
Бер мәл республика Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Бөрйәнгә килгән. Күптәр белә, заманында халыҡ уны яратып, уны хөрмәтләп, Бабай тип йөрөтә ине. Ул район етәкселәре менән кәңәшмә үткәргән, халыҡ менән осрашҡан, төҙөлөш эштәре менән ҡыҙыҡһынған, ҡыҫҡаһы, райондың хәл-торошо менән танышҡан. Бөрйәндә эш тамамланғас, Мортаза Рәхимов Күгәрсен районына барырға йыйына башлаған. Шул мәл ул ваҡыттағы Бөрйән районы башлығы Ирек Зарипов ошондай кәңәш биргән.
- Әйҙә, әллә ниндәй урау юлдан барғансы, мин һеҙҙе урман юлынан туп-тура Мораҡҡа алып сығам!
Ысынлап та, Белорет йә Баймаҡ аша барһаң, Мораҡҡа хәтлем дүрт йөҙ саҡырымдан ашыу юл үтергә кәрәк. Ә урман юлы менән тура сыҡһаң, ни бары йөҙ саҡырым ара ғына. Ә шулай ҙа халыҡ, урау булһа ла ҡыҙ яҡшы тип бушҡа әйтмәй шул (урау булһа ла юл яҡшы, һуҡыр булһа ла ҡыҙ яҡшы, тигән әйтем күп ваҡыт ошолай ҡыҫҡартылып әйтелә). Бына был юлы ла халыҡ әйтеменең дөрөҫлөгө тулыһынса раҫлана. Тура, әммә насар юлдан киткән юлсылар тегеләй һуғылып, былай һуғылып, ана батам, бына сумам, тип бара торғас, бер урман йылғаһын сыға алмай барып баталар. Тәүҙә алда барған машина бата. Шунан уны уңдан урап үтәм тигәне бата. Һәм, уларҙы ҡыуандырып, һулдан урап үтәм тигәне лә бата. Мөмкин тиклем бысранмаҫҡа тырышып, таҙа ерҙән таҙа ергә һикереп сыҡҡан юлсылар бер аҙ баштарын тырнап торалар ҙа машиналарҙы сығарыу буйынса эшкә тотоналар.
Мортаза Рәхимов берәүҙе лә әрләмәй, берәүгә лә үпкә белдермәй. Бындай сетерекле хәлдәргә апаруҡ тарыған, бындай хәлдәрҙе күп күргән тәжрибәле етәксе барыһын да аңлай. Ул күпкә бысрана башлаған иптәштәрен тыныс ҡына күҙәтеп тора ла урманға табан юл ала. Артынан эйәрә төшкән ярҙамсыһына, эйәрмә, тип ҡулын ғына һелтәй. Нимәгә урманға юнәлде, тип һорайһығыҙмы? Сөнки Мортаза Рәхимов урман яланында бесән сабып йөрөгән "Беларусь"ты күреп ҡала. Һәм уға табан юл ала. Бесән сабып йөрөгән "Беларусь" эргәһенә барып етә. Әммә... ғәжәйеп хәл, "Беларусь" уның эргәһендә туҡтамай үтә лә китә! Ярай, икенсе урап килгәнендә туҡтар, тип уйлап ҡуя Мортаза Рәхимов. Әммә был юлы ла туҡтамай "Беларусь". Шатырлатып бесән сабып үтеп китә. "Мине танымай", тип уйлап ҡуя Мортаза Рәхимов. Хәҙер өсөнсөгә урап килгән "Беларусь"ҡа алдан уҡ ҡулын күтәреп тора. Шул мәлдә генә "Беларусь" туҡтай. Мортаза Рәхимов бер аҙ етди тауыш менән һорай ҡуя.
- Һаумыһығыҙ, нишләп туҡтамайһың?
Әммә бесәнсе һорауға һорау менән яуап бирә.
- Сәләм, ә нишләп ҡулыңды күтәрмәйһең?
Был мине ысынлап танымай икән, тигән фекергә тамам ышана Мортаза Рәхимов. Ул арала бесәнсе һүҙен дауам итә.
- Бәлки, һин бесәндең һәйбәт үҫкәненә, ә, бәлки, минең оҫта сапҡаныма һоҡланып ҡарап тораһыңдыр. Кем белә һине. Юҡ-барға туҡтарға минең ваҡыт юҡ. Миңә бесән саба һалырға кәрәк.
Артабан Мортаза Рәхимов һорауҙы туп-тура ҡуя.
- Ә һин минең кем икәнемде беләһеңме?
Әммә бесәнсе лә яуапты туп-тура бирә.
- Беләм!
Мортаза Рәхимов ауыҙ сите менән көлөмһөрәй биреп һорай ҡуя.
- Йә, мин кем инде?
Әммә бесәнсенең яуабы уны аптырауға һалған.
- Һеҙ Башҡортостан Республикаһының Президенты Мортаза Рәхимов!
Бындай тулы яуаптан аптырап ҡалған Мортаза Рәхимов. Аптырарлыҡ та шул. Сөнки бесәнсе үҙен итәғәтле, әммә үҙен Президент һынлы Президент менән типә-тиң тота! Шуға Мортаза Рәхимов бер мәлгә нимә тип әйтергә, нисек һүҙҙе дауам итергә белмәй аптырап ҡалған. Тынлыҡ апаруҡ һуҙылып киткәс, бесәнсе ҡырҡа һорау ҡуйған.
- Ни йомош?
Бындай һорау Мортаза Рәхимовты айнытып ебәргән. Ғүмер буйы, ни йомош, тип ултырған Президент ҡаушап алған да киткән.
- Теге... ней... машиналар батты... тура сығайыҡ тигәйнек... Мораҡҡа...
Артабан һүҙен нисек дауам итергә белмәй, тағы аптырап ҡалған Мортаза Рәхимов. Уға бесәнсе ярҙамға килгән.
- Әйтер һүҙегеҙ бөттөмө!
- Әй, юҡ, юҡ... машиналарҙы һөйрәп сығара алмаҫһығыҙмы икән... буш итмәҫ инек!
Бесәнсе кабина ишегенә таянып тороп баҫҡан да батып ултырған өс машинаға, шунан бесән сапҡысына (уны хәҙер сисергә тура килә бит инде) күҙ һалып, эш хаҡын самалаған. Шунан, ни эшләйһең инде, ярҙам итмәйенсә булмай, тип һөйләнә-һөйләнә "Беларусь" кабинаһынан ергә һикереп төшкән. Майланып бөткән сепрәкте ҡулына алған. Һәм уға майлы ҡулдарын һөртә-һөртә килгән дә уң ҡулын Мортаза Рәхимовҡа һуҙған.
- Литр!
Әммә Мортаза Рәхимов та аптырап ҡалмаған. Уның майлы ҡулын таҙа ҡулы менән ҡыҫҡан һәм ышаныслы яуап биргән.
- Була!
Бына шулай урман төпкөлөндә ябай ҡул ҡыҫышыу менән эш хаҡы килешелгән республика Президенты менән ябай ауыл кешеһе араһында!
Шул арала бесәнсе асҡыстарын ала һалып, бесән сапҡысын сисә башлаған. Ә Мортаза Рәхимов машиналар яғына табан атлаған. Барып еткәнсе тигәндәй ошондай һүҙҙәрҙе ҡабатлаған ул: "Эх, Ирек Фәсхетдиновичта ғына булһа ине бер литр, булһа ғына ярар ине..."
Машиналар эргәһенә килгәс, ымлап ҡына Ирек Зариповты саҡырған. Апаруҡ бысранып бөткән район башлығы уның эргәһенә килә һалған. Мортаза Рәхимов уның ҡолағына ғына: "Бер литр кәрәк ине", - тип шыбырлаған. Ярай әле, бәхеткә ҡаршы, уның машинаһында теге литр булған. Шул арала "Беларусь" килеп еткән. Һәм, әлбиттә, бер-бер артлы машиналарҙы һөйрәп сығарған. Мортаза Рәхимов матур пакетҡа һалынған күстәнәсте тотоп торған мәлдә уның ярҙамсыһы ошондай кәңәш биргән.
- Әйҙә, бирмәйек тә ҡуяйыҡ. Һеҙ бит - Президент!
Мортаза Рәхимов бер килке ярҙамсыһына ҡарап торған да машинаға табан ыңғайлаған. Пакетҡа мул ғына итеп колбаса, ҡуйыртылған һөт һәм башҡаһын һалған. Һәм һәр береһе ишетерлек итеп әйтеп ҡуйған.
- Әйткән һүҙҙе тота белергә кәрәк!
Тора биргәс, өҫтәп ҡуйған.
- Минең "алдаҡсы" ҡушаматын күтәреп йөрөгөм килмәй.
Шунан Мортаза Рәхимов үҙ ҡулдары менән тулы пакетты бесәнсегә тотторған. Ә шулай ҙа әлеге лә баяғы Мортаза Рәхимовтың ярҙамсыһы бесәнсегә үҙ үпкәһен белдергән.
- Президент һынлы Президенттан хаҡ һорамаһаң да булыр ине...
Ҡабаланмай ғына пакетты "Беларусь" кабинаһына урынлаштырған бесәнсе. Шунан кабинаға менеп ултырған. Ҡуҙғалып китер алдынан барыһына ла күҙ йүгертеп сыҡҡан да ошолай ҡанатлы һүҙҙәр әйткән:
- Урманда Президент булмай!
Бындай тапҡыр яуапты ишеткәс, барыһы ла көлөп ебәргән. Аҙаҡ Мортаза Рәхимов әйтеп ҡуйған.
- Бындай һүҙҙәрҙе ирекле йәшәп өйрәнгән урман кешеһе генә әйтә ала!
Юлдың ҡалған яғы мажараһыҙ үткән. Юлсылар имен-аман Мораҡҡа барып еткәндәр. Кире Бөрйәнгә йыйынған Ирек Зариповты Мортаза Рәхимов ошондай теләктәр менән оҙатып ҡалған.
- Күстәнәс алырға онотма. Һиңә әле тура юлдан ҡайтаһы, насар юлда батаһы бар.
Был һөйләүсене
Әғләм ШӘРИПОВ тыңлап торҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 14 - 20 ноябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА