
(Сәйәси эссе)
Беҙ Башҡортостанда йәшәйбеҙ. Исеме яңғырауыҡлы ла, яғымлы ла, күңелдәргә яҡын да. Ҡәҙимге, ябай ғына бер өлкә түгел бит: Республика! "Res publika" тигән боронғо латин һүҙенән килеп сыҡҡан был атама йәмәғәт байлығын, уртаҡлыҡты, дөйөм эште лә аңлатҡан заманында. Ни эшләп шулай булмаһын ти: Көньяҡ Урал - иң әүәл аҫаба башҡорттоҡо ғына булһа ла, хәҙер инде бында йәшәгән халыҡтарҙың уртаҡ ере бит, һәм дә республикабыҙ йәшәһен, сәскә атһын өсөн барыһы ла ең һыҙғанып, уртаҡ, дөйөм эштәребеҙҙе башҡара.
Ер йөҙөндә дәүләттәр бихисап, республика тип аталғандары ла 140-тан ашыу. Республика тип аталғанбыҙ икән, тимәк, Башҡорт иле айырым дәүләткә тиңләнелгән. Әлбиттә, дәүләттәрҙең төрлөһө бар донъяла: ҡайһы берҙәрендә әлегә тиклем королдәре лә бар хатта ки. Королдәребеҙ булмаһа ла, башҡорт хандары булғаны билдәле тарихта. Хандар тигәс тә, һис бер саҡта ла үҙ халҡын ҡолға һанамаған улар: башҡорт борон-борондан яугир затлы булған, ә ҡораллы яугир бер ҡасан да ҡол хәленә төшмәй, сөнки ул иле-ере өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булған азат инсан. Ә хандарын башҡорттар үҙҙәре һайлап ҡуйған, араларындағы иң аҫыл, аҡыллы, башҡалар менән идара итергә һәләтле кешене генә аҡ кейеҙҙә юғары күтәргәндәр.
Цивилизация кимәленә күтәрелгән бер генә йәмғиәт тә дәүләт ҡормай йәшәмәй. Тик беҙ дәүләт тигәнде бер төрлөрәк аңларға күнеккәнбеҙ: хакимдар, идара итеүселәр, яһаҡ-һалым йыйыусылар, ҡораллы һаҡсылар һәм яугирҙар, хөкөмдарҙар һәм башҡа шундай дәүләт кешеләренән башҡа дәүләтте күҙ алдына ла килтереп булмай. Ә боронғо башҡорттарҙың дәүләте ниндәйерәк булған икән?
Иң элгәре 922 йылда көньяҡ Башҡортостан далалары аша Булғар ханлығына үтеп барышлай урындағы башҡорттар тормошо хаҡында бик тә ҡыҙыҡлы мәғлүмәт теркәп ҡалдырған ғәрәп илселеге сәркәтибе Ибн Фаҙлан иҫкә төшә. Уның яҙмаларында дәүләт һүҙе юҡ. Әммә ул Башҡорт иле тураһында яҙа. Әле Яйыҡ йылғаһына килеп етмәҫтән күпкә алдараҡ ғәрәп каруаны етәкселәрен: "Йылға аръяғында башҡорттар йәшәй, улар сит-яттарҙы үҙ ерҙәренә һис ҡасан рөхсәтһеҙ индермәй, үлтереп ташлауҙары бик мөмкин", - тип ҡәтғи итеп иҫкәртеп ҡуялар. Шуға ла Фаҙлан башҡорттарҙан ныҡ ҡурҡыуҙары хаҡында яҙып ҡалдырған. Әлбиттә, ул заман башҡорттары ул тиклем үк яуыздарҙан булмағандыр. Ә әлеге ҡурҡытыу тураһында бына нимә тип әйтергә булалыр: Башҡорт иле тип аталғас, ул берҙәм территорияны, үҙенсәлекле бер дәүләтте аңлатыуы билдәле. Тимәк, ил сиктәрендә һаҡсылар торған, уларҙың дәүләт башлыҡтарына буйһоноуы хаҡында ла фараз итергә була. Ҡурҡытыу алымына килгәндә, уны үҙенә күрә бер халыҡ-ара дипломатик феномен, тип ҡарарға ерлек бар: ул замандарҙа ил-йортҡа һөжүм итеп, халыҡты талап, ҡоллоҡҡа алып китеп, һатып ебәреүсе юлбаҫарҙар аҙ булмағандыр. Башҡорттарҙан ҡурҡҡас, уларҙың еренә баҫып инергә баҙнат итеүселәр аҙ булғандыр, тип уйлайым.
Башҡорт дәүләтселеге тигәс, XII быуатта йәшәгән күренекле ғәрәп географы әл Иҙрисине лә иҫкә алмайынса булмай. Ул иң тәүләп тарих биттәренә ул дәүерҙә киң билдәле булған башҡорт ҡалалары тураһында бик ентекле мәғлүмәттәр теркәп ҡалдырған. Уның билдәләүенсә, башҡорттарҙың бер нисә билдәле ҡалалары булғас, улар менән етәкселек итеүселәрҙең булмауы мөмкин түгел. Ауылдарҙа, дала-урмандарҙа йәшәүсе башҡорт кешеләренә етәксе-юлбашсылар, башлыса, дошман илгә баҫып ингән мәлдәрҙә ғәскәр туплау, һуғыш хәрәкәттәрен алып барыу өсөн кәрәк булһа, ҡала башҡорттары өсөн һәр даим идарасылар кәрәк булып тора. Сит илдәрҙән ҡалаларға сауҙагәрҙәр килә, шулай уҡ төрлө сәйәси мәсьәләләр менән килеүсе илселәр ҙә була бит. Әл Иҙриси тап ошо фактҡа иғтибар иткән дә инде. Ҡоро һүҙ булмаһын тиһәк, әл Иҙриси әҫәренән бер өҙөктө уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итәйек.
"Нәмджан ҡалаһы - ҙур булмаған сәскә атыусы ҡаласыҡ. Уның менән төркиҙәрҙән булған бер кеше идара итә. Уларҙа власты атанан улға тапшырыу ғәҙәте игелекле эштәре һәм ябай халыҡҡа, арҙаҡлы заттарға яҡшы мөнәсәбәтле булыуҙары арҡаһында өҙөлмәй килә. Был ҡала Суҡан тип аталған йылға буйында урынлашҡан. Был ҡаланан көнсығышта Арджика тауында баҡыр рудниктары бар, унда меңдән ашыу кеше эшләй. Унда баҡыр күп табылып, Хуваразм (Хорезм. - Ред.) еренә, Шаш (Ташкент. - Ред.) иленә һәм гуз иленең яҡын өлкәләренә алып барыла. Был ҡаланан шулай уҡ төлкө һәм әл бабр (ҡондоҙ. - Ред.) тигән йәнлек тиреләре сығарыла, улар йылға буйлап Хазар диңгеҙенә тиклем алып барылып, бында һәм Дайламала юғары хаҡҡа һатыла. Был ҡалала балсыҡтан төрлө нәмәләр, шул иҫәптән юғары сифатлы һәм тиҙ ватылмай торған көршәктәр яһала. Был йылғаның ярҙарында төрлө төҫтәге ҡиммәтле таштар осрай, улар араһында лазурит күп. Был йылғалағы балыҡтарҙың сорттары һәм йыландарҙың төрҙәре шул тиклем күп, хатта уларҙы һөйләп тә, һанап та бөтөрлөк түгел. Нәмджан ҡалаһы кешеләре үҙҙәре өсөн төп аҙыҡ булған балыҡты бик ҙур таһыллыҡ һәм сослоҡ менән тота. Тотолған балыҡтың күберәк өлөшөн, һаҡлау өсөн тәмләткестәр һибеп, тоҙлап, караптарға тейәп, Хазар диңгеҙенә алып төшәләр, яр буйлап Исил ҡалаһына һәм башҡа урындарға тиклем барып етеп, һатыу итәләр, йәиһә үҙҙәре теләгәнсә тотоналар.
Нәмджан ҡалаһынан Гүрханға тиклем һигеҙ күсем ер. Был Аскутийа ере төркиҙәренең күп халыҡлы ҙур ҡалаһы. Ул Табаристан (Каспий. - Ред.) диңгеҙенә ҡойған Исил (Иҙел, йәки Волга. - Ред.) йылғаһынан төньяҡ тарафта урынлашҡан. Ҡала яҡшы төҙөкләндерелгән, тирә-яғы эшкәртелгән, бында ҡайһы саҡта күрһәтелгән йылға буйлап, сауҙагәрҙәр һәм сәйәхәтселәр килеп йөрөй. Бында Аскутийа төркиҙәре хакимы йәшәй, уның ҡарамағында күп һанлы яугирҙар, ҡорамал һәм ҡоралдар, күп ҡәлғәләр, эшкәртелгән ерҙәр бар. Был илдә һөнәрселек тауарҙары һәм сәнғәт әйберҙәренән тик көнкүреш өсөн кәрәклеләрен генә эшләмәйҙәр, шулай уҡ улар яһаған эйәр һәм ҡоралдар шул тиклем күркәм һәм камил - бындайҙар төркиҙәрҙең башҡа бер илендә лә етештерелмәй".
Был юлдарҙы уҡығас, беренсе мең йыллыҡ аҙаҡтарында - икенсе мең йыллыҡ баштарында уҡ башҡорттарҙың дәүләтселеге булыуына шик ҡалмай.
Билдәле археологыбыҙ Нияз ағай Мәжитов та хәҙерге Өфө ҡалаһы урынында, иң кәмендә IV-V быуаттарҙан XVI быуатҡа тиклем, латинса Paskerti тип, урта быуаттарҙа йәшәгән географтар тарафынан карталарҙа теркәп ҡалдырылған ҡаланы Башҡорт ҡалаһы тип таныны. Ни эшләп Башҡорт ҡалаһы булмаһын ти: картала, Алтын Урҙаның башҡа бер ҡалалары кеүек үк, махсус тамға-һүрәт менән билдәләнгән ул. Унан һуң, әлеге "Paskerti" атамаһын тағы ла икенсе бер һүҙ менән атап булыуы мөмкин дә түгел. Ә Рәсәй тарихсылары ошо ҡаланың сауҙа итеү һәм административ идаралыҡ итеү үҙәге булыуын да инҡар итмәй.
Хакимы, ханы, уға буйһонған идарасылары булған илде кем дәүләтһеҙ тип атар? Был күрәләтә ялған фекер булыр ине.
Башҡорт халҡының дәүләтселеге нимәгә нигеҙләнгән һуң? Көньяҡ Урал һәм уның тирә-яғын йөҙәр саҡрымдарса уратып алған ерҙәр башҡорттоң тәү төйәге булған, һәм бының башланғыс осорона алыштырғыһыҙ дәлил итеп шул уҡ Шүлгәнташ мәмерйәһен, "Урал батыр" һәм башҡа эпостарыбыҙҙы күрһәтергә була. Уралыбыҙ - мәңгелек дәүләтселегебеҙ нигеҙе. Ошо эпоста һәм башҡа бер риүәйәт-легендаларыбыҙҙа, батыр егет образы менән бер рәттән, батшалар, хакимдар, хан һарайҙары хаҡында ла мәғлүмәттәр сағылыш тапҡан бит. "Түккән ҡанын, биргән йәнен, һис бирмәгән башҡорт Уралын" тигән һүҙҙәрҙә башҡорт рухы асылы ғына түгел, уның ил-йорт-дәүләтселеккә ҡарашы асыҡтарҙан-асыҡ итеп күрһәтелгән.
Бына ғәжәп: әллә нисә быуат дауамында Рәсәй ҡулы аҫтында көн иткән башҡорт һис бер ҡасан үҙенә ят булған динде, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы, уға хас идара итеү рәүешен үҙ итә алмаған. Бәғзе бер тарихсылар фекеренсә, башҡорттарҙа дәүләтселектең иң демократик - горизонталь идара итеү ысулы быуаттар буйына ҡулланыла килгән. Ул да булһа, ил-йорттоң иң ҡатмарлы, иң мөһим мәсьәләләрен йыйындарҙа хәл итеү. Башҡорт йыйындары - тарихи феномен, уны тик Рәсәй дәүләте ойошҡанға тиклемге Новгород республикаһына хас булған вечеларға ғына тиңләп була.
Иллегә яҡын ҡәбилә-ырыу тармаҡтарынан хасил булһа ла, башҡорт халҡының берҙәмлегенә дан йырларға була. Яугир халыҡҡа аҡһаҡал-юлбашсыларҙың бер һүҙе лә еткән: күмәкләп, берҙәмлектән көс туплап, ил-йорт өсөн яуҙарға ла сыҡҡан улар. Тап шуның өсөн 1917 йылда, бер-бер артлы өс ҡоролтайға фекер алышыу, берләшеү маҡсатында йыйылышып, Рәсәй составында үҙҙәре үҙҙәренә ерле мөхтәриәт иғлан иткән халҡыбыҙ. Күҙ асып йомған арала тигәндәй, үҙ хөкүмәтен, административ берәмектәрен, хатта ки ҡораллы ғәскәрен булдыра алған улар. Был, минеңсә, боронғо башҡорт үҙаллылығының, билдәле кимәлдә бойондороҡһоҙ булыуының асыҡ сағылышы ул.
Һәм граждандар һуғышының иң фажиғәле бер мәлендә көрәшкә күтәрелгән халыҡ мәнфәғәттәрен ул саҡтағы большевистик Совет хөкүмәте лә инҡар итә алмай - Совет Рәсәйе дәүләте исеменән башҡорт дәүләтселеген танырға мәжбүр була. Күп ҡорбандар биреп, ут-һыуҙарҙа сынығып тыуа беҙҙең республикабыҙ!
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарына ҡайтһаҡ, үҙаллылыҡ, суверенитет рухы ҡаныбыҙҙа ҡайнаны. СССР державаһы махсус рәүештә емертелде, тип әйтергә лә ерлек барҙыр. Тарҡалған илдә берҙәм булып буламы икән? Була! Башҡорт республикаһы ошоға дәлил. Рәсәйҙе инҡар итмәнек - уртаҡ дәүләт бит әле ул. Борис Ельцин башҡорт дәүләтселегенә ҡул тейҙерергә баҙнат итә алманы. "Күпме булдыра алаһығыҙ, шунса йотоғоҙ, мин ҡаршы түгел", - тигән булды. Әлеге суверенитет хаҡында инде. Сөнки ил-йорттоң ныҡлығы халыҡ рухынан тора. Көслө рухлыбыҙ беҙ! Суверенитет тигән ятыраҡ төшөнсәне лә шул саҡта "татып" ҡарап өлгөрҙөк. Тик олигархтар хакимлығы бының менән һис риза булманы: тора-бара ана шул сәйәси-иҡтисади үҙаллылыҡты инҡар иттеләр, бер державала әллә нисә президент булмай, тип, хатта ки бер зыяны булмаған атаманан да ваз кистерҙеләр. Шулай инде, донъя бит!
Бынан бик күп йылдар элек талантлы шағирыбыҙ Ғәлимов Сәләм, тыуған республикаһын данлап, бик тә иҫтәлекле шиғыр яҙып ҡалдырған, ул бына нисек башлана:
"Паровоздар киҫеп сыҡҡан ерҙә
Урал ҡаялары уртаһын,
Ап-аҡ ташҡа баҫып ҡарап торҙом
Республикамдың мин иртәһен".
Эйе, беҙ көн һайын республикабыҙҙың гүзәл иртәләрен ҡаршылайбыҙ, киләсәктә лә ошондай шатлыҡҡа тулы сыуаҡ иртәләрҙең күп булырына ышанысыбыҙ ҙур. Шуныһы ҡыуаныслы: Башҡортостан тигән республикабыҙ исеме тарих биттәренә алтын хәрефтәр менән яҙылған, халҡыбыҙ киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап йәшәй, дәртләнеп эшләй һәм ҙур хис-ғорурлыҡ менән сираттағы Республика көнөн ҡаршылай.
Байрамыбыҙ ҡотло булһын, йәмәғәт!
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 10 - 16 октябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА