
Учалы ҡалаһында Урал батырға скульптура композицияһын ҡуйыу тураһында һүҙ күптән бара ине, сөнки бөйөк эпостағы хәл-ваҡиғалар әле Учалы, Бөрйән, Белорет райондары биләгән ерҙәрҙә барған бит. Шул иҫәптән, Ирәмәл тауынан төшөп, улдары атаһының булат ҡылысы менән сапҡандан һуң, Ағиҙел һәм Яйыҡ йылғалары аға башлай, ә Яйыҡ менән Уй йылғаларының Йәнбирҙе һәм Йәнбикә тигән ҡушылдыҡтары был биләмәлә һаман бар.
Шулай итеп, 19 сентябрҙә Учалы ҡалаһының Дан стелаһы менән "Евразия" сауҙа үҙәге араһындағы күркәм урында скульптура композицияһын асыу тантанаһы үтте. "Район өсөн генә түгел, бөтә Башҡортостан өсөн мөһим ваҡиға был! - тип билдәләне район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов.- Ул быуаттар буйына барыбыҙға ла көс һәм илһам сығанағына әйләнһен!" Билдәләнеүенсә, 2024 йылда Учалы ҡала ултырағы "Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге" конкурсында еңгәс, хыял тормошҡа ашты. Ә был ҡаҙаныш, үҙ сиратында, Бөтә Рәсәй конкурсында "Иң яҡшы муниципаль практика" номинацияһында еңеү һөҙөмтәһе булды, 65 төбәк, 297 дәғүәсе араһында 4-се урынға сыҡҡайны бит Учалы.
Урал батыр һыны алюмин иретмәһенән Екатеринбургта ҡойола, 2 тонна ауырлыҡта, оҙонлоғо - 7, бейеклеге - 4 метр самаһы. Бындай конструкцияны килтереү һәм урынлаштырыу үҙе генә лә оло эш, ярай ҙа, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ярҙам итә. Арыҫлан һыбайлаған кеше һынландырылған һәйкәл Рәсәйҙә берҙән-бер. Эйе, урмандарыбыҙҙа хәҙер арыҫландар юҡ, ләкин палеонтология белгестәре раҫлауынса, борон бөтә Евразияла, шул иҫәптән Урал тауҙарында ла мәмерйә арыҫландары көн күргән.
Оло байрамға әйләнде был сара - милли кейемдә парад, ҡурай моңдары, йыйылған халыҡтың бер-береһен ҡотлауҙары... Һәйкәл асыу таҫмаһын киҫеү хөрмәте БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетыны әүҙем ағзаһы Зилә Шәрәфетдиноваға бирелде. Бар ғүмерен Урал батырҙың васыяттарын үтәүгә бағышланы тиергә була бит уны! Зилә Ғизетдин ҡыҙының эргәһендә "Урал батыр " эпосын яттан һөйләү буйынса былтырғы һәм быйылғы төбәк-ара конкурс еңеүселәре, йәш сәсәндәр Зөлхизә Аманова (Ураҙ лицейы) менән Морат Аҙнабаевтар (Башҡорт гимназияһы) торҙо. Бик хуп, быуаттар үтә, быуындар алмашына, дәүләттәр сәскә ата һәм ҡорой, ә ата-бабаларыбыҙҙың рухи аманаты, йәштәр күңеленә һалынғас, мәғрүр ҡая кеүек мәңге тора бирә.
Эйе, Урал батырҙың кем икәнен бер кемгә лә аңлатып торорға кәрәкмәй! Милләтебеҙгә ҡот өрөүсе, яҡшы менән яманды айырырға өйрәтеүсе һәм ҡурсалаусы изге зат. Хатта, Йәнбирҙе менән Йәнбикә - улар ныҡ олоғайған, туфан һыуҙары ҡалҡҡас, Урал тауҙарына һыйынған Әҙәм менән Һауа ул, ә Урал менән Шүлгән - уларҙың һуңғы балалары, тигән фараздар ҙа ишетелгеләп ҡала. Улайһа, Урал батырҙы нәҡ башҡорттарға ебәрелгән бәйғәмбәр тип тә уйларға мөмкин, Ҡөрьән-Кәримдә әйтелә бит - һәр халыҡҡа Аллаһы Тәғәлә төрлө ваҡыттарҙа илселәр ебәргән.
Нисек кенә булмаһын, һәйкәл асылыуҙы урындағы халыҡ бик шатланып ҡабул итте. Бындай мөмкинлек тапҡан власть органдарына, айырыуса һәйкәл авторына ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәре күп әйтелде. Эйе, скульптураның авторы Фәнил Фәтхулла улы Мөслимов, һис шикһеҙ, оло рәхмәт һүҙҙәренә лә, маҡтау-баһалауҙарға ла лайыҡ! Беренсе эше түгел бит, Төрлө быуын яугирҙарына арналған һәйкәле үҙе генә лә ни тора! "Эпосты кәмендә ҡырҡ тапҡыр уҡып сыҡҡанымдыр, һөҙөмтәлә нәҡ ошондай образ күҙ алдыма килде", - ти талантлы яҡташыбыҙ һәм тағы бер хыялы тураһындағы серен сисә: Урал батыр һәйкәле янындараҡ Аҡбуҙатты ла һынландырып, яңғыҙ һәйкәлде тулы композицияға әйләндереү.
Эйе, оло тарихи ваҡиға булды бөгөн Учалыла, бар төбәгебеҙгә ҡот, ырыҫ һәм иман өҫтәп торһон был һәйкәл! "Өфөлө Салауат Юлаев һәйкәле ремонтланған арала Башҡортостанды рухи ҡурсалау ҡарауылына Урал батыр баҫты!" - тигән фекерҙәр ҙә яңғыраны тантанаға йыйылған кешеләр араһында.
Ирекһеҙҙән шул да иҫкә төшә: МХО-ла һәләк булған яҡташыбыҙ, ордендар кавалеры, диңгеҙ пехотаһы лейтенанты Илнар Байегетов нәҡ "Урал батыр"ҙы яратты, яттан белде, тип раҫлай яҡындары. Күрәһең,
"Ир-арыҫлан булһаң да,
Батыр беләкле тыуһаң да,
Илдә йөрөп, ил күрмәй,
Тубығыңдан ҡан кисмәй,
Йөрәгең батыр булалмаҫ",
- тигән юлдары ныҡ тәьҫир иткәндер эпостың. Төрлө быуын яугирҙарына арналған һәйкәл һәм Урал батыр композицияһының Дан стелаһының ике яғынан ике ҡанат булып урынлашыуы ла юҡҡа түгелдер...
Әйткәндәй, "Урал батыр" эпосындағы рухи аманатыбыҙҙың башҡа юлдарын да иҫкә алайыҡ әле:
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ;
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!
Яуызға юлдаш булмағыҙ,
Кәңәшһеҙ эш ҡылмағыҙ,
Уландарым, һеҙгә әйтәм:
Мин әрсегән ерҙәрҙә
Кешегә байман табығыҙ;
Яуҙа булһа, баш булып,
Кешегә ил ҡороғоҙ,
Данлы батыр булығыҙ.
Олоно оло итегеҙ, -
Кәңәш алып йөрөгөҙ;
Кесене кесе итегеҙ, -
Кәңәш биреп йөрөгөҙ.
Күҙенә сүп төшөрҙәй,
Күҙһеҙ булып ҡалырҙай
Еҫерҙәрҙең алдында
Күҙенә керпек булығыҙ.
Илфат ЯНБАЕВ.
Учалы районы.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 10 - 16 октябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА