«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бөгөн беҙҙең тормошобоҙҙа стресс сығанағы булырҙай ваҡиғалар күбәйҙе. Һеҙҙе нимә тетрәнеүҙәргә килтерә һәм был хәлдән һеҙ нисек арынаһығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НИҢӘ ТУҠМАЛЫП ЙӘШӘЙҺЕҢ?
+  - 


Район ауылдарының береһендә ауыл хакимиәте вәкиле, айыҡ тормош өсөн етди эш алып барылыуға ҡарамаҫтан, ауыл халҡының һаман эскелектән арына алмауына зарланып: "Шуның арҡаһында күпме ғаилә емерелә, балалар етем ҡала, енәйәт ҡылына. Саҡматаштай ир-егет, донъя биҙәге булырҙай ҡатын-ҡыҙ меҫкенлеккә төшә. Бынау Вәсиләме һуң инде шулайтып йөрөрҙәй кеше..." - тине.

Вәсилә - биш балалы ҡатын. Эскелек арҡаһында яҙыҡ юлға баҫып, төрмәлә лә ултырып сыҡҡан. Ауылдаштары хәтерләүенсә, килен булып төшкәндә ҡурсаҡ кеүек булған ул. Ә нимә этәргән һуң уны боҙоҡ юлға баҫырға? Башҡаларға ғибрәт булмаҫмы тип, эскесе тигән даны сыҡҡан күп балалы ҡатындың йортона ыңғайланым.
Төбәп килгән йорттоң ҡоймаһы тәпәш кенә. Баҡса ла, ихата ла ус аяһындай күренеп тора. Баҡсаның буйынан-буйына матур итеп кер йыуып эленгән, йәш бала кейемдәре лә күренә. Түтәлдәрҙең тәрбиәле, ихатаның бөхтәлеге йорт хужаларының уңғанлығы тураһында һөйләй. Яңылыш килдем, ахыры, тип уйлап та өлгөрмәнем, ихатала башына аҡ яулыҡ ябынған ҡатын күренде. Ҡайҙан, ниндәй маҡсат менән килеүемде әйткәс, уның йөҙөндә ризаһыҙлыҡ сырайы сағылды. Шулай ҙа ҡапҡаны асып, мине ихатаға үткәрҙе. Бармаҡтары бер туҡтауһыҙ ҡалтырауы, ирен ситтәре тартышып ҡуйыуы һис тә "бахмур"ҙан булыуынан түгел, ә уның үткәндәргә ҡайтырға теләмәүенән тип аңланым. Буяуы күптән ҡояшҡа, ямғырға уңған, әммә таҙа итеп йыуылған тупһаға ултырҙы ла хәтер йомғағын һүтә башланы.
...Вәсилә Рәзифкә 16 йәштә генә кейәүгә сыға. Төҫкә матур, эшкә тилбер, һүҙгә оҫта егетте ысын күңелдән ярата. Иртәнән кискә тиклем урман эшендә йөрөгән ирен һағынып көтөп ала. Иркә ҡатындың ире эштән иртә ҡайта тигәндәй, Рәзифе лә эштән ашҡынып ҡайта. Тик уның һәр ваҡыт өйгә атлығып тороуының сәбәбе икенселә була: йәш ҡатынын тәүҙә сабыйынан, шунан күршеләренән, тора-бара туғандарынан, хатта үҙ атаһынан көнләшеүенән.
Икенсе балаларынан һуң һауығып та өлгөрмәгән көйө туҡмалғас, әсәһенә ҡайтып китә Вәсилә. Әммә Рәзифтең ҡулы ҡаты булһа ла, теле татлы була шул, айырылышырға тигән ныҡлы ҡарарға килһә лә, Вәсилә уның һүҙҙәренә ышана. Әсәһе лә, абынмаҫ - аяҡ, ярылмаҫ тояҡ булмаҫ, төҙәлер, тигәс, кире ҡайтырға ҡарар итә.
Тик өмөтө аҡланмай. Ире көнләшеүенән туҡтамай. Шул сәбәпле эшкә лә сығармай, үҙе өйҙә юҡ саҡта ҡатыны берәйһе менән осрашыр тип, иртә ҡайта, хатта эшкә бармай, һарай башында йәшенеп, "көндәшен" һағалап ятҡан саҡтары ла йыш була. Береһен дә тотмаһа ла, ҡатынын гел шулай нахаҡҡа рәнйетә, айныҡ килеш тә кеше ҡарағыһыҙ итеп туҡмап һалып ҡуя. Кеше күҙенә күренергә оялып, һыу алырға ла сыҡмаған ғәрсел ҡатынына бите күгәргән, танауы һынған, ирене шешкән ваҡытта ғына бер кем менән дә йөрөмәүенә ышана. Шул мәлдә ул Вәсиләгә айырым иғтибар, наҙ күрһәтә, ярата, иркәләй, балаларын тәрбиәләргә ярҙам итә, йорттағы бөтә эште йүгереп йөрөп үҙе эшләй. Тик Вәсиләһе уныҡы ғына булһын. Һыу эскеһеҙ булып һыҙланған ҡатынына йыш ҡына еңел булыр тип, араҡы ҡойоп бирә. Йәш ҡатын шулай эскегә өйрәнә. Был ваҡытта ғаиләлә биш бала була.
Күпме бау, бысаҡ, балта аҫтында ҡалһа ла, Вәсилә Рәзифкә яза биреү тураһында уйламай. Ул ғына ла түгел, хатта туғандарына, күршеләренә лә был хаҡта зарланмай. Ҡарынындағы һигеҙ айлыҡ баланы тибеп үлтергәндә лә, йығылдым, тип алдаша. Йөрәк тәңгәленә өс тапҡыр сәнселеп, үлем хәлендә дауаханаға эләккәс кенә бөтәһен дә һөйләп бирә. Янъялсы дүрт йылға иркенән мәхрүм ителә. Балаларының ауыҙынан өҙөп, иренә күстәнәс ташыйым тип, төрмә юлын күпме тапауын үҙе генә белә. Шул уҡ ваҡытта балаларын да ҡарай, йорт-ҡураһын да тәртиптә тота, колхозда ла эшләй - бөтәһенә лә өлгөрә. Тик зарарлы ғәҙәте - эскелектән генә арына алмай. Иҫереклеге менән урлашып, бер йыл төрмәлә лә ултырып сыға. Был ваҡытта балалары үҙ-үҙен ҡарар хәлдә була инде.
Рәзифтең ҡайтыр ваҡыты етә. Ултыртҡаны өсөн Вәсиләнән нисек үс алырға белмәгән ир төрмәнән үҙ өйөнә ҡайтмай, икенсе ҡатынға өйҙәш булып инә. Тик бының менән генә Вәсиләнең ҡара көндәре бөтмәй әле, Рәзиф ҡайҙа ғына барһа ла уны эҙәрлекләй, күҙәтә, туҡмай, ғәфү үтенә. Йөҙ түгел, мең тапҡыр ғәфү итә уны ҡатын. Ни өсөн шулай эшләгәнен үҙе лә аңламай Вәсилә.
Һылыулығын әле лә юғалтмаған был ҡатындың йөҙөндә, муйынында, ҡулында яра эҙҙәре күренә. Былары, әлбиттә, күҙгә күренгәне, ә күренмәгәне? Күңел яраһы күпме? Күпме күҙ йәше, ҡан түгелгән?
Яҙ көнө ҡаты ауырып, Вәсилә дауаханаға ята, уға ҡатмарлы операция тәғәйенләнә. Йәй - ҡыҙыу эш осоро булғас, операцияны көҙгә ҡалдырыуҙарын үтенә.
- Быйыл яҙ, ниһайәт, Рәзиф менән айырылыштым, - был һүҙҙәрҙе әйткәндә тәү тапҡыр уның йөҙөндә йылмайыу сатҡыһы күренде. - Балаларға ваҡытында, бәлки, улар теләгәнсә ярҙам итә, терәк була алмағанмындыр. Хәҙер ошо һаулыҡта уларҙың балаларын ҡарашырға насип итһен ине. Ситтән ҡараһаң, был, моғайын, боронғоларҙың "Һыуҙың тәме шишмә ҡороғас беленер" тигән һымаҡтыр. Шулай ҙа мин ҡалған ғүмеремде башҡасараҡ йәшәргә уйланым...
- Юҡ, Вәсилә апай, шишмәң ҡоромаған әле һинең. Ул ҡороһа, баҡсаңдағы сәскәләрең күптән һулыр ине, - тим.
- Көнләшеү - ул ауырыу, күңел сире. Уны дауалап булмай. Бер кем дә ул сиргә юлыҡмаһын һәм бер кемгә лә башҡа уның ҡорбаны булырға яҙмаһын ине, - тине ҡатын хушлашҡанда...
Әйткәндәй, халыҡ араһында иренән айырылған ҡатынды ғәйепләп ҡараусылар ҙа осрай. Айырылған ҡатын, тигән данды күтәрмәйем, балаларҙы атайһыҙ итмәйем, тип, ошо Вәсилә һымаҡ яҙмышты үҙ иткәндәр тураһында ни әйтмәк кәрәк? Дөрөҫмө был? Бер тапҡыр ғына бирелгән ғүмерҙе шулай ҡорбан итергә тейешме кеше? Ә бындай ғаиләлә үҫкән балалар ниндәй тәрбиә ала? Шул уҡ ваҡытта беҙҙең депутаттар әллә нисәмә йылдар, әллә нисәмә тапҡыр "Ғаиләлә көс ҡулланыу тураһында" ғы законды ҡарауға сығарып та, уны ҡабул итеүгә өлгәшә алмай...

Лена АБДРАХМАНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №43, 31 октябрь - 6 ноябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.10.25 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл бөгөн: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru