
"Күпселек сир - ул ауырыу түгел, ә ҡартлыҡтың тәбиғи сағылышы", ти Пекиндағы бер дауахана директоры һәм өлкән йәштәгеләргә бер нисә кәңәш бирә.
- Һеҙ ауырымайһығыҙ, ә ҡартаяһығыҙ. Ҡайһы бер хәл торошоғоҙҙо сир тип иҫәпләп, яңылышаһығыҙ. Был сир түгел. Ә организмдың ҡартайыуы тураһында сигнал. Насар хәтерегеҙ ҙә Альцгеймер түгел, ә ҡартайыусы мейегеҙҙең үҙ-үҙен һаҡлау механизмы. Әгәр ҙә һеҙ асҡысығыҙҙы ҡайҙа һалғанығыҙҙы онотаһығыҙ, ләкин аҙаҡ үҙегеҙ үк уны табып алаһығыҙ икән - был деменция түгел. Әкрен ҡыбырлап йөрөү, аяҡ быуындарығыҙҙың бәлтерәүе фалиж түгел, ә мускулдар туҡымаһының тарҡалыуы. Унан ҡотолоу юлы - дарыу эсеүҙә түгел, ә хәрәкәтләнеүҙә.
Йоҡоһоҙлоҡ - шулай уҡ сир түгел, ә мейе эшмәкәрлегенең ритмы көйләнеүе, йоҡо "төҙөлөшө"нөң үҙгәреүе, шуға күрә уйлап-нитеп тормаҫтан, дарыу эсергә кәрәкмәй. Йоҡо дарыуҙарын һәм башҡа препараттарҙы оҙаҡ ҡулланыу йығылыу хәүефен көсәйтә һәм аралашыу-фекерләү һәләтенең боҙолоуына килтерә. Иң һәйбәт "йоҡо дарыуы" - ул көн дауамында күберәк ҡояш һәм режимдың даимилығы. Тән һыҙлауы шулай уҡ ревматизм түгел, ә нервылар системаһы ҡартайыуының әтнәкәһе.
Өлкән йәштәге күп кешеләрҙең: "Ҡайһы ерем генә ауыртмай - ҡулдар, аяҡтар..." - тип зарланыуын ишетергә тура килә, ләкин был ревматизм да, гиперпаратез да түгел. Һөйәктәр, әлбиттә, муртлана һәм йоҡара төшә, тик "ауыртыу тойғоһо" 99 проценты менән сир түгел, ә нервы импульстары үткәргесенең әкренәйеүе. Был өлкәндәрҙең физиологик үҙгәрештәрендә була торған "үҙәк сенситизация" тип атала. Был торошто ла дарыуҙар менән түгел, ә күнегеүҙәр ярҙамында дауалап була.
Холестерин. Өлкәндәрҙә холестерин кимәле, ғәҙәттә, бер аҙ юғарыраҡ була. Ә инде ул бик түбәнәйеп китһә, был иммунитетты көсһөҙләндерә. Ҡарттар йәшенә яраҡлы ҡан баҫымы кимәле 150/90, ә йәштәрҙә ул 140/90 самаһы.
Өлкәндәр һәм уларҙың балаларына бер нисә һүҙем бар. Беренсенән, шуны хәтерҙә тотоу кәрәк: тормошобоҙҙағы бөтөн яйһыҙлыҡтар ҙа сир түгел. Икенсенән, өлкәндәрҙең күбеһе "ҡурҡыуҙан" ҡурҡа. Анализдар һөҙөмтәһенән йәки сирҙәр хаҡында һөйләүсе ролик-рекламаларҙан ҡурҡырға кәрәкмәй. Өсөнсөнән, быныһын балалар өсөн әйтеүем: атай-әсәйҙәрегеҙҙе дауаханаға ғына түгел, ә һауа һуларға, ҡыҙынырға сыҡҡанда ла алып йөрөгөҙ, эргәләрендә йышыраҡ булығыҙ, һөйләшегеҙ, уларға яҡынайығыҙ. Ҡартайыу - дошман түгел, ә бына торғонлоҡ - дошман! Сәләмәт булығыҙ!
Бразилия онкологы әйткән: урта йәштәр 50-лә башланып, 70-тә тамамлана, ҡартлыҡ - 80-дән 90-ға тиклем, оҙон ғүмерлелек - 90-дан үлгәнсәгә тиклем. Өлкән йәштәгеләрҙең төп проблемаһы - яңғыҙлыҡ. Ирле-ҡатынлылар, ғәҙәттә, икеһе бер юлы китмәй, кемеһелер тәүҙә китә. Тороп ҡалған кеше ғаиләгә йөк була. Шуның өсөн дуҫтар менән бәйләнештә булыу мөһим, күберәк аралашырға кәрәк һәм балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ өсөн ауырлыҡ һалырға тырышмағыҙ, гәрсә улар был хаҡта туранан-тура әйтмәһәләр ҙә. Минең кәңәшем - үҙ ғүмерегеҙгә контролде юғалтмағыҙ. Был, тимәк, ҡасан һәм кем менән йөрөргә сығырға, нимә ашарға, нимә кейергә, кемгә шылтыратырға, ҡасан йоҡларға ятырға, нимә уҡырға, ни менән шөғөлләнергә, нимәләр һатып алырға, ҡайҙа йәшәргә һәм башҡа шундай мәсьәләләрҙе үҙаллы хәл итеүегеҙ.
Уильям Шекспир әйткән: "Мин һәр ваҡытта ла бәхетлемен! Ә беләһегеҙме, ни өсөн? Сөнки мин берәүҙән дә бер нәмә лә көтмәйем". Көтөү - ул һәр ваҡыт яза. Проблемалар мәңгелек түгел. Улар ҡасан да булһа хәл ителә. Беҙ проблемаларыбыҙҙа үҙебеҙҙе ғәйепләүсәнбеҙ. Дарыуы булмаған берҙән-бер проблема - ул үлем. Нимәгәлер фекер-ҡарашығыҙҙы белдерер алдынан тәрән итеп һулағыҙ. Һөйләрҙән алда - тыңлағыҙ. Тәнҡитләрҙән алда - үҙегеҙгә күҙ һалығыҙ. Яҙырҙан алда - уйлағыҙ. Һөжүм итерҙән алда ... бирелегеҙ. Үлем алдынан... ҡулығыҙҙан килгәнсә матур тормош менән йәшәгеҙ! Яҡшы мөнәсәбәттәр идеаль кеше менән түгел, ә ҡыҙыҡлы һәм матур тормош ҡора белгәндәр менән булырға тейеш. Башҡаларҙың етешһеҙлектәренә иғтибар итегеҙ, ләкин улар менән һоҡланығыҙ, уларҙың яҡшы яҡтарын да күрегеҙ һәм бының өсөн маҡтағыҙ. Бәхетле булыр өсөн кемделер бәхетле итеү кәрәк. Кемдәндер ниҙер алырға теләһәгеҙ, тәүҙә үҙегеҙ бирегеҙ. Үҙегеҙҙе һәйбәт, ихлас һәм ҡыҙыҡлы кешеләр менән уратып алығыҙ һәм шуларҙың береһе булығыҙ. Ауыр ваҡыттарҙа ла хатта тороп баҫығыҙ һәм йылмайып: "Бөтәһе лә һәйбәт, сөнки беҙ - эволюция процесы емештәре",- тип әйтегеҙ.
Фирүзә ИШБИРҘИНА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №43, 31 октябрь - 6 ноябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА