
Уҙған аҙна Салауат башҡорт дәүләт драма театры сәхнәгә Салауат Юзеевтың "Дүрт өкө" төнгө клубы" әҫәре буйынса "Йәнекәйем, мин өйләнәм..." тигән премьераһын сәхнәгә сығарҙы.
Тамаша бик ҡыҙыу башланып китте. Тәү ҡарашҡа көлкөлө күренһә лә, ысынында иһә, уның нигеҙендә бик сетерекле, көнүҙәк тема ята булып сыҡты. Төп герой Эмилдең яратҡан ҡатыны Вәсилә, улы Илдан бар. Улар - башҡаларға өлгө булырлыҡ, йорттарында йылылыҡ һәм мөхәббәт хакимлыҡ иткән бынамын тигән ғаилә. Тик... берҙән-бер көндө Эмиль өйгә йәш кенә Камиләне алып ҡайта ла, ҡатынына: "Йәнекәйем, мин өйләнәм!" - ти. Эмилдың был ҡарарын ғаиләһе аңлай алмай - ниңә, ни өсөн? Тик һуңынан ғына атайҙы был аҙымға Илдан улының яҙмышы, өйләнмәй, яңғыҙ йөрөүе өсөн борсолоуы этәреүе асыҡлана. Ата-әсә күңеле һәр саҡ балала бит. Спектаклдең нигеҙендә бер-береңде аңлау, яҡындарыңды ғәфү итеү, мөхәббәт, сабырлыҡ кеүек мәңгелек ҡиммәттәр ята. Икенсе ҡатын алып ҡайтҡан ирен күрә алмаҫҡа тейешле Вәсилә эсенән ут йота, сабырлыҡ күрһәтеп, был мәсьәләгә аңлап ҡарай.
Лирик комедияны ҡарарға 25-се башҡорт гимназияһы директоры Ильвира Фәхретдинова һәм 19-сы мәктәп директоры Илүзә Байгилдина ла килгәйне.
- Спектаклдең сюжетын алдан белмәһәк тә, төп герой Эмилдең йәш ҡыҙҙы улы өсөн алып ҡайтыуын шунда уҡ төҫмөрләнек. Балаларҙың ваҡытында башлы-күҙле булыуы - ата-әсә өсөн ҙур бәхет. Тамашала милли колорит сағыу бирелгән: башҡорт халҡының йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, тормош-көнкүреше асыҡ күрһәтелә. Бейеүҙәре, хәрәкәттәре бик шәп, артыҡ ҡыланыш юҡ, заманға яраҡлаштырылып эшләнгән, гармун моңдары, милли кейемдәр ике быуынды бәйләп тора. Актерҙарҙың һәр береһе үҙ ролен оҫта башҡарҙы. Театрҙан яҡшы кәйеф алып ҡайтырға сығабыҙ, - тине улар премьера тамамланғас.
- Ата-әсәләр һәм балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған спектакль тәрән уйға батырҙы. Бында ғаилә ҡиммәттәре, балалар өсөн яуаплылыҡ, борсолоу тойғолары яҡшы сағыла. Актерҙар ролдәрен шул тиклем матур уйнаны, һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ. Башҡорт халҡының йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре ярылып ята. Рәхәтләнеп көлөп, ял иттек, - тиҙәр премьераға килеүсе Лилиә Саньяпова менән Зилә Иванчина.
Динә ҒӘЛИЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 14 - 20 ноябрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|