
Башҡорт халҡының мәшһүр ҡурайсыһы Йомабай Мөтиғулла улы Иҫәнбаевтың тамырҙары түңгәүер ырыуы башҡорттарына барып тоташа. Башҡортостан Республикаһы Милли архивында һаҡланған документтарҙы өйрәнеү һөҙөмтәһендә бик тә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә юлығырға насип булды.
Йомабай Иҫәнбаевтың тыуған ауылы Үрге Смаҡтың (Исмәғил) XIX быуат уртаһында 1-се Түңгәүер улысының Ғүмәр (икенсе исеме Бүкәт) ауылы кешеләре тарафынан нигеҙләнгәне билдәле. Ғүмәр ауылы XX быуат уртаһында Юлдыбай ауылына (Йылайыр районы) ҡушылған. 1816 йылғы ревизияла Ғүмәр ауылында Йомабай Иҫәнбаевтың ата-бабалары Иҫәнбай Һикһәнбай улы (54 йәштә) һәм уның улдары Мөхәмәтйән (21 йәштә, Й.Иҫәнбаевтың ҡарт ҡартатаһы), Мөхәмәтрәхим (18 йәшлек), Ғәлиәкбәр (11 йәш), һәм шулай уҡ Иҫәнбайҙың ағаһы Ғүмәр Һикһәнбаев (73 йәштә) һәм уның уландары Исмәғил (37 йәштә), Мөхәмәтйәр (15 йәштә), Исмәғилдең улдары Мөхәмәтсадиҡ (10 йәшлек) һәм Зәбир (8 йәшлек) теркәлгән.
1859 йылғы ревизия мәлендә инде Йомабай Иҫәнбаевтың ата-бабалары Исмәғил ауылында көн иткән булған. Мөхәмәтйән Иҫәнбай улы 1857 йылда Исмәғил ауылында 62 йәшендә донъя ҡуйған. Уның өлкән улы Ғилман, йәғни Йомабай Иҫән-баевтың ҡартатаһы, 23 йәштә булған. Ғилман Башҡорт ғәскәрендә урядник булып хеҙмәт иткән. Ғилмандың 1859 йылда ике улы теркәлгән: өлкәне Ғиззәтулла (1854 йылғы), кесеһе Хәйбулла (1856 йылғы).
Әйткәндәй, XIX быуат уртаһында барлыҡҡа килгән Исмәғил (Смаҡ) ауылының үҙ мәсете булмаған. Һуңыраҡ төҙөлгәндер, моғайын. 1901 йылда Ырымбур ҡалаһында баҫылған "Списки населенных мест Оренбургской губернии" тип аталған белешмә китапта Түңгәүер улысы ауылдары тураһында ла ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирелгән (күпме йорт, күпме кеше, ҡайһы йылға буйында урынлашҡан, мәсет һ.б.). Китапта бирелгән мәғлүмәткә ҡарағанда, 1901 йылда Исмәғил ауылы 7 йорттан торған, унда барлығы 63 кеше йәшәгән. Ауылдың мәсете булмаған. Документтарҙан күренеүенсә, тәүҙә Исмәғил ауылы халҡы Янғаҙы ауылы мәсетенә беркетелгән булған, 1891 йылда Әбделнасыр ауылында мәсет һалына. "Ведомость о числе приходов и духовных лиц различных губерний" исемле документта былай тип яҙылған: "Абдулнасырово. Соборная мечеть. Построена в 1891 году. Приходом причислены две деревни - обе Исмагилова". Бында Үрге һәм Түбәнге Смаҡ ауылдары тураһында һүҙ бара.
Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе 2-се Түңгәүер улысының Әбделнасир ауылының 2-се мәсет метрика китабында Й.Иҫәнбаевтың ҡартатаһы Ғилмандың үлеме тураһында мәғлүмәткә юлыҡтыҡ. Ул 1902 йылдың 5 декабрендә 67 йәшендә биҙгәк ауырыуынан үлгән. Атаһы - Мөхәмәтйән Иҫәнбаев Исмәғил ауылында вафат .
Артабанғы эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуы тураһында мәғлүмәтте таптыҡ. Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Түңгәүер улысының Янғаҙы ауылы мәсете метрика китабында 1890 йылдың 10 октябрендә Йомабай исемле малай тыуғанлығы тураһында яҙылған. Тыуған урыны Исмәғил ауылы, атаһы - Мөтиғулла Ғилман улы Иҫәнбаев, әсәһе - Бибихәбибә Ялалетдин ҡыҙы Солтантимерова, тип теркәлгән.
Был архив документы Йомабай Иҫәнбаев биографияһы буйынса бөтөнләй көтөлмәгән яңы мәғлүмәт булып сыға бит. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса ҡурайсының тыуған йылы һәм көнө 1891 йылдың 21 сентябрендә тип яҙыла һәм нисәмә йылдар буйы юбилейына бағышланған саралар тап ошо дата менән бәйле үткәрелеп килде. Ә бына хәҙер, архив документы буйынса, йәғни мулла теркәгән тәүге мәғлүмәт буйынса, Йомабай ҡурайсының тыуған йылы 1890 йылдың 10 октябры булып сыға. Метрика китаптарындағы мәғлүмәтте шик аҫтына ҡуйып булмай, сөнки, тыуым-үлем, никахты теркәп барыу муллаларҙың бурысы булған. Шуға күрә лә был бурысҡа муллалар бик етди ҡараған һәм һәр тыуған баланы теүәл теркәп барған. Тимәк, хата һуңынан китеүе ихтимал.
Иң ҡыҙығы шунда, былтыр Республика Башлығы Хәбиров указы буйынса республикабыҙҙа Ҡурай көнө булдырылды. Быға тиклем Ҡурай көнөнөң датаһына иғтибар иткәнем булманы. Яңыраҡ, Ҡурай көнөнөң 10 октябрҙә булыуын күреп, аптырап киттем. Был бит Аллаһу Тәғәләнең бер хикмәте! Сөнки беҙ асыҡлаған яңы архив документтары буйынса тап 10 октябрь башҡорт халҡының бөйөк ҡурайсыһы Йомабай Иҫәнбаевтың тыуған көнө. Тап ошо көн Ҡурай көнө тип республикабыҙ Башлығы тарафынан иғлан ителеүе үҙе бер хикмәт.
Шулай итеп, быйыл 10 октябрҙә - Ҡурай көнөндә башҡорт халҡының мәшһүр ҡурайсыһы Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 135 йыл, уның Парижға барып башҡорт ҡурайын бөтә донъяға танытып ҡайтыуына 100 йыл тулды. Яңы табылған тарихи факттар мәшһүр ҡурайсының исемен мәңгеләштереү йәһәтенән дә һәм, ғөмүмән, уның юбилей сараларын үткәреү йәһәтенән дә яңы ҡараш тыуҙырыуға булышлыҡ итер тип ышанам.
Азат ЯРМУЛЛИН,
тарихсы,
Башҡортостан Республикаһы
Милли архивының бүлек начальнигы.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 10 - 16 октябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА