
Сибай филармонияһы үҙ тамашасыларын әленән-әле өр-яңы һәм үҙенсәлекле концерттар, театрлаштырылған тамашалар, шоу-программалар менән ҡыуандырып тора.
Әлеге ваҡытта бөтә ижади коллектив яңы миҙгелде асыу тамашаһы өҫтөндә эшләй. Мәҫәлән, "Тарпан" этно-фолк төркөмө 30 октябрь көндө филормония сәхнәһендә үҙенең беренсе концертын тәҡдим итәсәк. Берекмәлә өсөнсө йыл уңышлы эшләп килгән был төркөм башҡорт халыҡ йырҙарын, көйҙәрен һәм йолаларын өйрәнеү, онотолоп барған йәки аҙ билдәле өлгөләрҙе табыу һәм уларҙы хәҙерге заман тыңлаусыһына ҡыҙыҡлы һәм аңлайышлы итеп еткереү йүнәлешендә әүҙем эшләй. Төркөмдөң составына музыкаль етәксе һәм идея ойоштороусыһы Йәғәфәр Нәҙершин, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, ҡурайсы Раушан Ниязғолов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, баянист Дим Шәрәфиев, һуҡма инструменттар оҫтаһы Сергей Филиппов, думбырасы Альмира Баймырҙина инә. Быйыл төркөм йәш көстәр менән тулыланды. Ҡурайсы, республика фестивалдәре лауреаттары Буранбай Исҡужин һәм моңло тауышлы йырсы Наҙгөл Ултраҡова колективҡа яңы һулыш бирҙе. Билдәле композитор, йырсы Азат Исҡужин да тарпандарҙың концерттарына йәм өҫтәй.
Төркөм башҡорт мәҙәниәтен төрлө майҙансыҡтарҙа, шул иҫәптән республиканан ситтә лә күрһәтергә өлгөрҙө. Шуның менән улар мәғрифәтселек һәм мәҙәни миссияны ла үтәй, тип әйтергә була. Быға дәлил: артистар Санкт-Петербургта, Мәскәүҙә, Силәбелә, Свердловск һәм Ҡурған өлкәләрендә һабантуйҙарҙа, концерттарҙа сығыш яһап, үҙ тамашасыларын тапты. Мәктәп балалары өсөн әҙерләнгән "Халҡымдың хазинаһы" исемле лекторий менән төркөм республика мәктәптәрендә йәш быуынды халыҡ йырҙары, халыҡ музыка ҡоралдары менән таныштырып, уларға һөйөү тәрбиәләүгә лә үҙ өлөшөн индерә. Ҡыҫҡаһы, рух алырға килегеҙ "Тарпандар" концертына.
Гөлнара ХӘСӘНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №43, 31 октябрь - 6 ноябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|