«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Бөгөн беҙҙең тормошобоҙҙа стресс сығанағы булырҙай ваҡиғалар күбәйҙе. Һеҙҙе нимә тетрәнеүҙәргә килтерә һәм был хәлдән һеҙ нисек арынаһығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺЫҢАР НӘСКЕЙ ОНОТОЛҒАН
+  - 

Бөгөн эшкә барышлай ФОК-ка инеп сығырға булдым әле. "Нишләп?" - тиһегеҙме. Нишләп... тип шул инде... шампунь ятып ҡалған. Берәүгә лә әйтә күрмәгеҙ. Сөнки барыбер кемдер, әй, әттәгенәһе, башыңды нисек онотманың, тип әйтәсәк. Ә минең күңел нескә генә. Бындай ауыр һүҙҙәрҙе, нишләптер, ауыр кисерәм. Шуға башҡаларҙың белмәүе хәйерле булыр. Ә шампунь кисә кис волейбол уйынынан һуң тороп ҡалған. Күңелле итеп уйнаныҡ. Аҙаҡ душ индек. Бына шул мәлдә шампунь онотолоп ҡалған да инде. Үҙемә ҡалһа, сумкама һалып алған һымаҡ инем. Ҡайтып ҡараһам, юҡ шампунь. Онотҡанмын. Бына шул ҡәһәр һуҡҡан шампунды алырға инеп барам әле ФОК-ка. Ирҙәрҙең сисенеү-кейенеү бүлмәһенә барып инһәм, йыйыштырыусы апай беҙҙең бүлмәнең иҙәнен йыуып йөрөй. Итәғәтле генә һаулыҡ һораштым.
- Һаумыһығыҙ!
Апай эшенән туҡтамай ғына миңә яуап бирә.
- Һаубыҙ, һаубыҙ.
Бүлмә иҙәнен бер аҙ тызый биргәс, эшен туҡтатып, ҡараштарын миңә юнәлтә.
- Йә, нәмәңде онототтоң?
Мин тик торғанда ҡаушап алдым да киттем.
- Теге... ней... кисә... шампунь тороп ҡалған... шуны алам, тип ингәйнем.
Апай көлөмһөрәп ҡуя.
- Аһ-аһ, нишләп тороп ҡалды икән ул? Әйҙә, ҡайттыҡ, тип әйткәйнеңме һуң?
Аптырағас, яуырындарҙы һикертеп ҡуям.
- Әйтеүен әйтмәгәйнем дә ул. Ә былай сумкаға һалған һымаҡ инем...
Минең һөйләп бөткәнде апай көтмәй. Ул тәҙрә төбөнә ымлай.
- Йә, ҡайһыһы һинеке?
Мин бер мәлгә аптырап ҡалам. Сөнки тәҙрә төбөндә өс шампунь ултыра. Ә ҡайһыһы икән минеке? Бынау ситтә ултырғаны микән? Әллә теге яҡ ситтәгеһе микән? Әллә уртала урын алған ҡыҙыл төҫтәгеһе микән? Былай бына шул ҡыҙылы күңелгә ятышлы ғына. Ә шулай ҙа, ошо минеке, тип әйтергә, нишләптер, күңел тартмай. Минең аптырап ҡалғанды күреп торған апай ҡыҙыл шампунды ҡулына ала.
- Күрәңме, бер ал... (алйотоғоҙ, тип саҡ әйтмәне, шикелле) аҡыллы башығыҙ ҡатынының шампунын тотоп килгән!
Мин күҙҙәрҙе селт-селт йомоп алам. Ә тап уның ҡатындарский икәнен ҡайҙан белде икән был апай?! Миңә ҡарап, апай ауыр уфтанып ҡуя.
- Уф, ошоларҙы.... Һеҙ аңыштырҙы... (артығыраҡ әйткәнен аңлап, ауыҙына усы менән һуғып-һуғып ала) үлтерә һуҡһаң да үс ҡанмаҫ. Исмаһам, һүрәтенә ҡарар инең.
Ысынлап та, ҡыҙыл төҫтәгеһенә бер апай һүрәте төшөрөлгән ине. Ә мин, алйот, тап шуны алырға тип уҡталып тора инем. Оятҡа ҡалына ине. Ярай әле Хоҙай араланы был бәләнән. Бындай ҡыуаныслы уйҙарҙан апайҙың һүҙе айнытып ебәрә. - Йә, хәҙер әйт, ҡайһы шампунь һинеке?
Хәҙер тәҙрә төбөндә ике шампунь ултыра. Ҡайһыһы икән минеке? Мин күҙ йомоп, уң яҡта ултырғанын алам. Шулай ҙа апай әйтеп ҡуя.
- Смәтри, малай, кеше шампунын тотоп ҡайтып китһәң...
Әммә ҡулға алған нәмәне кире биреп тороп булмай ҙа инде.
- Минең шампунь ошо!
Апай ҡулын һелтәп, көрһөнөп ҡуя. Шунан миңә ошолай өндәшә.
- Ҡайһы шампунь һинеке икәнен әйтәм, әгәр...
Үҙем дә һиҫмәҫтән, ҡулымдағы шампунға ҡарап ҡуям. Әллә минеке түгел микән?! Шул арала апай әйтә башлаған һүҙен тамамлап ҡуя.
- Әгәр минең бер генә һорауға дөрөҫ яуап бирһәң...
Ниндәй һорау икән? Дөрөҫ яуап бирә алырмын микән? Әммә мах биреп тороп булмай. Шуға мин эре генә сит телдә генә яуап бирәм.
- Ноу проблем!
Апай көлөмһөрәп яуап бирә.
- Ферштейн!
Ҡара әле, мин генә түгел, ә был апай ҙа сит телдә апаруҡ һупалай икән. Һиҙгәнһегеҙҙер, ферштейн тигәне беҙҙең телдә, килештек, була. Шул арала бүлмәнең төп яғына үтәбеҙ. Ҡара әле, апаруҡ нәмә тороп ҡала икән беҙҙән һуң. Кемдер таҫтамалын, кемдер футболкаһын, кемдер тағы әллә нәмәһен онотҡан. Шул арала апай ҡулына нәскей ала.
- Минең һорау ошолай - нисек һыңар нәскейҙе онотоп була?
Мин үҙем дә һиҙмәҫтән, салбар балаҡтарын бер аҙ өҫкә тарта биреп, нәскейҙәргә күҙ һалам. Шунан еңел һулап ҡуям. Аллаға шөкөр, кейгәнмен икән нәскейҙәрҙе. Шул арала апай һүҙен дауам итә.
- Шуныһы аптырамалы, нишләптер нәскейҙең һыңары ғына ятып ҡала. Уны нисек онотоп була икән? Үлтер, ә бына шуға баш етмәй.
Минең уйланып ҡалғанды күреп, апай һүҙен дауам итә.
- Ярай, бер нәскейҙе аяғыңа кейҙең, ә икенсеһен кеймәнең икән, тей. Шул килеш ишек төбөнә барып еттең икән, тей. Ботинкаларыңды кейә башланың икән, тей. Бына шул мәлдә икенсе аяҡта нәскей юҡ икәнен нисек күрмәҫкә була?..
Башты тырнап алғандан һуң, мин ҡыуаныстан ошолай яуап бирәм.
- Ә ул алмаш нәскей алып килгән. Һәм...
Шул мәл апай ихлас көлөп ебәрә.
- Өс нәскейен онотҡан! Буш нәмә һөйләп, кеше көлдөрмә әле.
Нисек дөрөҫ яуап табырға? Баш уйлай, әммә төплө яуап таба алмай. Ә шулай ҙа мин яуапһыҙ сығып китмәнем.
- Бының өсөн оҙайлы күнекмәләр кәрәк. Бары шунда ғына һөҙөмтә...
Әммә апай миңә һөйләп бөтөргә ирек бирмәй. Ул мине итәғәтле генә эткеләп-төрткөләп тигәндәй бүлмәнән сығарып ебәрә.
Әле бына шампунь тотоп, өйгә ҡайтып барам. Шуныһы бер аҙ күңелде ҡыра. Мин тәүҙә уны яңылыш алғанмын икән. Минеке тип ҡулыма алғаны, шайтан алғыры, гель для душа тигән нәмәкәй булған икән. Уныһын ҡулымдан апай һыпыра тартып алды. Шунан минең шампунды тоттороп ҡуйҙы. Ә шулай ҙа апайҙың теге һорауы баштан сыҡмай. Ысынлап та, һыңар нәскейҙе нисек онотоп була икән? Бәлки, дөрөҫ яуапты гәзит уҡыусылар араһынан кемдер беләлер.

Был хәбәр һөйләүсене
Әғләм ШӘРИПОВ тыңлап торҙо.

"Киске Өфө" гәзите, №43, 31 октябрь - 6 ноябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.10.25 | Ҡаралған: 19

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл бөгөн: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru