
Бер йыл элек, былтыр сентябрь аҙағында, мәңгелек йортона оҙаттыҡ был ғәжәп кешелекле, ихлас, һөйкөмлө ҡустыны - "Рәсәй-1. Башҡортостан" телеканалы етәксеһе урынбаҫары Вилдан Ғәлинды.
Үҙеңдең уҡыусың тураһында үткән заманда яҙыу ифрат ауыр хәл. Яҙырға тейешле бурысымды ла беләм, ә ҡулыма ҡәләм алырға ҡыйынһынам, теләмәгәндән түгел, юғалтыуҙың үтә лә ҙур, ҡайтара алмаҫлыҡ һәм һаман да ышанмаҫлыҡ булғаны өсөн.
"Йәшел сауҡалыҡ" микрорайонында, 16-сы гимназия стадионында, балалары менән ял иткәнендә йыш ҡына осрашып торғанғамы, шул тирәлә ҡаршыма килеп сығыр төҫлө тоям да торам. Йә Телеүҙәк коридорынан үткәндә элеккесә ялпанлап, ҡоласын йәйеп, әллә ҡайҙан һөрәнләп, бына-бына ҡаршыма килеп сығыр кеүек. Һис онотолмай ҡусты. Хатта ике тапҡыр төшкә лә инде, һуңғыһында беҙҙең ауылға килгән икән тим. Миндәк йылғаһының ярында осраштыҡ та, Яңы йылға фильм төшөрөргә тәҡдим итә. Һаман эш тураһынды ҡайғырта...
Тормошта ла ул беҙҙең телевидение коллективына тәү килеп инеүенән нисек эшкә сумған, һуңғы сәғәтенә саҡлы шулай булды. Үҙ-үҙенә, коллегаларына талапсан, ярҙамсыл, йомарт, һәр аҙымын уйлап, сәбәләнмәй, тауыш күтәрмәй, ентекләп әҙерләнеп атҡарған, эштәрен теүәл һәм оҫта, юғары профессиональ кимәлдә башҡарған, телевизион журналистика баҫҡыстарынан юғарыға үҙ көсө менән ышаныслы үҫкән егет ине ул Вилдан Ғәлин.
Вилдан Ишембай районының Торатау итәгендә ятҡан Урманбишҡаҙаҡ ауылы уҡытыусылары Рәйсә менән Нурғәли Ғәлиндар ғаиләһендә тыуған. Уның Ләйсән апаһы менән Буранғол ағалары беҙҙә эшләп киткәс, ул ояла тәртипле, тыйнаҡ, мәғлүмәтле, уҡымышлы балалар үҫкәне билдәле ине. Уҡытыусылар ғаиләһендә башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты студенттары башҡаларҙан мәғлүмәтлелеге, илһөйәрлеге, рухлылығы менән айырылып тора бит ул. Яңылыҡтар редакцияһында хәбәрсе булып эшләү иҡтисад менән сәйәсәтте яҡшы белеүҙән тыш, башҡорт телен дә "һыу кеүек эсеүҙе" талап итә. Был юҫыҡта Вилданға дәғүә булманы.
Республиканың юғары даирәләре менән эшлекле аралашыуҙы һәр кемгә лә ышанып тапшырып булмай, төрлө һынауҙар үтеп, маһирлығыңды күреп, үҙҙәре иләк аша үткәргәс кенә рөхсәт бирәләр. Ул шулай булырға тейеш тә. Ил башлығы сәфәргә сыҡҡанда юлда төрлө хәл-әхүәлдәр булыуы ихтимал, тыйнаҡлыҡ менән сер тота белгән, оператив яҙыша алған булыуың мотлаҡ. Вилдан "Яңылыҡтар"ҙа эшләгәндә ошо юҫыҡта һынау үтте. Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов республика буйлап йөрөгән сәфәрҙәрендә бик һирәктәр исемлегендә ул да була торғайны. Һуңғы интервьюһын да Рәхимов фәҡәт Вилданға бирергә ризалашты.
Ауыҙы тулы ҡан булһа ла төкөрмәй торған егет ине шул ул. Бер ваҡиға иҫтән сыҡмай. Райондарҙа йөрөп ҡайтты егеттәр, асыҡ ишектән дөбөрләшеп редакцияға инеүҙәрен ишетеп торам, ә сюжетты тиҙ генә, йәһәт кенә яңылыҡтарҙың киске сығарылышына, киске сәғәт унға яҙып, ҡорап өлгөртөргә кәрәк. Вилдан нишләптер тексын индермәй ҙә индермәй, көтөп-көтөп ала алмағас, редакция бүлмәһенә барып инһәм, Вилдан башын баҫып, шым ғына ултыра. "Ни булды?" тиһәм, "Ҡайтҡанда машина юлда түңкәрелде, бер аҙ имгәнелде, ахыры, яҙып булмай, сыҙатмай баш ауырта", - ти был. Мейеһе ҡуҙғалған булып сыҡты. Берәү булһа, травматологияға йә больницаға йүгерер ине, ә Вилдан яҙышыуын дауам итеп, материалды өлгөртөргә маташа. Белгән тиклем мейеһен ҡағып (рәхмәт яуғыры, Ҡариҙел әбейе Фәғилә ҡарсыҡ өйрәтеп ҡалдырғайны), саҡ ҡына тын алғас, материалын яҙып, ҡорап, эфирға өлгөрттө. Был хәлдең бөтөнләй башҡаса тамамланыуы ла ихтимал ине бит...
Саҡ ҡына тәжрибә туплап, олпатлана төшкәс, сәйәси, иҡтисади, ауыл хужалығы эшмәкәрлегенә бәйле аналитик тапшырыуҙарға тотондо Вилдан. Бер каналдың да эфирында ана шундай дәлилле, ышандырырлыҡ, аңлайышлы, тамашасыны мауыҡтырырлыҡ башҡортса тапшырыуҙар юҡ хәҙер, ә кәрәк ине. Телде һаҡлайбыҙ, үҫтерәбеҙ, тип күп һөйләгәнсе, бер генә, берәгәй генә сюжетты даими күрһәтеп торһалар, бик отошло булыр ине ул минең уйымса. Тармаҡ етәкселәре лә дәүләт телендә, үҙ телдәрендә арыу ғына һөйләргә, өйрәнергә ынтылып торорҙар ине. Күршеләрҙең туған телдә барған шундайыраҡ тапшырыуҙарын ҡарап, сағыштырып, көнләшеп тә ҡуйыла. "Башҡортостан - 24" каналында ла был теманы артыҡ сурытмай ғына атҡарып булыр ине. Был минең шәхсән фекерем, әлбиттә.
Хәҙер һүҙ Вилдандың "Рәсәй-1. Башҡортостан" каналына күсеү тарихын иҫкә төшөрөргә форсат етте. Еңел генә күсмәне ул. Мортаза Рәхимов ике каналды ла бергә тотоғоҙ, айырмағыҙ, бер етәксе булһын, бер сәйәсәт алып барығыҙ, тип талап итеп торғас, "Рәсәй-1. Башҡортостан" каналы өсөн айырым кадрҙар әҙерләнмәне, ике каналға ла бер үк кешеләр тапшырыуҙар әҙерләне. Ике каналдың да техник ихтыяжына, эш хаҡын яҡшыртыуға берҙәй ярҙам итте Президент.
Республикаға Рөстәм Хәмитов килгәс, ике каналды бик тиҙ генә айырып ҡуйҙы һәм Рәсәй каналына үгәй бала ҡарашын булдырҙы. Беҙҙең "Рәсәй-1. Башҡортостан" каналында эш телевидениеға башҡортса тапшырыуҙар әҙерләү, етәкселәр әҙерләүгә юнәлтелде. Кемгә күҙ төбәйһең, билдәле инде, утты-һыуҙы бергә үткәндәргә бағаһың. Вилдан бик оҙаҡ ризалашманы Башҡортостан юлдаш телеканалынан күсергә. Өйрәнгән коллективын, башлаған эштәрен ташлап киткеһе килмәгәндер. Әммә беҙ ҙә тиҙ генә сигенмәнек, ризалаттыҡ. Сөнки уға иң мөһим эштәрҙе йөкмәтеп, егетте үҙебеҙҙә үҫтерергә ине теләгебеҙ. Һын-һыпаты, белеме, тәжрибәһе, кешеләргә мөнәсәбәте, мөғәләмәһе - барыһы ла бар. Телерадио тирәһендә 40 йыл эшләү дә-үеремдә Вилдан кешеләрҙе яратыуы, кеселеклеге, кешелеклеге, сабыр холҡо менән һирәк етәкселәрҙең береһе булды. Бер кемдең дә йөҙөн йыртмаҫ, тауышын күтәрмәҫ, ҡыҙып килеп ингәндәрҙе тынысландырыр. Мин күреп белгән етәкселәрҙән комитеттың рәйесе Ғариф Вәли улы Ғөзәйеров, радионың баш мөхәррире Ғәйфулла Хәмит улы Вәлиев шундай етәкселәр булдылар. Уларҙың икеһенең дә ҡайһы бер намыҫһыҙ хеҙмәткәрҙәргә әйткән шелтә һүҙҙәре ҡанатланып коллективта йәшәй ине. Вилдандың да ҡанатлы һүҙен хәтерләп ҡалған коллегалары: "Тыныс ҡына, тауыш күтәрмәй генә әйтеп булмай инеме?" Ҡай саҡ юҡ ҡына нәмәнән мәғөз ғауғаһы сығып китә, йә монтаж етмәй ҡала, йә эфирҙы тиҙ генә нәмә менән булһа ла ябырға кәрәк. Шул саҡта уның тыныс ҡына тауышы хәл итә лә ҡуя...
Үҫтереү тигәндән. Вилданды ла юғарыраҡ даирәләргә, яр башындағы йортҡа эшкә саҡырып ҡаранылар. Барманы. Сөнки телевидениеға йәне-тәне менән береккәйне, алда әллә ни саҡлы пландары, хыялдары бар ине. Ергә яҡыныраҡ булыуҙы, ябай кешеләр менән аралашыуҙы хүп күрҙе. Шул тиклем ауылын яратты, дуҫтары күп булды, һәр кеменә ярҙам итергә тырышты, Торатауы менән ғорурланды. Ауылында йорт күтәрҙе, мунса һалды. Миңә лә:"Ятма шул Өфөлә, асфальтта, минән асҡыс ал да, барып шунда, Урманбишҡаҙаҡта йәйгеһен йәшә, урмандарға ин, минең Торатауға мен", - тип шалтырата торғайны. "Башҡортостан-24" каналында мин төшөргән документаль фильмдар ҡабатланып барһа, мотлаҡ шалтыратып хәбәр итә: "Луиза апай, киноң бара, ауыҙымды асып ҡарап ултырам". Юҡ ҡына нәмәгә лә күңел йыуатыр һүҙҙәр таба, ихлас маҡтай торғайны...
Беҙҙең бөгөнгө тормошҡа ҡайтһаҡ, миңә уның шалтыратыуҙары, уның менән аралашыуҙар етмәй. Һис уйламаған, көтөлмәгән хәл булды шул уның вафаты. Эштәре күп, ифрат күп ине әле уның. Бик иртә китте беҙҙең аранан Вилдан ҡусты, ике ҡыҙын аяҡҡа баҫтыраһы, ҡайны, олатай булаһы бар ине. Ҡыҙҙарын шул тиклем яратҡан атай ҙа ине ул. Әсәһенең дә һуңғы арала ҡайғылары ишләнеп торҙо. Уның өсөн дә борсоулы булды. Барлыҡ туғандарын ян-яғына туплап, ауылында тыныс ҡына йәшәргә уйлағайны ла...
Ирмен тигән ир кешегә 45 йәш ыуыҙ ғына саҡ бит. Йәшәргә лә йәшәргә ине әле. Тимәк, һин унда ла кәрәк. Тоғро һәм намыҫлы егеттәр һирәк, шуға ла һәр ерҙә, һәр даим кәрәк ундайҙар. Яратҡан Торатауың һине үҙенә тартып алды, уның һағында аяу торһон, бер кем дә уны һатмаһын, уҡ атмаһын тип, үҙ ҡуйынына алды. Ожмах түрҙәрендә булһын урыны!
Луиза АЗАМАТ.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 14 - 20 ноябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА