
Гәзитебеҙҙең 28-се һанында Һөйөндөк Аҫыловтың "Табиптар аҙыраҡ йәшәйме?" тип аталған бер фекер тупланмаһын уҡығас, тағы ҡәләмемә тотонмай булдыра алманым. Үҙем табип халҡы вәкиле булараҡ, ошо хаҡта шәхси уйҙарым менән бүлешмәксемен.
Табиптарҙың башҡалар менән сағыштырмаса 10-20 йылға аҙыраҡ йәшәүе хаҡында статистик мәғлүмәт килтергән автор һәм медицина ғалимы Владимир Бехтеревтың, халыҡ табибы Марат Ишмөхәмәтовтың фараздарына таянып, ошо хәлдең башлыса ике төрлө сәбәбен күрһәткән. Беренсеһе - табиптарҙың йоғошло ауырыуҙар йоҡтороу йәһәтенән хәүефле булыуы менән аңлатылған. Икенсеһе - һәр сирҙең патологик физиологияһын яҡшы белеүҙәре арҡаһында врачтарҙың үҙҙәрендә барлыҡҡа килгән сирҙәрҙе тулайым күҙ алдына килтереп, үҙҙәрен ҡырҡыу хәлгә еткереү менән бәйле булыуы хаҡында. Ифрат та ҡыҙыҡ мәсьәлә күтәрелгән. Ысынлап та, әлеге тажзәхмәт пандемияһы башланғас ҡына ла байтаҡ коллегам ошо сирҙән һәләк булды. Медицина хеҙмәткәрҙәренең төрлө инфекцион сирҙәр йоҡтороу ихтималлығы юғары булыуында шик юҡ шул...
Әммә башҡа сәбәптәр хаҡында һүҙ йөрөткәндә, минең фекерем халыҡ табибы Ишмөхәмәтовтыҡынан айырыла. Бер аҙ таныштарымды иҫкә алып, табип эшенең ҡайһы бер нескәлектәре хаҡында һөйләп китмәксемен. Баймаҡ районы үҙәк дауаханаһының административ бинаһы янында әллә күпме табиптың исеме ташҡа уйып яҙылған. Халыҡ һаулығын һаҡлау өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләп, әммә хаҡлы ялға сығып та өлгөрмәй баҡыйлыҡҡа киткән был коллегаларымдың барыһын да яҡындан белә инем (үҙем хәрби табип булып, хеҙмәт юлым бөтөнләйгә сит яҡтарҙа үтеүенә ҡарамаҫтан). Гиппократ антына тоғро булған, кешеләргә ғәйәт яғымлы Фәрит Яхин, Фирғәт Хисмәтуллин, Ғимаҙий Хәсәнов, Ғиззәт Зөлҡәрнәев, Әхмәр Кейекбаев, Шәүкәт Әбдрәхимов һәм башҡа бик күп ағайҙарҙы һәр райондашыбыҙ белә һәм хөрмәт итә ине. Әле Һөйөндөк Аҫылов килтергән статистик һандарҙың хаҡлығын тағы бер мәртәбә раҫлай улар. Йәшләй донъя ҡуйған был табиптарҙың үлеме пандемия сәбәпле лә түгел…
Төп эше кеше ғүмере менән бәйле булғанға, был категория һөнәрмәндәре һәр саҡ ныҡ ҡына психологик көсөргәнеш кисереп йәшәй. Миҫал өсөн хирургтарҙы алайыҡ. Иғтибар итһәгеҙ, ситтән ҡарағанда, хирург халҡы шаян, һәр саҡ шат һымаҡ тойола. Ҡатмарлы операция мәлендә лә, үҙен тынысландырыу маҡсатында ауырыуға, шәфҡәт туташына ла унда-бында шаян һүҙҙәр ҡыҫтырып ебәрә улар. Тик уларҙың "телдәре генә шаяра", тип әйтер инем, сөнки мейе ярымшарҙары фәҡәт пациентының ғүмере хаҡында ғына уйлай... Хирургтарыбыҙ тураһында бына ошо хаҡиҡәтте белһәк, һис тә насар булмаҫ, тип һанайым. Башҡаларға һиҙелмәһә лә, һәр операциянан һуң, пациенты һауыға башлағансы, эстән генә ныҡ борсола доктор. Эштән һуң өйөнә ҡайтҡас та уның уйынан пациенттары сыҡмай. Ял көндәре, хатта кистәрен дә дауаханаға килеп, ауырыуҙарының хәлен белешеп китә ул. Дежурҙағы докторҙар төн уртаһында йыш ҡына уларҙы телефон аша уятып, ауырыу янына саҡыртып алғылай. Ғүмер буйына ана шулай бара. Ҡайһы бер кинофильмдарҙа, актер-хирург, операция булмәһенән сыға һалып битлеген сисә лә: "Жить будет!", - тип кенә ебәрә. Ә тормошта иһә күпкә икенсе төрлө был.
Тураһын ғына ярып әйткәндә, үҙ эшенә намыҫ менән ҡараған табип һәр саҡ "сүкеш менән түш араһында" йөрөгән кеше ул. Мин хеҙмәт итә башлаған госпиталдә хирургия бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарған утыҙ биш-утыҙ алты йәштәр тирәһендәге ап-аҡ сәсле медицина подполковнигы Вадим Болтыковты хәтерләйем. Уның менән бергә күп кенә операцияларҙа ҡатнашырға тура килде. Был докторҙың һүҙҙәре әле булһа ҡолағымда сыңлай.
Йыш ҡына кеше ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалыу маҡсатында сәғәттәр буйы операция өҫтәле артында торған был табип ошолай тип әйтә торғайны: "Операция мәлендә башымдың бер яртыһы, пациентым үлеп ҡуймаһын, тип уйлаһа, икенсе яртыһы һәр саҡ хөрмәтле прокурор иптәште иҫләй…" Ниндәй генә яҡшы табип булыуыңа ҡарамаҫтан, бәғзе ваҡыт кешене ҡотҡара алмауҙан бер кем дә гарантияланмаған. Медицинала "травма, не совместимая с жизнью" тип аталған бер термин бар. Автоһәләкәткә осраған йә башҡа ниндәйҙер йәрәхәт алған кешеләргә ҡарата йыш ҡына ҡулланыла ул. Йә иһә "эш үткәс", һуңлап килгән пациентта берәй яман шеш табыу осраҡтары… Бына шундай хәлдәрҙә операция ваҡытында, йә булмаһа унан һуң күп тә тормай пациенттың вафат булып китеүе лә ихтимал.
Бынан тыш, бер үк сирҙе төрлө кеше төрлөсә кисерә, шуға күрә лә улар бер иш булмаған дауалау ысулдары талап итә. Кемдер үҙенә яһалған операцияны еңел үткәрһә, икенсеһен шундай уҡ операциянан һуң көслө дарыуҙар ҡулланыу юлы менән көскә аяҡҡа баҫтыраһың. Операцияларҙың өҙлөгөүҙәренән дә бер кем гарантияланмаған, тимәксемен. Ана шуларҙы булдырмау өҫтөндә һәр табип бар көсөн һалып, көн-төн тырыша, әммә бәғзе ваҡыт һин теләгәнсә генә килеп тә сыҡмай шул. Эш дәүеремдә, мин эшләгән бүлектә, әлхәмдүлиллаһ, үлем осраҡтары булманы. Ә бына бергә хеҙмәт иткән коллегаларымдың бәғзеләре бындай ифрат та ауыр бәлә-ҡазаны үҙ башынан үткәргеләне. Әлеге доктор Болтыковтың, бәлки, шуға күрә лә бик иртә сәсе ағарғандыр...
Хирургтар ғына түгел, терапевтар ҙа бындай проблеманан алыҫ йөрөмәй. Күп осраҡта ситтән ул күренмәй ҙә… Беҙҙең госпиталдә терапия бүлегендә бер капитан йөрәк инфарктынан үлгәйне. Һуңынан, уны дауалаусы табипты - медицина хеҙмәте майоры М-ды һәр төрлө инстанцияларға "һөйрәкләп" аҙ йөрөтмәгәндәрҙер, тип уйлайым. Үҙ эшенә намыҫ менән ҡараған был докторҙы яҡшы беләм. Сирлегә кәрәкле күләмдә, тейешенсә уколдарын да дөрөҫ кенә тәғәйенләгән ул. Әммә йөрәктең коронар тамырына "тромб" тигән нәмә барып тығылғас, яныңда профессор, йә иһә академик торһа ла, бер нисек тә ярҙам итеп булмай. Ошо хәлде аңлау өсөн хатта махсус белем дә кәрәкмәй. Әммә үлгән пациенттың туғандарына быны төшөндөрөү ифрат та ауыр...
Бынан тыш, бәғзе берәүҙә ниндәйҙер дарыуға (хатта ябай прививкаға ла!) ҡарата анафилактик шок та булыуы мөмкин. Һәр кабинетта тиерлек "Антишок" укладкаһы булыуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер осраҡта кешене был бәләнән дә ҡотҡарып алып ҡалып булмай, Аллаһ һаҡлаһын! Әммә, мәрхүмдең яҡындарына, бәғзе ваҡыт хатта закон вәкиленә доктор барыбер үҙенең "дөйә түгеллеген" иҫбатларға мәжбүр. "Эш"те аҙағына еткергәндәренә ҡәҙәр, йәғни, медицина өлкәһенең юғарыла һанап киткән нескәлектәрен прокурор иптәштәргә иҫбатлағансы, шундай ситуацияға тарыған докторҙың әллә күпме һаулығы китәлер. Бындай хәлдәр хаҡында фәлсәфәләй китһәң, кемдер әйтмешләй, уның осо-ҡырыйы юҡ.
Һуңғы осорҙар Рәсәйҙә табиптарҙың хаталаныуы сәбәпле һәләк булған пациенттар һаны һис кәмемәүе арҡаһында илебеҙҙең Енәйәт кодексына үҙгәреш индереп, хаталанған табиптарҙы язаға тарттырыу өсөн өҫтәлмә нормалар ҡабул итеү яғын да әленән-әле хәстәрләп торалар. Әммә табип өсөн ниндәй генә ҡаты, хатта "үлем язаһы" уйлап сығарһалар ҙа, пациентты нимәнәндер гарантиялау ауыр. "Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында" тигән статья буйынса хөкөмгә тарттырыу ғына түгел, суд хатта бөтөнләйгә ғәйепһеҙ тип тапҡан хәлдә лә, "пациенты үлгән" докторға бынан еңелерәк булмайҙыр, сөнки ул үҙе ғүмер буйы выждан ғазабы кисерәсәк. Бәғзе берәү әйтер: "Һеҙ шуның өсөн уҡығанһығыҙ, әйҙә, эшләгеҙ. Көрәп аҡса алаһығыҙ, тейешенсә яуап та бирегеҙ!.." - тип. Икенсе яҡтан ҡараһаң, был кешеләрҙең һүҙендә лә дөрөҫлөк бар һымаҡ. Ҡаршы бер ни ҙә әйтеп булмай… Әммә, табип та - мөмкинлектәре сикләнгән әҙәм балаһы. Хирург халҡында шундай әйтем йөрөй: бер нәмә лә эшләмәгән кеше генә хаталанмай. Хирург профессияһын бәғзе берәү әрмеләге сапер һөнәренә лә тиңләй (сапер ғүмерендә бер мәртәбә генә хаталана). Урыҫтағы "между молотом и наковальней" тигән һүҙбәйләнеште тап бына ошо һөнәр эйәләренә ҡарата ҡулланыу ярайҙыр.
Хеҙмәт иткән осоромда, дөрөҫөн генә әйткәндә, табип хатаһына ҡағылышлы Енәйәт кодексын да белмәнем, әммә, эшемдә ниндәйҙер яңылышлыҡ ебәреүҙән үҙ үлемемә ҡарағанда ла нығыраҡ ҡурҡа инем. Бөтә ғүмерен кеше һаулығын һаҡлауға бағышлаған, шул арҡала йәшләй сәстәре ағарған, йөрәктәрендә инфаркт һәм баштарында инсульттар кисергән докторҙар хаҡында йыш ҡына бына шулай уйланып алам.
Шат йөҙлө (улар бүтәндәргә йылмайырға ла бурыслы) ошо аҡ халаттағы кешеләрҙең күҙҙәренә иғтибар менән баҡһаң, уларҙың ҡарашында һәр саҡ кемделер йәлләгән етди һыҙаттарҙы ла һиҙемләргә була. Һәр кемеһенең үҙ ғаиләһе булған был һөнәр эйәләре башҡаларҙың һаулығы, ғүмере өсөн хатта үҙ балаларына ҡарағанда ла нығыраҡ борсолалыр ул, тигән уйҙамын. Кеше табибы тап ана шуның менән дә мал врачынан айырыла. Ошо юҫыҡта әллә булған, әллә булмаған хәл тураһында бер лаҡап та йөрөй бит әле. Бер оло ғына йәштәрҙәге табиб-ветеринар сирләп киткән дә, поликлиникаға килгән, имеш. Доктор уға ҡайһы ере һәм нисегерәк ауыртыуы, ҡасан сирләй башлауы хаҡында тейешенсә һорауҙар ҙа бирә башлаған. Ә был ағай табипҡа: "Ҡустым, мин - мал врачы. Хайуан сирләп китһә, уның ҡасан ауырый башлауын, нисегерәк ауыртыуы хаҡында ла төпләшеп тормайым, ентекләп ҡарайым да, шунда уҡ диагнозын ҡуйып, кәрәкле лечениеһын да тәғәйенләйем. Бына мин - һинең алда. Шәп доктор булһаң, һин дә ана шулайт!" - тип әйткән, имеш. Поликлиника табибы: "Ярай, ағай, тап һинеңсә эшләрмен, улай булғас…" - тигән һүҙҙәр менән, был ағайҙы баштан-аяҡ тикшерә башлаған. Ауыҙын астырып, эсен баҫҡылап, арҡаһын тыңлап, ҡул-аяҡтарын тотҡолап ҡарағас, янындағы шәфҡәт туташына былай тип әйткән: "Был ағайға ярты биҙрә һыуға бер аш ҡалағы тоҙ һалып эсер ҙә, иртәгә тиклем йүнәлмәһә - һуйырбыҙ…"
Был, әлбиттә, мәрәкә генә. Кеше табибы үҙ эшенә бына шулай итеп ҡарай алмай бит инде, тимәксемен. Медицина һөнәренән алыҫ кешеләргә әллә ни күренеп бармаған, башта һүрәтләп кителгән бәғзе бер ҡатмарлы яҡтары, үҙенә генә хас нескәлектәре ошо һөнәр эйәләренең һаулығының иртә ҡаҡшауына сәбәпселер ҙә, шул арҡала табип халҡы башҡаларҙан аҙыраҡ йәшәйҙер. Был - тормош ҡануны. Нисек кенә булһа ла, борондан шулай килгән һәм шулай барырға тейештер. Бер кемде лә табип булырға мәжбүр итмәйҙәр, һәр кем һөнәрҙе үҙе һайлап ала. Үҙе йығылған иламаҫ, тип әйтәләр бит әле халҡыбыҙҙа. Башҡа төр һөнәрҙәр хаҡында ла уйлана башлап, әллә ниндәй фәлсәфәләргә төшөп китергә була. Мәҫәлән, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе алып ҡараһаҡ, уларҙың уртаса ғүмере тағын да ҡыҫҡараҡтыр, бәлки…
Ә иң төп хәҡиҡәт шунда: әҙәм балаһының әжәле етһә, Аллаһ Тәғәлә ниндәй ҙә булһа берәй сәбәп ебәрә. Беребеҙ ҙә мәңге түгел. Йәшәү мәғәнәһе ғүмерҙең оҙайлығында ла түгел, ә ниндәй маҡсат менән һәм нисек йәшәүеңдән торалыр. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 14 - 20 ноябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА