
Салауат Юлаев һәйкәле постаментын һүткәндә үткән заман сәләме табылды, тип хәбәр итте Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев.
"В момент установки здесь были: 1. Янбеков Ахат; 2. Исмагилов Ирмак; 3. Валеев Азамат. Все из Баймака. 13.05.67", - тигән яҙыу бынан 58 йыл элек шешә эсенә һалып ҡалдырылған була. Әлбиттә, хат тураһында хәбәрҙе ишеткәс тә, был егеттәр кемдәр булды икән, тигән ҡыҙыҡһыныу тыуа.
Ирмәк Исмәғилев рәссам була. Был хаҡта ГорОбзор сайты журналисы уның бер туған һеңлеһе Гөлшат Дәүләтшина менән һөйләшкәндә асыҡлай. Бөгөнгө көндә Ирмәк Исмәғилевтың ҡыҙы Сәлимә - Өфөлә, улы Буранбай Баймаҡ ҡалаһында йәшәй. "Ысынлап та, беҙ бала саҡта атайым Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйған мәлдә нигеҙендә хат ҡалдырыуҙары тураһында һөйләй торғайны. Уның табылыуы - беҙҙең өсөн ҡыуаныслы хәл. Атайымдың Салауат Юлаевҡа арналған 150х200 сантиметр ҙурлыҡтағы картинаһы ла бар ине. Ул Таулыҡай ауылы мәҙәниәт йортонда торҙо һәм юғалды", - тип һөйләй Сәлимә Ирмәк ҡыҙы. Әйтергә кәрәк, рәссамдың улы Буранбайҙа картинаның эскизы һаҡланған. "Атайым миңә йәш сағында дуҫтары менән һәйкәл аҫтына хат ҡалдырғанын һөйләне. Бәлки, ул ҡасан да булһа асылыр һәм беҙ быны яңылыҡтарҙа күрербеҙ, тип өмөтләндем. Шулай булды ла", - тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша Буранбай Исмәғилев.
Ирмәк Исмәғилев 1940 йылдың 13 июнендә тыуған. Ул Баймаҡ район мәҙәниәт йортоноң художество оҫтаханаһында өлкән рәссам булып эшләй. Гөлшат Дәүләтшина әйтеүенсә, тарихи яҙма яҙылған йылда Ирмәк Өфө педагогия училищеһының художество-графика бүлегендә уҡый. Азамат Вәлиев уның дуҫтарының береһе була. Ул Баймаҡ районының Семеновское ауылында йәшәй. Баймаҡта юрист булып эшләй.
Сәләм хаты яҙып ҡалдырыусыларҙың береһе - Әхәт Йәнбәков - иҫән. Уға 85 йәш һәм ул Ырымбур ҡалаһында йәшәй.
Әхәт Йәнбәков Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында уҡый. 1972 йылдан Ырымбур ҡалаһында йәшәй. Һөнәрселек училищеһында - уҡытыу-производство эштәре буйынса директор урынбаҫары, мәктәптә - хәрби-патриотик тәрбиә буйынса директор урынбаҫары, "Оренбурггазпром" системаһында бүлек начальнигы булып эшләй. Һәр ваҡыт йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, ғүмере буйы спорт менән шөғөлләнә, хатта Өфөлә һәм Мәскәүҙә марафон дистанцияларын йүгерә. Ҡатыны Зөбәржәт Вәли ҡыҙы менән Әлфиә исемле ҡыҙ һәм Рөстәм исемле ул тәрбиәләп үҫтерәләр.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 14 - 20 ноябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|