
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин үткән аҙнала Сочи ҡалаһында "Валдай" халыҡ-ара дискуссия клубының йыл да үткәрелә торған пленар сессияһы ултырышында ҡатнашты.
Уның сығышында белдерелгән төп тезистар түбәндәгесә: Украина фажиғәһе - бөтәбеҙ өсөн дә һыҙланыу ул. Әлегә Украинала утты туҡтатыу мөмкинлегенең булмауы өсөн яуаплылыҡ - Европа иңендә. Европаның ҡоралланыуына ҡаршы Рәсәйҙең яуабы ҡәтғи буласаҡ. Әгәр НАТО Рәсәй сиктәренә яҡынлашмаһа, Украинала конфликт килеп тыуыуын булдырмаҫҡа мөмкин ине. Әлеге ваҡытта Европаның идара итеүсе элитаһы Рәсәй менән һуғыш ихтималлығы хаҡында истерияны дауам итә.
Владимир Путиндың Валдай форумындағы сығышы донъя матбуғатында киң яҡтыртыла. Эксперттар билдәләүенсә, Рәсәй Президенты дөйөм мәнфәғәттәр уртаҡлығын күҙҙә тотоп, Дональд Трампты маҡтап һүҙ әйткән, ләкин, әгәр ҙә АҠШ Украинаны ҙур алыҫлыҡтағы Тomahavk ракеталары менән тәьмин итә ҡалһа, мөнәсәбәттәрҙең ныҡ ҡына боҙолоу ихтималлығы хаҡында иҫкәртә. Һәм, ысынлап та, The Wall Street Journal баҫмаһы хәбәр итеүенсә, Трамп алыҫ радиусҡа һөжүм итеүсе ракеталар менән Рәсәй энергетика объекттарын утҡа тотоу өсөн Киевҡа разведҡа мәғлүмәттәрен тапшырыу хаҡында Пентагонға рөхсәт биреүсе указға ҡул ҡуйған, тип яҙа был баҫма. Ә шулай ҙа 5 сентябрҙә Дональд Трамп Рәсәй лидеры Владимир Путиндың стратегик һөжүм итеү ҡоралланыуҙарын киләһе йылдың 5 февраленә тиклем сикләү буйынса тәҡдимен хупланы һәм быны яҡшы фекер тип әйтте.
Рәсәй Президенты форумдағы сығышында Һиндостанды яҡлауын белдерҙе һәм уның премьер-министрына рәхмәт әйтте. Был иһә Һиндостандың Вашингтон баҫымына бирелмәйенсә, Рәсәй нефтен һатып алыуҙы дауам итеүе менән бәйле. Бынан һуң АҠШ президенты һинд тауарҙарына 50 процент пошлина индерҙе, ләкин уның импортҡа тарифтары АҠШ-та сит ил тауарҙарына хаҡтарҙың күтәрелә башлауына сәбәп булды, тип хәбәр итә Financial Times гәзите.
Германияның элекке канцлеры Ангела Меркель Венгрияның Partizan баҫмаһына әңгәмәһендә Украинала МХО башланыуы хаҡында үҙ фекерен белдереп, Польша менән Балтик буйы илдәре Латвия, Литва һәм Эстонияны 2021 йылда Украина көрсөгөн көйләү буйынса Евросоюз менән Рәсәй диалогына ҡаршы сығыуҙа ғәйепләне.
Швейцарияның иң ҙур һәм абруйлы Халыҡ партияһы вәкиле - депутат Жан-Люк Аддор "Известия" гәзитенә әңгәмәһендә Рәсәйҙең тотҡарландырырылған активтарын конфискациялау Швейцария закондарына ҡаршы килә, тип белдерҙе һәм Рәсәйгә ҡаршы санкцияларҙың Швейцария экспортерҙарына, шулай уҡ илде энергетика менән тәьмин итеүгә ныҡ ҡамасаулауы һәм ошо юҫыҡта Рәсәйгә коллегаларының эш сәфәрен ойошторорға ниәтләүе хаҡында һөйләне. Финляндияның Iltalthti гәзите Чехиялағы парламент һайлауҙарында "Ризаһыҙ граждандар акцияһы" (ANO) хәрәкәте башлығы Андрей Бабиштың еңеүе Украина файҙаһына булмаясаҡ, тип яҙҙы. Чехия халҡы Киевҡа ярҙам итеп арыны, Украинаға бик күп аҡса сарыф ителә, тиелә әңгәмәлә.
Хәбәр ителеүенсә, Америка президентын Палестина мәсьәләһе лә борсой. Мәғлүм булыуынса, Яҡын Көнсығыш, ниһайәт, Газа секторында ҡасан тыныслыҡ урынлашыр көндө зарығып көтә. Палестинаның сәйәси-дини хәрәкәте һәм сәйәси партияһы ХАМАС Израилгә иҫән һәм һәләк булған тотҡондарҙы ҡайтарыу тураһында һөйләшеүҙәргә әҙерлеген, шулай уҡ Газа менән идара итеүҙе бойондороҡһоҙ һәм сәйәсәткә ҡыҫылмаусы Палестина комитетына тапшырыу ихтималлығы хаҡында белдергәйне. Ошо юҫыҡта Израиль премьер-министры Биньямин Нетаньяхуның ХАМАС менән килешеүгә ышаныс белдермәүе Трампта ныҡ ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы һәм ул премьерҙы: "Белмәйем, ни өсөн һин һәр ваҡыт шулай шайтандарса тиҫкәреһең?"- тип ҡаты ғына тәнҡитләп алырға мәжбүр булды. Улай ғына ла түгел, АҠШ лидеры Израиль премьерын еңелеүен танырға саҡырҙы. Был Трамптың Палестина-Израиль конфликтын хәл итеүҙә ныҡышмаллығын күрһәтә, тип яҙа Axios баҫмаһы.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 10 - 16 октябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|