«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бөгөн финанс белеменә эйә булыу, аҡса тотона белергә өйрәнеү бик мөһим, тигәнгә фекерегеҙ нисек?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТТАРҘАН ГЕРОДОТЛЫҠ АҢҠЫЙ...
+  - 


Был донъя - бесән ҡыуышы, ти халыҡ мәҡәле. Йөкмәткеһенә һалынған мәғәнәһенән күренеүенсә, донъяның фанилығы, ғүмерҙең күҙ йомоп асҡан арауығына тиң ҡыҫҡалығы хаҡында был әйтем. Шуға күрә донъяның халҡыбыҙ тарафынан тораҡтарҙың иң ябайына һәм ваҡытлысаһына - бесән ҡыуышына тиңләнеүе һис тә ғәжәп түгелдер. Икенсе яҡтан ҡарағанда, көноҙоно ҡолас киреп бесән сапҡандан һуң хуш еҫле бесән, сәскә еҫтәренә иҫереп, бесән ҡыуышында йоҡламаған кеше генә бындай рәхәтлектең ни икәнен белмәйҙер. Тимәк, был әйтемгә бесән ҡыуышының ябай һәм ваҡытлыса тораҡ булыуынан тыш, тағы ла тәрәнерәк мәғәнә һалынған.

Халҡыбыҙ йырҙарының ҡайһыһын ғына алып ҡарамайыҡ, барыһында ла тиерлек сағылыш таба донъяның сәхрәләге бесән ҡыуышына, тирмә күркәмлегенә тиң хозурлығы, ғүмерҙең һәр төрлө сағыштырыуҙарға тиңһеҙ ҡәҙере, фанилығы. Миҫалға "Юрмый буйы" йырының һүҙҙәрен генә килтерәйек:
Йыраҡтарҙан ағарып, ай, күренә
Башҡорттарҙың тирмә өйҙәре.
Йыраҡтарҙан моңайып, ай, ишетелә
Башҡорттарҙың тирмә көйҙәре.
Аҡ ҡуяндар кеүек ҡуш-ҡуш баҫып,
Эҙгенәйҙәр ҡалһын был ерҙә.
Һандуғастар булып һайрашайыҡ,
Һүҙгенәйҙәр ҡалһын был ерҙә.
Йә булмаһа, бик һирәк башҡарылған "Шешәнәкәй буйы" йырының һүҙҙәрен иҫкә төшөрәйек:
Шешәнәкәй буйы ҡыҙыл ҡырсын,
Ҡыҙыл ҡырсындарҙы ҡыҙырҙым.
Уҙып ҡына барған был ғүмерҙең
Алдарына сығып һыҙғырҙым.
Бара ғына торғас, ай, ултырҙым,
Аяҡтарым талып та барғанға
Ултырып та тороп, бер йырланым,
Йөрәктәрем янып та барғанға.
Шундай хозурлыҡҡа шаһит булып, фани ғына ғүмерҙең аяуһыҙ үтеүҙәренә сыҙай алмайынса, үҙ ғүмереңдең алдарына сығып: "Үтмәй тор, ғүмерем, мин әле ошо хозурлыҡҡа һоҡланып туйманым, танһыҡтарым ҡанманы әле!" - тип һыҙғырыу ғына түгел, әллә нимәләр эшләрһең, иларһың, йырларһың, көлөрһөң, үкенерһең...
Элек-электән башҡорттар төйәк иткән Уралтауҙың тәбиғәтенә генә түгел, ҡая-урмандар ипкенлегендә, дала-яландар иркенлегендә ике ҡитғаны бер итеп азат тормош менән йәшәүсе халҡыбыҙҙың күңел донъяһына ситтән килеп һоҡланыусылар ҙа күп булған. Шундай шәхестәрҙең береһе мәшһүр (бөйөк түгел, Аллаһ ҡына бөйөк) урыҫ яҙыусыһы, данлыҡлы аҡыл эйәһе Лев Николавевич Толстой булған. Яҙыусы ижадының, улай ғына ла түгел, күңел биографияһының ҙур өлөшө башҡорттар менән бәйле.
"Башҡорттарҙан Геродот еҫе аңҡый" тигән Лев Толстой. Ошо һүҙҙәрҙе яҙғанда ниндәй уй-тойғолар солғанышында йәшәгән һуң яҙыусы? Дөрөҫөрәге, уны тәүге тапҡыр башҡорттар йәшәгән Һамар губернаһының Кәрәлек буйына килергә нимә мәжбүр иткән? Яҙыусының тәржемәи хәле хаҡындағы төрлө сығанаҡтарҙа шул асыҡлана. Толстой ағаһы үлгәндән һуң 1862 йылдың 14 майында хеҙмәтсеһе Алексей Орехов һәм Ясная Поляналағы ике шәкерте Егорь Чернов, Василий Морозов менән Һамар губернаһының Кәрәлек буйы башҡорттарына ҡымыҙ эсергә килә һәм унда 31 июлгә тиклем була. Йәғни, яҙыусының башҡорттар араһына килеүе ағаһы үлгәндән һуң ҡаҡшаған һаулығын нығытыу маҡсатында ҡымыҙ эсеүгә, дала һауаһы һулауға ғына ҡайтып ҡалған кеүек.
Хәҙер инде Лев Толстойҙың ниндәй кисерештәр, уй-тойғолар шауҡымында Кәрәлек буйына килеүен яҙыусының шул осорға бәйле яҙмаларына таянып асыҡлап ҡарайыҡ. Бының өсөн уның "Тәүбә итеү" ("Исповедь") тип аталған уйланыуҙарына туҡталып, уның шул осор кисерештәрен күҙ алдына килтерәйек. Яҙмала ниндәй уйланыуҙар шауҡымы уны башҡорттар араһына килтереүе аныҡ әйтелә. Әҫәрҙең күләме бик ҙур, шуға күрә мин яҙыусының ундағы ҡайһы бер фекерҙәренә генә туҡталам:

"...элекке кеүек, хәҙер ҙә православие динен таныусылар һәм ғибәҙәт ҡылыусылар араһында тупаҫ, рәхимһеҙ һәм әхлаҡһыҙ һәм үҙҙәрен бик мөһим һанағандар күберәк осрай. Ә үҙҙәрен динһеҙ тип һанаусылар араһында рәхимле аңлылар, намыҫлылар, эскерһеҙҙәр һәм изге күңеллеләр күберәк..."

"...ул йылдарҙы (рус армияһы сафында хеҙмәт иткән йылдарын күҙ уңында тота - Ә.Ғ.-Ү.) ҡотом осоп, ерәнеп һәм йөрәгем һыҙлап иҫкә төшөрәм. Мин кешеләрҙе һуғышта, дуэлға саҡырып үлтерҙем, кәрттә отолоп та уларҙың йәнен ҡыйҙым, мужиктарҙың елкәһендә көн күрҙем, үҙҙәрен үлтерҙем, фәхишәлек ҡылдым, алдаштым. Ялғанлыҡ, уғрылыҡ, аҙғынлыҡтың ниндәй генәһен ҡылманым, эскелек, көсләү, үлтереү... Мин ҡылмаған енәйәт тә ҡалмағандыр һәм бының өсөн мине һәр ваҡыт маҡтанылар, тиҫтерҙәрем мине сағыштырмаса әхлаҡлы кешегә һананы. Ун йыл ғүмерем шулай үтте..."

"...тормошом туҡтап ҡалды. Мин һулыш алам, ашайым, эсәм, йоҡлайым, сөнки һулыш алмайынса, ашамайынса, эсмәйенсә, йоҡламайынса булдыра алмайым: әммә минең өсөн тормош юҡ, сөнки тормошҡа ашырырлыҡ теләктәремде мөһим тип һанамайым..."

"...мин, нисектер, йәшәй-йәшәй, алға бара-бара упҡын ситенә килеп баҫтым һәм алдымда үлемдән башҡа нәмәне күрмәйем. Туҡтарға ла ярамай, артҡа ла китеп булмай, алдымда ялғандан башҡа бер нәмә лә булмағанын күрмәҫ өсөн күҙҙе йоморға ла ярамай, алдымда хатта бәхет тә, ысын ғазап та, ысын үлем дә юҡ..."

"...ошо ҡотһоҙлоҡтан ҡотолор өсөн мин үҙемде үлтерергә теләйем. Үҙемде нисек үлтереремде күҙ алдыма килтерәм дә, быны үҙемдең әлеге хәлемдән дә ҡот осҡосораҡ икәнлеген аңлап, туҡталып ҡалам, әммә үҙ үлемем менән үлеремде көтөргә сабырлығым етмәҫен тоям. Йөрәгем йә башҡа ағзам шартлағандан һуң барыһы ла тамамланыры хаҡындағы уй йөрөтөүем нисек кенә ышандырырлыҡ булмаһын, мин барыбер үҙ үлемем менән донъянан китеремде сабыр ғына көтөп ала алмаҫмын кеүек. Үлем ҡараңғылығынан ҡурҡыу миндә шул тиклем көслө, шуға күрә бау йәки пуля ярҙамында унан тиҙерәк-тиҙерәк ҡотолғом килә. Ошо тойғо мине үҙ-үҙемә ҡул һалырға нығыраҡ этәрә..."

"...йыл һуҙымында мәктәп һәм журнал араһын тоташтырыусы булып эшләнем һәм был эшемдән бик яфаландым. Ни өсөн тигәндә, икеһенең араһында бәрелә-һуғыла буталып бөттөм: мәктәптәге эшмәкәрлегем күңел тыныслығымды юйһа, журналдағы урыҡ-һурыҡлыҡтан үҙемдең дә ҡоҫҡом килде. Барыһын да нимәгәлер өйрәтергә теләү һәм үҙем белмәгәнде уҡытырға теләүемде йәшерергә тырышыу тәнемде генә түгел, йәнемде лә сиргә һабыштырҙы һәм барыһын да күтәреп һуҡтым да, саф һауа һуларға, ҡымыҙ эсергә һәм тәбиғи тормош менән йәшәргә далаға - башҡорттарға юлландым..."

Толстойҙың Кәрәлек буйына ошо барғанында хеҙмәтсеһе һәм ике шәкерте менән нимәләр эшләгәне, башҡорттар менән нисек аралашыуы хаҡында бик күп сығанаҡтарҙа бәйән ителә. Хәҙер инде һүҙҙе Толстойҙың үҙенә биреп, "Тәүбә итеү" яҙмаһына күҙ һалайыҡ:

"...унан (башҡорттар араһынан - Ә.Ғ.-Ү.) әйләнеп ҡайтҡандан һуң, өйләндем. Бәхетле ғаилә тормошоноң яңы шарттары мине һәр төрлө йәшәү мәғәнәһе эҙләүҙән бөтөнләй ситләштерҙе. Ул ваҡытта мин бар тырышлығымды ғаиләмә, ҡатыныма, балаларыма һәм йәшәү сығанағын арттырыуға бағышланым. Камиллашыуға ынтылыуым хәҙер инде, ғөмүмән, прогресҡа табан камиллашыуға ынтылыуҙан ғәйре ғаиләмдә үҙемде яҡшыраҡ тойоуға ынтылыу менән алмашынды. Ошо шарттарҙа тағы ла ун биш йыл ғүмерем үтеп китте..."

Хәҙер инде Лев Толстойҙың башҡорттарға барған саҡтағы кәйефе менән ҡайтҡан саҡтағыһы араһындағы айырмаға иғтибар итегеҙ. Дөрөҫ уйлайһығыҙ: башҡорттар араһында булыу Лев Толстойҙы үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙан аралап ҡалған. Эйе, эйе, үҙ-үҙенә ҡул һалыу сигенә барып еткән Лев Толстойҙы башҡорттар араһында булыуы ваҡытһыҙ үлемдән аралаған. Кемдер өсөн был фекер хәҙерге көн күҙлегенән сәйер ҙә яңғырай торғандыр, әммә яҙыусының "Тәүбә итеү" әҫәре һәм күп һандағы көндәлек яҙмалары, төрлө шәхестәр менән хатлашыуҙары быны бермә-бер раҫлай.
Әлбиттә, яҙыусы үҙенең бер яҙмаһында ла "Башҡорттар мине үҙ-үҙемә ҡул һалыуҙан ҡотҡарҙы, улар араһында булып ҡайтҡандан һуң, тормошҡа мөнәсәбәтем ҡырҡа үҙгәрҙе", тип белдермәй, әммә уның башҡорттар араһында булғандан һуң артабанғы тормош ағышының ыңғай яҡҡа үҙгәреүе юҡтан ғына килмәй. Алда әйткәнебеҙсә, Лев Толстой башҡорттар араһында булғандан һуң үҙ-үҙенә ҡул һалыу ниәтенә тиклем алып барып еткергән күңел төшөнкөлөгенән ҡотола, дөрөҫөрәге, тормошҡа кире ҡайта. Уға башҡорттар араһына барырға буласаҡ ҡайныһы, кәләше Софьяның атаһы доктор Андрей Берс кәңәш итә. Башҡорттар араһына китер алдынан яҙыусы дуҫтарына, таныштарына шундай һүҙҙәр әйтә: "Унда миңә бер ниндәй гәзит тә, хат та килмәйәсәк, мин хатта унда китаптың нимә икәнен дә онотасаҡмын. Салҡан ятып ҡорһағымды ҡояшҡа ҡыҙҙырып, ҡымыҙ эсәсәкмен һәм һарыҡ ите ашаясаҡмын! Шул сағында үҙем дә һарыҡҡа әүереләсәкмен һәм шуның менән һауығасаҡмын..."
Шулай итеп, ике ай ярым самаһы Кәрәлек буйында ял итеп ҡайтҡандан һуң Толстой "Тәүбә итеү" әҫәрендә яҙылған ул саҡтағы Рәсәй ысынбарлығына бәйле ауыр һәм күңелһеҙ уйҙарынан арынып, үҙенә башҡорттар араһына барырға кәңәш биреүсе доктор Андрей Берстың ҡыҙы Софьяға өйләнә һәм башы-аяғы менән ғаилә мәшәҡәттәренә сума, бар донъяға битараф элекке батша армияһы һалдатынан өлгөлө ғаилә башлығына әүерелә. Был ут уға ун биш йылға етә.
1871 йылда яҙыусы Кәрәлек буйына икенсегә килә һәм тағы ла ике ай самаһы башҡорттар араһында йәшәй. "Бында килгәнгә тиклем мине нимәләр борсоһа, хафаларым һәм бар нәмәгә битараф булыуым юҡҡа сыҡты, үҙемде скифтар һымаҡ тоям, миңә бында барыһы ла ҡыҙыҡ һәм яңы... Күп нәмә ҡыҙыҡ һәм яңы, Геродот еҫе аңҡыған башҡорттар ҙа..." тип хат яҙа ул ҡатыны Софья Андреевнаға. Уның "барыһы ла юҡҡа сыҡты" тип атаған кәйеф торошон беҙ, башта әйткәнебеҙсә, Толстойҙың "Тәүбә итеү" әҫәренән уҡып беләбеҙ ҙә инде.
Толстой Кәрәлек буйынан Александр Фетҡа ла хат яҙа. Һәр бер тәржемә, һәр бер сағыштырыу аҡһай, тигәндәй, яҙыусының кәйефен үҙ асылында аңлар өсөн шағирға хатынан өҙөктө төп нөхсәһендә килтерәйек: "Здесь очень хорошо и значительно все... Если бы начать описывать, то я исписал бы сто листов, описывая здешний край и мои занятия. Край здесь прекрасный, по своему возрасту только что выходящий из девственности, по богатству, здоровью и в особенности по простоте и не испорченности народа..."
Әлбиттә, был һүҙҙәр яҙыусы тарафынан башҡорттарға ярарға тырышыуҙан сығып әйтелмәгән, етмәһә, Толстой башҡорттар хаҡындағы ошондай фекерҙәрҙе кемгәлер ҡасандыр яҙған хаттарында әйткән саҡта уларҙың бер көн килеп йәмәғәтселек иғтибарына йәлеп ителере хаҡында ла уйламағандыр. Тимәк, ул ни уйлаһа, шуны яҙған. Был - беренсенән, икенсенән, тотош халыҡ тураһында шундайын Геродот һынлы Геродотҡа тиңләрлек фекерҙәрҙе әйтеү өсөн дә ниндәй оло яуаплылыҡ һәм фиҙаҡәр күҙәтеүсәнлек кәрәк. Әлбиттә, яҙыусы беҙҙең эраға тиклем 400-500-се йылдарҙа йәшәүсе боронғо грек тарихсыһы Геродотты иҫкә алып, иң беренсе нәүбәттә башҡорттарҙың боронғо һәм, тарихсының грек-фарсы һуғыштарын сағылдырған киң билдәле "Тарихтар" тип аталған әҫәрендә сағылғанса, яугир халыҡ икәнлеген әйтергә теләгәне көн кеүек асыҡ. Тимәк, башҡорттарҙың тарихын өйрәнгән Толстой улар хаҡында Геродот осорона бәйле мәғлүмәттәргә лә эйә булған, тип әйтергә лә тулы нигеҙ бар бында.
1862 йылдан алып егерме йыл һуҙымында яҙыусы башҡорттар араһында барлығы ун тапҡыр була һәм уның көндәлектәренән, дуҫтарына, туғандарына һәм ҡәләмдәштәренә яҙған хаттарынан сығып фекер йөрөткәндә, Толстойҙың ошо йылдар эсендә башҡорттар тормошон төплө итеп өйрәнеүе күренә. Күп кенә сығанаҡтар буйынса, яҙыусының Кәрәлек буйҙары, Ырымбур ере, башҡорттар һәм уларҙың еренә күсеп килеүселәр хаҡында роман яҙырға йөрөгәне билдәле. Яҙыусының төрлө сығанаҡтарҙа сағылыш тапҡан тәржемәи хәленә таянып, ҙур күләмле был әҫәрҙең яҙылмай ҡалыуына ике төрлө сәбәпте нигеҙ итеп килтерергә булалыр:
l беренсеһе, 1880 йылда яҙыусының үҙе яҙған барлыҡ әҫәрҙәренән баш тартыуы;
l икенсеһе, 1990 йылда Николай Икенсенең ҡушыуы буйынса Рәсәйҙең барлыҡ сиркәүҙәре юғары учреждениеһы - Святейший Синод тарафынан Толстойҙың сиркәүҙән ситләтелеүе.
Ә инде яҙыусының киң билдәле "Һуғыш һәм солох" романына килгәндә, Толстой уны 1863-1869 йылдарҙа, йәғни башҡорттар менән тығыҙ аралашҡан саҡта ижад итә. Тарихта теләк-шарт һөйкәлеше булмай, тиҙәр, шулай ҙа яҙыуҙан ғына түгел, ғөмүмән, йәшәүҙән төңөлгән яҙыусының 1862 йылда Кәрәлек буйы башҡорттары араһында булып ҡайтҡанынан һуң бер йыл үткәс шундайын эпохаль әҫәргә тотона алыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй бит. Кем белә, бәлки, яҙыусыға был романын яҙа башлар өсөн, үҙе әйтмешләй, "Геродот еҫе аңҡыған башҡорттар" сәбәпсе булғандыр?
Икенсенән, һәр яҙыусы әҫәрҙәренең төп геройҙарына үҙенең уй-кисерештәрен һала, тигән логиканан сығып ҡарағанда, кенәз Андрей Болконский йөҙөндә беҙ "Тәүбә итеү" әҫәрендәге Лев Толстойҙы ла таныйбыҙ. Болконскийҙың да, Толстойҙың да йәш саҡтары батша армияһында хеҙмәттә үтә, улар икеһе лә үҙенең йәшәү маҡсатын - "Тулонын" ватанға хеҙмәт итеүҙә һәм шул юлда дан ҡаҙаныуҙа күрә. Андрей Болконский Аустерлиц яланында ауыр яраланып ятып ҡала һәм аҙаҡтан япраҡтарын ҡойоп, ботаҡтарын йәмһеҙ тарбайтҡан ҡарт имәндә үҙен таный һәм йәшәүенең мәғәнәһеҙлеген аңлай. Ә Толстой иһә, "Тәүбә итеү" әҫәрендә яҙғанынса, йәшәүҙән төңөлөп, үҙ-үҙенә ҡул һалыу сигенә барып етә. Әммә күңел ҡайтыуҙары, донъянан төңөлөүҙәр ваҡытлыса ғына икән, донъяла бәндәне һәр төрлө һәләкәттән ҡотҡарыр оло мөхәббәт бар. Андрей Болконский Наташа Ростоваға, Лев Толстой Софья Берстҡа өйләнә. Андрей Болконский яҙын шаулап япраҡ ярған ҡарт имәнгә, Лев Толстой Геродот еҫе аңҡыған башҡорттарға ҡарап күңел балҡыуы кисерә. Был осраҡлы ғына тап килеү түгел, әлбиттә.
Толстойҙың көндәлектәрендә, хаттарында башҡорттар тормошо хаҡындағы күп һандағы күҙәтеүҙәре теркәлеп ҡалған. Уларҙың барыһында ла яҙыусы был халыҡтың хәйләһеҙ тәбиғәт балаһы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала, халыҡтың аҙға ғына риза булып, үҙ нәфсеһен тыйып йәшәй белеүенә һоҡлана һәм шул арҡала ситтән килеүселәргә арзан ғына хаҡҡа ерҙәрен һатыуына көйөнә. "Кешегә күпме ер кәрәк?", "Ильяс" хикәйәләрендә сағыла уның бындай һоҡланыуҙары һәм көйөнөүҙәре. Нимә генә булмаһын, "Был донъя - бесән ҡыуышы" тип йәшәгән, Геродот еҫе аңҡыған башҡорттар XIX быуат аҡыл эйәһенең тормошонда ниндәй роль уйнауы хаҡында һөйләй был дәлилдәр.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №48, 5 - 11 декабрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.12.25 | Ҡаралған: 11

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Әле бына 1 декабрҙән 10-на тиклем ташламалы 905 һум 04 тингә яҙылып ҡалығыҙ ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә лә. Кило ярым ит, кило ярым кәнфит, кило ярым печенье хаҡы был. Уларҙы бер-ике ултырыуҙа ашҡаҙанығыҙ аша эшкәртеп бөтһәгеҙ, гәзит аша килгән хәбәрҙәр ярты йыл буйы йөрәгегеҙгә рухи аҙыҡ булып яғылыр, дәртләндерер, уйландырыр, бик күп һорауҙарығыҙға яуап бирелер.

Мөхәрририәт.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru