
Әле лә, шул күренеште иҫкә төшөрәм дә, илайым. Минеңсә, атайым үҙен бер ваҡытта ла, бер ҡасан да, хатта һуғыш мәлендә күҙе йәрәхәтләнгән саҡта ла, меҫкен итеп күрһәтмәгән. Тик шул ваҡытта, бер мәртәбә генә, ул үҙенең йомшаҡ күңелле, бирешеүсән кеше була белеүен дә күрһәтте. Бына шуға илайым да инде, сөнки атайым бихисап кеше араһынан тик миңә генә үҙенең асылын тулыһынса күрһәтергә баҙнат итте. Тимәк, уның иң яратҡан кешеһе мин булғанмын. Илауымдың сәбәбе шунда: үҙе иҫән саҡта уға ҡарата йөрөткән тойғоларымды әйтеп өлгөрә алмай ҡалдым. Бөгөн, һуңлап булһа ла, әйтәйем: атайым, атаҡайым, мин дә һине бик яраттым! Бик-бик яраттым!
Әйткәнемсә, ала һыйыр ҙа һатылды, уның артынса уҡ тормошобоҙҙан ҡот та китте. Ышанһағыҙ - ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ - ышанмағыҙ, Ҡоттоң китеүенә беҙ өс кеше шаһит булдыҡ. Ул мәлдә Алаҡайыбыҙ иҫән ине әле: һатылырына ярты йыл самаһы ваҡыт ҡалғайны. Ике ағайым өйҙә юҡ: улар Сибайға уҡырға киткәйне инде.
Ҡышҡы төндәрҙең береһендә, йоҡлап ятһам, кемдер, ышыра баҫып, тышҡа сығып китте. Өй ишеге асылғаны, солан ишеге шартылдап ябылғаны бик асыҡ ишетелде. Ҡабаланмай ғына һалмаҡ атлағанлыҡтан, сығып китеүсе йә атайым, йә әсәйемдер, тип уйланым. Бер ни тиклем ятҡас, кәүҙәмде бороп, уңайлабыраҡ ятайым тиһәм, төпкө бүлмәнән әсәйемдең тауышы ишетелде: "Самат! Самат!" "Мин бында", - тип яуапланым ятҡан урынымдан. "Кем сығып китте һуң?" "Атайҙыр, - тинем, - мин уға оҡшаттым". "Атаң бында лаһа, - тине әсәйем, бер аҙ ризаһыҙлыҡ менән. - Һин сыҡҡанһыңдыр. Шул арала сыға һалып та индеңме?" Был юлы минең яҡтан ризаһыҙлыҡ белдерелде: "Мин урынымдан торғаным да юҡ!" Шул саҡ төпкө бүлмәнән атайымдың да тауышы ишетелде: "Кемдер сыҡты. Ҡана ҡарап инәйем әле". Ул минең яҡҡа килеп сыҡты, бүлмәне яҡтыртты. Мин дә торҙом. Ҡараныҡ: ишек келәһе кис эленгән көйө. Соланға сыҡтыҡ - шул уҡ хәл. Солан ишеген асып, тышҡа күҙ һалдыҡ. Ай яҡтыһында йымылдап ятҡан аҡҡош мамығы кеүек үтә күренмәле елбәҙәк ҡар өҫтөндә эҙ-фәлән юҡ ине. Кире өйгә индек. Аптырашып, ошо хәл хаҡында оҙаҡ ҡына һөйләшеп яттыҡ. Өсөбөҙ ҙә асыҡ ҡына ишеткәйне шул: кемдер тауышланып сығып китте, ә кем икәне билдәһеҙ.
Ахыр сиктә әсәйем иҙәндә йоҡлап ятҡан һеңле-ҡустыларыбыҙҙы ла барлап сыҡты - улар урынында ине. Өсөбөҙ ҙә, ни әйтергә лә белмәйенсә, яңынан йоҡоға талдыҡ. Был ваҡиға яйлап онотолдо. Ошо хәтирәләремде яҙып ултырғанда, шул ваҡытта аптырағандарыбыҙ яңынан иҫкә төштө. Мин бөгөн шундай һығымтаға киләм: ана шул төндә йортобоҙҙан Ҡот сығып китте. "Бәхетле заманаларығыҙ үтеп бара, хөрмәтлеләрем. Мин һеҙҙе ташлап китәм, әҙер булығыҙ", - тип әйтергә теләгәндер Ул үҙ телендә.
Бәхетле йәшәгәнебеҙҙә теүәл бер тиҫтә йән инек беҙ. Бөгөн шуларҙан алты йән ҡалдыҡ. Киткәндәргә лә ауыр, имен ҡалғандарына ла еңел түгел. Һуңғыларына донъяның әсеһен, сөсөһөнә ҡарағанда, күберәк татырға тура килде. Һуңғы оло ҡайғы килгәндән һуң, әсәйемдең әсе күҙ йәштәре түгеп илағаны һаман хәтеремдә. "Бөтә балаларым да, бабайым да имен саҡта ауыр то-йолған заманалар иң бәхетле көндәрем булған икән... Йонсоу көндәрҙә һеҙҙең ҡойоға батҡан итектәрегеҙҙе йыуып арығандарымда ниңә генә уфтандым икән, Хоҙайым! Соҡорайышып ҡатҡан ете пар итегегеҙ яңынан теҙелешеп ултырыуын бик теләр инем дә бит, кире ҡайтарып булмай шул үткән көндәрҙе!" Әсәйем ошо һүҙҙәрҙе әйтеп һыҡтағанда, йөрәкәйҙәрем ярылып китә яҙҙы. Минең өсөн дә ул йылдар үтә ҡәҙерле ине шул...
Ала һыйырҙың рәнйеүҙәре иң алда атайымдың башына төштө. Иткә тапшырылыуына ун өс ай үтеп өлгөрҙөмө-юҡмы, уның йәне лә Алаҡайҙыҡы артынан осоп китте. Һуңғы дүрт көнөнөң өс көнөндә ул тәгәрәп йөрөп ауырыны. Дүртенсе көнөндә матур итеп кейенде, балалары менән ипле генә итеп, йылмайып хушлашты ла Баймаҡҡа китте. Иртәгеһенә үк кире әйләнеп ҡайтты, тик үлек хәлендә. Шул йылда уға ни бары дүрт тиҫтә лә дүрт йәш кенә тулғайны. Шулай ҙа яҙмыш уға ҡарата мәрхәмәтлерәк булды - ғаиләһенә төшәсәк ҡайғыларҙы күреүҙән Аллаһ Тағәлә уны азат итте.
Атайым иҫ киткес түҙемле, сабыр һәм тырыш кеше булды. Мөәзин булған өсөн атаһы Фаруҡты Өфөгә килтереп һәләк иткәстәр, иң өлкән бала булараҡ, үҙенән бәләкәйерәк ҡусты-һеңлеләрен аҫрау өсөн, ун бер йәшенән өлкәндәр менән бер ҡатар эшләп йөрөргә тура килә уға. Яҙҙарын, боҙло һыуҙа яланаяҡ тороп, Кейәүештенән һал ағыҙа, йәйҙәрен бесән саба, мал ҡарай. Уҡыуға ла бик һәләтле була. "Атаң өс синыф белеме менән, дүрт йыл уҡымай йөрөп, алтынсыла беҙгә килеп ҡушылып уҡып китте, - тип һөйләй торғайны әсәйем. - Әммә беҙҙе бик тиҙ ҡыуып етте: йыл аҙағына иң яҡшы уҡыған балалар рәтендә йөрөнө". Атайым күп һөйләргә яратманы, күҙ ҡарашы менән генә етәкселек итте беҙҙе тәрбиәләгәндә. Эште, ялды дөрөҫ сиратлаштырып, бөтә нәмәне тейешенсә башҡарырға өйрәтте ул балаларын. Үҙенең тормошо, һуғышта күргән михнәттәре хаҡында бер ауыҙ һүҙ әйткәне булманы. Шул уҡ ваҡытта тырызы тиҙ ҡубыусан булды. Үсекһә, аҙналар буйы яҙыла алмауы менән әсәйемдең теңкәһен ҡорота торғайны. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙ уны хөрмәт иттек һәм яраттыҡ.
Алаҡайҙың һөтөн иң күп имгән бала булғанғалыр инде, Фәрит ағайыма һынауҙарҙың иң ҡатылары төштө. Уға ун бер йыллыҡ уҡыу, өс йыллыҡ хәрби хеҙмәт эләкте. Хәрби хеҙмәттә саҡта китер алдынан ғына танышҡан ҡыҙы фажиғәле һәләк булды.
Имен сағында ул ҡыҙҙы мин бер тапҡыр ғына күреп ҡалдым. Башланғыс мәктәп уҡытыусыларын әҙерләгән уҡыу йортонда тәүге йыл ғына уҡый инем мин ул мәлдә. Кемдер мине, әйҙә, еңгәңде күрһәтәм, тип, күшеләге ятаҡҡа алып китте.
Яҙғы йылы иртә ине. Сәғәт ун бер тирәһе булғандыр. Яҡты, таҙа бер бүлмәгә килеп индек. Бүлмә эсендә яҡтылыҡ менән күләгә бер-береһе менән шаярышып уйнай ине. Тәҙрә эргәһендә үҫкән бейек тирәктәр елгә сайҡалған саҡта, ҡояш бәпкәләре йә осоп китәләр, йә кире урындарына килеп ҡуналар. Мине алып йөрөгән кеше бүлмәләге өс ҡыҙ менән бер аҙ күңелле генә һөйләшеп торҙо ла, миңә күрһәтеп: "Фәриттең ҡустыһы Самат була был", - тине. Сәрүәр бүлмә уртаһындағы өҫтәл артында тора ине. "Фәриттең ҡустыһы" тигәнде ишеткәс, ул иғтибар менән миңә ҡараны. Мин дә, йылмайып, уға текләнем.
Бик һөйкөмлө башҡорт ҡыҙы булып сыҡты Сәрүәр! Бөтә булмышынан, ҡарашынан, һынынан, тәненән көс һәм ирәбәлек бөркөлөп тора ине уның. Буласаҡ еңгәм бөхтә итеп үтекләнгән ап-аҡ күлдәк һәм ҡап-ҡара йөбәләк кейгәйне. Сәрүәрҙә иң һоҡланландырғаны уның ирендәре булды. Улар ер еләге кеүек ҡыҙыл һәм тулы ине. Бер-беребеҙгә ҡарашып торғандан һуң, ул көлөп ебәрҙе. Ҡара сәстәрен нәзәкәтле хәрәкәт менән артҡа ташланы ла, аҡ йөҙөн тәҙрә яғына бороп, ҡапыл шул яҡҡа атлап китте... Сәрүәрҙең хәрәкәттәрендә, тышҡы күренешендә, ҡылыҡтарында минең өсөн бик яҡын да һәм, шул уҡ ваҡытта, бик һағындырғыс та, бойоҡторғос та бер нәмә бар ине. Ҡапыл, нишләптер, күңелем тулып китте, мине оло һағыш солғап алды. Ошо ҡыҙ минең өсөн үтә ҡәҙерле лә, үтә яҡын да булған кемделер хәтерләтте. Кем булырға мөмкин ине һуң ул?!
Ҡапыл иҫемә төштө: Сәрүәр миңә Алаҡайыбыҙҙы хәтерләтте! Эйе, ул да шул ике төҫтөң - ҡара менән аҡтың - ҡабатланмаҫ берҙәмлегенән торҙо бит! Ә атлап китеүҙәре: икеһенә лә шул уҡ еңеллек, әйтеп бөтөргөһөҙ күркәмлек хас. Айырма тик шунда ғына: Алаҡайҙың башын гәрәбә төҫөндәге мөгөҙ осҡоналары биҙәгән булһа, Сәрүәрҙе еләк кеүек тулып бешкән ирендәре матурлап торҙо...
Яҙҙың һуңғы айының тәүге көнөндә Сәрүәр Талҡаҫ күлендә батып үлде. Кемдәрҙер менән ул да күл уртаһына йөҙөп киткән. Кәмә тишек булып, бөтәһе лә һыу эсендә тороп ҡалған. Егеттәр араһынан бер генә ҡорбан да булманы, ә бына Сәрүәрҙе күл тереләй йотто. Уның кәүҙәһен бер нисә көн таба алманылар. Аҙағыраҡ ҡына һалҡын тулҡындар уны ярға килтереп һары ҡамыштар өҫтөнә һалып киткән.
...Мәйеттәр һаҡланған йорт беҙҙең ятаҡ эргәһендә генә булып сыҡты. Мин дә, шунда барып, ағайыма - ҡатын, миңә - еңгә, атай-әсәйемә - килен булырға яҙмаған ҡыҙға һуңғы тапҡыр ҡарап торҙом. Уның кәүҙәһенә мин баш яғынан яҡынлаштым. Күкрәгенән түбән яғы ҡалын туҡыма менән ябылғайны. Туҡыманың өҫкө сите Сәрүәрҙең ҡалҡыу күкрәктәре өҫтөнән үткәне хәтерҙә. Тере саҡта ап-аҡ итеп йыуылған һәм бөхтә итеп үтекләнгән күлдәге таушалып, һарғылт төҫкә ингәйне. Күлдәк урыны-урыны менән Талҡаҫ ҡомонан сыбарланғайны. Йөҙө тыныс, үтә тыныс ине Сәрүәрҙең. Йомоҡ күҙҙәренә ҡараһаң, йоҡлағандай ята ине ул. Ирендәре һис кенә лә матурлығын юғалтмағайны, тик саҡ ҡына сөгөлдөр төҫөнә ингәйне. Мин, ағайымдың балаларына - әсә, үҙемә еңгә булырға яҙмаған ҡыҙ менән өнһөҙ генә хушлашып, тышҡа сыҡтым. Керпек-тәрем ҡоп-ҡоро булһа ла, күҙ йәштәренән торған ҡайнар диңгеҙ эскенәләремде аяуһыҙ өтә ине.
Ғаиләбеҙҙәге ете бала араһынан йолҡоп алынған тәүге йән Әхәт ағайымдыҡы булды. Ағайым менән үҙемдең арала булған мөнәсәбәттәрҙе әле лә аңлап етә алмайым. Икәүбеҙ айырылғыһыҙ дуҫлашып киткән мәлдәр ҙә, урам тултырып тас та тос һуғышып киткән саҡтар ҙа йыш булды. Быға шул сәбәпсе булғандыр: арабыҙҙағы йәш айырмаһы ике йылға ла тулмай ине бит. Бер үк әйбергә дәғүә иткән, бер үк ҡыҙҙы яратҡан, бер үк китапты икебеҙ бер юлы уҡыған мәлдә көс һынашырға тура килде, ә бер үк дошман менән көрәшкән, ауыр эште тиҙ башҡарырға кәрәк булған мәлдәрҙә татыулашып китә торғайныҡ.
Ғаиләгеҙҙәге иң аҡыллы кеше кем булды, тип һораһағыҙ, шикләнмәйенсә әйтә алам: ул Әхәт ағайым булды. Ун биш йәшендә беҙҙән, бала-сағанан, ғына түгел, атайымдан да уҡымышлыраҡ булып китте ул. Урыҫ телен ул шундай яҡшы белде, хатта юғары белемле тел уҡытыусылары ла уны һоҡланып тыңлай торғайны. Әсәйем уға иркәләп "Ҡушбаш" тип өндәште. Бының сәбәбе шунда: Әхәт ағайымдың башы ике өлөштән торҙо. Башы алдан ҡәҙимге генә башланып китһә лә, йомороланырға тейешле урында тағы ярты баш самаһы артҡа сығыбыраҡ торғаны иҫтә ҡалған. Сәстәре бик матур ине уның: ҡарағусҡыл төҫтә булды һәм еңелсә генә бөҙрәләнеп торҙо улар. Йөҙгә лә ҡупшы ине ағайым. Шуны онота алмайым: туйымда ҡайынбикәләремдең береһе миңә күҙ һирпеп алды ла, йәлләберәк: "Әхәт ҡоҙа Сибайҙың иң матур ире икән", - тип ҡуйҙы. Кәйефем бер аҙға ҡырылып торҙо ла аҙаҡ яҙылды - дөрөҫ һүҙгә ни әйтәһең инде!
Етмеш етенсе йылдың ҡышында беҙ Әхәт ағайымдың утыҙ йәшен билдәләп үттек. Мәжлескә туғандарҙың һәммәһе лә килгәйне. Инде табынды асайыҡ тиһәк, баш өҫтөндә янып торған өс шәмдең иң яҡтыһы һүнде лә ҡуйҙы. Әхәт ағайым, бер аҙ сабыр итегеҙ, туғандар, тип шәмде яндырыу менән мәшғүл булып китте. Тик, күпме генә тырышмаһын, яндыра алманы. Мәжлесте шул һүрәнерәк яҡтылыҡта башлап ебәрергә тура килде. Мин, ағайыма бүләккә тип, ҡумтаға һәйбәтләп тултырылған ҡоралдар йыйылмаһы алғайным. Биш ай үттеме-юҡмы, шул ҡоралдар араһынан бәләкәй генә сүкеште алып, ҡыҙыл бәрхәт менән көпләнгән табуттың бер мөйөшөндәге сөйҙәрҙе яҡшылап ҡатып сыҡтым. Табут эсендә Әхәт ағайымдың йәнһеҙ кәүҙәһе ята ине.
Үлер алдынан ағайым бөтә ҡаланы урап сыҡты: ҡайһы бер туғандарына инеп бурыстарын бирҙе, бәғзеләре менән һөйләшеп кенә ултырҙы. Быға мин, әлбиттә, үҙем шаһит булманым - аҙаҡ ишеткәндәрҙе йомғаҡлап ҡына әйтәм. Беҙгә килеп ингәндә, Әхәт ағайым әҙерәк арыған һымағыраҡ ине. "Эшкә бармаҫҡа ла уйлағайным, ниңәлер эс йомшабыраҡ тора. Шулай ҙа барырға булдым. Бөгөн төнгөлөккә - ике сәғәт ярымдан ер аҫтына төшәбеҙ", - тигәне иҫтә ҡалған. Сығыр алдынан ул ишекте асты, асҡан көйө нурлы йөҙөн бороп миңә бер аҙ ҡарап торҙо. Мин дә уға ҡарап йылмайып ултырҙым. Ни өсөндөр миңә бик-бик рәхәт ине. Ағайым сыға биргән һымағыраҡ итте лә, кире инеп: "Ҡана, ошо тотҡаны һөртәйем әле. Балаларға минән ауырыу йоғоп ҡуймаһын", - тине. Ошо һүҙҙәрҙе әйткән мәлдә йәшел бишмәтенең сабыуы менән ишек тотҡаһын һөртөп торҙо.
Ағайым сығып китте, уның артынса уҡ мунсаға юлландым. Йыуынып сығыуыма тәбиғәт йәнләнеп киткәйне, сөнки әле генә йылы ямғыр яуып үткәйне. Болоттарҙың ҡойроғо, ямғыр һыҙаттарын ҡыя төшөрөп, Ирәндек яғына китеп бара ине. Шул саҡ көслө шартлау яңғыраны. Файҙалы ҡаҙылдыҡтар сығарыу өсөн өңөлгән ғәләмәт ҙур соҡор өҫтөнә ҡап-ҡара төтөн бағанаһы ҡалҡып сыҡты.
Әүлиә булһам, ошо ямғырҙың һәм шул төтөндөң ни тиклем дә хәүефле икәнен һис шикһеҙ аңлар инем. Ағайым эшләгән урынға йүгереп барып етер ҙә, аяғына ҡолап: "Төшмә, зинһар өсөн, төшмә бөгөн ер аҫтына! Төшмә!!!" - тип ялбарыр инем. Улай эшләмәнем шул: бөгөн дә әүлиә түгелмен, ул мәлдә лә әүлиә түгел инем. Бер нәмә лә уйламай, ҡайтып киттем. Ҡайтып етеп сәй эсеп ултырғанымда ла ағайым иҫән булған әле. Киске биш тирәһендә уның эргәһендә барған мөһабәт кәүҙәле урыҫ егете өнһөҙ генә ергә ауған. Уға ярҙамға ташланған ағайым да, ағыулы һауа һулап, иптәше эргәһенә тауышһыҙ ғына барып йығылған. Ҡалған ирҙәр, аҡылдан яҙғандай, кире яҡҡа һыпыртҡан. Улар бөтәһе лә имен ҡалды, ә ағайым менән урыҫ егетенең йәндәре, парланышып, беҙ белмәгән яҡтарға осоп китте. Ошо ике йән, тәғәйенләнгән урындарына осоп барғанында, үҙ исемдәрен ҡысҡырған тауыш ишетә. Ағайым менән урыҫ егетен ҡотҡарам тип һәләк булған Шәфҡәт исемле батыр егеттең йәне булып сыға был.
Шәфҡәт төп төркөмдән арттараҡ килгән була, һәм ҡасып барыусы ирҙәр уның эргәһенән йән-фарман йүгереп үтә. Кемеһелер, бер аҙға ғына туҡтап: "Һауа... ағыуланған... кире борол", - тип бышылдай ҙа башҡалар артынан төшә. Шәфҡәт әрнеүле тауыш менән: "Ҡурҡаҡтар!" - тип ҡысҡыра ла, ағыулы һауаны үткәрмәй торған битлектең мөштөгөн ауыҙына ҡабып, ағайым менән урыҫ егетенең кәүҙәләре ятҡан яҡҡа ташлана. Тик, дуҫтарына ун биш-егерме самаһы аҙым ҡалғас, Шәфҡәт тә иҫһеҙ килеш ергә ауа, сөнки ни сәбәптәндер ауыҙынан мөштөгө ысҡынып китә.
Ағыуланған һауа һулап, өс егет ана шулай, ғазапланмайынса ғына, яҡты донъянан китеп барҙы. Уларҙың иң олоһо Әхәт ағайым булды - уға утыҙ йәш тулғайны. Ҡәҙерләп үҫтергән ҡыҙы Әлфиә менән улы Айрат етем ҡалдылар. Шәфҡәт иһә тәүге балаһының, ҡыҙ ғынаһының, тыуыуына шаһит булырға ла өлгөрә алмай ҡалды, ә урыҫ егетенең тәүге балаһы, ҡыҙына, бер йәш тә тулмағайны...
Азат ҡустым да беҙҙең арала оҙаҡ йәшәмәне. Алты малай, бер ҡыҙ араһындағы иң изгелекле йән ул булғандыр. Уның ҡыҫҡа ғына ғүмеркәйҙәре ситтә үтте. Ҡустымдың яҙмышын мин, нишләптер, Туҡай яҙмышына оҡшатып ҡуям. Ғаилә йылылығы татырға, үҙен яратҡан, үҙен аңлаған кешеләр араһында йәшәргә насип булманы уға. Донъға бишенсе бала булып килгәнлектән, ҡустымды сабый көйө генә өләсәйем тәрбиәһенә бирҙеләр. Ҡайтып бер аҙ үҙебеҙҙә йәшәгәйне, әсәйем, "кеше итәм" тип, уны Өфөнөң атаҡлы йыйылма мәктәбенә ебәрҙе. Был мәктәпте ҡустым яратманы. Яҙған хаттарының береһендә әйтелгән ошо ике һөйләм әле лә мейемдә әйләнеп йөрөй: "Эштәр һәйбәт бара. Салбарҙы хөздөләр..."
Ике йыл хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, уға димләп кәләш алып бирҙек. Юл аша ғына йәшәгән ҡайны-ҡәйнәһе, өйөндәге ҡатыны менән тиҫтә йыл самаһы мәшәҡәтләнгәндән һуң, Азат ҡустым үҙ теләге менән алыҫтарға, әҙәм заттарына таныш булмаған яҡтарға, китеп барҙы. Үҙенең күңелен йылыта алмаған ғаиләһе, күҙҙәренән һалҡынлыҡ бөркөлөп торған яңы туғандары менән ипле генә хушлашҡандыр ҙа дөм-ҡара донъяға һикергәндер...
* * *
Алаҡайҙы иткә тапшырыр алдынан, һыйырыбыҙҙы ла индереп, теүәл бер тиҫтә йән инек беҙ. Әле шуларҙың алтауһы, фани донъяның һүрән генә рәхәтлектәренән әҙ-мәҙ ауыҙ итеп, ҡайғы-хәсрәттәрен һемереп эсеп, яҙмыштың көн дә асылып-ябылып торған биттәрен уҡый-уҡый, ғүмер итә. Шулар араһында тик бер генә кеше бәхетле. Ул кеше - мин. Бәхетемдең серен шуның менән аңлатам: йәшәйеш серҙәрен сисергә өйрәндем мин. Шуға ла бер нимәнән дә, бер кемдән дә ҡурҡмайым. Хатта әҙәми заттарҙы дерелдәтеп тотҡан Әжәл дә бер ниндәй хәүефләнеү уятмай миндә. Дөрөҫөрәге, иң тоғро кәңәшсемә әйләнде Ул.
Йәшәйеш серҙәрен сисергә нисек өйрәндем һуң? Иң алда эсеүҙе бөтөнләйгә ташланым. Беренсе аҙымым шул булды. Мәжлестәрҙә, башҡа шуның кеүек урындарҙа эскән кешеләрҙең нисек хайуанға әйләнеүен күҙәтеп ултырған һайын, араҡының ни тиклем дә ытырғаныс, ни тиклем дә хәшәрәт нәмә икәненә нығыраҡ төшөнә барҙым. Икенсе аҙымым шул булды - бына ун ике йыл инде ауыҙыма ит тә, балыҡ та, йомортҡа ла алғаным юҡ. Ауыр аҙыҡ ашамағас, үҙемде тымыҡ һауала еңелсә генә елберҙәп йөҙгән үрмәкес ауына оҡшатам.
Икенсе аҙымымды туғандарымдың, таныштарымдың күбеһе оҡшатып етмәй. "Башҡорт борон-борондан ит ашаған, ә һин ашамайһың. Тимәк, һин башҡорт түгел", - тиҙәр ҡайһы берәүҙәре. Мин - башҡорт. Ошондай тыныс та, түҙемле лә, эскерһеҙ ҙә халыҡ араһында тыуғаныма, тәрбиәләнеүемә яҙмышыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Халҡымды мин бөтә күңелем менән яратам, тик тойғоларымды нисек әйтеп бирергә генә белмәйем. Бәлки, бер заман өйрәнермен.
Өсөнсө аҙымың нимәнән мәслихәт, тип һорарһығыҙ, бәлки. Әлегә әйтә алмайым. Мин бит үҙем һөйләмәйем - ала һыйыр бәйән иткәндәрҙе ҡағыҙ биттәренә төшөрә генә барам. Әле бына һыйырҡайым ҡолағыма шыбырлай: "Ошо әйткәндәрҙе яҙ ҙа туҡта. Нөктә ҡуй".
Алаҡайҙы тыңламай булдыра алмайым, сөнки ҡаныма, тәнемә, йәнемә, рухыма һеңешкән ул. Исемем дә Самат түгел. Исемем - Алаҡай.
Яҙып бөттөм 2002 йылдың ун етенсе ғинуарында.
(Аҙағы. Башы 38-42-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №43, 31 октябрь - 6 ноябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА