«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һеҙ ниндәй китаптарға өҫтөнлөк бирәһегеҙ, улар Өфөнөң Ленин урамындағы "Китап" магазинында бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮҢЕЛДӘРГӘ РУХИ КҮПЕР ҺАЛЫНА
+  - 


Ике ҙур коллективты - Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театрын һәм Филармонияны - үҙ эсенә алған Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе коллективы үҙенең юғары профессиональ оҫталығы, сағыу тамашалары һәм гастролдәр эшмәкәрлеге менән танылыу яуланы. Берләшмәнең директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Харис Зәбих улы ӘБДРӘХИМОВҡа киләһе ижади миҙгелгә байҡау яһауын һорап мөрәжәғәт иттек.

- Иң тәүҙә үткән ижад миҙгелендә башҡарылған эштәргә күҙ һалайыҡ әле. Һәр йылдағыса, ул миҙгел дә спектаклдәргә, концерт программаларына бай булды. Театр тамашасыларҙы биш премьера менән һөйөндөрҙө. Филармонияның ижади төркөмдәре халыҡҡа егерме бер яңы концерт программаһы тәҡдим итте. Ғаилә абонементы сиктәрендә балалар һәм ата-әсәләр өсөн мауыҡтырғыс саралар үтте.
Солистарыбыҙ төрлө конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә ҡатнашып, еңеүҙәр яуланы. Айгиз Уйылданов "Ретро-шлягер" вокал башҡарыусылар конкурсында лауреат, Илдар Әбдрәшитов - дипломант, Зарина Ҡотлоғужина дипломант һәм үҙешмәкәр композиторҙарҙың "Күңелем моңдары" XX республика конкурсында лауреат булды. Айгиз Уйылданов, XIII Асыҡ йыр һәм бейеү фестиваль-конкурсында, "Өфө тулҡындары" популяр музыкаль конкурсында ҡатнашып, финалға сыҡты. Шулай уҡ талантлы йырсыларыбыҙ Илдар Әбдрәшитов менән Әҙилә Кәримованың Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған И.Д.Кобзон исемендәге фестиваль-конкурста ҡатнашыуы һөйөнөслө ваҡиға булды. Гастролдәр беҙҙең эшмәкәрлектең мөһим өлөшөн биләй. Быйыл Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының "Ҙур гастролдәр" проекты буйынса театр коллективы Ҡабарҙы-Балҡар, Дағстан республикаларында, филармонияның Бейеү театры коллективы һәм солистары Удмуртия, Сыуашстан, Мордовия, Татарстан, Марий Эл республикаларында сығыш яһап ҡайтты. Йыл һайын төбәк һабантуйҙарында ла әүҙем ҡатнашабыҙ. Уҙған миҙгелдә артистарыбыҙ Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында, Ырымбур өлкәһе Пономарёвка районында һәм Гай ҡалаһында, Магнитогорск ҡалаһында халыҡты сағыу сығыштары менән һөйөндөрҙө. Бөтә спектаклдәребеҙ, концерттарыбыҙ аншлаг менән үтте. Артистарыбыҙҙы, ҡайҙа ғына сығыш яһаһалар ҙа, дәррәү алҡыштар менән ҡаршы алып, оҙатып ҡалдылар. Бындай гастролдәр артистар өсөн тәжрибә, оҫталыҡ, камиллашыу, үҫеш өсөн оло майҙан булып тора.
Артистарыбыҙ төп эштәренән тыш, ҡала, республика кимәлендәге төрлө конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Мәҫәлән, Фәнил һәм Сәлимә Ҡарасуриндар быйыл "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсында ҡатнашып, "Ижади ғаилә" номинацияһында еңеүсе булды.
Әлеге заман барыбыҙға ла бик ауыр һынауҙар ҡуя. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам ҡулы һуҙырға тырышабыҙ. Драма театры артистары Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн хәйриә спектакле күрһәтте, йыйылған аҡса Махсус хәрби операция зонаһындағы хәрбиҙәргә ярҙамға тотонолдо. Сара Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың тыуған ауылы Тәүәкәндә (Күгәрсен районы) күп функциялы ауыл клубында булды. Унда беҙ Баязит Бикбайҙың "Ҡоҙаса"һын (режиссеры - Азат Йыһаншин) күрһәттек. Залдың шығырым тулы булыуы Махсус хәрби операцияға һәр кем үҙ өлөшөн индерергә әҙер булыуын раҫлай. Спектаклдән һуң артистарыбыҙ Тәүәкән ауылы әүҙемселәре менән маскировка селтәрҙәре үреүҙә ҡатнашты.
Үкенескә ҡаршы, беҙҙең берләшмәне лә юғалтыуҙар урап үтмәне. Бынан бер йыл элек монтажлаусы егетебеҙ Алексей Иванов Махсус хәрби операцияла һәләк булды. Уның ғаиләһе - ата-әсәһе, балалары менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ, матди яҡтан да, мораль яҡтан да ғаиләһенә ярҙам ҡулы һуҙабыҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы, уларҙың туғандарын бушлай спектаклдәргә, концерттарға саҡырабыҙ. Шулай уҡ бер көнлөк эш хаҡын ярҙам йөҙөнән Белгород халҡына күсерҙек, гуманитар ярҙам күрһәтеү кеүек сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Ғөмүмән, коллектив ситтә тороп ҡалмай, үҙебеҙҙең ярҙамыбыҙ, иғтибарыбыҙ менән ил иңенә төшкән ауырлыҡтарҙы аҙ ғына булһа ла еңеләйтә алабыҙ икән, тимәк, беҙ дөрөҫ юлда. Шулай итеп, быйылғы ижад миҙгеленә күсәйек. 1, 2 октябрҙә концерт миҙгелен астыҡ. Ике көндә лә филармонияның ижади төркөмдәре, солистары халыҡҡа йөкмәткеле һәм матур концерт программалары бүләк итте. 16 октябрҙә "Ашҡаҙар" башҡорт эстрада-фольклор төркөмө Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә арнап, "Батырҙар беҙҙең арала" программаһын күрһәтте. Ноябрҙә һәм декабрҙә Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Азамат Асаинов һәм Ришат Хәмитовтың юбилей концерттарына саҡырабыҙ.
Башҡорт драма театрында ла ҡыҙыу ижад майҙаны - әлеге мәлдә өс спектакль өҫтөндә эш бара. Сәхнәгә Әлфинур Ғәзимова ҡуйған "Ятҡа бирер йәрем юҡ!" (В.Красногоров) комедияһы, Фәнис Кәримов федераль Грант буйынса ҡуясаҡ "Рядовойҙар" (А.Дударев) драмаһы, Илсур Ҡаҙаҡбаев "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһы проекты сиктәрендә ҡуясаҡ "Өлкән ул" (А.Вампилов) комедияһы тамашасы күңеленә хуш килер тип ышанабыҙ. Октябрь аҙағында Түбәнге Кама ҡалаһында үтәсәк "Заман ҡыңғырауы" исемле фестивалдә театр коллективы ҡатнашырға әҙерләнә, был сара Туфан Миңнуллиндың тыуыуына 90 йыллыҡҡа арнала.
Беҙҙең уңыштарҙың сере ябай - берҙәм булып, тамашасы өсөн эшләйбеҙ. Халыҡтың зауығын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында эшмәкәрлекте юғары кимәлдә алып барыу, ойоштороу өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ. Беренсе нәүбәттә, барыһын да кадрҙар хәл итеүен аңлап, ижади төркөмдәргә профессиональ артистарҙы туплауға, уларҙың сәхнә оҫталыҡтарын, белемдәрен камиллаштырыуға, үҫтереүгә, уҡытыуға һәм торлаҡ мәсьәләһендә ярҙам итеүгә етди иғтибар бирәбеҙ. Өфө дәүләт сәнғәт институты, Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта институтта маҡсатлы йүнәлеш буйынса ике студент уҡый, колледжда башҡорт театры һәм Бейеү театры өсөн махсус курстар эшләй.
Ижад кешеләре - бигерәк тә нескә күңелле, бик хисле халыҡ. Улар ғәҙелһеҙлекте тәрән кисерә, шуға артистарҙың күңеленә дөрөҫ юл таба белергә, уларға ҡолас йәйеп эшләү өсөн ижад майҙаны булдырырға кәрәк. Берләшмә - ул ҙур ғаилә кеүек. Берҙәм булып йәшәһәк, эшләһәк кенә ҡаҙаныштар ҙа ҙур булыр, халыҡ та тартылыр. Шуныһы маҡтауға лайыҡ, берләшмә менән тамашасы араһында рухи күпер һалынған. Киләсәктә лә тамашасыларҙы матур спектаклдәр һәм йөкмәткеле концерт программалары менән тәьмин итеү, ышаныстарын аҡлау беҙҙең төп бурысыбыҙ булып ҡала. Ана шул күпер донъяға үҙенең нурын таратып, матурлыҡҡа, яҡты киләсәккә әйҙәп торһон!

Роза ҠОБАҒОШОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №41, 17 - 23 октябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.10.25 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 

Ваҡытлыса ғына булһа ла тереләрҙең үлгәндәр тураһында яҙғандарын уҡыуҙан туҡтағыҙ ҙа, күптән үлгән кешеләрҙең тереләр тураһында яҙғандарын уҡығыҙ әле.

(Г. Честертон).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru