«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨС ЙЫЛҒА САТЫНДАҒЫ ҠАЛА, ЙӘКИ НИСӘ ЙӘШ ҺИҢӘ, ӨФӨ?
+  - 

(Салауат Хәмиҙуллиндың видеофильмы буйынса)

Салауат Хәмиҙуллин:
Б.э. V-VIII быуаттарына ҡараған турбаҫлы мәҙәниәтенең атамаһы Башҡортостандың Благовещен районында урынлашҡан Яңы Турбаҫлы ауылы янында боронғо тораҡ һәм ҡурған ҡәберлеге булған ҡомартҡыһы менән бәйле. Ул уҙған быуаттың 60-сы йылдарында археолог Нияз Мәжитов тарафынан өйрәнелә.
Был ерҙәргә яугир күскенселәрҙең килеүе яңы политогенезға ерлек бирә һәм иерархик структураларҙы, ябайыраҡ әйткәндә, дәүләтселекте барлыҡҡа килтерә. Ә был, үҙ сиратында, төбәк менән идара итеү маҡсатында сәйәси һәм административ үҙәк булдырыу ихтыяжын тыуҙыра.
Был маҡсатта тәбиғи яҡтан яҡшы ҡурсаланған урын - Өфө ярымутрауының көньяҡ ҡырыйы һайлана, сөнки ул тирә-яҡтан өҫкәрәк ҡалҡып тора, Өфө һәм Дим йылғалары тамаҡтарын контролдә тотоу мөмкинлеген бирә. Өфө йылғаһы буйлап Себер тарафтарынан килгән юлдар, Ҡара диңгеҙ яҡтарынан Дим, көньяҡтан - Ағиҙел йылғалары ағымы буйлап һалынған юлдар тап ошонда тоташа.

Фларит Сөнғәтов, тарих фәндәре кандидаты, археолог: Һис шикһеҙ, Өфө ярымутрауындағы ҡалаға турбаҫлы ҡәбиләләре вәкилдәре нигеҙ һалған, сөнки ошо осорҙа улар берҙәм, хәрби яҡтан ойошҡан йәмғиәтте хасил итә. Ошо көслө ҡәүем урындағы халыҡты үҙенә буйһондора алған.
Тикшеренеүселәр иҫәпләүенсә, Зәки Вәлиди, Яңы түшәлгән урам, Пушкин һәм Салауат Юлаев проспекты арауығындағы майҙанда урынлашҡан Өфө-II ҡаласығы ҡәлғә рәүешендә төҙөлгән, унда фортификация ҡоролмалары, хужалыҡ һәм кешеләр өсөн төҙөлгән биналар, хатта таҡта тротуарҙар була. Нығытмаларҙан ситтә, хәҙерге Зәки Вәлиди урамынан Туҡай урамына һәм хәҙер Салауат Юлаев баҡсаһы урынлашҡан Случевская тауына тиклем асыҡ тораҡ та була, уны хәҙер Өфө-III ҡаласығы тип атайҙар. Уны 1969 йылда өлөшләтә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе археолог булған Мәхмүҙә Садыҡова тикшергән.
Ҡаласыҡ үҙе ҡала цитаделе була, төрлө яҡтан уға йәнәш асыҡ тораҡтар төҙөлә, уларҙы ҡала посады, тип атап була. Археологик яҡтан Өфө-II ҡаласығы, нисек итеп булһа ла, ярайһы уҡ яҡшы тикшерелгән, әммә посад биләмәләрендә тикшеренеү эштәре башҡарылмаған. Өфө-II цитаделе - Көньяҡ Уралдың ғына түгел, Көнсығыш Европаның уникаль археологик ҡомартҡыһы. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ тикшергән ошо объект әлеге көндә бик насар хәлдә, ундағы күп нәмәләр емерелә, эшлектән сыға бара.

Салауат Хәмиҙуллин: Өфө ярымутрауы буйлап һыу юлынан барғанда ғәжәп күренеште күҙәтәһең: тәбиғәттең ниндәйҙер бер үҙенсәлекле еңмешлегенәнме, әллә инде аҡылынанмы, уның ҡөҙрәтенә торорлоҡ ошондай бөйөк һәм хикмәтле һәйкәл хасил булған. Өфө үҙе бер тәбиғи ҡәлғәгә тиң, уның менеп етеп булмаҫлыҡ ҡалҡыу ярҙарын йылғаларҙың шәп ағымы йыуа. Юҡҡамы ни ул ҡалмыҡтарҙың һәм Себер ханы Күсем улдарының һөжүмдәренә ҡаршы тора алған, ихтилалға күтәрелгән башҡорттарҙың һәм, ахырҙа, Емельян Пугачев ғәскәрҙәренең ҡамауын имен-аман кире ҡағып торған. Шик юҡ, боронғо замандарҙа ла төрлө баҫҡынсыларҙың Өфөгә ҡаттан-ҡат һөжүм итеп тороуын инҡар итеп булмай. Улай булмаһа, "Өфө-I" һәм "Өфө-II" ҡаласыҡтарында фортификация ҡоролмалары ни өсөн төҙөлгән һуң? Турбаҫлылар бында баҫҡынсы булып килә, әммә тиҙҙән үҙҙәре күскенселәрҙең яңы төркөмдәренән һаҡланырға мәжбүр була. Шулай булһа ла, ҡала сәскә атҡан, Өфө ҡәберлектәренән табылған бай материалдар ошо хаҡта һөйләй.

Светлана Воробьева: 1936 йылда медицина институты территорияһында бик бай ҡәберлек асыла. Унда Византияла яһалған 700-ле пробала алтын кольт табыла, ул сикәгә биҙәүес итеп тағып йөрөтөлгән. Кольт менән бергә ҙур булмаған сәс тотамы ла һаҡланып ҡалған, ул ерән сәсле ҡыҙҙыҡы була. Ғалимдар раҫлауынса, Византия батшалары бындай ҡиммәтле әйберҙәрҙе сит илдәрҙән килгән илселектәргә бүләк итеп биргән.

Салауат Хәмиҙуллин: Бындай эксклюзив изделиеның, моғайын, урындағы хакимдың ҡатыныныҡы, йә иһә ҡыҙыныҡы ғына булыуы мөмкин. Башҡа һирәк осрай торған табылдыҡтар араһында Византия империяһы хакимдаштарының һүрәттәре төшөрөлгән медальон, арҙаҡлы яугирҙың көмөштән ҡойолған геральдик бил әйберҙәре йыйылмаһы, алтын биҙәүестәр бар.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 37-38-се һандарҙа).

"Киске Өфө" гәзите, №40, 10 - 16 октябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.10.25 | Ҡаралған: 23

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 1 октябрҙән 11-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2026 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 905 һум 04 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru