
Рәсәй Федерацияһы рәссамдары һәм Мәскәү рәссамдары союздары ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Шәйхзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Сулпан БИЛАЛОВА бөгөнгө көндә иң әүҙем эшләгән рәссамдарыбыҙҙың береһе. Бала саҡтан халҡының тарихын белеп, рухи ҡомартҡылары менән танышып үҫкән Сулпандың ижад юлы бай. Бөгөнгө заман темаһы, йә алыҫ тарих йылъяҙмаһы, һәр картина йәнле фекер алышыуға сәбәп була. Бөгөн ул Мәскәүҙә йәшәһә лә, күңеле менән тыуған ғәзиз төйәгендә һәм йөкмәткеле ижады аша беҙгә уны нисек һаҡларға, нисек ҡәҙерләргә өйрәтә. Бында һүҙҙәр кәрәкмәй. Бары Сулпандың картиналарына күҙ һалығыҙ.
Сулпан, беҙ һеҙҙе "Аҡбуҙат" журналында эшләгән йылдарҙан яҡшы беләбеҙ. Баҫманың биҙәлеше өсөн тәүге көндәрҙән үк ҙур тырышлыҡ һалдығыҙ. Кескәйҙәргә үҙегеҙҙең тылсымлы һүрәттәрегеҙ аша яҡты, нурлы, сихри донъя бүләк итеүгә өлгәштегеҙ. Ә Сулпан Билалова исемле рәссамға "Аҡбуҙат"та эшләгән йылдар нимә бирҙе икән?
- Һәр кемдең тормошонда уның артабанғы яҙмышын хәл итә торған боролошло осрашыуҙар була. Бер мәлдә мине лә яҙмышым кескәйҙәр өсөн яңы ғына сыға башлаған журналдың баш мөхәррире, һоҡланғыс шәхес, талантлы шағирә Факиһа Туғыҙбаева менән осраштырҙы. Эйе, шунан алып, тәүге һандарынан был баҫманы үҙемдең һүрәттәрем менән биҙәй башланым. Иллюстрациялар тыуҙырыуҙа ул саҡта әллә ни тәжрибәм дә юҡ ине, ләкин мин ышанысты аҡларға, һынатмаҫҡа тырыштым. Ижад ғазаптарына ла дусар булдым. Ана шундай мәлдәрҙә Факиһа Туғыҙбаева мин яратҡан әйтемде йыш ҡына ҡабатлай торғайны: "Бейеүсе бейей-бейей оҫтара!" Баш мөхәрриребеҙ шағирә булһа ла, иллюстрациялау нескәлектәрен бик яҡшы аңлай ине, ярҙамы ҙур булды, һәр саҡ кәңәштәрен биреп торҙо. Кәңәшләшеп, аңлашып эшләнек. Мин иғтибарлы Факиһа Һаҙый ҡыҙын әле лә шуның өсөн оло хөрмәт менән иҫкә алам, уға рәхмәтем һәр саҡ күңел түрендә йәшәй.
Журнал менән ҡуша үҙем дә үҫтем һәм был үҫеш, шөкөр, әле лә дауам итә. Тағы ла шуны өҫтәп әйтергә кәрәктер, "Аҡбуҙат"та эшләгән саҡта мине рәссам булараҡ таный башланылар, уның һөҙөмтәһе - китаптарҙы биҙәргә йыш мөрәжәғәт иттеләр. Башҡортостанда ғына түгел, Мәскәү нәшриәттәрендә сыҡҡан бик күп китаптарҙың иллюстраторы булып киттем.
Һеҙ хәҙер байтаҡ йылдар Мәскәүҙә йәшәйһегеҙ. Башҡортостандан ситтә йәшәү ижадығыҙға ниндәй үҙгәрештәр индерҙе?
- Ватанынан ситтә йәшәгән саҡта кешелә һағыныу, һағыш тойғоһо ныҡ көсәйә. Рәссам үҙенең кисерештәренән, хис-тойғоларынан айырылғыһыҙ, улар менән бергә йәшәй, һәм был уның ижадында асыҡ сағылыш таба ла инде. Бына шуға ла минең һуңғы йылдарҙа яҙылған картиналарымда башҡорт тематикаһы киң урын биләй, халыҡ йолаларына, тарихи ҡиммәттәргә, милли ғөрөф-ғәҙәттәргә, мифтарға йыш мөрәжәғәт итәм. Башҡорт эпостары, легендалары ижадымдың һәлмәк өлөшөн тәшкил итә. Башҡорт халҡының тарихи һәм рухи ҡомартҡыларына үтә лә һаҡсыл мөнәсәбәттәмен, сөнки ул рәссамдан айырым бер яуаплылыҡ талап итә. Рәссамдарҙың ижады, хеҙмәте - быуындарҙы тоташтырып торған эстафета таяғы ул, был таяҡты улар ҡулдан төшөрөргә тейеш түгелдәр.

Һеҙҙең картиналар аша рухи ҡомартҡыларыбыҙҙың бөйөклөгөн асабыҙ, улар беҙгә үҙебеҙҙе танырға, кемлегебеҙҙе тәрәнерәк аңларға ярҙам итә. Ҡайһы бер картиналарығыҙҙың тыуыу тарихы менән таныштырһағыҙ ине. Нимә һеҙҙе илһамландыра?
- Башҡорт мәҙәниәте, һәр бер боронғо халыҡтың тарихы кеүек үк, художестволы ижад өсөн сикһеҙ ҙур илһам сығанағы булып тора. Мин бәләкәй саҡта Алпамыша батырҙар, ҡаһармандар, һушты алырлыҡ һылыуҙары, тылсымлы толпарҙар, ғәжәйеп ҡоштар тураһында әкиәттәр, легендалар тыңлап үҫтем. Ана шул ваҡыттарҙа уҡ ғәжәйеп сихри сюжеттар һәм образдарҙы минең мейем "рәсемгә төшөрә" ине инде. Ошо әкиәттәр менән ҡуша тыңлаусы геройҙарҙың әхлаҡи-генетик һынланышын күҙ алдына баҫтыра, кешеләрҙең үҙ-ара нисек мөнәсәбәт ҡороуын, ғөмүмән, тормош ҡанундарын да үҙенә һеңдерә һәм халҡының характерын, психологияһын тәрәндән аңлай башлай. Рухи хазиналарыбыҙҙа яҡшылыҡтың яуызлыҡты еңеүе данлана, улар аша сал сәскә, аҡһаҡалға хөрмәт, ҡыйыулыҡҡа, изгелеккә, яҡындарыңа һөйөү, ватанды һаҡлаусыға ихтирам һәм башҡа күп сифаттар тәрбиәләнә. Былар бөтәһе лә тормошто тәрәнерәк аңларға, кешелектең яҡшы һәм насар яҡтары тураһында асыҡ фекер йөрөтөргә ярҙам итә.
Бына "Тауҙарҙы һаҡлаусы" картинаһы. Ул, бер һүҙһеҙ, Урал тауҙарын, бындағы тәбиғәттең гүзәллеген данлай, сөнки күп быуаттар буйы тап ошо ерҙә башҡорт халҡы тарихи һәм мәҙәни йәһәттән формалашҡан, үҫешкән, нығынған. Башҡорт ере тауҙарға бай. Мин картинаны бик боронғо мотивтар менән тулыландырҙым, ул башҡорттарҙың тауға табыныу осорон тасиурлай. Һәр ырыуҙың үҙ тауы булған, уны һаҡлаусы тау эйәһе бар, тигәндәр. Тау итәгендә йыйындар үткәрелгән, туғандар, яҡындар йыйылышҡан, улар шунда көс алған. Берҙәмлектә - көс. Тау башында изгеләр һәм батырҙар мәңгелек төйәк тапҡандар. Был картинала күк Тәңреһе - башҡорт шихандарын һаҡлаусы тип ҡабул ителә.
Тауҙар бит беҙҙе бик-бик боронғо замандарҙан күк менән тоташтырып тора. Ошо бәйләнеште күк Тәңреһе образы аша сағылдырырға кәрәк ине. Башы күккә тейгән бәһлеүән - күк Тәңреһе мөһабәт һында ултыра. Ел уйнатҡан уның иҫке кейеме һәм сал һаҡалы мәңге азат, мәңге ирекле болоттар менән ҡуша үрелгән. Ә болоттар сал Урал менән бер төҫтә. Күк Тәңреһе иһә әкрен генә тәбиғәт эсенә инеп, һеңеп, уның менән бер бөтөнлөктә икәнен аңғарта. Был образдың елдән ҡытыршыланған битен иҫәпһеҙ-хисапһыҙ йыйырсыҡ ҡаплаған, һәр бураҙна-йыйырсыҡ - уның золом һәм яҡтылыҡ араһындағы ҡаты көрәш шаһиты. Тап шулай булырға тейеш, тип ҡалыпҡа һалмайым. Картинаны ҡараған һәр кем уның йөкмәткеһенә үҙенсә аңлатма бирә ала, сөнки йәшәйештең, фанилыҡтың мәңгелек һорауҙары бихисап, һәм уларға бер төрлө генә яуап биреп тә булмай.

Сулпан, рәссамға илһам нисек килә? Теге йәки был идеяның тыуыу тарихын белге килә.
- Идеяны мин Юғарынан төшөрөлгән бер материя тип ҡарайым, сөнки ул миңә яңы сюжет бирә. Әгәр ҙә шундуҡ теркәп ҡалмаһаң, ул көтөп тормай, юҡҡа сыға ла ҡуя. Һуңынан иҫкә төшөрөп маташаһың, миңә ныҡ тәьҫир иткәйне, әле генә хәтеремдә ине лә баһа, тип тә ҡарайһың, юҡ, кире осоп килмәй. Бына шуға ла хәҙер мин үҙем менән сумкамда һәр саҡ бәләкәй генә блокнот һәм ҡәләм йөрөтәм. Юлдамы, башҡа ерҙәме, берәй идея килһә, онотмаҫ өсөн йәһәт кенә теркәп ҡуям. Ул бәләкәй генә һүрәт, хатта берәй һыҙыҡ булыуы мөмкин, барыбер артабан ул ҙур картинаның нигеҙенә ятасаҡ. Ваҡыт булыу менән мин ошо һүрәткә кире әйләнеп ҡайтам һәм яңы деталдәр өҫтәп, ентекләберәк альбом битенә төшөрәм, һәм һүрәт үҙенең тормошо менән йәшәй башлай. Улай ғына ла түгел, артабан ул үҙе үк нимәне үҙгәртергә, нимәне өҫтәргә икәнен күрһәтә: "Картинаңдың үҙәге ошолайыраҡ булырға тейеш, был һыҙыҡтарыңды алып ташла, ошо урынға яңы деталь өҫтә һ.б.". Шулай итеп, яйлап бер мертлыҡ киндерҙә тыуасаҡ картинаңды асыҡ ҡына төҫмөрләй башлайһың. Бәләкәй форматтағы һүрәтте ҙур туҡымаға күсереүҙең ауырлыҡтары бар, күләм ҡай саҡ уның мәғәнәһен үҙгәртә, һин теләгәнсә килеп сыҡмай. Ысын оҫталыҡ йылдар үтеү менән килә. Әле мин 5-6 зарисовка төшөргәнмен икән, бына быныһы ҙур форматта уңышлы сығасаҡ, был һүрәт альбомда матур булһа ла, ҙурайтҡас, юғалып ҡаласаҡ, төҫһөҙләнәсәк, тип белеп торам.
Байтаҡ рәссамдар менән әңгәмә ҡорған булды. Ижади процесс яҙыусыныҡы һымаҡ уҡ: бер тема буйынса яҙырға тотонаһың да, һис уйламаған икенсе юҫыҡты һүрәтләй башлайһың. Һеҙ ҙә шулаймы?
- Эйе, шулай. Идеяны ҙур форматҡа күсергәндән һуң эштең яңы яуаплы баҫҡысы башлана. Ул ысынлап та - ижад осошо. Симпозиумға, берәй сараға саҡырғанда, темалар алдан тәҡдим ителә, әйтәйек, ватанды һаҡлаусылар, әсәләр, кеше хеҙмәтен данлау, уңыш йыйыу тураһында һ.б. Ойоштороусылар раҫлар өсөн буласаҡ композицияның эскизын ебәреүҙе һорайҙар. Бәләкәй форматта эшләп ебәрәһең, раҫлаһалар, шуны ҙур киндергә күсереп эшләү башлана. Минең эшем нисек килеп сыға? Төп эшем эскиздан бөтөнләй айырыла, симпозиумды ойоштороусылар минең холоҡто беләләр, хәҙер инде был үҙгәрешкә иғтибар имәйҙәр. Эш барышында мин ысын мәғәнәһендә ижадсыға әйләнәм. Шуғалыр ҙа ҡай саҡ кемдер минең ҡулымды үҙе йөрөтә кеүек тойолоп китә. Ашарға-эсергә онотам. Әйтерһең, ҡулыма кемдер ҡылҡәләмде йәбештереп ҡуйған. Бармаҡтарҙы яҙа алмайым, арҡам ҡатып киткән. Бына шулай айырыла алмай эшләйем.
Картинаны яҙа башлаған сағымда ҡай берәүҙәр "Бында ниндәй сюжет буласаҡ, ул нисек тамамлана?" тип һорайҙар. "Мин уны яҡынса ғына беләм", тип яуаплайым. Баштағы уй-ниәттәр эш барышында ҡырҡа үҙгәрә лә китә бит. Унан һуң, һинең был ижад емешең тамашасыла хистәр уятырлыҡ булһын, тип тә уйлайһың. Мәҫәлән, минең "Аҡын" картинаһында сәсән ҡобайыр әйтә. Гаджет та, телевизор ҙа элек булмаған, һүҙ сәнғәте бары телдән-телгә күскән. "Урал батыр" ҙа беҙгә шулай килеп еткән. Картинамда һүҙ сәнғәтенең көсөн бирергә кәрәк ине. Ҡобайыр әйткән сәсәндең күҙҙәре йомоҡ, ә йөҙөн сырыш баҫҡан. Һәр бер тәрән йыйырсыҡ уның ауыр тормош юлын, тарихын бәйән итә. Ҡарттың ауыҙы ярым асыҡ һәм был сикһеҙлекте, мәңгелекте сағылдыра. Картина ҙур, сәсән ҡап уртала ултыра, тамашасы яҡын килеп ҡараһа, иң элек уның йөҙөнә иғтибар итә. Тамашасы, гүйә, уның көйләп һөйләгәнен, ҡай берәүҙәр тояҡ тауыштарын, һыу сылтырағанын, ҡоштар һайрауын ишетә....
Һеҙҙе "Урал батыр" эпосы ла, башҡа халыҡ ижады өлгөләре лә рухландыра икәне асыҡтан-асыҡ аңлашыла...
- Эйе, халыҡ ижадына йыш мөрәжәғәт итәм, "Урал батыр" булһынмы, башҡа ҡобайырҙармы, һәр береһе рухландыра. Сюжеттары үҙҙәренән-үҙҙәре алегорияға, символдарға әйләнә, ошолай аңлатыу тамашасыға тәьҫир итә, уның хәтерен тергеҙә. Эйе, беҙҙә ҡан хәтере бар һәм халыҡ эпосын картинала ошолай һүрәтләү үҙебеҙҙе тәрәнерәк аңларға ярҙам итә.
Мин илһөйәрлек темаһына ла йыш мөрәжәғәт итәм. Халыҡ рухы һүнмәүен, нығыныуын күрһәтәм. "Ата менән ул" композицияһын тыуҙырыуға ошо маҡсат этәрҙе лә инде. Үҙәк урында мөһабәт атты күрерһегеҙ. Был толпар халыҡ көсөн, тәбиғәт көсөн аңлата. Халыҡ - үҙ тарихының, хәтеренең хакимы, ошо хәтер быуындан-быуынға тапшырыла килһә, тормош дауам итәсәк. "Урал батыр"ҙа шул данлана һәм йәшәү мәғәнәһе тураһында уйланырға саҡыра. Шуға ла алғы планда көслө ҡеүәтле атты эшләү идеяһы тыуҙы. Ат өҫтөндә көслө, үҙенә ышанған, тыныс алпамыша ир ултыра. Ул милли кейемдә, ҡулында - өс-дүрт йәштәрҙәге улы. Атаһы бөтөн мираҫты уға ҡалдырырға, уны батыр булырға өйрәтергә тейеш. Бәләкәй баланан ысын ҡаһарман ул үҫеп сығасаҡ. Атайҙың ҡулында һөңгө, ул да ерҙе һаҡлау символы, уҡ-яны ла бар, тимәк, кеше һәр саҡ уяу, ерен баҫырға килгән дошманды ҡыйратырға әҙер. Бер үк ваҡытта ул мал табыусы, тимәк, ғаиләһен, улын хәстәрләүсе. Сабый ҡулында ағас ҡылыс. Ул әле уйнай ғына, ләкин уйынға ла инде мәғәнә һалынған. Был аллегория малайҙың атаһына лайыҡлы вариҫ икәнен күрһәтә.
Ғаиләне Урал тәбиғәтендә төшөрҙөм. Урал тауҙарынан йылға ағып сыға. Артҡы планда тирмә. Башҡорт һәм ат берлеге һүрәтләнә. Ғөмүмән, башҡорт атһыҙ йәшәй алмаҫ ине. Улар бер бөтөндө хасил иткән. Картинаны яҙған саҡта ҡыҙыл һыҙыҡтар төшөрҙөм, бер ҡараһаң, осҡон һымаҡ, икенсе ҡараһаң, ҡояш нуры, шулай уҡ ҡан төҫө сағыла унда. Байрам төҫө, фажиғә төҫө, күп мәғәнә һалынған.
Мин был темаға бер генә картина яҙырмын, тип уйлағайным, ләкин улай булманы. Йыш ҡына эш мәлендә шул картинаға бәйле миндә яңы сюжеттар тыуа башлай. Улар тәүге картинаны байытырға тейештәр. Киндерҙә, ҡағыҙҙа төшөрөлгән серияларым күп кенә: "Кешеләр һәм балыҡтар", "Кешеләр һәм океан", "Кешеләр һәм һыу", музыкаға, балаларға арналғандары бар. Легендалар һәм мифтар серияһы айырым урын биләй.
Һәм бына "Ата менән ул" картинаһын яҙған саҡта, уның икенсе яртыһын - ҡатын-ҡыҙ булған өлөшөн эшләү теләге уянды. "Ата менән ул" диптихтың уң яғын тәшкил итһә, ҡатын-ҡыҙ - һул яғын. Үҙәк урындағы милли кейемдәге һылыу йәш ҡатын башҡорт биҙәктәре төшөрөлгән келәмде яҙып тотҡан. Уны йәйергә әҙерләйме, әллә әле генә туҡып бөткәнме, әллә ер моңон тыңлап, шулай баҫып торамы, быны тамашасы үҙе фараз итергә тейеш. Ҡыҙыҡай алғы планда ҡумыҙ сиртә. Ер моңон ишетәбеҙ унда. Башҡортта көйҙәр ер моңон хәтерләтә. Сөнки йылға буйында, тәбиғәттә булғанда ҡумыҙҙа мин башҡорт моңон ишеткәндәй булам. Әйтерһең, тәбиғәт үҙе ҡумыҙҙа уйнай.
Гәзит уҡыусыларға шуны әйтәм: ижадымды күҙәтеп барығыҙ, яңы эштәрем менән тамашасыны аптыратырмын әле, тип вәғәҙә бирәм. Картиналарым аша быуындар бәйләнеше нығырға, хәтер ебе өҙөлмәҫкә тейешлеген нығыраҡ аңларһығыҙ. Маҡсаттарығыҙ йөрәгегеҙҙә яңғыраш алһын, һеҙҙе яңы кисерештәр, матур хис-тойғолар, фекерҙәр менән байытһын. Беҙ кем ул, фани донъяға ниңә килгәнбеҙ, киләсәккә үҙебеҙҙән һуң нимә ҡалдырырбыҙ, балаларыбыҙ беҙҙе нисек итеп хәтергә алыр? Быға беҙ ижад һәм хеҙмәт аша, хәтерҙе һаҡлау аша яуап бирә алырбыҙ тип уйлайым.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №48, 5 - 11 декабрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|