы аша, Ауырғазыла Үҙән аша күперҙәр әле төҙөкләндереү этабында. Стәрлетамаҡта Ағиҙел аша яңы күпер төҙөйҙәр. Ул авария хәлендә тип табылған иҫке күпер эргәһендә һалына.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 10 - 16 октябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|