
Тәү ҡарамаҡҡа еңел генә аңлашыла был әйтем: төрөнә ҡарап йыл әйләнәһенә тиерлек бик йыш бала килтергән (йәй, яҙ айҙарында 1-9, ҡыш, көҙ 1-5 бала) ҡуяндарға тоҡомон йыртҡыс күҙҙәрҙән һаҡлар ышыҡ урынды табыуы еңел түгелдер.
Күбеһенсә ҡуяндар март, апрель айҙарында балалай. Инә ҡуян яңы тыуған балаларын бер тапҡыр ғына имеҙә лә, яҙмыш ҡосағына ҡалдырып китә. Бөтөнләйгә ташлай. Әммә балаларын ташлаған өсөн уларҙы бәғерһеҙлектә ғәйепләргә, әрләргә ашыҡмайыҡ. Улар балаларын фәҡәт төлкө, бүре күҙҙәренән йәшерер өсөн ошо юлға бара. Әгәр ҙә сабыйҙары янында оҙағыраҡҡа туҡталһалар, йыртҡыстар тәүҙә ҙур кәүҙәле әсәләрен күреп ҡалып, эҙҙәрен еҫкәп килеп, балаларына ташлана. Әсәләре был саҡта үҙҙәре саҡ ҡасып ҡотола. Ә ҡуяндың бүреләр, төлкөләр, айыуҙар, йомрандар һымаҡ, балаларын йәшерер, үҙе лә инеп боҫор ер оялары булмай.
Икенсенән, ҡуян балаларының тәпәйҙәрендә тир бүлеп сығара торған биҙҙәре барлыҡҡа килеп өлгөрмәй, шуға күрә йыртҡыстар уларҙың эҙҙәрен еҫкәп таба алмай. Балалары, асылда, ҡыуаҡ, шырлыҡ араларына, йығылған ағас ботаҡтары аҫтына, иген араларына, ҡыш көрт ҡатламдарына, көҙ ҡойолған япраҡ аҫтарына инеп йәшеренә. Йәғни әсәләре уларға ышыҡланыр урынды табып бирмәй, балалары үҙҙәре шулай һыйыныр ышыҡ таба.
Ә нисек туҡлана тиһегеҙме ҡуян балалары? Тәбиғәт ғәли йәнәптәре был йәһәттән дә сараһын тапҡан. Уларҙы урманда тапандыға әүерелгән ҡуян һуҡмаҡтары буйлап туҡтауһыҙ хәрәкәт итеп йөрөгән, шулай уҡ үҙ балаларын ҡалдырып китергә мәжбүр булған башҡа инә ҡуяндар имеҙеп китә. Ике-өс аҙна үтеүгә ҡуян балаларының тештәре сыға һәм улар тиҙ арала үҙаллы туҡланыу режимына күсә.
Ғалимдар ҡыҙыҡлы тәжрибә үткәргәндәр. Ҡыр ҡуяндарын күпләп тотоп, вольерҙарҙа үрсетеп ҡарағандар. Инә ҡуяндар бала килтергәндән, уларҙы бер-ике тапҡыр имеҙгәндән һуң, ташлап киткәндәр һәм уларҙың күбеһе аслыҡтан үлгән. Икенсе осраҡта һәр инә ҡуян ҡырағай шарттарҙан айырмалы рәүештә тик үҙенең балаһын имеҙеүгә күскән. Күрәһең, вольер эсендә йыртҡыс йәнлектәрҙең булмауы ҡуяндарҙың йәшәү рәүешен үҙгәрткәндер.
Нисек кенә булмаһын, "Ҡуян бала тапҡан, ҡуйыр урын тапмаған" тигән әйтем был йән эйәләренең йәшәү рәүешенә туранан-тура бәйле рәүештә әйтелгәнен аңлауы ҡыйын түгел.
Шулай ҙа беҙҙе был әйтемдең кинәйәһе, юл аҫтына һалынған башҡа мәғәнәләре, ишаралары булғанлығы бәхәсһеҙ. Һәр хәлдә, бигерәк тә ололар үҙҙәренең телмәрендә ошо әйтемде ҡулланған саҡта бер ҙә генә ҡуян аталмыш йәнлектәрҙе күҙ уңында тотмай. Һәр бер мәҡәлдәге, һәр бер әйтемдәге кеүек, был һүҙбәйләнештең дә ундай ишаралары бихисап. Шуларға күҙ йүгертеп ҡарайыҡ:
- Орҙом-бәрҙем һүҙ һөйләүсе, әйткән һүҙенең ниндәй һөҙөмтәгә алып килерен уйлап та ҡарамаған кешегә ҡарата әйтелә был һүҙҙәр;
- Матди байлыҡ артынан ғына ҡыуған, тапҡан байлығының тормошонда бөтөнләй хәжәте булмаған кеше хаҡында әйткәндә ошо һүҙҙәр ҡулланыла;
- Күп балалар табып та, уларҙың киләсәге хаҡында хәстәрлек күрмәгән ата-әсәгә ҡарата ла әйтелә был һүҙҙәр.
Әйткәндәй, хәҙерге баш ҡалабыҙ тормошонан бер күренеш. Өфөнөң барлыҡ райондарында ла тиерлек йорттарҙың өҫкө ҡаттарына аңҡайып ҡараһаң, башың әйләнеүҙән ҡолап китерлек. Биш, туғыҙ ҡатлы йорттар араларында 35-40 ҡатлы йорттар бер-бер артлы ҡалҡа. Ул йорттар янында инфраструктураға (машиналар өсөн парковка, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары) бөтөнләй урын юҡ. Шул йорттарға ҡарап торғанда әлеге лә баяғы әйтем иҫкә төшә: ҡуян бала тапҡан, ҡуйыр урын тапмаған.
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №41, 17 - 23 октябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА