
Гәзитебеҙҙең иң мәртәбәле уҡыусылары һәм тоғро дуҫтары улар, Өфөләге һәм республика ҡалаларындағы башҡорт гимназия һәм лицейҙары коллективтары. Уларҙың етәкселәренә: "Яңы уҡыу йылын ниндәй кәйеф, ниндәй пландар менән башлап ебәрҙегеҙ?"- тигән һорау биреүҙе дауам итәбеҙ.
Миләүшә МЫРҘАҒӘЛИНА, Өфө ҡалаһының 2-се Башҡорт лицейы директоры: Баш ҡалабыҙҙың тарихи үҙәгендә урынлашҡан лицейыбыҙ үҙе лә бай тарихҡа эйә, үҙенә генә хас булған традициялары бар, күп һанлы, төрлө өлкәлә ҙур уңыштарға өлгәшкән уҡыусыларыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Әлеге көндә лә 2-се Башҡорт лицейы Өфөнөң алдынғы белем биреү учреждениеларының береһе һанала. Быны иҫбатлап, 2024-2025 йылғы сығарылышты ла миҫал итеп килтерергә була. Быйыл мәктәпте 15 уҡыусы тамамланы, уларҙың икәүһе -Поскрякова Карина алтын миҙалға, ә Туғыҙаҡов Кәрим көмөш миҙалға лайыҡ булды. Ошо уҡ уҡыусылар Берҙәм дәүләт имтихандары биргәндә лә юғары һөҙөмтәләргә өлгәште. Уҡыусыларыбыҙҙың күбеһе бөгөнгө көндә Башҡортостандың һәм илдең төрлө юғары уҡыу йорттары, ә икәүһе - колледж студенттары. Лицейыбыҙҙың тағы ла бер ғорурлығы - Юлбарыҫов Таһир. Ул 2024-2025 уҡыу йылында 10-сы синыфты тамамланы һәм алдан БДИ биреү мөмкинлеге менән файҙаланып, урыҫ теленән 97 бал йыйҙы.
Йәйгеһен беҙҙең лицей матур сара уҙғарыу майҙансығы булды. Беҙ Өфө ҡалаһының Шайморатов кластары уҡыусыларынан торған 35 команда өсөн "Йәйге Шайморатов уйындары"н уңышлы ғына үткәрҙек. Сара юғары кимәлдә уҙҙы һәм баш ҡаланың бөтә белем усаҡтары өсөн әһәмиәтле ваҡиғаға әйләнде.
Ағымдағы уҡыу йылын да уңышлы ғына башлап ебәрҙек. Йәйгеһен лицейҙың кабинет һәм коридорҙарында косметик ремонт эшләнде, 1983 йылдан алып ремонтланмаған санитар бүлмәләрҙә ҙур төҙөкләндереү эштәре башҡарылды. Шулай уҡ яңы уҡыу әсбаптары һатып алынды. Ғөмүмән, балалар яҡты, таҙа, төҙөк мәктәпкә ашҡынып килде. Мәктәптең педагогик составының тулылығы ла белем биреү процесының төплө булыуын тәьмин итә, уҡыусыларҙың бар йәһәттән дә белем алыуҙарына нигеҙ булып тора.
Әйткәндәй, быйылғы уҡыу йылына 48 баланы 1-се синыфҡа ҡабул иттек. Һәм ҡала мәктәптәре араһында тәүгеләрҙән булып 1-се класс уҡыусылары өсөн "Тулы көн мәктә-бе" астыҡ. Балалар дәрестән һуң тәрбиәсе ҡарамағында ҡала һәм ата-әсәләре эштән бушап килеп алғанға тиклем дәрестәрен эшләй, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә, саф һауала йөрөй. Әлбиттә, уларҙы ашатыу ҙа ҡаралған. Был ата-әсәләр өсөн бик тә ҡулайлы, сөнки кисә генә балалар баҡсаһынан сыҡҡан бәләкәстәрҙе дәрестән һуң өйҙә яңғыҙын ҡалдырып булмай, эшкә лә алып йөрөү мөмкинлеге юҡ. Барыһы ла ҡәнәғәт бындай мәктәптең эшләүенә.
Шулай уҡ быйыл лицейҙа спорт йүнәлешендәге класҡа балалар йыйҙыҡ. Был үҙенсәлекле проект мәктәптәр араһында толрмошҡа ашырыла. 25 бала аҙнаһына өс тапҡыр "Динамо" стадионынан килгән тренер менән икешәр сәғәт баскетбол менән шөғөлләнә. Был уҡыусыларҙа көс, сыҙамлылыҡты үҫтерә, физик яҡтан нығынырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ баскетбол тиҙ генә ҡарарҙар ҡабул итергә, тактика һәм стратегия өҫтөндә эшләргә өйрәтә, тимәк, логик фекерләү үҫешен нығыта, хәтерҙе яҡшырта.
Лицейҙа күп төрлө түңәрәктәр эшләй. Балалар бик теләп ҡурай, вокал, бейеү, футбол һәм карате менән шөғөлләнә, инглиз телен өйрәнә, рәсем, ҡул көрәше һәм башҡа түңәрәктәргә йөрөй. 2-се Башҡорт лицейы инновацион белем биреү практикаларын индереп, уҡыусыларҙың һәр яҡлап үҫеше өсөн бөтә кәрәкле шарттар булдырып, ышаныслы алға барыуын дауам итә. Башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына иғтибар һәм ихтирам тәрбиәләүсе белем усағы булып ҡала килә.
Азат АҠМАНОВ, Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы директоры: Гимназия сифатлы белем биреү һәм шәхесте һәр яҡлап үҫтереү традицияларын дауам итеп, уңышлы эшләп килә. 2024-2025 йылғы уҡыу йылын тамамлаған һуңғы ҡыңғырау 11-се синыфтағы 67 уҡыусы һәм 9-сы синыфтағы 123 уҡыусы өсөн яңғыраны. 22 уҡыусының 11-енең синыфты миҙал менән тамамлауы уҡыу кимәленең, балаларҙың тырыш һәм белемгә ынтылыштарының юғарылығын асыҡ һөйләй. Шулай уҡ беҙҙең уҡыусылар химия, биология, физика фәндәре буйынса БДИ-ла юғары балдар йыйҙы.
Һәр уҡыу йылы барышында гимназия уҡыусылары төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша. Былтырғы уҡыу йылында төрлө фәндәр буйынса республика этабындағы олимпиадаларҙағы һөҙөмтәләр ҡыуаныслы булды. Атап әйткәндә, 5 гимназист еңеүсе исеменә лайыҡ булһа, 11 уҡыусыбыҙ призлы урындар яуланы. Улар Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабында ҡатнашып, гимназияның, баш ҡаланың һәм, ғөмүмән, республиканың бәҫен күтәрҙе.
Ағымдағы уҡыу йылында гимназияла 1560 бала белем ала. Уларҙың һәр береһе үҙҙәрен һәләтле һәм әүҙем гимназист итеп таныта, уҡыуҙа, спортта, ижадта юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Йыл һайын беҙҙең гимназияла "Мостай уҡыуҙары" традицион сараһы уҙа. Беҙҙең төп сараға әйләнгән был матур, күркәм конкурс бөтә республиканан һәләтле уҡыусыларҙы йыя. Тикшеренеү эштәре, әҙәби ижад һәм художестволы уҡыу кеүек номинацияларҙан торған был конкурс барышында улар үҙҙәренең белемен, ижади һәләттәрен күрһәтә, тиҫтерҙәре менән аралаша.
Гимназияла уҡыусыларға үҙ һәләттәрен асырға ярҙам иткән думбра, ҡумыҙ, ҡурай түңәрәктәре, мәктәп театры һәм вокал ансамбле, уҡтан атыу, милли спорт төрҙәре секциялары эшләй. Мәктәптә этнографик түңәрәктәр, фольклор ансамблдәре, милли байрамдар һәм саралар туған башҡорт телендә үтә. Уҡыусылар даими рәүештә туған тел һәм әҙәбиәт буйынса конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүсе була.
Гимназияла заманса белем биреү - ул цифрлы технологияларҙы ҡулланыуҙы, профилле предметтар буйынса практик дәрестәрҙе, өлкән класс уҡыусылары өсөн монографиялар һәм ғилми эштәр яҙыуҙы, шулай уҡ интерактив уҡыу формаларын үҙ эсенә ала. Гимназияла цифрлы белем биреү үҙәге эшләй, унда уҡыусылар программалауҙы, робототехниканы һәм 3D-моделдәрҙе үҙләштерә. Бындай комплекслы ҡараш арҡаһында сығарылыш уҡыусыларының 98 проценты юғары уҡыу йорттарына уңышлы уҡырға инә, унда тәүге көндәрҙән үк юғары әҙерлек кимәлен күрһәтә. Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы юғары белем биреү стандарттарын һаҡлап, үҫеп килеүсе быуынды һәр яҡлап үҫтереү өсөн бөтә шарттар тыуҙырып, ышаныслы алға барыуын дауам итә.
Венер САБАНЧИН, Күмертау ҡалаһындағы Республика политехник лицей-интернаты директоры: Республика политехник лицей-интернаты Башҡортостандың көньяҡ ҡапҡаһындағы мәртәбәле белем усағы һанала. Ул 1997 йылдың 3 июлендә ауылдан сыҡҡан һәләтле егеттәрҙе техник юғары уҡыу йорттарына, физика-математика факультеттарына уҡырға инергә әҙерләү маҡсатында асыла.
Уҡыу йортоноң эшлекле коллективын 2020 йылдан етәкләйем. 2024 йылда мәктәп пилотһыҙ һауа суднолары (БПЛА) эшләүсе инженер кластары булдырырға мөмкинлек биргән федераль программаға инде һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уның талаптарын үтәп сыҡты. Кластарҙы йыһазландырып, техника алып, педагогтарҙы Ҡаҙан ҡалаһына ебәреп уҡытып алып, ошо йүнәлештә уҡыусыларға белем бирә башланыҡ. Балалар тиҙ арала үҙҙәре был аппараттарҙы программалай, йыя һәм уларҙы осорорға өйрәнә башланы.
Быйылғы уҡыу йылында лицейҙа 322 бала уҡый. Уларҙың күбеһе -Көйөргәҙе, Ейәнсура, Сибай, Йылайыр яҡтарынан килгән балалар. Ырымбур өлкәһенән дә уҡыусылар бар. Интернатта 149 бала йәшәй.
Былтырғы сығарылыштың 38 уҡыусыһынан 17-һе уҡыу йортон миҙал менән тамамланы. Быйыл да яҡшы өлгәшкәндәр шул сама. Был лицейҙы тамамлап сыҡҡандар Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек Рәсәйҙең ҙур ҡалаларының юғары уҡыу йорттарына ынтыла һәм, уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлап сығалар.
Балаларға уҡыу өсөн бөтә мөмкинлектәр бар, йылдан-йыл лицейыбыҙҙы төрлө яҡлап йыһазландырып торабыҙ. Бында эшләгән 78 хеҙмәткәрҙең 20-һе уҡытыусы, етәүһе - тәрбиәсе. Барыһы ла юғары категорияға эйә.
Уҡытыусыларыбыҙ БР Мәғариф министрлығы тарафынан үткәрелгән төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, үҙҙәренең алдынғы тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Уҡыусыларыбыҙ ҙа һынатмай, олимпиадаларҙа, ярыштарҙа үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтә һәм лицейыбыҙ данын күтәрә.
Сәүиә БИКМӨХӘМӘТОВА, Салауат ҡалаһындағы 25-се Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы: Беҙҙең гимназия, ҡалалағы берҙән-бер милли уҡыу йорто. Әлеге көндә бында 784 уҡыусы уҡый, уларға балаларҙы ихлас яратҡан 45 юғары һәм беренсе квалификациялы, алдынғы ҡарашлы уҡытыусы белем бирә. Уҡытыу-тәрбиә эше юғары кимәлдә алып барыла. Сығарылыш уҡыусыларының белем сифаты, БДИ һөҙөмтәләре, балаларҙың олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙағы еңеүҙәре ошо уҡытыусыларыбыҙҙың хеҙмәт һөҙөмтәһе булып тора ла инде. Дәрестәрҙе, өҫтәмә факультатив курстарҙы ҡыҙыҡлы итеп ойоштороуҙан тыш, улар тәрбиәләнеүселәре менән ҡала, республика, Рәсәй кимәлендәге сараларҙа әүҙем ҡатнаша, призлы урындар яулай.
Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙең сығарылыш синыф уҡыусыларыбыҙ Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, Өфө, Ҡаҙан, Мәскәү, Санкт-Петербург һәм башҡа ҙур ҡалаларҙағы юғары уҡыу йорттарына бер ҡаршылыҡһыҙ уҡырға инә. Үткән уҡыу йылында 11-се класты 29 уҡыусы тамамланы, шуларҙың 3-һө алтын, 3-һө көмөш миҙал алыу бәхетенә иреште. Ә Кинйәбулатова Аделина урыҫ теленән Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйып, гимназияның данын тағы ла юғарыраҡ күтәрҙе.
Өлкән синыфтар өсөн белем алыу профилле математика йүнәлешендә ойошторола беҙҙә. 2022 йылда гимназия нигеҙендә "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә булдырылған "IT-куб" һанлы белем биреү үҙәге асылды. "IT-куб"та белем 6 йүнәлеш буйынса алып барыла: роботтарҙы программалау, Python, Java телдәрендә программалау, кибергигиена һәм ҙур мәғлүмәттәр менән эшләү, VR/AR ҡушымталар әҙерләү, алгоритмика һәм логика. Үҙәк өҫтәмә белем биреүҙе, заманса һанлы технологиялар һәм информатика тематикаһы буйынса сараларҙы, яһалма интеллект технологиялары менән танышыуҙы, шулай уҡ һанлы грамоталылыҡ һәм һанлы хәүефһеҙлекте тәьмин итә. "IT-куб" кабинеттары иң заманса техника, компьютерҙар, программа комплекстары менән йыһазландырылған. Үҙәктә 5-сенән алып 11-сегә тиклемге класс уҡыусылары шөғөлләнә һәм иң мөһиме: балалар өҫтәмә белемде бушлай ала.
Башҡорт гимназияһы уҡыусылары физкультура һәм спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Улар йыл һайын тиерлек ҡала кимәлендә үткәрелгән волейбол, мини-футбол, "Оранжевый мяч" һәм "КЭС-БАСКЕТ" баскетболы һәм саңғы уҙышы, "Зарница" уйындары буйынса еңеүселәр рәтендә.
Тарихын белгән, тыуған илен һөйгән быуындың нигеҙе лә ныҡ. Гимназияла 1998 йылдан алып этнография музейы эшләп килә. Бында гимназия тарихы тураһында бай мәғлүмәттәр тупланған. Шулай уҡ башҡорт халҡының боронғо тормош-көнкүреше хаҡында ла ҡыҙыҡлы ҡомартҡылар йыйылған. Музей 2009 йылда "Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы мәктәп музейы" исеменә лайыҡ булды, ә 2023 йылда мәктәп музейҙарының Бөтә Рәсәй Федераль реестрына индерелде.
2022 йылда гимназия базаһында Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге тәүге класс булдырылды, класта 27 уҡыусы уҡый башланы. 2023/24 уҡыу йылында йәнә бер класс асылды. Үткән уҡыу йылында V класта тағы ла 29 бала шайморатовсылар рәтенә баҫты. Шулай итеп, быйылғы уҡыу йылында гимназияла өс шайморатовсылар класы бар. Йәш шайморатовсылар үҙ алдына "Шайморатовсы" исемен лайыҡлы йөрөтөргә, Башҡортостанға һәм Рәсәйгә тоғро булырға, Тыуған ил өсөн һәләк булыусылар исеменә тап төшөрмәҫкә, төплө белем алырға тигән оло маҡсат ҡуйып йәшәй. Үткән уҡыу йылында Өфө ҡалаһында үткәрелгән "Ҡышҡы Шайморатов уйындары"нда ярышта ҡатнашҡан 36 команда араһында гимназияның бишенсе класс уҡыусыларынан торған шайморатовсылар командаһы призер булды. Ошо уҡ синыф уҡыусыһы Хәсәнова Динара "Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен иң яҡшы белеүсе" номинацияһында еңеүсе булды.
Гимназия уҡыусылары халҡыбыҙҙың рухи мираҫы булған мәшһүр "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр бәйгеләрендә ҡатнашмай ҡалғаны юҡ. 2023-2024 уҡыу йылында үткән төбәк-ара бәйгелә эпостан өҙөк сәхнәләштереүҙә яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, гимназия командаһы Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы дипломына, иҫтәлекле бүләккә лайыҡ булды. Булат Әбүбәкеровҡа Ҡатил батша ролен оҫта уйнағаны өсөн ғалимә һәм сәсәниә Розалия Солтангәрәева үҙенең махсус призын тапшырҙы. Ә инде эпосты яттан һөйләү турында Нургизә Әбделмәноваға "Киске Өфө" гәзитенең махсус призы бирелде.
Шулай итеп, гимназиябыҙ һәр ваҡыт үҫеш юлында. Бөтә Рәсәй "Почет китабы" федераль реестрына ингән, "Мәғариф" өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында үткәрелгән конкурста ҡатнашып, бер миллион һумлыҡ грант алыуға ирешкән инновацион белем йорто яңынан-яңы үрҙәр яулай. Тынғыһыҙ, эш тип янып йәшәгән директорыбыҙ Ильвира Ғилметдин ҡыҙы Фәхретдинова етәкселегендә белем усағының тағы ла ҙурыраҡ уңыштары, яулайһы ҡаҙаныштары алда булһын.
Ләлә РАФИҠОВА, Мәләүез ҡалаһының Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы Башҡорт гимназияһы директоры: Гимназия коллективы былтырғы уҡыу йылын ҙур уңыштар менән тамамлап, яңы уҡыу йылын яңы өмөттәр һәм маҡсаттар менән ҡаршы алды. Уҡыусылар төрлө олимпиадалар, конкурстарҙа һәм фәнни-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнашып, күпләп еңеү яуланы. Мәҫәлән, 10-сы класс уҡыусыһы Иркә Иҫәнбирҙинә Төньяҡ-көнсығыш уҡыусылар олимпиадаһының призеры; 9-сы класс уҡыусыһы Азалия Маликова республика "Ғилем" ғилми-тикшеренеү эштәре һәм проекттары конкурсының призеры; 9-сы класс уҡыусыһы Билал Биков, 3-сө класс уҡыусыһы Илсур Абдрахманов - яҙыусы Булат Рафиҡовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышланған муниципаль шиғырҙар бәйгеһендә призлы урындар яулаусылар.
Уҡытыусылар уҡытыу һәм тәрбиәләү эшенә заманса алымдар индереп, балаларҙың белем биреү кимәлен күтәреү өсөн тырышып эшләне. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Нәфисә Ҡотлосурина - "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2025" төбәк-ара конкурсының республика этабында номинация еңеүсеһе.
Беҙҙең гимназия 1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе, Кинйә Арыҫлановҡа арналған "Арыҫланов уҡыуҙары"н Мәләүез районы мәғариф идаралығы, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә быйыл дүртенсе тапҡыр үткәрҙе. Республика кимәлендәге был фәнни-ғәмәли конференцияла Башҡортостан Республикаһы дөйөм белем биреү ойошмаларының 3-11-се класс уҡыусылары ҡатнашты. 548 эҙләнеү эше ҡабул ителде һәм 88 призлы урын билдәләнде.
Шулай уҡ гимназияның үҙенсәлекле яңылығы булған шайморатовсылар кластарында уҡыу ҙа, тәрбиә лә юғары кимәлдә алып барыла. Был класта әхлаҡи ҡиммәттәргә, илһөйәрлек һәм рухи үҫешкә өҫтөнлөк бирелә. Шайморатовсылар класының уҡыусылары ла төрлө район-ара һәм республика кимәлендә үткән сараларҙа үҙҙәренең һәләттәрен һәм белемен күрһәтеп, гимназияның данын күтәрәләр.
Дөйөм алғанда, 1997 йылда нигеҙ һалынған, белемгә, тырышлыҡҡа һәм йәмғиәткә яуаплы ҡараш тәрбиәләүсе был гимназия тотороҡло үҫеш юлында, үҙенең төрлө проекттары менән киң танылған. Уҡыу корпусында заманса лабораториялар, спорт залдары һәм кәрәкле техник йыһаздар бар, был уҡыусыларға яҡшы шарттар тыуҙыра. Яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса беҙҙең уҡыу йорто йыл һайын яҡшы яҡтан билдәләнә, был да белем биреү системаһының үҫешен күрһәтә.
"Киске Өфө" гәзите, №41, 17 - 23 октябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА