
Балала матурлыҡ хисе тәрбиәләү -һәр атай-әсәйҙең, ғөмүмән, ололар алдында торған бурыстарҙың береһе. Бөгөнгө көндә беҙ барыһын да үтә ныҡ ябайлаштырабыҙ: йәмәғәт транспортында ололарға урын бирмәйбеҙ, театрға көндәлек тормошта кейеп йөрөгән кейемдә барабыҙ, телевизорҙан ҡан ҡойошло боевиктар һәм бер ниндәй әҙәпкә, мәҙәниәткә өйрәтмәгән сериалдар ҡарайбыҙ һәм һуңынан балаларҙың мәҙәниәтһеҙлегенә аптырайбыҙ. Нисек итеп балала матурлыҡ хисе тәрбиәләргә һуң?
Эште үҙегеҙҙән башларға кәрәк. Әгәр ҙә баш күтәрмәй телевизорҙан теләһә ниндәй шоуҙар ҡараһағыҙ, өйөгөҙҙө сәнғәт тураһындағы китаптар менән тултырыуҙан фәтеүә булмаясаҡ. Әгәр үҙегеҙ өҫтәл артында табанан ашайһығыҙ, тубығығыҙҙы бөгөп, ултырғысҡа менеп ултыраһығыҙ икән, бала бер ҡасан да өҫтәл артында үҙен матур тотмаясаҡ. Балағыҙ классик музыка тыңлаһын тиһәгеҙ, күрше бүлмәлә башҡа төрлө музыка тыңламағыҙ. Балалар өгөт-нәсихәтте тыңламай, улар ололарҙың ҡыланышын һәм ысынбарлыҡта ниндәй эштәр башҡарыуын күреп, шуларҙы уҡ ҡабатлай.
Баланы үҙен йәмғиәттә тәртипле һәм матур тоторға өйрәтеүҙең бер алымы - китап уҡыу. Ләкин улар иҫәбендә мәғәнәһеҙ, бала өсөн ҡыҙыҡлы булмаған китаптар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән журналдар түгел, ә "ысын" әҙәбиәт булһын. Уҡыуға әүәҫлекте балала бишектә ятҡандан уҡ өйрәтергә була - бының өсөн хәҙер һатыуҙа булған һыуҙан һәм бала тешенән "ҡурҡмаған" китаптар алып, уйынсыҡтары араһына һалып ҡуйыу һәйбәт һөҙөмтәләр бирәсәк. Үҙен белә башлағандан алып китаптар араһында үҫкән бала, ғәҙәттә, китап уҡыуға бик әүәҫ була. Ләкин баланан китап уҡыуҙы талап итеп, үҙегеҙ ҡулығыҙға китапты тотоп та ҡарамайығыҙ икән - яҡшы һөҙөмтә көтмәгеҙ. Бәләкәй балалар бигерәк тә ата-әсәһенең йоҡлар алдынан уларға ҡысҡырып әкиәт уҡыуын ярата. Ошондай ғәҙәтте үҙ ғаиләгеҙҙә булдырыуығыҙ артабан баланың китапҡа ҡарата булған һөйөүен тәрәнәйтәсәк кенә.
Мәҙәниәтле, тәртипле бала тәрбиәләүҙең тағы бер юлы - төрлө музей, күргәҙмәләргә йөрөү, театрға барыу. Бәләкәйерәк балалар бик теләп бындай сараларға йөрөһә лә, үҫмерҙәр, күпселек осраҡта, баш тартырға тырыша. Шуға күрә таяҡты үтә ныҡ бөгөргә тырышырға ярамай - һындырып ҡуйыуығыҙ бар. Үҫмер баланы көсләп театрға алып барыу, картиналар галереяһына йәки башҡа төрлө күргәҙмәләргә ылыҡтырырға тырышыу - мәғәнәһеҙлек, сөнки көс менән бер ҡасан да үҙ теләгегеҙгә өлгәшә алмаясаҡһығыҙ. Шуға күрә, бөтә сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһенә ытырғыныу тыуҙырмаҫ өсөн, уға ҡыҙыҡлы булырҙай музейҙарға, күргәҙмәләргә һәм тамашаларға ғына алып барыу дөрөҫ булыр.
Бала киләсәктә тирә-яҡтағылар менән яҡшы аралашһын өсөн уны бәләкәйҙән әңгәмәсеһенең исемен хәтерҙә ҡалдырырға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәт уға уңышлы тормош ҡороу өсөн бик тә ярап ҡаласаҡ.
Бер-береһеңә сәләм биреү - йәмғиәттә ҡабул ителгән ҡанун. Шуға күрә баланы һаулыҡ һорашырға өйрәтеү ҙә киләсәктә уның тормошона тик ыңғай тәьҫир итәсәк. Алты айлыҡ баланы, мәҫәлән, ҡул болғарға өйрәтеү әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай. Ә 3-4 йәшлектәр иһә кемгә "һин", ә кемгә "һеҙ" тип әйтергә кәрәклеген белергә тейеш. Матур итеп иҫәнләшә белеү - яҡшы аралашыуҙың нигеҙе.
Төрлө тәрбиә алымдарын ҡулланған саҡта баланың ниндәй енестә булыуын да иғтибарҙан ситтә ҡалдырмағыҙ. Мәҫәлән, буласаҡ ир-азаматтар бинаға ингәс үк баш кейемен сисергә, ҡыҙҙарҙы алдан үткәрергә, ололарҙы хөрмәт итергә, йәмәғәт транспортында өлкәндәргә урын биреү кәрәклеген бәләкәйҙән белеп үҫһә, киләсәктә ихтирамлы кеше буласаҡтар. Был өлгөнө уларға атай-әсәй күрһәтә икәнен хәтерҙән сығармаҫҡа ғына кәрәк. Ҡыҙҙарҙа нәфислек, яғымлылыҡ, мөләйемлек, итәғәтлек тәрбиәләү мөһим.
Һуңғыһы. Этикет ҡағиҙәләренә өйрәткәндә йәшкә ҡарап ташламалар яһарға кәрәкмәй. Өс йәшкә тиклем бәләкәсте махсус өйрәтеү кәрәкмәй - ул ғаиләһендә күргән бөтә ғәҙәттәрҙе (яҡшымы улар, әллә насармы) үҙенә һеңдерә һәм шуны уҡ ҡабатлай. Ә өс йәштән ҙурыраҡ балаларҙа этикет ҡағиҙәләрен төрлө уйын аша һеңдерергә була. Ә үҙен мәҙәниәтле тотҡан мәктәп уҡыусыһын маҡтап тороу яҡшы һөҙөмтәләр бирер.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 14 - 20 ноябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА