
Күренекле яҡташыбыҙ, мәшһүр композитор Хөсәйен Әхмәтовтың халыҡ ижады гәүһәренә әүерелгән киң билдәле "Тыуған ауылым" йырының тик беҙҙең яҡта ғына башҡарылған, тик үҙебеҙгә генә аңлашылған һүҙҙәре бар. Ул да булһа:
Әле иҫтә Шүлкә буйҙарында
Ҡолас киреп бесән сапҡанда.
Күк бәрлекәй аулап Күсәбәлә
Төндәрендә сыраҡ яҡҡанда...
Тап ана шул Шүлкә, Мәхмүт, Ҡашҡат, Аҡһолтан, Мүңкә, Аҡташ, Ярмайылға, Күсәбә йылғалары буйында Буранбай, Сыңғыҙ ауылдары кешеләренең сабынлыҡтары урынлашҡан. Улай ғына ла түгел, ошо ике ауылда тыуып үҫеп, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт донъяһында танылыу яулаған бик-бик күптәрҙең илһам сығанағы тап ошо шишмәләрҙән баш ала. Уларҙың барыһын да теҙеп яҙа башлаһаң, ике ауыл халҡының тулы исемлеген килтерергә, бының өсөн махсус мәҡәлә яҙырға кәрәк булыр ине. Шуға күрә был яҙмала бары бер төнгә бәйле хәтирәләрҙе генә яҙып үтмәксемен.
Беҙҙең дә сабынлыҡ, йыр һүҙҙәрендә әйтелгәнсә, тап Шүлкә буйҙарында. Ғаиләбеҙ менән йылға буйында ҡыуыш ҡороп, унда ай һуҙымында ҡуна ятып бесән эшләгән саҡтар бала сағыбыҙҙан алып күңелебеҙгә ғүмерлеккә һеңеп ҡалыр хәтирәләре менән уйылған. Ғүмеремдең ул илаһи мәлдәре борон-борондан халҡыбыҙҙың йәйләүгә сыҡҡан хәтирәләренән һис айырылғыһыҙ булғанға илаһи хозурлыҡ булып онотолмай, ҡурай моңо яңғырауы була, хәтерем ҡуҙҙары ялпылдай ҙа китә.
Юғарыла һанап үтелгән йылғалар, шишмәләр буйындағы мөғжизәләр тынғыһыҙ эш көнө тамамланып, йыһан күктә йондоҙ-шәмдәрен берәм-берәм балҡытып, төн етеүгә башлана. Күҙ алдына килтерегеҙ: йылға буйында бер-береһенән биш йөҙәр аҙым, берәр саҡрым алыҫлыҡта ҡыуыштар урынлашҡан. Ҡыуыштар янында усаҡтар ләүкелдәп яна. Йылға янына барып баҫһаң, сыртылдап усаҡ янғаны, шишмә сылтырап аҡҡаны, һандуғастарҙың үҙәк өҙөп һайрауы ғына ишетелә. Әммә тәбиғәттең илаһи был триоһы оҙаҡҡа һуҙылмай. Сөнки тап ошо мәлдә дүртенсе тауыш хасил була. Арҡа буйлап ниндәйҙер йылы ағым умыртҡа һөйәге аша тәнде зымбырҙатып ергә уйылып төшөп киткәндәй. Әйтерһең дә, һандуғас тап ошо мәлдә илаһи көйгә ҡушылыр өсөн тап төн мәлдә үҙенең йән тирбәлтер көйөн яңғырата кеүек.
...Дүртенсе тауыш тураһында. Тап шул йылды әрменән Зәйнулла ағай Раев ҡайтып төштө. Төрөк фильмы йондоҙо Бурак Озчивиттан, артыҡ булмаһа, һис тә кәм түгел ине ул. Оҙон буйлы, ике ҡоластай киң яурынлы, ҡарағусҡыл йөҙлө, ҡара мыйыҡлы, ҡарашынан илаһи нур борҡолоп тора. Етмәһә, диңгеҙ флотында хеҙмәт итеп ҡайтҡан, формаһы үҙенә ғәжәйеп килешә, айырыуса, үҙе лә шул хәрби формаға бермә-бер килешеп тора. Ағай әрменән ҡайтып төшөүе булды, колхоз һабантуйында көрәшеп, быға тиклем бер кемгә лә бил бирмәй килгән майҙан батырын һирпеп ебәреп (беҙҙә бил көрәшендә еңеүҙе һирпеү тиҙәр!), еңеүсе булды.
Мәхмүт йылғаһы буйында бесән сабыусы Зәйнулла ағай көндөҙ беҙҙең ҡыуыш янына үлән ҡурайҙар тотоп килеп, атайымдан ҡурай яһатып алғайны. Шишмә, усаҡ, һандуғас триоһына дүртенсе ауаз, квартетты тулыландырыусы, тәнебеҙҙе зымбырҙатыусы тап ана шул Зәйнулла ағайҙың ҡурай моңо икән дә. Халҡыбыҙҙың мәшһүр "Урал"ын башҡара ағай. Ҡурай моңо башта әкрен генә ағылып, диҡҡәтебеҙҙе арбай ҙа, аҙаҡ яйлап тауышы шәбәйә, көсәйә бара. Йылға буйлап усаҡтарҙан сыҡҡан төтөнгә яғылып, ҡурай моңо ла ағыла, тирә-яҡҡа тарала.
Тап шул мәлдә шул уҡ тональностағы икенсе бер ҡурай тауышы яңғырай башлай. Был Әхиәт ҡусты Ғәйетбаев Мәхмүт кисеүе янындағы үҙ ҡыуышында моңға тулышып, ҡушыла булыр. Ул да атайымдан ҡурай яһатып алғайны. Шуны ғына көткәндәй, йылға буйындағы Дегет тигән ҡабаҡ башынан өсөнсө ҡурай тауышы иғтибарыбыҙҙы йәлеп иттерә, ул Таһир Хәмитовтың аһәңе. Мәхмүт түбәненән тағы ла бер моң сығанағы ҡушыла - ул Ғәйзулла еҙнәһенең ҡыуышында йоҡларға ҡалған Рәйес Түләк булыр.
...Бындай мәлдә ҡыуышта ятып ҡына түҙерлекме ни! Түҙмәне атайым, йоҡларға ятҡан еренән һикереп тышҡа сығып, үҙе яһап биргән ҡурайҙарҙың тауышын әллә ҡайҙан танып, ҡыуыш бесәненә кипсәп ҡуйылған ҡурайын ҡулына алып, дөйөм моңға ҡушылды. Һөҙөмтәлә ҡурайсылар ансамбле шишмәләрҙең, усаҡтарҙың, һандуғастарҙың триоһына ҡушылып, "Урал"ды симфоник оркестр ярҙамында донъяға, йыһанға яңғыратты.
Белһәгеҙ ине йәнкәйҙәремдең ошо мәлдә ҡайҙарға осоп киткәнен. Ә бит тап ошондай илаһи күренештең сәбәпсеһе, шаһиты булыу күптәребеҙҙең ижад осҡондарын тоҡандырҙы, тоҡандырып ҡына ҡалманы, офоҡ артындағы ҙур донъяларға алып сығып, сәнғәт күгендә балҡытты. Ошо ғына кисте алған ваҡытта ла, Зәйнулла Раев Өфө сәнғәт училищеһында яңы ғына асылған ҡурай бүлегенең тәүге уҡыусыларының береһе булып китте, конкурс-фестивалдәрҙә еңеп сыҡты, һуңынан тыуған яғына ҡайтып, төрлө ауылдарҙа мәктәп уҡыусыларына ҡурай серҙәрен төшөндөрҙө. Әхиәт Ғәйетбаевты ҡурайҙа уйнарға мин өйрәткәйнем, ул да ҡурай бүлеген тамамлап, төрлө ҡурай, йыр конкурстарында еңеп сығып, Сибай музыка училищеһын, Өфөлә Әҙеһәм Исҡужин исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбен төҙөүҙә туранан-тура ҡатнашты, төрлө маҡтаулы исемдәргә, Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды.
Үҙ нәүбәтендә Әхиәт Ғәйетбаевты ҡурай буйынса остазы һанаған Таһир Хәмитов шулай уҡ төрлө конкурс-фестивалдәрҙә еңеп сығып, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ булып, бөгөн Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай уҡытыусыһы, Рәсәй халыҡтары музыка ҡоралдары бүлеге мөдире булып эшләй. Ҡурай моңонан әсирләнгән Рәйесебеҙ иһә башҡорт шиғриәте күгенә үҙенең исемен алтын хәрефтәр менән яҙып ҡалдырҙы. Беҙ егерменсе быуат башы башҡорт шиғриәте тигәндә иң тәүгеләрҙән булып Бабичты хәтергә алһаҡ, егерме беренсе быуатты нәҡ Рәйестең "Яныу", "Ҡашмау" поэмалары менән башлайбыҙ. Үкенескә күрә, Зәйнулла ағай менән Рәйес хәҙерге көнгә килеп етә алманылар, баҡый донъяға күстеләр. Уның ҡарауы, моңдары, аһәңдәре йәндәребеҙгә һеңеп ҡалды.
...Төнгө йылға буйындағы илаһи күренештән һуң йәнемә ут ҡапты. Ул саҡтарҙа мин төндәрен бөтөнләй йоҡламаным да тиерлек. Ижад итер өсөн усаҡ янында үҙемсә әтмәләп алған "эш өҫтәле" артына ултырып, күңелемдә яралған юлдарҙы ҡағыҙға төшөрәм:
Усаҡ яна,
Төнгө уйҙар менән
Уралғанмын уның утына.
Ә күңелем тыуыр йырым өсөн
Һәр ялҡынын һаҡлап тотона.
Усаҡ яна,
Башта уйҙар тыуа.
Һүнгән йондоҙҙарҙы ҡабыҙам...
Тере ҡуҙҙар булып иреп төшкәс,
Шиғыр юлдарына тамыҙам.
Аҙаҡ килеп
Төтөнөнә баҫып
Күтәреләм айлы күктәргә.
Ә һүҙҙәрем шат йондоҙҙар булып
Төшә бара һаман дәфтәргә...
...Әле мин Шүлкә буйындағы бер илаһи төндөң һөҙөмтәләрен генә иҫкә алдым. Ә бит сабынлыҡтар урынлашҡан башҡа йылға-шишмәләр буйында башҡа бихисап илаһи төндәр ҙә булды беҙҙең төбәктә. Беҙҙең ауылдарҙың Туйсиндар, Сирбаевтар, Аралбаевтар, Ҡотдосовтар, Ғәйетбаевтар, Ҡотоевтар, Һағынбаевтар, Байрамғоловтар, Буранбаевтар, Хәмитовтар, Түләктәр феноменының асылы ла шул йылға буйҙарындағы илаһи төндәргә бәйле. Беҙҙең ауылдан ҡурай бүлегендә белем алған профессиональ ҡурайсыларҙың исемдәрен атау ҙа күпкә ишара: Зәйнулла Раев, Әхиәт һәм Илгиз Ғәйетбаевтар, Фәттәх Аралбаев, Рәмил Ҡотдосов, Ирғәле һәм Нурғәле Байрамғоловтар, Юнир һәм Иҙел Һағынбаевтар, Таһир һәм Юныс Хәмитовтар, Йәмил Үтәбаев, Юнир һәм Иҙел Һағынбаевтар, Айтуған Усманов...
Тап шул Шүлкә буйында бесән сапҡанда атайыбыҙ беҙҙе, алты улын, кис ҡыуыш янындағы усаҡ янына баҫтырып, ҡурай тартырға өйрәтер ине. Беребеҙ ҙә профессиональ ҡурайсы булып китмәһәк тә, ҡурайға, халҡыбыҙ моңона ғашиҡ булып үҫтек. Бигерәк тә Әхтәм ҡустыбыҙ мәрхүм ҡурайҙа бик оҫта уйнарға өйрәнде. Көйҙәрҙе атайыбыҙҙан да, грампластинкаларҙан да отто. Бигерәк тә "Буранбай"ҙы Ишмулла Дилмөхәмәтов һымаҡ башҡарып, халыҡ йырҙарын үҙе йырлап хайран итер ине. Ғүмере генә ҡыҫҡа булды. Минең иһә ҡурайҙа уйнауымдың фәтеүәһе шунда булды: Әхиәтте уйнарға өйрәттем, атаһы Ғиниәт ағай менән Өфөгә музыка училищеһына алып барып, Ғата Сөләймәновтың ҡулына тапшырып киттек.
Ҡурай өйрәнеүгә бәйле тағы ла бер көлкөлө хәтирәне яҙып үтмәйенсә булмаҫтыр. Ул саҡта беҙҙең яҡта "ҡурайҙа уйнарға теләһәң, уны яндырып, көлөн ашарға кәрәк" тигән лаҡап ныҡ таралғайны. Беҙ иһә был һүҙҙәрҙе туранан-тура мәғәнәһендә аңлап, мунсаға ике ҡурай тотоп барып, береһен яндырып, шуның көлөн ашап, икенсеһен өрөп ҡарап, ҡыран-ғәләмәт килә торғайныҡ. "Көлөн ашап" тигән һүҙҙәрҙең "ныҡ тырышлыҡ һалырға кәрәк" тигән мәғәнәһен кем белһен инде. Мин был хаҡта үҙемдең "Ҡара мунса" тигән поэмамда яҙып үткәйнем:
Мунса, мунса, һиндә күпме
Үлдек тә беҙ, терелдек тә.
Атай беҙҙе ана шулай
Сыныҡтырҙы тимерлектә.
Хәтирәләр - уйлай китһәң,
Иларлыҡ та, көлөрлөк тә.
Имеш, ике ҡурай алып,
Мунсаларға бараһың да,
Көлөн тәүҙә ашар өсөн,
Бер(е)һен утҡа яғаһың да -
Ғыжғылдатып уйнап ебәр,
Икенсеһен алаһың да.
Имеш, етмеш һөнәреңә
Тағы һөнәр, эш ҡушыла.
Сығыуыңа мунсаларҙан
Һин - ҡурайсы, һин - Ишмулла.
Һәр ҡурайсы был йоланы
Атҡарырға тейеш була.
Беҙ, малайҙар, мунсаларға
Бара инек ҡасып-боҫоп.
Ашай инек ҡурай көлөн,
Тәүҙә көлөп, аҙаҡ ҡоҫоп.
Моң сығырын көтә инек,
Ҡурай тишектәрен баҫып.
Тик ҡурайсы булалманыҡ,
Ултырһаҡ та таңға тиклем.
Атайымдың кинәйәһе
Барып еткәс аңға тиклем:
Көл-морондар таралыштыҡ,
Берәм-һәрәм, аңҡы-тиңке.
Кәрәк булған ҙур тырышлыҡ -
"Көлөн аша" тигәндәре.
Атайымдың ана шулай
Оло һабаҡ биргәндәре.
Хәҙер көлкө ҡурай тотоп
Мунсаларға ингәндәрем...
Бер мәл билдәле архитектор, һәүәҫкәр ҡурайсы Рудоль Әүсәхов башҡортлоҡто "Бер туҡтауһыҙ күңелеңдә ҡурай моңо яңғырап тороуы" тигән һүҙҙәр менән аңлатҡайны. Бик тәрән мәғәнәле һүҙҙәр: ҡурай моңо яңғыраясаҡ, ҡурай моңо яңғырағанда башҡорт йәшәйәсәк. Иншаллаһ!
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 10 - 16 октябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА