«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Баҡса туҡландырып ҡына ҡалмай, хеҙмәт мәктәбе лә, күңелгә ял, ҡәнәғәтлек тә бирә, тиһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИСЕМЕМ – АЛАҠАЙ - 3
+  - 


Әммә тарих шуның өсөн дә тарих инде ул - уны үҙгәртеп тә, ҡайтанан яҙып та булмай. Шуныһы ғына хаҡ: Фәрит ағайым менән Алаҡай араһында ныҡлы дуҫлыҡ бер ваҡытта ла урынлашманы. Ә бына Әхәт ағайым менән ала һыйыр араһындағы мөнәсәбәттәр ниндәй булғандыр, уныһын әйтә алмайым. Икенсе ағайымды яҙмыш һис кенә лә аяманы. Алтымы-етеме йәшендә ул умыртҡа бағанаһын һындырҙы, шунлыҡтан, Мәғәнит ҡалаһында өс йыл самаһы эзбис ҡалыпта ятты. Ҡәҙимге йүнәлеп ҡайтты ҡайтыуын, әммә башҡорт телен бөтөнләй онотҡан булып сыҡты. Шуға ла атайым уны урыҫ мәктәбе булған урынға - Ҡаҡтуғайға - ебәрергә мәжбүр булды. Әсәйемдең ҡустыһы Фәҡей ағайым һәм Тайба еңгәм уны ике йыл буйы үҙ балалары менән бер рәттән аҫраны һәм уҡытты. Күп ваҡытын ситтә үткәргәнгәмелер, ала һыйырҙың икенсе ағайыма нисек ҡарағанын һис кенә лә бәйән итә алмайым. Әхәт ағайымдың ғүмеркәйҙәре ҡыҫҡа булды: утыҙ йәшен тултырҙы ла Сибайҙың күңелһеҙ генә ҡәберлегенең бер ситендә үҙенә мәңгелек урын тапты.
Үҙемә килгәндә иһә, ала һыйыр менән бик дуҫ булдым. Ҡыш көндәрендә, иртә менән тороп, аҙбарға йүгерә һәм һыйырҙың суҡайып туңған тиҙәктәрен көрәк менән айыра торғайным. Ҡаты һыуыҡтарҙа тиҙәкте хатта балта менән дә тумырҙым, сөнки, Алаҡай ята алмай интегер, тип уйланым. Ашлы һыуҙы ла үҙем алып сығарырға тырыштым, сөнки белә инем: һыуыҡта тороп өшөгән һыйыр өсөн унан да ҡәҙерлерәк ризыҡ юҡ. Сатлама һыуыҡтарҙа, бигерәк тә һыйыр быҙаулар алдынан, йыбанмайынса, баҙға төшөп, картуф сығарҙым, эреләрен урталай ярып, яратҡан хайуанымды һыйланым. Ятларға бирелгән шиғырҙарҙы йыш ҡына тәүҙә Алаҡайға һөйләп ишеттерә торғайным. Үҙем ҡатҡан тиҙәкте тумырам, үҙем ҡысҡырып һөйләйем: "Урамда буран, мин өйҙә торам..." Һыйырҡайым һөйләгәндәремде ҡолағын ҡайсылатып тыңлай, ә хәсрәтле итеп һөйләгән урындарында тәрән итеп тын ала ла уфылдаған кеүегерәк итеп тауыш сығара. Йәнәһе, минең хәлемде аңлай.
Яҙ көндәрендә Алаҡай менән бергә ҡояшта ҡыҙындым. Ул әкрен генә көйшәп тора, ә мин уның арҡаһынан бөжәктәр эҙләйем. Ошо мәлдә беҙҙең эргәгә әтәс һәм тауыҡ халҡы йыйылып китә: белеп бөткәндәр - хәҙер ем буласаҡ. Мин һыйырҙың һыртын ҡулым менән әкрен генә һыйпап барам һәм, ҡатҡан тупраҡҡа оҡшаған нәмәгә төртөлһәм, шып туҡтайым. Яҡыныраҡ килеп ҡараһам, ысынлап та, бөжәк ояһы. Тупраҡҡа оҡшап ҡатҡан нәмә - ул кипкән эрен. Шул эренде соҡоп төшөрһәң, бәләкәй генә тишек асыла. Ана шул тишек аша тын алып, өңөнөң эсендә сәтәкәй бармаҡтан саҡ ҡына ҡайтышыраҡ йыуанлыҡтағы ҡорт йомарланып ята. Аптырап һорағаным иҫемдә: "Атай, ул бәләкәй генә тишектән һыйырҙың арҡаһына ҡорт нисек инә икән?" Атайым аңлата: "Ул тишек ҡортҡа тын алыу өсөн генә кәрәк. Һыйырҙың арҡаһына ул йәй үк инеп ултыра. Шундай эре себен була: бал ҡорто саҡҡандағы кеүек ултырып, һыйыр малының арҡаһына йомортҡаһын һала ул. Яҙға табан йомортҡа эсенән һин күргән ҡорт сыға ла инде".
Алаҡайымдың итен тереләй ашап ятҡан ҡорттарҙы мин, әлбиттә, тере биреләй күрҙем. Бер өңдө табып алһам, ҡортон сығармайынса ҡуйманым. Утын ярған ерҙән ҡәләм кеүек осло тап килтерәм дә теге тишекте киңәйтә башлайым. Еңел эш түгел был, сөнки тишек тары ярмаһы һыймалы ғына, ә ҡорт, әйткәнемсә, сәтәкәй бармаҡтан саҡ ҡына ҡайтышыраҡ. Тишекте киңәйткән мәлдә һыйыр сыҙамай ҙа китә: ҡайһы саҡта, башын ҡапыл бороп, һөҙөргә самалап ҡуя. Ҡабырғаңды тишә һөҙөр - ятырһың шунда ҡанға батып, табыңды ҡосаҡлап. Шулай ҙа түҙәһең инде - үҙ малың бит.
Ниһайәт, тишек ярайһы ғына киңәйә. Тапты ергә ташлап, баш бармаҡтарым менән тишектең ике яғына бөтә көсөм менән баҫамын. Бына бер заман тишектән ҡорттоң ҡара-көрән мороно күренә, унан, "шырт-мырт" итеп, бүлкәтле-бүлкәтле кәүҙәһе сыға башлай. Мин баҫымды тағы ла арттырам, һәм, ахыр сиктә, "бырт" итеп ҡорт тулыһынса килеп сыға. Тотаһың да бисара ҡортто тауыҡтарға ташлайһың. Китә шунан ҡош-ҡорт араһында шау-шыу: ҡортто ике-өс тауыҡ төрлө яҡҡа тартҡыслай башлай, һәм бер йән эйәһе икенсе йән эйәһе өсөн емгә әйләнә...
Алаҡайҙы миңә бер ваҡытта ла, иртә таңдан тороп, көтөүгә ҡыуырға тура килмәне. Быны һәр ваҡыт әсәйем йә атайым эшләне. Ә бына кис һыйырҙы ҡаршы алыуҙы, уның малайҙары - быҙауҙарын - ҡарау күберәк минең елкәгә төштө. Көнө буйы нур түгеп, хәле бөткән ҡояштың тәгәрмәсе Иген тауына ҡунырға етешһә, мин ауыл осона сыға торғайным.
Алаҡай, ғәҙәттәгесә, көтөүҙең иң башында килә. Башҡа һыйырҙар уның алдына сығырға баҙнат итмәйҙәр, сөнки беләләр: көтөү хужабикәһе быға юл ҡуймаясаҡ. Мин ваҡ мал - кәзә-мәзә, һарыҡ-марыҡ - тураһында һүҙ алып бармайым, әйткәндәрем фәҡәт эре малға ғына ҡағыла. "Мэ-э-э, мэ-э-э" тип мыҡырлап килгән кәзәләр, "брә-ә-ә, брә-ә-ә" тип ларылдап барған һарыҡтар, улар артынан уйнаҡлап килеүсе бәрәстәре Алаҡайҙы, әлбиттә, үтеп китә торғайны, ә бына һыйырҙар араһында бындайҙар табылманы. Мин иҫ белгәндә, Алаҡай ауыл көтөүенең иң оло йәштәге, иң абруйлы һыйыры ине - уға ун йәш тулып килә ине инде. Малҡайҙарҙың ғүмеркәйҙәре ҡыҫҡа була бит - күбеһе йылдан артыҡ йәшәмәй. Һыйырҙар иһә иң күбендә ете-һигеҙ, уҙа барһа, тиҫтә йыл йәшәй ҙә йә һуғымға һуйыла, йә Түбә баҙарында иткә һатыла.
Дөрөҫ, ситтән килтерелгән һыйырҙар, Алаҡайҙы һанға һуҡмай, үҙҙәре баш булырға маташып ҡаранылар ҡарауын, әммә беҙҙең һыйыр уларҙы урындарына ултырта барҙы. Йәй көндәренең береһендә миңә ике һыйыр араһында булған бәрелештең шаһиты булырға тура килде.
Ул көндә дуҫым Хәкимйән менән Түңәрәк һаҙ тирәһен, күпер аҫтарын ҡыҙырып балыҡ ҡармаҡланыҡ, ҡармаҡланыҡ та, эләкмәгәс, Һаҡмар түбәненә төшөп киттек. Ҡояш иң юғары нөктәгә менеп, туғай-ҡырҙарҙы ихласлап ҡыҙҙыра башлағанда, беҙ Бәләкәй туғайға килеп еткәйнек. Көн эҫе булғанлыҡтан, бөтә мал Һаҡмар буйына төшкәйне. Һарыҡ-кәзә, эҫегә түҙмәй, ҡомға үлек кеүек тәгәрәшеп бөткәйне, ә һыйырҙарҙың ҡайһылары, тубыҡтарына тиклем һыуға инеп, ҡабаланмайынса ғына көйшәй ине. Бөтә мал Һаҡмарҙың һөҙәк уң ярына һибелгән булһа, дуҫым менән беҙ йылғаның текә һул ярында урынлаштыҡ. Үҙебеҙҙең һыйырҙы мин шунда уҡ таныным, сөнки уның ише һыйыр миңә бер ваҡытта ла осрағаны булманы. Дөрөҫ, көтөүҙә ала төҫтәге ике-өс һыйыр бар ине барлығын, әммә уларҙың "туны" Алаҡайҙыҡынан күпкә ҡайтыш икәне күҙгә ташланып торҙо. Һыйырыбыҙҙың төҫө ап-аҡ булды, яҡындан ҡараһаң, хатта ниндәйҙер күкһеллек тә төҫмөрләнде. Бына ошо аҡ ерлеккә, эре-эре итеп, һигеҙләп сөм ҡара "ямау" һалынғайны. Ямауҙарҙың береһе уның арҡа тирәһендә булды, ә ҡалғандары ҡабырғаларын биҙәп торҙо. Һәр төрлө бәләкәй ямауҙарҙың, ниндәйҙер ҡара төртөктәрҙең әҫәре лә булманы. Ҡара ямауҙарҙың ҙурлығы, тышҡы күренеше һәм урынлашыу тәртибе шундай камил булды, әгәр күрһәләр, малҡайыбыҙҙың тунына хур ҡыҙҙары ла һоҡланып туя алмаҫ ине.
Алаҡайҙың матурлығына иҫем китеп ултырһам, "мө-у-у-уу" тигәнерәк тупаҫ мөңрәү ишетелде. Был ауазды мин тәүҙә үгеҙ үкереүенә оҡшаттым. Абайлабыраҡ ҡараһам, ҡаршылағы ярҙың иң бейек урынына ҡара-көрән төҫтәге таныш булмаған һыйыр менеп баҫҡан. "Ырыҫҡол ағайҙарҙың яңы һыйыры, - тип аңлатты миңә Хәкимйән дуҫым. - Тоҡомло һыйыр! Ҡыҙылдан ҡолонло бейәгә алмаштырып алғандар. Көнөнә өс биҙрә һөт бирә". Мин был хайуанҡайға ҡурҡыу ҡатыш ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап ултырҙым. Ысынлап та, беҙҙең яҡ һыйырҙарынан ныҡ айырылып тора ине ул. Кәүҙәһе ҙур һәм килбәтһеҙ, мөгөҙҙәре, кәкре ҡылысҡа оҡшап, өҫкә бөгөлмәй, бик алға сығып тора. Артҡы һәм алғы тояҡтары бер-береһенән шундай алыҫ урынлашҡан - бына-бына умыртҡа бағанаһы һынып китер ҙә ҡорһағы ергә барып төшөр кеүек тойола. Елене шундай ҙур - яҫтап ятҡан яҫтығымдай өс булыр. Ошо ғәжәйеп хайуандың ауыр кәүҙәһен ҡыҫҡа ғына, әммә ифрат йыуан аяҡтар күтәреп тора. Һәр аяҡтың үксә тирәһенән кәзә һаҡалын хәтерләткән бер услам самаһы йөн тырпайып тора. Был "һаҡал"дар бисараға шул тиклем килешмәй, шунлыҡтан, түҙеп торор әмәл ҡалмағас, ҡытырлатып көлөп ебәрҙем.
Тик көлөүем оҙаҡҡа барманы: килбәтһеҙ һыйыр тағы берҙе тупаҫ итеп үкерҙе лә, торған урынынан төшөп, йылғаға табан сабып китте. Ҡом өҫтөндә ятҡан ваҡ малды өркөтә-өркөтә, туп-тура Алаҡай торған яҡҡа сапты ул. Ярты юлды үткәс, башын аҫҡа эйҙе һәм ҡылысҡа оҡшап торған мөгөҙҙәрен һыйырыбыҙҙың ҡабырғаһына ҡаҙарға әҙерләнде. Мин шундай шөрләнем, хатта ҡурҡышымдан ыштанымдың төбөн еүешләткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.
Әммә Алаҡай килмешәктең ни өсөн сыпранлауын аңлап алғайны инде. Дошманы килеп еттем тигәндә генә, кинәт алға һикерҙе һәм, тәрән урынға эләгеп, йылға ыңғайына йөҙҙө лә китте. Йән-фарман сабып килгән дәү һыйырҙың кәүҙәһе урта биленән тәрән урынға барып төштө, а арт яғы һай урында тороп ҡалды. Ярайһы ғына көслө ағым Ҡыҙыл һыйырының кәүҙәһен ярға ҡыҫырыҡлай башланы. Бер аҙҙан һыйыр һәрмәнеп йылғаның төбөн тапты һәм, сигенә торғас, ярға килеп сыҡты. Был ваҡытта Алаҡай ярға сыҡҡайны инде. Ул көтөү урынлашҡан уйпатлыҡтың мөйөш һымағыраҡ урынына тороп, көйшәүен дауам итте. Әммә уның тыныслығы оҙаҡҡа барманы: дәү һыйырҙа көтөү хужабикәһенә һабаҡ биреү теләге һүрелмәгәйне әле. Ҡыҙыл һыйыры, урата биреңкерәп, Алаҡайға тауышһыҙ ғына яҡынлашты. Һыйырыбыҙға ҡасыу юлын бикләне килмешәк: уң яҡтан текә яр, һулдан батҡаҡ эсендә рәхәтләнеп үҫкән таллыҡ юлын кәртәләһә, асыҡ яҡты һөмһөҙ һыйыр үҙе япты. Ала һыйыр хәлен аңланы: башын эйҙе һәм, мөгөҙҙәрен дошманына юнәлтеп, бер урында ҡатып ҡалды. Килмешәк һыйыр йәмһеҙ итеп үкерҙе лә, башын түбән эйеп, Алаҡайға ташланды.
Ике пар мөгөҙ шаҡ итеп бер-береһенә бәрелде, һәм аяуһыҙ көрәш башланды. Бер ни тиклем ваҡыт мөгөҙҙәре эләгешкән һыйырҙар төкөшкән урындарында тапанды. Икәүһе лә ер сапсыны, асыулы тауыш менән мөңрәне. Был тауышты ишеткәс, һыйырҙарҙың ҡайһы берҙәре ситкә китеүҙе хуп күрҙе, ә һуғышсаныраҡ башмаҡтар көрәш майҙаны тирәһенә йыйылды.
Көс һынашыусы һыйырҙар бер урында әллә ни оҙаҡ торманы. Дәү һыйыр башын уңға ташлағайны, мөгөҙө кипсәлгән Алаҡай шул яҡҡа ҡолап китә яҙҙы. Һыйырыбыҙҙың алғы тояҡтары ҡапыл һынғандай булды, һәм Алаҡай ике алғы тубығына сүкте. "Мөө-уууу" тип яман үкереп, килмешәк уны артҡа этәрә башланы. Ҡырсын өҫтөндә тәрән бураҙна ҡалдырып, Алаҡай артҡа шыуҙы. Ваҡыты-ваҡыты менән артҡы тояҡтары ярҙамында шыуышыуҙы туҡтатырға тырышып ҡараһа ла, бер нәмә лә килеп сыҡманы. Көслө ине Ҡыҙыл һыйыры, ай-һай, көслө ине! Ауырлығы ғына ла ике Алаҡайға торошло ине уның. Һыйырыбыҙҙы ярға табан өҫтөрөүен дауам итте ул. Әгәр текә урынға алып барып ҡыҫһа, Алаҡай үлемдән ҡотола алмаҫ ине. Һыйырҡайым, дошманының үлемесле мөгөҙҙәренән ҡотолорға тырышып, бер нисә мәртәбә башын уңлы-һуллы борғолап ҡараны, әммә бер нимә лә килеп сыҡманы. Эйе, урманда бер-береһенән ысҡына алмайынса һәләк булған ике мышы хәлендә ине һыйырҙар. Мин күҙ йәштәремде тыйып торманым: башымды аҫҡа эйеп, йәшел үләнгә лыпын яттым. "Үлтерҙе, үлтерҙе!" - тип һыҡтай-һыҡтай күҙҙәремде йомдом. "Ысҡынды!" "Ысҡынды-ы-ы!" "Алаҡайҙың мөгөҙҙәре ысҡынды-ы-ы!" Дуҫымдың шулай һөрәнләүен ишеткәс, мин, башымды йәһәт кенә күтәреп, күҙҙәремде аръяҡҡа төбәнем. Ҡараһам, Алаҡайым, торна кеүек кенә баҫып, көтөүҙән байтаҡ алыҫлыҡта юртып бара ине. Килмешәк һыйыр, танауҙарын тажрайтып, моронон киң итеп асты ла еңеү ауаздары сығарҙы. Әммә бөтә эре мал, уның еңеүен танырға теләмәгәндәй, өнһөҙ генә тороуын белде.

(Дауамы. Башы 38-39-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №40, 10 - 16 октябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.10.25 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 1 октябрҙән 11-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2026 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 905 һум 04 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru