«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Бөгөн финанс белеменә эйә булыу, аҡса тотона белергә өйрәнеү бик мөһим, тигәнгә фекерегеҙ нисек?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨС ЙЫЛҒА САТЫНДАҒЫ ҠАЛА, ЙӘКИ НИСӘ ЙӘШ ҺИҢӘ, ӨФӨ?
+  - 

(Салауат Хәмиҙуллиндың видеофильмы буйынса)

Салауат Хәмиҙуллин:
Совет осоронда цивилизациялы донъяның күсмә периферияһы тип һаналған Көньяҡ Урал территорияһында Рәсәй составына ҡушылғанға тиклем ниндәй ҙә булһа ҡалалар булыуын раҫлау туҙға яҙмаған, хатта фәнгә ҡаршы фекер, тип нарыҡлана. Әммә XVIII-XIX быуаттарҙа йәшәгән Өфө кешеләре, барса нәмәгә туранан-тура ҡарап, ниндәйҙер алдан бирелгән фекерҙе тотмайынса, улай тип иҫәпләмәгән. Өфө ҡалаһының башлығы һәм төбәкте өйрәнеүсе Дмитрий Волков, үҙ күҙәтеүҙәренән сығып, былай тип яҙған: "Нелегко говорить об уфимской старине. Могилы безмолвны, хартии и свитки большею частию истлели, летописей нет, не осталось почти и преданий. Мы видим только на окраинах города немые курганы - памятники давно исчезнувших народностей; остатки рвов - свидетелей давно стихнувшей борьбы; знаем, что вся обширная площадь, на которой так просторно раскинулась теперь Уфа, представляет собой поле, полное костей человеческих: где ни копни, везде скелеты и кости. Это - Божья нива, удобренная человеческими телами, говорит красноречиво, что здесь крепко и долго боролись, страдали и гибли некогда люди".

Фларит Сөнғәтов: Өфө ярымутрауы территорияһында бер нисә тиҫтә археологик ҡомартҡы бар, улар неолит эпохаһынан башлап һуң урта быуаттарға тиклем ваҡыт арауығына ҡарай. Урта быуаттар осоронан ҡалған 5 ҡаласыҡ асылған. Ҡаланың иҫке өлөшөндә 2 ҡомартҡы булһа, Өфө менән Черниковка араһында V-VII быуаттарға ҡараған ҙур Дежнев ҡәберлеге булыуы билдәле. Ул 200-ҙән ашыу ҡурғандан хасил.

Салауат Хәмиҙуллин: Әле иҫкә алынған Өфө-1, Өфө-2, Өфө-3 ҡаласыҡтарынан башҡа Усть-Уфимское тип аталған ҡаласыҡ Өфө йылғаһы тамағы тәңгәлендә, Президент-Отель районында йылғаның бейек морононда урынлашҡан, ә Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙан территорияһында Өфө-4 ҡаласығы табыла. "Московские ведомости" гәзитенең 1886 йылда сыҡҡан бер һанында ул саҡтағы Өфө интеллигенцияһының ҡаланың рустарға тиклемге осорона ҡарата өҫтөнлөк иткән фекерҙәренә ҡыҫҡаса резюме бирелгән: "Значение Уфы, как стратегического оплота, было понято и раньше ея прежними обитателями: ногайцами и башкирами, при которых около нынешней Уфы существовал древний город Тура-Тау и военное укрепление "станивище на Чортовом городище" около Бирска". Бындай ҡараштар башҡорт старшинаһы Ҡыҙрас Муллаҡаевтың Рычковҡа биргән мәғлүмәттәренә нигеҙләнгән: "…задолго до покорения Российскому скипетру Казанского царства и башкирцев, на самом том месте, где ныне город Уфа, был великий город, который простирался по реке Белой до устья Уфы, и до Уфимских, то есть при реке находящихся гор, так что жительство его распространялось по длине верст на десять". Һуңынан ҡаланың кешеләрһеҙ ҡалыуы хаҡында урындағы риүәйәтте лә Рычков теркәп ҡуйған: "…на том Уфимском месте, кое тогда Туратав именовали, оказался великий змей, и приходя в город, многих людей ядом своим заражал и умерщвлял…".
Әммә башҡорт старшинаһы әлеге бөйөк ҡаланың Туратау тип аталыуы хаҡында түгел, ә әле "Өфө урыны" тип йөрөтөлгән ерҙең генә әүәл Туратау тип аталыуы хаҡында мәғлүмәт бирә, был "ҡәлғә йә иһә ҡала тауы" тигәнде генә белдергән. Рустар Туратауҙы һуңынан "Усольская гора" тип атай, был - хәҙерге Сочи урамынан Софьи Перовская урамына тиклем һуҙылған ҡалҡыулыҡ.
Петр Рычков ошо тау түбәһендә боронғо ҡаласыҡ булыуы хаҡында ла мәғлүмәт бирә: "...над самою рекою Уфою от города верстах в пяти, на весьма высоком и прекрасном месте видно татарское городище, где, как сказывают, ногайские ханы живали". Шулай итеп, XVIII быуатта Өфө кешеләре "Иҫке Өфө" ҡалаһының ҡайҙа урынлашыуы хаҡында, улар үҙҙәре уйлауынса, бик белеп һөйләгән кеүек. Уларса, юғалған ҡала Усольская тауында, йәғни, Туратауҙа урынлашҡан булыуы итимал.

Владимир Агте: Ҡала топонимияһында "Иҫке Өфө" атамаһының һаҡланып ҡалыуы үҙе бер йомаҡ кеүек. Бына сағыштырыу өсөн рустарҙың Рязань ҡалаһы атамаһын ҡарайыҡ: хәҙерге Рязандән башҡа Иҫке Рязань исемле археологик ҡомартҡы бар, ә улар бер-береһенән тиҫтәләрсә саҡрым арауыҡта урынлашҡан. Хәҙерге Рязань ҡалаһын 1778 йылға тиклем Переяславль-Рязанский тип йөрөткәндәр. Ни сәбәпле боронғо ҡомартҡы исеме яңы ҡала атамаһы булып китә - быны белеүе мөмкин түгел. Бәлки, Өфө ҡәлғәһен дә бында әүәлерәк булған тораҡ исеме менән атай башлағандарҙыр. Ә Өфөлә барыһы ла Сутолока йылғаһының арғы яғын Иҫке Өфө тип атап йөрөттө, һәм был топоним әлегә тиклем һаҡланып ҡалған.

(Дауамы. Башы 37-44-се, 46-47-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №48, 5 - 11 декабрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.12.25 | Ҡаралған: 12

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Әле бына 1 декабрҙән 10-на тиклем ташламалы 905 һум 04 тингә яҙылып ҡалығыҙ ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә лә. Кило ярым ит, кило ярым кәнфит, кило ярым печенье хаҡы был. Уларҙы бер-ике ултырыуҙа ашҡаҙанығыҙ аша эшкәртеп бөтһәгеҙ, гәзит аша килгән хәбәрҙәр ярты йыл буйы йөрәгегеҙгә рухи аҙыҡ булып яғылыр, дәртләндерер, уйландырыр, бик күп һорауҙарығыҙға яуап бирелер.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru