«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һеҙ ниндәй китаптарға өҫтөнлөк бирәһегеҙ, улар Өфөнөң Ленин урамындағы "Китап" магазинында бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИСЕМЕМ АЛАҠАЙ – 4
+  - 


Һыйырыбыҙҙың бәләнән имен-һау ҡотолоуына ҡыуанып, ҡармағымды ҡулыма алғайным ғына, Алаҡайҙың һуғышсан мөңрәүе ишетелде. Башын бәйге аттары кеүек ҡупым ғына тотоп, алғы тояҡтарын "тып-тып" баҫып, ул Ҡыҙыл һыйырына яҡынлашты. Тегенеһе, башын аҫҡа эйеп, һөжүм итеүсене ҡаршыларға әҙерләнде. Инде төкөштөләр тигән мәлдә генә, Алаҡай ҡапыл һулға ялтанды һәм, дәү һыйырҙың артҡы янбашы эргәһенән үтеп барышлай, йылғыр хәрәкәт менән уң мөгөҙөн дошманының ҡойроҡ тирәһенә ҡаҙаны. Ҡыҙыл һыйырының асыуын шул тиклем ҡабартты был: сорлап аҡҡан ҡанға иғтибар ҙа итмәй, Алаҡайҙың артынан төштө ул. Тегенеһе, тиҙлеген арттырмай ғына, көтөү ятҡан уйпатты тирәләп юртыуын белде.
Был күренеште мин мәңге онотасаҡ түгелмен: башын ғорур тотоп, тояҡтарын еңел генә күтәреп, алдан Алаҡай юрта. Уның артынан, үкерә-үкерә, әрәпәтһеҙ тояҡтарын ауыр күтәреп, асыулы ҡиәфәт менән Ҡыҙыл һыйыры саба. Алаҡай шарҡылдата көлөп йүгергән үҫмер ҡыҙҙы хәтерләтһә, уның баҫтырыусыһы һүгенә-һүгенә тарбанлап барған йыуантаҡ ҡатынға оҡшағайны.
Һыйырҡайым ярымдуға яһаны ла яңынан көрәш майҙанына килеп инде. Килмешәк һыйырҙың килеп еткәнен байтаҡ көтөп торорға тура килде уға.
Иң ҡыҙығы ошонда башланды. Сәкәләшеүсеһе хәле бөтөп килеп туҡтауы булды, Алаҡай тиҙ генә уның һул яғына сыҡты һәм, мөгөҙҙәрен текә тотоп, уға табан сабып китте. Ярай, тегенеһе боролоп өлгөрҙө: әгәр саҡ ҡына һуңлаһа, валлаһи, шунда ҡорһағы тишелеп ятыр ине. Ала һыйыр, уға тейә яҙып, эргәһенән сабып үтте. Артынан баҫтырыуҙы көтөп, тағы баяғы юлы менән юртып китте. Әммә Ҡыҙыл һыйырының сабырлыҡ рәте ҡалмағайны. Башын аҫҡа эйә биреберәк, бер урында тапаныуҙы хуп күрҙе ул. Беҙҙең һыйыр, кире боролоп килеп, дошманына яңынан ташланды. Тик хәҙер башҡа баш терәшеп һөҙөшөргә уйламаны ла: көндәшенә йә уңлы-һуллы, йә арт яҡтан һөжүм итеп йөҙәтте. Аҡыллы сәүек эт айыуҙы нисек яфалаһа, Алаҡай ҙа шулай эш итте. Ярты сәғәттән килмешәк һыйырҙың хәле бик хөртәйҙе: тиреһе ямғыр мәлендәге кеүек еүешләнде, ҡабырғаларының өс-дүрт урынынан ҡара ҡан аға ине. Үкерерлек хәле ҡалманы - уңлы-һуллы ла көс-хәл менән генә борола башланы ул. Тап ошо мәлдә Алаҡай һуғышыу оҫтаһы икәнлеген бик асыҡ танытты ла инде. Уң ҡабырғаһынан һөҙөргә ниәтләнгән кеүек итте лә, ҡапыл ғына боролоп, һул мөгөҙөнең яртыһынан күберәген дәғүәсе һыйырҙың яңаҡ һөйәге аҫтына ҡаҙаны. Дәү һыйыр ҡыҙғаныс тауыш сығарҙы, башын саҡ күтәреп, мөгөҙҙән ысҡынды ла көрәш майҙанынан ситкә һыпыртты. Ә Алаҡай иһә, һалмаҡ ҡына баҫып, Һаҡмарына кире төшөп китте. Тубығынан һыуға инде лә, бер ни булмағандай, көйшәүен дауам итте. Ул китеп барғанда, һыйырҙар өнһөҙ генә баш эйгәндәй булды: йәнәһе, һинең көсөңдө һәм оҫталығыңды таныйбыҙ. Тик аңра һарыҡтар һәм ыҫмала күҙле кәзәләр генә, баштарын ҡомға терәп, йоҡомһорауын белде. Улар бындай сәкәләшеүгә битараф ине.
Ҡыҙыл һыйырының ғүмеркәйҙәре ҡыҫҡа булды. Һөттө күп бирһә лә, уныһы шыйыҡ булып сыҡты, етмәһә, тиҙ әсене. Бынан да бигерәк, хайуанҡайҙың бик тә ашамһаҡ икәне беленде. Ҡышҡылыҡҡа ҡәҙимге һыйырға бер кәбән бесән буйтым етһә, быға кәм тигәндә ике кәбән бесән әҙерләргә тура килде. Тоҡомло һыйыр элмәнләк булыуы менән йонсотто хужаһын: ҡаҙ еме булһынмы, тоҡтағы он булһынмы, киптерегә эленгән кер булһынмы - бөтәһен дә ҡырып-юнып ашап, сәйнәп йөрөнө. Тауыҡ еме эҙләп, һарайҙағы бөтә ишектәрҙе, ихаталағы аласыҡ һәм келәттәрҙең тәҙрә-ишектәрен ҡырып сыҡты. Төндәрҙең береһендә, ҡойманы емереп сығып, Ырыҫҡол ағай менән күршеһе Ишморат ағайҙың картуфлыҡтарын ҡара ергә әйләндереп һалып ҡуйҙы. Ул ғына ла түгел, бер заман Сибайҙан ҡунаҡҡа килгән ейәненең ҡыҙыллы-күкле ҙур тубын да, шартылдата ярып, сәйнәп-сәйнәп, йотоп ҡуя.
Сабыйға был шул тиклем ныҡ тәьҫир итә: уҡыу йылы башланғас, "Һыйыр" исемле инша яҙырға була ул. Иншаға ошондай һүҙҙәр ҙә индерә: "Һыйыр үлән, бесән һәм һалам ашай. Тағы туп ашарға ла ярата". Иншаны тикшереп ултырғанда, уҡытыусы "туп" тигән һүҙҙең аҫтына тулҡынлы һыҙыҡ һыҙа, өҫтөнә ҙур итеп һорау ҡуя һәм дәфтәр ситендәге һыҙатҡа ошондай һүҙҙәр яҙа: "Элгәре һыйырҙар туп ашамай торғайны!" Ҡалала тыуып-үҫкән йәш уҡытыусы был һүҙҙәрҙе урынһыҙ шаяртыу тип ҡабул итә һәм уҡыусыға "икеле" сәпәй. Аҙаҡ бала илай-илай, үҙе күргәндәрҙе һөйләп, уҡытыусыһын ышандырырға тырышып ҡараһа ла, бер ни ҙә килеп сыҡмай - "икеле" урынында ҡала.
Ахыр сиктә, ауылдың алты ире менән саҡ йығып, һуйып, Ырыҫҡол ағай был хайуанҡайҙың итен Баймаҡтан килгән әҙерләүсегә бик осһоҙ хаҡҡа һатып ебәрҙе. "Алмаштырғанда биреп ебәргән ҡолондоң хаҡын сығарҙым", - тип күңелһеҙ генә әйткән, ти, Ырыҫҡол ағай, итте күпменән тапшырҙың, тип һораған күршеһенә. Әҙерәк торғас, өҫтәп ҡуйған: "Бейә бушҡа китте". Шул көндән алып ауыл халҡы, берәй кеше, ҡиммәтле нәмә алам тип, яңылышһа, ул "тоҡомло һыйыр" алған бит, тип шаярта башланы. Ала һыйыр бик аҡыллы мал булып сыҡты. Кем уны ярата, кем уны яратмай - бөтәһен дә белеп йөрөнө. Ялҡау көтөүселәргә эшләргә ирек бирмәне ул. Әгәр ҙә һыулауға иртә төшөрөп, ашарға һуңлабыраҡ сығарған кеше көтөүгә хужа булып алһа, Алаҡай әллә ниндәйерәк мөңрәү сығарыр ине - уны ишетеү менән бөтә мал тырым-тырағай таралыр булды.
Бер йылды Түбәнән бик йылғыр кешекәй көтөүсе булып ялланды. Тәүге мәлдәрҙә, малды иртәрәк йылғаға төшөрөп һәм көтөүҙе үҫмер улына ҡалдырып, ҡасабаһына һыпыртыу яғын ҡараны ул. Бер ҡайтыуында ныҡ ҡына һуңлап килһә, бөтә мал таралған, унлап һыйыр ғәйеп булған, ә малайы илауҙан шешенеп бөткән була. "Бөтәһе бер юлы төрлөһө төрлө яҡҡа таралды ла китте, бер нәмә лә эшләй алманым", - тип илай-илай һөйләгән көтөүсегә улы. Ауылдаштарымдан кемдер түбәлегә ошондай аҡыл өйрәткән: "Көтөүгә хужа булғың килһә, Алаҡай менән уртаҡ тел тап. Алаҡайҙың холҡон белгең килһә, эйәһенән барып һораш".
Көндәрҙең береһендә шул көтөүсе кисләтеп кенә беҙгә килеп инде. Атайым менән сәй эсеп, һөйләшеп ултырҙы. Аҙаҡ, рәхмәттәр әйтеп, сығып китте. Атайым әйткән кәңәштәрҙән ошолары иҫтә ҡалған: "Малды ваҡытынан алда йылғаға төшөрмә. Эҫе төшөү менән кире ҡыу. Сыбыртҡыңды артыҡ күп шартылдатма. Алаҡайға тупаҫ тауыш менән өндәшмә. Һүгенмә. Эш көнөң бөткәс, уға рәхмәт әйт һәм хушлашып ҡал". Яңы көтөүсе күндәм кеше булып сыҡты һәм әйтелгәндәрҙе тейешенсә үтәне. Ялланып эшләгәне өсөн тейешле аҡсаһын алып, атайыма тағы килеп рәхмәттәр әйтеп, көҙөн Түбәһенә кире ҡайтып китте. Ҡайтыу менән, электән йыйып килгән аҡсаһына эшләп алғанын ҡушып, ҙур ғына йорт һатып алды. Ә өйөбөҙҙән сығып китер алдынан әйткән һүҙҙәре шул булды: "Әптрәхим ағай, һыйырың кеше кеүек икән".
Ә минеңсә, Алаҡай кешенән дә аҡыллыраҡ һәм һиҙгерерәк булды. Ошондай хәүефле лә, фәһемле лә ваҡиға иҫкә төшә. Йәйге көндәрҙең береһендә уны көтөүҙән ҡаршы ала алманым, сөнки атайым менән көнө буйы һарайҙан тиреҫ сығарҙыҡ. Эш бөттө тигәндә генә, ҡапҡанан ала һыйыр килеп инде. Ихатаға ингәс, уңға боролдо һәм шунда ултырған табаны ялай башланы. Уның төбөндә себештәргә һалынған тары ярмаһы ҡалған ине булһа кәрәк. Ялап торғанында ниңәлер сәйер итеп мөңрәргә һәм ер тырнарға кереште, әйтерһең, бүре күргән. "Быға ни булды, әллә башына тай типкән инде", - тип көлөмһөрәне атайым. Мин ни әйтергә лә белмәнем, таралып ятҡан һуңғы сүп-сарҙы бер урынға өйөүемде дауам иттем. Эшемде бөткәс, бәләкәй ҡул арбаһын алып килергә лә, шуға тейәп, ҡалған ҡыйҙы картуфлыҡҡа түгергә булдым. Арба ҡапҡа төбөндә, Алаҡайҙың арғы яғында тора ине. Ихатабыҙ биләп торған урын ҡапҡа яғына ярайһы ғына һарҡыу булғанлыҡтан, һыйыр торған яҡҡа йүгереп тигәндәй киттем. Алаҡайҙы ал яғынан урап үтәйем тиһәм, юл бирмәй: башын асыулы болғап, миңә етеп килә. Аптырап торманым, малҡайҙы арт яғынан урарға булдым. Артына сығыуым булды, һыйыр ҡапыл ғына боролдо ла мөгөҙҙәрен миңә йүнәлтте - ҡорһаҡты яра һөҙмәҫ, тимә. Мөңрәүен, алғы тояҡтары менән ерҙе сапсыуынан туҡтамай. Мин: "Атай, атай, Алаҡайҙы һарайға индереш әле! Арбаға ебәрмәй!" - тип ҡысҡырҙым. Тәүҙә һөрәнләүемә иғтибар бирмәһә лә, атайым бер аҙҙан минең яныма килде һәм Алаҡайҙы урынына инергә өгөтләй башланы. Тегенеһе тыңлап тора-тора ла, үкереүен, ер тырнауын дауам итә.
Ни эшләргә? Һыйыр беҙҙе һанға ла һуҡмай бит.
Атайҙың ҡушыуы буйынса киттем әсәйҙе эҙләп. Аласыҡҡа индем, киске аш бешереп йөрөгән әсәйемә хәлде һөйләп бирҙем. Белгән кешеләй, Алаҡайҙың башына ат типкән, ахырыһы, тигән булдым. Әсәйем аптырап китте: ниндәй ат, нишләп типкән, тип һораша башланы. Мин өндәшмәгәс, бәләкәй биҙрәгә әҙерәк картуф һалып, минең арттан ҡапҡа яғына атланы. Килеп еткәс, иркә тауыш менән һөйләнә-һөйләнә, һыйырҙың алдына биҙрәһен ҡуйҙы. Алаҡай асыулы итеп мөңрәне лә алғы тояғы менән биҙрәне осора тибеп ебәрҙе. Булған ғына картуф ситкә тәгәрәне.
Бөтәбеҙ ҙә аптырашта ҡалдыҡ - ни эшләргә лә белмәйбеҙ. Һиҙәм, атайымдың асыуы ҡабара башланы. "Хәҙер мин уны сыбыртҡы менән ярам!" - тине ул һөйкөмһөҙ тауыш менән. Шул саҡ әсәйем Алаҡайҙың мөңрәгән ваҡытта башын артҡа ташлауын шәйләп ҡалды. "Аңланым, Алаҡай, аңланым", - тип һөйләнде лә, һыйырҙың башын һыйпай-һыйпай, арба ултырған тирәне ҡараштыра башланы. "Йылан! Атаһы, йылан!" - тине ул ҡапыл хәүефле тауыш менән. "Ниндәй йылан? Ҡайҙа?" Атайым шул һүҙҙәрҙе әйтте лә, муйынын һуҙып, әсәйем эргәһенә барып баҫты. Уларҙың араһына мин дә барып ҡыҫылдым.
Арба тәртәләренең осона арҡыры беркетелгән таҡтаға яҡын ғына урында йомарланып йылан ята ине. Сеүәтә ҙурлығындағы соҡор һымаҡ нәмә эсендә ятҡанҡанлыҡтан, мин уны абайламаҫ инем. Арҡыры таҡтаны тотайым тип эйелһәм, йылан йә ҡулымды, йә эйәгемде мотлаҡ сағыр ине. Эйе, тупраҡ ерлегендә саҡ-саҡ беленеп ятҡан сыбар йыланды ҡыҙыл эңерҙә мин һис кенә лә абайлай алмаҫ инем.
Атайым һарайҙан тиҙ генә һәнәк килтерҙе, йыланды һуғып үлтерҙе лә башҡорттарҙың боронғо йолаһы буйынса башына таяҡ ҡаҙап ҡуйҙы.
Ул кистә өйҙә һүҙ тик йылан тураһында ғына барҙы. Әсәйем, уф та уф килеп, бәләнән ҡотолоуына ҡыуанып ултырҙы, ваҡыты-выҡыты менән миңә ҡарап, күҙ йәштәрен һөрткөсләп алды. Мине йыландан сағылған тип күҙ алдына килтереп, шуға йәлләп ҡараны шикелле. Атайым күп һөйләшмәне, тик тамағын ғына ғәҙәттәгенән йышыраҡ ҡырғыланы. Бер мәртәбә, ни өсөн икәнен аңлатмайынса, Алаҡайҙы маҡтап алды. Йыландың ҡайҙан сығыуы хаҡында ла һүҙ булды. Батша заманында һалынған йортобоҙҙың серегән нигеҙҙәрендә уның ише йәнлектең йәшәүе һис тә ғәжәп түгел тигән һығымта яһалды.
Атайыма - ҡырҡ, миңә ун бер йәш тулып килгәндә, ғаиләбеҙ Муллаҡай менән хушлашырға әҙерләнә башланыҡ. Ауылдың ете йыллыҡ мәктәбе ябылып, унан өс саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Ҡолсорала һигеҙ йыллыҡ мәктәп асылырға тейеш ине шул йылда. Муллаҡайҙың бөтә уҡытыусылары, һеперлеп, иртә йәйҙән үк Ҡолсораға күсеп бөттө. Риза ағайҙың ғаиләһе генә, күптән түгел генә яңы йортҡа күскәнлектән, Муллаҡайҙа ҡалырға булды. Иң аҙаҡтан беҙ ҡуҙғалдыҡ, сөнки уҡытыусылар араһында беҙҙекенән дә ҙурыраҡ ғаилә юҡ ине. Атайым менән әсәйем, ала һыйыр, ете бала - йәмғеһе бер тиҫтә йән инек беҙ күсенгән йылда.
Мин, балалыҡ арҡаһындалыр инде, күсенеүҙе бик күңелле һәм ҡыҙыҡлы ваҡиға һымаҡ ҡабул иттем. Әсәйем менән атайымдың күңелһеҙләнеү, Алаҡайҙың тынысһыҙланыу сәбәптәрен һис кенә лә аңлай алманым. Миңә иң аҙаҡҡы ылау менән күсеп китергә тура килде. Бына, ниһайәт, әйберҙәр тейәлеп бөттө. Атайым, арбаға ултырып, ҡулына дилбегәне алды. Мин ат арбаһына бәйләнгән бәләкәй арбаға төшөп ултырҙым, һәм киттек бер заман, шалтыр-шолтор килеп, Муллаҡай урамы буйлап Һаҡмар үренә ҡарай. Ҡул арбаһына аҙ-маҙ китап тейәлгән ине. Шулар өҫтөнә ултырып, барам артҡа ҡарап, шаярып. Китеп барабыҙ, уйнап барам: атайым күрмәгәндә, осраған дуҫ-иштәремә китаптар ырғытҡылайым. Эй ҡыҙыҡ: эттәр өрә, әҙәмдәр ҡысҡыра, әтәс-тауыҡ ҡытҡылдап ситкә һикерә!

(Дауамы. Башы 38-39-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №41, 17 - 23 октябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.10.25 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 

Ваҡытлыса ғына булһа ла тереләрҙең үлгәндәр тураһында яҙғандарын уҡыуҙан туҡтағыҙ ҙа, күптән үлгән кешеләрҙең тереләр тураһында яҙғандарын уҡығыҙ әле.

(Г. Честертон).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru