«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бөгөн финанс белеменә эйә булыу, аҡса тотона белергә өйрәнеү бик мөһим, тигәнгә фекерегеҙ нисек?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕМГӘ - АФӘТ, КЕМГӘ – ТУЙ
+  - 


Рәсәй ғәскәрҙәре хәрби хәрәкәттәрҙең иң үҙәге һаналған тораҡ пункттарҙы азат итеп, Запорожье йүнәлешендә алға бара. 7 ноябрҙә "Көнсығыш" төркөм подразделениелары Успеновканы таҙартып, шул тиҙлектә бер ынтылыуҙа Сладкое ауылын азат итте, тип хәбәр ебәргән яңылыҡтар таҫмаһына хәрби эксперт Юрий Подоляка.

Шул уҡ ваҡытта беҙҙең "Төньяҡ", "Үҙәк", "Көнбайыш" һәм "Көньяҡ" хәрби төркөмдәр ҙә Украина Ҡораллы көстәре позицияларына даими рәүештә баҫым яһап, дошманға иҫенә килергә һәм оборона тоторға ирек бирмәй. Успеновка менән Сладкое тораҡ пункттарын яулау Рәсәй көстәренә Запорожье өлкәһе үҙәгенә табан хәрәкәтте тиҙләтеп, операция барышында һиҙелерлек тактик уңышҡа өлгәшеү тип билдәләнә. Был йүнәлештә, шулай итеп, стратегик мөһим участкаларҙа нығынып, Рәсәй армияһы үҙ ҡарамағындағы биләмәләрҙе киңәйтеүен дауам итә.
"Взгляд" гәзите яҙып сығыуынса, "Көнбайыш" төркөм ғәскәрҙәре Украина ғәскәренең 116-сы механизацияланған бригадаһының ҡамалыу ҡулсаһынан сығырға маташыу ниәтен өҙҙө. Харьков өлкәһенең Петровка пункты янында украин спецназының вертолетта десантҡа төшөү маҡсаты ла барып сыҡманы, төркөм тулыһынса юҡ ителде, тип яҙа гәзит хәбәрсеһе.
Киев режимының беҙҙең граждандар объекттарына террористик һөжүменә яуап итеп, Рәсәй Ҡораллы Көстәре үткән шәмбе төнөнә ҡарай Украинаның хәрби-сәнәғәт комплексына "Кинжал" аэробаллистик ракеталары һәм пилотһыҙ осоусы аппараттар менән ут асты, тип хәбәр итте РФ Оборона министрлығы. Сәпкә алынған бөтөн объекттар ҙа юҡ ителде, тип өҫтәне мәғлүмәт сығанағы. Украинаның "Центрэнерго" компанияһы мәғлүмәттәре буйынса, илдә бөтә дәүләт йылылыҡ электр станцияларында эш туҡтаған, күпселек төбәктәрҙә электр энергияһы биреүҙә авария сикләүе индерелгән. Ләкин был әле сик түгел. Украинаның Днепропетровск өлкәһендә Ринат Әхмәтовтың эре энергетика холдингы бар. Рәсәй көстәре тарафынан был объектҡа ла һөжүм яһалған һәм компанияның ҡорамалдары зыян күргән, тип хәбәр итә kp.ru каналы хәбәрсеһе. Өҫтәүенә, Украина ғәсәкәрҙәре ҡоралға наҡыҫлыҡ кисерә башлаған, сөнки АҠШ хөкүмәтенең эшмәкәрлеге туҡтатылып тороу сәбәпле (шатдаун), НАТО союзниктарына һәм Украинаға 5 млрд доллар суммаға ҡорал ебәреү тотҡарланған.
Был хәлдән һуң билдәле немец-фин эшҡыуары Ким Дотком үҙенең социаль селтәрендә Украина властарын тыныс килешеп һөйләшеүҙәр башларға саҡырып мөрәжәғәт итә. Венгрияның Фундаменталь хоҡуҡ үҙәге аналитигы Золтан Кошковец иһә Зеленскийҙы Рәсәйҙән Венгрияға килеүсе "Дружба" нефть үткәргесенә ҡул һуҙыуҙан тыйылыу хаҡында иҫкәртә. Венгрия премьер-министры Виктор Орбан АҠШ президенты Дональд Трамп менән осрашыуында үҙ иленең әлегә Рәсәй нефтенән баш тарта алмауы, сөнки уның диңгеҙ порттарына юлы булмауы хаҡында һөйләгән. Һөҙөмтәлә Вашингтон Венгрияны Рәсәй нефте менән газын ҡулланыуҙан тыйыусы санкциянан азат итте, тип белдерҙе Орбан. Ләкин Аҡ йорт Венгрияны тулыһынса санкциянан ҡотҡармауы, ә ни бары бер йыл ваҡыт бирелеүе һәм ошо осорҙа энергия ресурстарының башҡа сығанаҡтарын файҙаланыу һәм АҠШ-тан 600 млн доллар суммаға шыйыҡлатылған газ һатып алыу буйынса контракт төҙөлөүе хаҡында белдерҙе.
Новости Рәсәй мәғлүмәт агентлығы яҙыуынса, Украинала Владимир Зеленскийҙың авторитар эш итеүе һәм илдәге ТЦК, йәғни элеккесә хәрби комиссариат системаһы менән ризаһыҙлыҡ белдереүҙәр көсәйә бара. Украиндар урындағы ир-егеттәрҙе көслөк менән ҡырағайҙарса ҡыланып армия сафына баҫырға мәжбүрләүсе был ойошмаға даими рәүештә ҡаршылыҡ күрһәтә, һөжүм акттары йышайған: военкоматтарға, уларҙың транспорт сараларына ут төртөп яндырыу осраҡтары күп, ир-егеттәр илдән ҡасырға йә өйҙәрендә йәшеренеп ятырға мәжбүр. Әйткәндәй, ошо темаға бәйле ҡыҙыҡ бер хәл дә булып алған. 5 ноябрҙә донъяға билдәле америка актрисаһы Анджелина Джоли Киев режимы ҡарамағындағы Херсон һәм Николаев өлкәләрендә булған сағында әлеге әрһеҙ ТЦК (Украина хәрби комиссариаты) хеҙмәткәрҙәре актрисаны оҙатып йөрөүсе водитель - Дмитрий Пищиковты ла тотоп ала һәм уға бәйләнеп, былай ҙа Украина армияһында иҫәптә тороуына ҡарамаҫтан, мобилизация законы буйынса өгөт-нәсихәт уҡығас ҡына ебәрәләр. Әлбиттә, Джоли ҡыҫылышынан һуң, моғайын, юғиһә, Пищиковты тура фронтҡа оҙатыуҙары бик ихтимал ине, тип яҙа AIF.RU хәбәрсеһе. Үткән аҙналағы фажиғәләрҙең береһе филиппиндарға ябырылды. 4 ноябрҙә башланып киткән "Калмаэги" ғәрәсәте арҡаһында һәләк булыусылар һаны 224-кә барып етте, тип хәбәр итте ТАСС. Ләкин ҡорбандар һаны тағы ла артыуы ихтимал, сөнки 109 кеше ғәйеп булған, дөйөм алғанда 526 кеше зыян күргән. Илде емереклелек һәм һыу баҫҡан. Ил халҡы тәүге ғәрәсәттән аңына ла килеп өлгәрмәгән, 9 ноябрҙә тағы бер супертайфун - "Фунг-Вонг" ябырылған. Белгестәр фаразлауынса, дауыл тиҙлеге урыны менән сәғәтенә 170-тән 220 километрғаса (секундына 42-60 метр) барып еткән, һыу баҫыу кимәле урыны менән 3 метр тәшкил иткән. Миллионға яҡын кеше эвакуацияланған. Ил президенты Фердинанд Маркос республикала "милли афәт режимы" иғлан итте. "Калмаэги" ғәрәсәте Филиппиндан һуң Вьетнамдың үҙәк төбәктәренә лә һуғылды, биш кеше һәләк булды, күп йорттар һәм биналар емерелде, үҙәк райондарҙа электр уты һүнде. Вьетнамда ял итеүсе Рәсәй туристары араһында ҡазаға тарыусылар юҡ, тип хәбәр итә ТАСС.
Кемгә - ҡаза, кемгә - байрам, тигәндәй, был ваҡытта - 8 ноябрҙә Әзербайжандың баш ҡалаһы Баҡының үҙәк майҙанында Таулы Ҡарабах менән һуғышта еңеүҙең биш йыллығын хәрби парад менән билдәләп байрам иттеләр. Парадты ил президенты Илһам Алиев үҙе ҡабул итте, ә уның янында саҡырылған почетлы ҡунаҡтары - Төркиә президенты Рәжәп Эрдоган менән Пакистан премьеры Мөхәммәд Шахбаз Шәриф баҫып торҙо...

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 14 - 20 ноябрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.11.25 | Ҡаралған: 16

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл бөгөн: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы бара. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru