«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛҒА, БЕЛЕМ ИЛЕНӘ!
+  - 


Гәзитебеҙҙең иң мәртәбәле уҡыусылары һәм тоғро дуҫтары улар, Өфөләге һәм республика ҡалаларындағы башҡорт гимназия һәм лицейҙары коллективтары. Уларҙың етәкселәренә: "Яңы уҡыу йылын ниндәй кәйеф, ниндәй пландар менән башлап ебәрҙегеҙ?"- тигән һорау биреүҙе дауам итәбеҙ.

Гөлшат ӘХМӘТОВА, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө Башҡорт лицей-интернаты директоры:
Белеүегеҙсә, беҙҙә тик малайҙар ғына уҡый. Лицейҙың көслө педагогтары уларҙы физик һәм рухи йәһәттән үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Дөйөм эшебеҙҙең һөҙөмтәһе - ул егеттәрҙең ҡала, республика һәм ил кимәлендә уҙғарылған конкурс, олимпиада, ярыштарҙа ҡатнашып, юғары урындар яулауы. Шулай былтырғы уҡыу йылында ҡала кимәлендә уҙғарылған социаль-иҡтисади ярышта ҡала мәктәптәре араһында беренсе урын алдыҡ. Еңеүебеҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте тарафынан 500 мең һумлыҡ сертифакат менән билдәләнде.
Сығарылыш уҡыусыларының БДИ-лағы күрһәткестере үҙе үк белем усағының һөҙөмтәлелеген күрһәтә. Быйылғы сығарылыш араһында ике уҡыусыбыҙ БДИ-ла 100 балл йыйҙы. Улар - физиканан Артур Хәйретдинов һәм химия фәненән Динис Ғиззәтуллин. Шулай уҡ Динис химия буйынса Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында һәм Халыҡ-ара олимпиадала призлы урын яуланы. Егеттәрҙең ҙур күрһәткестәргә өлгәшеүен күтәрмәләп, ҡала хакимиәте физика һәм химия кабинеттарын йыһазландырыу өсөн 100-шәр мең һум күләмдә аҡса бүлде.
Шулай уҡ уҡыусылар йыл дауамында юғары уҡыу йорттары уҙғарған олимпиадаларҙа ла ҙур теләк менән ҡатнаша. Быйыл лицейҙы тамамлаған 41 егеттең 12-һе һынауҙар бирмәй генә, олимпиада һөҙөмтәләре буйынса, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инде. Бындай уңыштар йылдар дауамында алып барылған эшмәкәрлек һөҙөмтәһе ул. Шулай уҡ сығарылыш уҡыусыларының 20-һе лицейҙы беренсе һәм икенсе дәрәжәле миҙалдар менән тамамланы, 40 уҡыусыбыҙ юғары, береһе профессиональ уҡыу йортонда белем ала бөгөнгө көндә. Уларҙың күбеһе техник, информатика, медицина, инженер йүнәлешен һайланы. Иң ҡыуаныслыһы, уларҙың күбеһе республика уҡыу йорттарына уҡырға инде, тимәк, оҙаҡламай дипломлы белгестәр булып, Башҡортостаныбыҙҙа төпләнеп, ғаиләле булып төбәктең үҫешенә үҙ көстәрен, белемдәрен һалып йәшәрҙәр, тип өмөтләнәм. "Алтын сығарылыш" тип атайбыҙ беҙ быйылғы сығарылыш егеттәрен.
Рәсәйҙә "Сириус" белем биреү мәғариф үҙәге тарафынан ойошторолған олимпиадаларҙа еңеп, Сочи ҡалаһында бөтә илдән йыйылған һәләтле балалар араһында беҙҙең лицейҙан да 14 уҡыусы булыуын күреү һөйөнөслө. Шулай уҡ уҡыуҙа, спорт һәм башҡа йүнәлештәрҙә ҙур уңыштарға өлгәшкән өс бала "Артек" балалар лагерында ял итте. Былтырғы уҡыу йылының лицейыбыҙ өсөн тағы ла ҙур күрһәткесе - Башҡортостан кимәлендә этно-мәҙәни ҡала мәктәптәре исемлегенең топ-бишәүһенә инеүе. Шулай уҡ былтырғы уҡыу йылында лицейҙың Рәсәй мәғариф системаһында эшләүенә 30 йыл тулды. Был матур дата айҡанлы Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе бинаһында уҙған сара коллективтың, хаҡлы ялда булған уҡытыусы һәм тәрбиәселәрҙең, төрлө йылдағы сығарылыш уҡыусыларының, бөгөнгө көндә лицейҙа белем алыусыларҙың рухи берҙәмлеге байрамы булды.
Лицейыбыҙҙа йыл һайын "Аҡ тирмә" балалар асыҡ ижади фестивале үтә. 11-се тапҡыр уҙған фестиваль Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән балаларҙы алты йүнәлеш буйынса йыйып, бер майҙансыҡта туплап уларға ижади яҡтан асылырға ярҙам иткән проект. Башҡорт оҙон һәм ҡыҫҡа көй, башҡорт бейеүе, билдәләнгән темаларға видеосюжеттар әҙерләү һәм башҡа күп төрлө йүнәлештәрҙе берләштерә фестиваль. Сараның төп үҙенсәлеге - башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына иғтибар. Фестивалдә төрлө милләт балалары ҡатнаша, ләкин бөтә сығыштар ҙа тик башҡорт телендә генә була. Башҡорт лицей-интернаты булараҡ беҙ был фестивалде үткәреүҙе рухи бурысыбыҙ тип күрәбеҙ һәм уның милләтебеҙгә, телебеҙгә хөрмәт уятыуҙың бер сығанағы тип иҫәпләйбеҙ. Беҙҙең проектҡа килеп, ҡатнашып, еңеү тәмен тойған балалар артабан тағы ла ҙурыраҡ конкурстарҙа ҡатнашыр, үҙен күрһәтер, тип уйлап башлаған был фестивалдең нығыныуын, йылдан-йыл күберәк ҡатнашыусылар йыйыуын күреү, әлбиттә, ҡыуаныслы.
Ғөмүмән, лицейҙы тамамлап сығып киткән элекке уҡыусыларыбыҙ ҙа онотмай беҙҙе. Мәҫәлән, улар йыл әйләнәһенә үткәрелеп килгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша, йәй көнө профилле лагерға йөрөгән балаларға белем бирә. Быны беҙ "интеллектуаль бағыусылыҡ", тип атайбыҙ һәм уларға рәхмәтлебеҙ. Быйылғы уҡыу йылында ла коллективыбыҙ алдында әһәмиәтле бурыстар ҡуйғанбыҙ. Балаларға яҡшы белем биреү менән бер рәттән, уларҙың гражданлыҡ позицияһын нығытыу, ҡыҙыҡһыныуҙарын күреү һәм күтәрмәләү, тейешле шарттар булдырыу - тәүбурыстарыбыҙ булып тора. Улар беҙҙең киләсәк, бөгөн уларға ниндәй тәрбиә һәм белем бирәбеҙ, уның һөҙөмтәһен киләсәктә күрәсәкбеҙ.

Ләлә ШӘРИПОВА, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты директоры: Быйыл беҙҙең гимназия-интернаттың Ишембайҙың белем усағы булараҡ асылыуына 90 йыл. Уның тарихы алыҫ 30-сы йылдарға барып тоташа. Ишембай нефть ятҡылығы асылғас, илебеҙҙең төрлө төбәктәренән нефть промыслаһында эшләргә ағылыусы эшселәрҙең балалары өсөн мәктәп асыу зарурлығы менән бәйле була ул. 1932 йылдың июль айында башланғыс мәктәп булараҡ асылған белем усағы, бик күп үҙгәрештәр кисереп, 1992 йылдан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт республика гимназия-интернаты исемен йөрөтә башлай. 2012 йылдан беҙ муниципаль бюджет учреждениеһы. Нисек кенә аталып йөрөтөлһәк тә, гимназияның 90 йыллыҡ тарихы бар. Әлеге көндә ошо оло юбилейҙы ҡаршы алырға әҙерләнәбеҙ: тарихыбыҙҙы барлайбыҙ, юбилей сараларын үткәреү өсөн төрлө кимәлдә һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Төп сара 28 ноябргә тәғәйенләнгән, интернат-мәктәпте тамамлап, илебеҙҙең төрлө тарафтарында эшләп йөрөгән элекке уҡыусыларыбыҙҙы үҙебеҙҙә көтөп ҡалабыҙ.
Беҙҙең гимназия-интернат - районда абруйлы мәғариф учреждениеларының береһе. Йылдың-йылы сығарылыш класс уҡыусыларының уҡыу йорттарына инеү күрһәткесе юғары кимәлдә. Быйыл да һынатманыҡ: юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр 92 процент тәшкил итте, өс кенә уҡыусыбыҙ (8 процент) уҡыуҙарын колледждарҙа дауам итә. Мәктәпте миҙалға тамамлаусыларҙың һаны былтырғы уҡыу йылының күрһәткестәре буйынса бермә-бер артты. Һуңғы биш-алты йылда медалистарыбыҙ алтышарҙан артмай ине, былтыр ете уҡыусыбыҙ - алтын, дүрт уҡыусыбыҙ көмөш миҙалға тамамлап һөйөндөрҙө.
Олимпиада хәрәкәте буйынса һөҙөмтәләребеҙ ҡыуандыра. Бигерәк тә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Төбәк-ара олимпиадала йыл да укыусыларыбыҙ уңышлы сығыш яһай. Былтырғы олимпиадала 9-сы класс уҡыусыһы Яҙгөл Хәйруллина олимпиаданың еңеүсеһе булды. Яҙгөлөбөҙ - "Урал батыр" эпосын тулыһынса ятлап, эпос буйынса ойошторолған йәш сәсәндәр бәйгеһендә Гран-при яулап та республикала билдәлелек яулағайны инде. Ошо уҡ бәйгелә Лотфуллин Искәндәр атлы уҡыусыбыҙ, башланғыс класс уҡыусыһы ғына булыуға ҡарамаҫтан, ике йыл рәттән I урын яулап ҡайтты. Ике йыл рәттән уҡыусыларыбыҙ туған телдәр буйынса Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһы тип исемләнгән Федераль кимәлдә үткәрелгән олимпиаданың призерҙары булды. Был да ҙур ҡаҙаныш. Былтырғы уҡыу йылының тағы ла бер уникаль һөҙөмтәһе менән бүлешке килә: Ғөбәйҙуллин Илнур исемле егетебеҙ бер түгел ике баҫманың - "Йәншишмә" гәзите менән "Аманат" журналының йәш хәбәрсеһе булып танылды. Бер йылда ҡулыңа ике баҫманан "Йәш хәбәрсе" танытмаһы алыу, ысынлап та, республика кимәлендә булғаны юҡтыр.
Гимназияла байтаҡ йылдар "Алтынай" бейеү ансамбле эшләп килә. Ансамбль республика кимәлендә күптән танылыу яулаған инде. Быйылғы йәй улар "Байыҡ" телевизион бәйгеһендә Гран-при яулап ҡайттылар. Заман талаптары уҡыусыларҙың дәрестән тыш эшмәкәрлеген ойоштороу өсөн асылған штаттарҙы ҡыҫҡартыуҙы талап итһә лә, бейеү ансамблен һәм спорт йүнәлешендә шулай уҡ йыл да ҙур уңыштарға өлгәшкән тренерҙар штатын һаҡлап ҡала киләбеҙ. Беҙҙә шулай уҡ "Аҡтайлаҡ" мәргәндәр клубы эшләп килә. Клуб етәксеһе Зөһрә Сәфәрғолова уҡсылары менән ҡайҙарҙа ғына булманы инде, уларҙың уңыштарын һанап бөтөрлөк түгел.
Махсус хәрби операция гимназия-интернат тарихына ла үҙ биттәрен яҙҙы. Былтыр дүрт батырыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү өсөн Герой партаһы асҡайныҡ, яңыраҡ ҡына тағы бер егетебеҙ тураһында ҡайғылы хәбәр алдыҡ. Ил тыныслығын һаҡлаған яугирҙарыбыҙға ата-әсәләр ярҙамы менән гуманитар ярҙам ебәреүҙе лә даими ойоштороп торабыҙ, уҡыусылар окоп шәмдәре эшләй, сеткалар үрә. Быйыл да был эш дауам итәсәк. Бына ошондай ғәмәлдәр, бурыстар менән йәшәйбеҙ.


"Киске Өфө" гәзите, №40, 10 - 16 октябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.10.25 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 1 октябрҙән 11-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2026 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 905 һум 04 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru