
1944 йылдың 25 мартында РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы Башҡортостан Өлкә Комитеты бюроһының башҡорт балалары өсөн интернат асыу тураһындағы ҡарарын раҫлай. Өфөнөң 9-сы урта мәктәбе эргәһендә эшләй башлаған уҡыу йорто шул уҡ йылдың 1 сентябрендә тәүге 47 уҡыусыһын ҡабул итә. Мәктәптең уҡыу корпусы Зенцов урамындағы 49-сы йортта булһа, ятаҡ Лесопильная урамы, 34-се йорт адресы буйынса 5-се китапхана бинаһында урынлаша. Шулай итеп, ун ике меңдән ашыу сығарылыш уҡыусыһы өсөн икенсе йорт булған легендар уҡыу йортоноң, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының, тарихы башлана.
Бөгөн беҙҙең редакцияла ҡунаҡта республикала билдәле шәхестәр, 1971-1975 йылдарҙа гимназия-интернатта белем алған драматург, журналист, тәржемәсе, сценарист, яҙыусы Сәрүәр Рәшит ҡыҙы СУРИНА, театр һәм кино актеры, режиссер Әлмира Шәриф ҡыҙы ҠЫУАТОВА һәм 1985-1987 йылдарҙа уҡыған "Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире Артур Хәсән улы ДӘҮЛӘТБӘКОВ.
Һеҙ республикала билдәле шәхестәр, ә шулай ҙа гәзит уҡыусыларға бер аҙ үҙегеҙ, тыуған төбәгегеҙ, атай-әсәйегеҙ, һеҙҙе таныулы, данлы иткән ғәмәлдәрегеҙ тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине...
Сәрүәр Рәшит ҡыҙы: 1957 йылда Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылында тыуғанмын. Етеболаҡ мәсетендә ике ауылға имам-хатиб булып торған Ғәйнетдин хәҙрәт Ибраһимовтың бүләсәре булам. Атайым Рәшит Мәзитов әле лә, 94 йәшендә, ауыл мәсетенең имамы.
Мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡыным. Хеҙмәт юлым баштан аҙағына тиклем БСТ-ла - республика телевидениеһында үтте. Ҡырҡ йыл! Студент саҡтан уҡ эшләй башлағайным, диплом алғас, редактор итеп саҡырҙылар. Интернет киңлектәрендә мин әҙерләгән меңгә яҡын төрлө документаль фильмдар, репортаждар йөрөй. Төп эшемдән айырылмайынса, "Аҡбуҙат" журналында, Башҡорт дәүләт академия драма театрында, "Китап" нәшриәтендә, "Киске Өфө" гәзитендә лә эшләнем. Тиҫтәгә яҡын китабым донъя күрҙе. Драматург, балалар яҙыусыһы, сценарист булараҡ яҙышам. 2004 йылда Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йылға ҡарата яҙылған "Салауат йыйыны" өсөн сценарий - иң күләмлеһе һәм әһәмиәтлеһе булғандыр. Был байрамда синыфташым Әлмира Ҡыуатова менән "йыйын" төшөнсәһен һәм мәғәнәһен халыҡҡа ҡайтарҙыҡ.
Артур Хәсән улы: Ейәнсура районы Үтәғол ауылында 1971 йылда тыуғанмын. Уҡырға Ибрай мәктәбенә барҙым, артабан ғаиләбеҙ Иҙәш ауылына күсте. Атайым мәктәп директоры ине, ул заманда партия етәкселәрҙе шулай урындан урынға күсереп йөрөттө бит.
Юғары белемде Башҡорт дәүләт университетында алдым. Авиация институтына ингәйнем тәүҙә, оҡшатманым, күңелемә ятманы. Электрик һөнәре алып, моторҙар эшләү заводында хеҙмәт юлымды башланым да икенсе йылына БДУ-ға уҡырға барҙым. Хеҙмәт юлын "Йәшлек" гәзитендә башланым. Туғыҙ йыл эшләгәндән һуң, "Аманат"ҡа мөхәррир итеп ҡуйҙылар. Унда дүрт йыл эшләп алдым, ә "Йәшлек"те 2006 йылдан етәкләйем.
Әлмира Шәриф ҡыҙы: 1957 йылда Ейәнсура районының Этҡол ауылында тыуғанмын. Дворян Ҡыуатовтар нәҫеленәнмен. Ата-әсәһе репрессияға эләгеп, атайым сабый саҡта етем ҡала. Ғүмер буйы малсылыҡта эшләне, мин дә уға һыбай йөрөп көтөү көтөшә инем. Һуғыштың бөтә ауырлыҡтарын күрһә лә, башынан үткәндәрен бер ваҡытта ла һөйләмәне.
Интернаттан һуң Өфө дәүләт сәнғәт институтында профессор Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы класында уҡыным. Ул туғыҙ кешене генә һайлап алды. Конкурс ҙур булды - бер урынға егерме ике абитуриент дәғүә иткәйне. Мәктәптә уҡығанда Сәрүәрҙең "Ғәрәп" тигән пьесаһын сәхнәләштергәйнек, тәүге сәхнә тәжрибәм булғас, миңә һынау тотоуы еңелерәк булғандыр, тим. Эште Салауат башҡорт драма театрында актриса булып башланым. Артабан ижад юлым "Сулпан" Сибай балалар театрында дауам итте. Сибай филармонияһын ойоштороусыларҙың береһе һәм уның тәүге художество етәксеһе булыу бәхете тейҙе. 1994 - 2001 йылдарҙа эшләү дәүерендә көслө коллектив тупланды, утыҙға яҡын программа ижад иттем. Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнаштыҡ, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Пермь, Ҡаҙан, Ҡурған, Белгород ҡалалары сәхнәләренә сыҡтыҡ, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Франция, Греция илдәрендә сығыш яһап, башҡорт сәнғәтен таныттыҡ.
Өфөгә, 1-се интернат-мәктәпкә, уҡыуға килеүегеҙ тарихы менән дә таныштыраһығыҙ инде...
Сәрүәр Рәшит ҡыҙы: Ауылда һигеҙ йыллыҡ ҡына мәктәп булғас, атай-әсәйемде мине Өфөгә интернат-мәктәпкә ебәрергә күндерҙем. Күрше Мәҡсүт ауылына алама юлдан йөрөп уҡыу, мәктәп янындағы иҫке интернатта ыҙалап йәшәү ҡыйын булыр ине.
Ул осорҙа ауылыбыҙҙан арыуыҡ бала 1-се интернат-мәктәптә белем алды, мин дә уларға ҡушылып киттем.
Артур Хәсән улы: Иҙәштә мәктәп һигеҙ йыллыҡ ҡына булғас, ситкә китергә тура килде шул миңә лә. Сибайға педагогия училищеһына барырға хыялланып йөрөнөм дә Өфөләге әлеге интернат-мәктәпте һайланым. Бәлки, атайым шулай кәңәш иткәндер, хәҙер онотолған инде. Имтихан менән ҡабул иттеләр. Ул саҡта кешенең күплеге аптыратты - интернат алды һабантуй майҙанын хәтерләтә ине. Сәхнәләрҙә генә күргән Азат Айытҡолов та улын алып килгәйне.
Әлмира Шәриф ҡыҙы: Ауыл мәктәбендә алтынсы класты бөткәс, интернатҡа барам, тип, үҙем теләк белдерҙем. Ул ваҡытта беҙҙең ауыл балалары күпләп унда уҡый башлағайны. Улар каникулға ҡайтҡанда "городской" булып, үҙҙәрен әллә кемгә ҡуйып йөрөй торғайны. Ул заманда хәҙерге шикелле ярты ауыл Стәрлетамаҡта, икенсе яртыһы Өфөлә түгел, ултыраҡ булды халыҡ. Кешенең ситтә йөрөп ҡайтыуы оло ваҡиға ине. Шуға, бәлки, күҙ ҡыҙып киткәндер инде. Өфөгә барып, имтихандар бирҙек. Саҡырыу ҡағыҙы килде. Уҡырға китәм, тип әҙерләнеп йөрөгән булам, тик әсәйем "Юҡ, бармайһың, кем иҙән йыуа, кем мал ҡараша?" - тине лә ҡаршы төштө. Кинйә баламын, ағай-апайҙарым ситтә. Улар ҙа өгөтләп ҡарай әсәйҙе. Шунда атайым: "Уҡырға бара Әлмүш", - тип киҫеп үҙ һүҙен әйтте. Ул мине, Әлмүш, ти торғайны. Әсәйем башҡа ҡарышманы. Бына нисек булған элек ир һүҙе, атай абруйы.
Абруйлы, даны киң таралған мәктәп-интернатта, баш ҡалабыҙ Өфөнөң үҙендә уҡыу һеҙгә нимә бирҙе?
Сәрүәр Рәшит ҡыҙы: Дөрөҫөн әйткәндә, Өфө ул заманда башҡортто кәртә артынан да индермәгән ҡала ине. Беҙҙең, ауыл балаларының, шундай ҡырыҫ ҡалаға килеп, белем алып, ниндәйҙер үрҙәр яулауы, әлбиттә, маҡтауға ла лайыҡтыр ул, тип уйлайым хәҙер.
Интернат минең үҙем өсөн иң элек бөтә республиканы үтә күреү майҙансығы булыуы менән әһәмиәтле. Синыфташтарымдың ҡайһыһы ҡайһы яҡтан килеүенә ҡарап, һәр төбәк кешеләренең менталитетын айырырға өйрәндем. Хәҙер хаталанмайынса, кемдең ҡайҙан икәнен тәүге осрашыуҙа уҡ әйтә алам. Күп дуҫтар таптым. Беҙҙе иң элек шәхес, буласаҡ милли кадр итеп тәрбиәләнеләр, тормош һуҡмағынан үткәндә Аллаһ Тәғәлә биргән һәләттәрҙе юғалтмағыҙ, атай-әсәйегеҙ йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәгеҙ, интернаттың данын сығармағыҙ, тип тәрбиәләнеләр, ғүмерлек һабаҡ бирҙеләр.
Әлмира Шәриф ҡыҙы: Беҙҙе бик йыш опера һәм балет театрына йөрөттөләр. "Салауат Юлаев" операһын өс тапҡыр ҡарағанмындыр. Мәғәфүр Хисмәтуллин: "Ниндәй ҡара йылан саҡты һине, Әминәм..." - тип йырлаһа, тәндәр земберләп китер ине. Кластағы бөтә ҡыҙҙар ҙа моңло, ә минең ундай һәләтем юҡ. Шуға ҡарамай, "Әминә"не йырлап йөрөнөм.
Мәктәпкә бармаҫ борон уҡ артис буласағымды белә инем. Барлы-юҡлы аҡсаларын йыйып алам да, театрға алып китә инем ҡыҙҙарҙы. Музейҙарға йөрөнөк, ҙур-ҙур шәхестәр менән осрашыуҙар ойошторолдо, БДУ-нан килеп, психологик тестар үткәрерҙәр ине.
Баш ҡалала интернат тормошо бай эстәлекле булды. Тағы бер шәп яғы - башҡортса насар белгән балаларға телде өйрәтте. Беҙҙең класта Нефтекаманан татар телле малай булды, русса уҡып, башҡортсаны белмәгәндәр ҙә бар ине. Саф башҡортса һөйләшә башланылар. Аҙаҡтан осрашҡанда уларҙың тел таҙалығына аптырарлыҡ ине. Башҡа телдәрҙән ингән паразит һүҙҙәрҙе бөтөнләй ҡулланмай һөйләшә улар.
Интернат дисциплинаға өйрәтте: тораһың, урыныңды йыяһың, физик күнегеүҙәргә баҫаһың - тотош көн билдәләнгән тәрбип буйынса үтә. Телһөйәрлек, илһөйәрлек бирҙе был интернат-мәктәп. Уҡытыусыларыбыҙ үҙ эштәренә мөкиббән киткән кешеләр ине. Уларҙан беҙ ошо сифаттарҙы алдыҡ, тип уйлайым. Башлағанһың икән, аҙағына тиклем алып барып еткер!
Артур Хәсән улы: Август аҙағында Өфөгә яңғыҙым, үҙем генә, сығып киттем. Таныш бер кешем юҡ. Иҫәнғолда этешә-төртөшә саҡ-саҡ автобусҡа ултырҙым. Өфөгә төнләтеп, ун бер - ун икеләр тирәһендә килеп еттек. Барыр урын юҡ, ҡалала йөрөй ҙә белмәйем. Юлда уҡ интернатҡа барған кешеләр менән танышып алғайным, уларға эйәрҙем. Шулай, баштан уҡ интернат үҙаллылыҡҡа өйрәтте, тип әйтә алам.
Ысынлап та, билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар йыш булды. Гимназиянан сыҡҡандар араһында ла ундайҙар күп бит инде. Шул сараларҙан репортаж яҙа инем. Тик уларҙы бер баҫмаға ла ебәрмәнем. Яҙышыуға, журналистикаға килеүемә табаҡ-табаҡ һағыныу хаттары яҙыуым да булышлыҡ иткәндер. Һәр булған хәлде, көндәлек алып барғандағы шикелле, теркәйем унда.
Ике ай үттеме-юҡмы, интернатты ташлап, ауылға ҡайтып китергә булдым. Атайым өгөтләп ҡалырға күндерҙе. Аҙаҡтан инде һағышҡа бирелеп ултырырға ваҡыт та ҡалманы - төрлө түңәрәктәр, спорт секциялары эшләй, нимә теләйһең, шуның менән шөғөлләнергә мөмкинлек бар. Иҙәштә мин ҡурайҙа уйнарға хыяллана инем, әммә ауылда бер ҡурайсы ла булманы. Ҡырҙан ҡурай йыйып алып ҡайтып, үҙем һыҙғыртырға өйрәндем. Бәхетемә күрә, Әхмәтшәриф Яҡупов атлы яңы уҡытыусы килде мәктәпкә, ул уйнай белә ине. Миңә бер-ике көй өйрәтте. Гимназияла ҡурай ансамбленә йөрөп, оҫтарып алдым. Ҡурай түңәрәген Юлай Ғәйнетдинов алып барҙы.
Баш бала булараҡ, шулай Өфөгә юл ярғайным, артымдан тағы дүрт туғаным интернатта уҡыны. Әлеге ваҡытта һеңлем Альбина Кайбышева гимназия-интернатта башҡорт теленән уҡыта. Минең ҡәйнәм, уның ҡыҙы - ҡатыным да унда уҡығандар. Үҙебеҙҙең ҡыҙыбыҙға ла ул бәхет тейҙе. Бына шундай үҙенсәлекле династия барлыҡҡа килде был интернат-мәктәптә.
Мәктәп йылдары хәтирәләренә ҡағылғанда, иң элек нимә иҫегеҙгә төшә, ниндәй ваҡиға күңелегеҙгә бигерәк тә ныҡ уйылған?
Сәрүәр Рәшит ҡыҙы: Физика уҡытыусыһы, интернатта завуч вазифаһын алып барған Мөхәмәт ағайҙың ҡапыл үлеп китеүе ныҡ иҫтә ҡалған. Ул беҙҙең класта дәрес алып барманы, шуға уны ситтән генә белә инек. Хушлашырға табутын тышҡа, мәктәп алдына, ҡуйҙылар. Бөтәһе лә тәгәрәп ятып илай. Үлгән кешене тәүгә күреүем. Табутта һылыу, йәп-йәш кеше ята. Әллә нисә тапҡыр барып ҡараным. Матур ағай нишләп үлеп ҡуйҙы икән, тип аптырандым. Ҡапыл йөрәге тотҡан икән. Һуңынан белеүемсә, Мөхәмәт Ғәтиәт улы Мозафаров бик ҙур башҡорт патриоты булған, мәктәп өсөн дә, халҡыбыҙ өсөн дә байтаҡ эштәр башҡарған. Интернатта ниндәйҙер яҡшы үҙгәреш күрһәм, Мәхәмәт ағай ҡалай ҡыуаныр ине, тип уйлай торғайным аҙаҡ.
Әлмира Шәриф ҡыҙы: Мине, ауыл кешеһен, колхозсы балаһын шаҡ ҡатырғаны шул булды: өс ҡатлы ҙур мәктәп, линейкаға сығып баҫҡан бихисап уҡыусы, торба уйнатып, барабан һуғып, байраҡ сығаралар - бөтәһе лә иҫ киткес матур. Йылдар үткәс, саралар ойошторғанда, Ҡыуатоваға массовость кәрәк инде ул, ти торғайнылар. Моғайын, ошо тәьҫорат эшемдә сағылғандыр ҙа инде.
Тыуған йортто, атай-әсәйҙе, туғандарҙы, ҡайындарҙы, тауҙарҙы, йондоҙло төндәрҙе өҙөлөп һағыныу мәлдәре онотолмай. Хатта, "Тыуҙырғас, мине нимә тинең, әсәй? Китһен, тинеңме ситкә, Янһын, тинеңме утта..." тип шиғыр ҙа сығарҙым. Бүлмәлә егерме ҡыҙ йәшәйбеҙ. Йоҡларға ятҡас, ипләп кенә беребеҙ һыҡтай башлаһа, бөтәбеҙ сеңләп иларға тотона инек.
Артур Хәсән улы: Мәктәп йылдарындағы һәр ваҡиға иҫтә. Беҙ, ейәнсуралар, ауылыбыҙға Ырымбур аша ҡайта торғайныҡ. Ырымбур - Ҡыуандыҡ электричкаһы йөрөнө. Каникулға бер көн булһа ла алданыраҡ ысҡыныр өсөн ғариза яҙабыҙ. Сәбәбен уйлап сығарабыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, алдашабыҙ. Көндөң нисек тап килеүенә ҡарап, "Ырымбур - Ҡыуандыҡ электричкаһы календарҙың тик таҡ көнөндә генә йөрөй, йә, киреһенсә, йоп датала, тип яҙабыҙ. Сәрүәр Рәшит ҡыҙы, Әлмира Шәриф ҡыҙы, телгә иғтибар ҙур булды, тиҙәр. Ә беҙҙең заманда, киреһенсә, руссаға баҫым яһанылар. Линейкалар, саралар русса үтте. Балаларҙың үҙ-ара русса аралашырға тырышыуына мин, ауылдан килгән малай, аптырай торғайным.
Мин үҙем дә - интернат балаһы, 1973-1979 йылдарҙа Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡыным. Беҙҙең өсөн тәрбиәселәр, уҡытыусылар икенсе әсәй урынында булды. Миңә ҡалһа, шундай уҡ мөнәсәбәт бөтә интернат-мәктәптәр өсөн хас ине ул ваҡытта...
Сәрүәр Рәшит ҡыҙы: Атай-әсәй урынына уҡ ҡуймаһаҡ та, шәхес булараҡ юғары баһалай инек уларҙы. Уҡытыусыларҙың иң-иңдәре - тренерыбыҙ Рәүеф Ғәзиз улы Кәримов, уны Старик, тип йөрөттөк, легендар шәхес ине. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәрзәнә Фәйез ҡыҙы Абдуллинаны яраттыҡ. Интернатта тәрбиәселәрҙең, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының роле бик юғары булды. Фәрзәнә Фәйез ҡыҙы күпме әҙиптәргә юл асты - Гөлсирә Ғиззәтуллина, Йомабикә Ильясова, улар иҫәбендә мин үҙем дә уның һабаҡтарын алдым. Йәндәре йәннәттә булһын.
Әлмира Шәриф ҡыҙы: Беҙ спорт класында уҡыныҡ. Шуғамылыр, тренеребыҙ яҡыныраҡ булды. Рәүеф ағай, Старик, дәрестәр бөткәс, ашап сығыуыбыҙҙы көтөп торор ине. Тиҙ генә кейемде алыштырабыҙ ҙа тренировкаға йүгерәбеҙ. Дәрестәрҙе әҙерләп бөткәс, киске аштан һуң - тағы күнекмәләр. Башҡалар иртәнсәк етелә тора, ә беҙ бер сәғәткә алда - алтыла. Ҡыҙҙар - Спорт һарайына тиклем, малайҙар Ауыл хужалығы институтына хәтлем йүгереп барып урай. Ярыштарҙа йыш ҡатнаштыҡ. Ғөмүмән, буш ваҡытыбыҙ спорт менән Рәүеф ағай янында үтте. Ә тәрбиәсебеҙ менән аралашыу һирәк тейҙе, уға асылып китә алманыҡ. Шулай ҙа Фәниҙә Мәхмүт ҡыҙы Байрамғоловаға рәхмәтлебеҙ.
Артур Хәсән улы: Тәрбиәселәрҙең дә төрлөһө була инде ул. Дөйөмләштереп әйткәндә, уларҙың эше баһалап бөткөһөҙ. Иҫемдә, эксперимент рәүешендә тәрбиәсеһеҙ класс булдырып ҡарағайнылар, бынан бер ни ҙә килеп сыҡманы. Тәрбиәсе Клара Вәли ҡыҙы Бикбулатова актрисалар шикелле кейенеп йөрөнө, үҙенең юғары мәҙәнилеге менән балаларға өлгө ине. Гөлсирә Фазулла ҡыҙы Юлдыбаеваның класы тәртип, таҙалыҡ буйынса алдынғылыҡты бирмәй торғайны. Мәктәп директоры, аҙаҡ күп йылдар башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытҡан Сажиҙә Хәмәтйәр ҡыҙы Зайлалова тураһында ишетеп кенә беләбеҙ. Ул сығарылыш уҡыусыларын үҙе етәкләп йөрөтөп, Өфө вуздарына ғына түгел, Мәскәү, Ленинград һәм башҡа ҡалаларҙың юғары уҡыу йорттарына индергән.
Һабаҡташтарығыҙ араһынан тағы кемдәр һайлаған һөнәре буйынса шулай күтәрелә алды йә етәксе булып китте? Бала саҡ дуҫлығығыҙ дауам итәме, мәктәбегеҙгә йыш бараһығыҙмы?
Сәрүәр Рәшит ҡыҙы: Үкенескә ҡаршы, ситкә китеүселәр күп булды класыбыҙҙан. Әкрәм Ғәббәсов юрислыҡҡа уҡыны, "Ассы" шифаханаһы етәкселегендә эшләне. Булат Хәбибуллин "НефАЗ" заводының генераль директоры урынбаҫарына тиклем күтәрелде. Рафаил Хәсәнов - Күмертауҙа билдәле инженер-конструктор. Рәфҡәт Шәрипов - Өфө Моторҙар эшләү берекмәһендә инженер. Рәғинә Ишмырҙина - балалар баҡсаһы мөдире, Альмира Азаматова мәктәптә завуч булды. Әмир Сынбулатов йүгереү буйынса Рәсәй чемпионы исемен яуланы. Ул ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышланы, Афған, Чечен һуғыштарын үтте, полковник званиеһына етте. Уны башҡорттар араһынан сыҡҡан күренекле офицерҙар рәтенә индерергә мөмкин. Сер тотоп һөйләп еткермәһә лә, Әмирҙең юғары хәрби белгес булыуын, башҡаларҙы өйрәтеп йөрөгәнен беләбеҙ. Үкенескә ҡаршы, ковидтан мәрхүм булып ҡалды. Мәктәпте тамамлауҙың илле йыллығының икенсе көнөн Күгәрсен районында, уның тыуған Ҡалдар ауылында үткәрҙек, тормош юлына бағышланған экспозиция астыҡ. Ҡаһарман синыфташыбыҙҙың исемен райондың күренекле кешеләре араһына индереү, мәңгеләштереү буйынса эш алып барабыҙ.
Эйе, интернат атай йорто шикелле үҙенә тарта. Ә тартып торған көс, магнит иң элек - Рәүеф Ғәзиз улы Кәримов, Старик тураһындағы иҫтәлектәребеҙ.
Әлмира Шәриф ҡыҙы: Йыл да осрашып торабыҙ, юбилейҙар, башҡа төрлө ваҡиғалар айҡанлы ҡапыл ғына йыйылып та алабыҙ. "Наш спортивный 10 В" тигән чатыбыҙ бар. 28 кеше тамамалағайныҡ мәктәпте, бишәүебеҙ был донъялыҡтан китте инде. Берәүебеҙ Италияла. Уның менән бәйләнештәбеҙ. Башҡалар кеүек, өс йә биш йылға бер түгел, ә йыл да йыйылышыуыбыҙҙың сәбәпсеһе - тренерыбыҙ Рәүеф Ғәзиз улы Кәримов исемендәге призға интернат-гимназияла үткәрелгән көҙгө кросс. Уны Стариктың уҡыусыһы, еңел атлетика буйынса СССР спорт мастеры, Бөтә Союз һәм Бөтә Рәсәй ярыштарында күп тапҡыр еңеүсе Фәйзулла Ғабдулйән улы Абдрафиков ойоштора. Беҙҙе почетлы ҡунаҡ итеп саҡыралар.
Артур Хәсән улы: Һабаҡташтар менән даими осрашып торабыҙ. Класташтарыбыҙ араһында бөтәһе лә тип әйтерлек тормошта үҙ урынын тапҡан. Флүр Саламатов төрлө урындарҙа етәксе булып эшләне. Азамат Кәримов - республика Юғары суды судьяһы, Руслан Рамаҙанов та хоҡуҡ органдарында яуаплы вазифалар биләй. Ғөмүмән, республика буйлап ҡайҙа ғына барһаң да, хатта ситтә лә, төрлө яуаплы урындарҙа үҙебеҙҙекеләрҙе, интернатты тамамлағандарҙы осратырға мөмкин. Беҙҙе бит берҙәмлек рухы тарта бер-беребеҙгә.
Интернат-мәктәптәрҙең йөҙө, статусы башҡасараҡ хәҙер. Шулай ҙа дөйөм шарттар, тиҫтә йылдар элек һалынған белем биреү системаһы, уны ойоштороу алымдары һаҡланған. Тел, милли кадрҙар мәсьәләләре киҫкен торған бөгөнгө көндә Рәми Ғәрипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты өсөн яуаплылыҡ тағы ла арта ғына, минеңсә. Һеҙ ошо фекер менән ризаһығыҙмы?
Сәрүәр Рәшит ҡыҙы: Мәктәпкә нигеҙ һалынған осорҙа тәүге уҡытыусыларҙың береһе Зәйнәп Биишеваның бер туған апаһы Хәлимә Абдулла ҡыҙы Ҡорбанаева-Биишева була. Ул башҡорт балаларын райондарға барып, үҙе йыйып йөрөй. Рухлы, белемле башҡорт зыялылары быуынын тәрбиәләгән абруйлы остаз ул. Шул традиция, йәғни, "Булһаң, алтын бул (башҡорт бул), булмаһаң, йөрөмә бында", тигән ишара һаҡлана тәрбиә процестарында. Башҡорт мәктәбе булғас, белем алыу талаптарынан тыш, милли мөхит йәшәһен ул. Быйыл сығарылыш тантанаһына 20-се Башҡорт ҡала гимназияһына барғайным, сараны бер көсөргәнешһеҙ, шулай тейеш һымаҡ матур итеп башҡортса үткәрҙеләр. Шундай мөхит кәрәк ул һәр башҡорт мәктәбендә.
Әлмира Шәриф ҡыҙы: Тормошом, яҙмышым менән ҡәнәғәтмен. Үҙ урынымды таптым, тип әйтә алам. Һәм, әлбиттә, бының өсөн мин интернатҡа мең-мең рәхмәтлемен. Фәрзәнә Фәйез ҡыҙы, Сәрүәр яҙған пьесаны сәхнәгә ҡуяһың, тигән талабы менән миңә этәргес биргән. Тимәк, режиссер булып китеүемдә уҡытыусымдың, интернаттың роле бик ҙур. Беҙгә тәрбиә бирҙеләр, ҡарар ҡабул итергә, анализ, һығымта эшләргә өйрәттеләр. Пенсияға сыҡҡас, гимназия-интернатҡа йышланым мин. Рәхмәт йөҙөнән бушлай спектакль ҡуйырға ине теләгем. Илнур Рифат улы Сәлихов директор булып килгәс, уртаҡ тел таптыҡ. Күрә йөрөйөм, башҡорт теле уҡытыусылары элекке традицияларҙы тота, телгә һөйөү, рух тәрбиәләй. Барыбер ҙә заманалар башҡа хәҙер. Башҡорт теле уҡытыусыһының дәрәжәһен күтәрергә кәрәк. Мин бер ҙур идея менән янам - беҙгә башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү маҡсатында Халыҡ фонды булдырырға кәрәк. Унан башҡорт теле уҡытыусыларына ла өҫтәп түләп булыр ине. Үҙем пенсиямдан ай һайын мең һум күсереп торорға әҙермен.
Артур Хәсән улы: Элек тел өйрәнеү өсөн мөхит бар ине. Хәҙер бит гаджеттар заманы. Улар баҫып алып бара донъяны, кешене үҙенә буйһондора. Ошо шарттарҙа ҡайҙа ла тел мәсьәләһе бик ауыр тора. Уҡыу программаһы сиктәренән дә сығып булмай. Уҡыусыны Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләү беренсе планға ҡуйыла. Интернатта милли мөхитте юғалтмаҫҡа кәрәк - иң мөһиме шул. Үҫеп килгән быуында телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләргә кәрәк, башҡортса һөйләшеү модаға инһен ине ул.
Интернаттың бөгөнгө быуын уҡыусыларына әйтер һүҙегеҙ, еткерер аманатығыҙ...
Сәрүәр Рәшит ҡыҙы: Интернат ул - ҙур трамплин ғына, артабанғы яҙмышың үҙ ҡулыңда. Әгәр һин биргән нәсихәттәргә тоғро булмаһаң, нисек аҙаҡтан мәктәбең тупһаһына аяҡ баҫырһың, уҡытыусыларың йөҙөнә бағырһың? Был буталсыҡ донъяла, тормош океанында тапсыҡ, бер юнышҡы, йә иһә сүп-сар булып юғалып ҡалмаҫ өсөн, туған телебеҙҙән, туған халҡыбыҙҙан айырылмаһындар ине. Шул саҡта йөҙҙәре һәр ваҡыт яҡты булыр. Ҡайҙа ғына, кем генә булып эшләһәләр ҙә, иң элек халҡым өсөн, туған телемде һаҡлау, үҫтереү өсөн нимә эшләнем әле, тип, үҙ ғәмәлдәренә баһа бирһендәр.
Уҡытыусыларың йөҙөнә нисек бағырһың, тигәндән, тормоштан фәһемле бер миҫал килтерәйем. Башҡорт академия драма театры менән тел яҙмышына арналған вербатим, йәғни документаль спектакль өсөн материаль йыйырға Йылайыр районына барҙыҡ. Ун ике ауылда 15 - 95 йәшлек 208 кеше менән һөйләштек. Уратып, суратып тормай, уларға: "Һин башҡорт телен үҫтереү йәки уны үлтереү өсөн нимә эшләнең? Балаларың башҡорт телендә һөйләшәме (ни өсөн һөйләшмәй)?" - тигән кеүек һорауҙар бирҙек. Шунда ғүмере буйы башҡорт телен уҡытҡан бер апайҙың һөйләгәндәре тетрәндерҙе.
Уны элекке уҡыусылары, мәктәпте тамамлауҙарына 35 йыл айҡанлы, ҡунаҡҡа саҡыра, ҙурлап бүләктәр бирәләр. Апай уларҙан "Кемегеҙҙең балалары башҡортса һөйләшә?" тип һорай. Береһенең дә балалары туған телдә һөйләшмәй икән. "Кемегеҙ "Ағиҙел" журналын алдыра?" тигән һорауы ла тынлыҡта эленеп ҡала. "Кемдең өйөндә башҡорт китаптары бар?" тигәнгә бер-ике генә ҡул күтәрелә. "Минең һеҙҙе уҡытыуымдың, һеҙҙең мине саҡырып ултырыуығыҙҙың хаҡы - баҡыр өс тин. Мин һеҙҙең алдығыҙҙа ғәйеплемен, сөнки һеҙҙә әсә теленә һөйөү тәрбиәләй алмағанмын", - тип илай оло уҡытыусы. Ошондай хәлгә ҡалмаһын ине гимназия-интернат уҡытыусылары ла, уны тамамлаған уҡыусылар ҙа.
Әлмира Шәриф ҡыҙы: Беҙ - коммунизмға өмөт иткән быуын кешеләре. Ул заманда берләштереү, коллективизм көслө ине. Йыл да 7 ноябрҙә, Бөйөк Октябрь байрамы көнөндә, демонстрацияға сыға инек. Уны ҡайҙан алғандарҙыр, бөтәбеҙ ҙә милли кейем кейеп үтә инек майҙандан. Хәҙер улай түгел. Ә ниңә гимназия-интернатҡа уҡырға инергә килгәндә, малай-ҡыҙҙарға башҡорт кейемендә булмаҫҡа? Интернатты тамамлағанда егеттәр - ҡурай уйнай, бөтәһе лә башҡортса тыпырҙатып баҫа белһен.
Быны нимәнән сығып әйтәм? Сочиҙа казак балалары өсөн махсус мәктәптә уҡыусыларҙың Шолоховтың "Тымыҡ Дон" романындағы шикелле кейенеп йөрөгәндәрен күрҙем. Һорашып, был уларҙың уҡыу формаһы икәнен белгәс, һушым китте. Тимәк, теләгәндә, булдырып була. Донъяла биш кенә моңло тел бар. Улар иҫәбендә - башҡорт теле. Йырлы, моңло телеңде белеү кәрәк. Үҙ телен белгән кешенең арҡа һөйәге ныҡ була. Тормошта үҙеңде табырға теләһәң, юғалып ҡалмайым, асылыма хыянат итмәйем, тиһәң, халҡыңа хеҙмәт ит.
Артур Хәсән улы: Гимназияла уҡыу бәхетенә ирешкәндәр икән, ҡәҙерен белһендәр. Ул мәл тиҙ генә үтә лә китә. Бер ваҡытта ла гимназия-интернаттың 1-се икәнен онотмаһындар. "Әй Йола" башҡортто бөтә донъяға танытты. Шуның кеүек, халҡыбыҙҙы күтәрерлек проекттар тыуҙырһындар. Шул саҡта башҡорт теленә лә, кейеменә лә иғтибар булыр.
Шулай итеп, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты үҙ тарихының туғыҙынсы тиҫтә битен асты. Милли кадрҙар әҙерләү, милли рухты, телде күтәреү йәһәтенән мөһим урын тотҡан урта белем биреү йорто бөгөнгө глобалләшеү дәүерендә лә ошо асылынан тайпылмаһын, маяҡ булып торһон, тигән дөйөм фекер әйтелде әңгәмә барышында. Беҙ бының менән тулыһынса килешәбеҙ һәм гимназия-интернатының уҡытыусылар коллективына, уҡыусыларына уңыштар теләйбеҙ.
Рәсүл БАЙГИЛДИН әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 10 - 16 октябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА