
Башҡортостан, Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, Сабир Шәрипов исемендәге Иҙелбашы әҙәби-ижад берекмәһе етәксеһе, Белорет районы Инйәр урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлиә САМАТОВА менән әңгәмәләшәбеҙ:
Әлиә, йәйең нисек уҙҙы? Әҙәби ижад менән шөғөлләнергә ваҡытың булдымы, нимәләр яҙҙың?
- Йәйҙең һәр көнө үҙе бер ғүмер инде ул. Күптәнге хыялымды тормошҡа ашырып, тыуған ауылым Йөйәгемдә, Инйәр йылғаһы буйында тирә-яғын урман уратҡан урында улдарым менән өй күтәрҙек. Урманда ҡоштар һайраһа, уларҙан да дәртлерәк моңланып, әлеге мәлдә шул йортобоҙҙо төҙөйбөҙ. Киләсәктәге илһам төбәгем булыр был, тип өмөтләнәм. Кендек ҡаным тамған ергә тамырҙарым тармаҡлана, шөкөр. Ижадҡа килгәндә, мейемдә лә төҙөлөш эше ҡайнай. Ҙур ғына әҫәрҙең һөлдәһе ҡоролоп бөтөп килә. Илһам сығанаҡтарым ярҙамында аҡ ҡағыҙға төшөрөргә уйлайым. Яҙ аҙағында "Атайым "селтәрҙә" исемле хикәйә ижад иткәйнем, шунан һуң ҡәләмгә тотонорға форсат сыҡмайыраҡ тора.
Уҡытыусы ла, ижадсы ла булыуҙың өҫтөнлөктәре, ауырлыҡтары нимәлә тип уйлайһың?
- Уҡытыусы һөнәре бик күп яҙмыштарҙың шаһиты булып, шул мөхиттә ҡайнауың менән отошло. Яҙасаҡ әҫәреңә геройҙар, ваҡиғалар, мәрәкәләр, сағыштырыуҙар, яҙмыштар уратып алған. Әйҙә, һайлай ғына бел. Тағы отошло яғы шунда: хәҙерге уҡыусыға ниндәй әҫәрҙәр оҡшағанын тойомлауы еңелерәк. Республика гәзит-журналдарында баҫылған әҫәрҙәрҙе уҡығанда бала нисек тәьҫир итә, оҡшаймы, битарафмы... Ниндәй тема уларға яҡыныраҡ, заман геройы ниндәй булырға тейеш һ. б. Әммә бөгөнгө уҡыусыға ғына оҡшаған, йәғни бер көнлөк кенә әҫәрҙәр яҙыуҙан һаҡ булғым килә. Мәңгелек темаларҙы үҙ күҙлегем аша күреп, тәрбиәүи һәм фәһемле повесть-хикәйәләр ижад итергә ине тигән маҡсатым.
Ауырлыҡтары - яуаплылыҡ. Хәҙерге заман башҡорт балалары алдындағы яуаплылыҡ. Яҙғандарым уларҙы ҡыҙыҡһындырырмы?..
Донъялар ныҡ үҙгәрҙе хәҙер. Традицион дәрес биреү тик иҫләргә генә ҡала бара һымаҡ. Бер үк ваҡытта туҡтауһыҙ инновациялар ҙа ялҡтырҙы. Һинеңсә, иң камил башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресе нисек булырға тейеш?
- Һәр уҡытыусының үҙ алымы, үҙ юлы. Мәктәптә хәҙер башҡорт теле балалар өсөн иң ауыр фәндәрҙең береһенә әйләнеп бара, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Тирә-яҡ мөхит, өйҙәге тәрбиә һәм сит телдә аралашыу, мәктәп программаһындағы башҡорт теле әҙәбиәтенән йылдан-йыл кәмегән дәрестәр һаны башҡорт теле уҡытыусыларының бәкәленә һуға. Мәҫәлән, 9 класта былтырғы уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә бер дәрес бүленде, йәғни ике сирек әҙәбиәт уҡыһаҡ, ике сирек тел дәрестәре уҙғарҙыҡ. Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырған уҡыусыларҙы әҙерләргә, олимпиадаларҙа ҡатнашырға, программалағы әҫәрҙәрҙе лә уҡырға, теорияны ла белергә өлгөрөргә тейешһең әле.
Әлбиттә, уҡыусыларҙы ылыҡтырыр өсөн төрлөсә алымдар ҡулланырға тырышабыҙ, традицион һәм инновацион юлдарҙы ла эҙләйбеҙ. Рухи тәрбиә етмәй, сөнки ғаиләлә һәм балалар баҡсаһында бала күңеленә сит орлоҡ сәселә. Бөтәһен дә бер соҡорға өймәйем. Үҙ телен яратҡан, халҡын хөрмәт иткән, әҙәбиәтебеҙҙе һөйгән рухлы ғаиләләр ҙә бар. Ундай балалар менән эшләүе - йыуаныс. Күпселек телһөйәр балаларҙы маҡтап, ҡалғандарын уларға эйәрергә әйҙәйем, үрнәк итеп ҡуям, йышыраҡ аралаштырам. Республикала уҙған төрлө бәйге-конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнаштырырға тырышам, сөнки ундай сараларҙа рухлы балалар йыйыла һәм уҡыусыларым уларға тиңләшергә ынтыла.
Иң камил башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресе - ул йөҙөп йөрөп әҙәби әҫәрҙәр уҡып, илаған ерендә илап, көлгән ерендә көлөп, уйланған ерендә уйға батып, бәхәсләшеп үткәрелгән дәрес, минеңсә. Былтыр 10-сыларым менән Ғ. Сәләмдең "Бала" поэмаһын илап, 11-селәрем менән Г. Ғиззәтуллинаның "Яратам тип әйтеп өлгөрмәнем" хикәйәһен илап та, көлөп тә, уйланып та уҡыһаҡ, Р. Солтангәрәевтың хикәйәләренән фәһем алдыҡ. Ә бына 5-селәр менән ауырыраҡ булды, улар тел белмәй үҫкән быуынды башлаусылар сафында, әммә, өмөтһөҙ шайтан ғына, тигәндәй, үҫә килә башҡорт теленә, әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, тарихына ҡарата һөйөү тәрбиәләй алырмын тип ышанам. Һөнәремде яратҡан һәм уға тоғро кеше булараҡ, шулай уҡ ижад юлына баҫҡан әҙип булараҡ, мин киләсәк быуында телебеҙгә һөйөү тәрбиәләргә бурыслы.
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №41, 17 - 23 октябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА