«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Бөгөн финанс белеменә эйә булыу, аҡса тотона белергә өйрәнеү бик мөһим, тигәнгә фекерегеҙ нисек?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘРХӘМӘТЛЕ ҠУЯН
+  - 

Матур ғына йәшел урманда йәшәгән, ти бер ҡуян. Ул шул хәтлем шәфҡәтле, рәхимле, мәрхәмәтле һәм изге күңелле була. Уны бөтә урман әһелдәре белә һәм яраталар, сөнки ул барыһына ла һәр саҡ изгелек эшләй торған булған...
...Һалҡын ғына күкһел томан таралып та өлгөрмәгән бер иртәлә, ҡуян үҙенең йәшерен урында эшләнгән ояһынан сыға. Һелкенеп ала, тәпәйҙәре менән моронон таҙарта, һоро йөндәрен һыйпап тигеҙләй ҙә, ашыҡмай ғына урман төпкөлөнә инеп юғала. Бәлки, бөгөн дә кемгәлер уның ярҙамы кәрәк булыр, тип уйлай ул.
Бәлә аяҡ аҫтында, тигәндәй, аңғармаҫтан ҡуян сәнскеле шайтан таяғы үләненә баҫа. Үләндең сәнкеле энәләре уның табанына аяуһыҙ ҡаҙалғас, меҫкен ҡуян һыҙланыуынан түҙмәй ҡысҡырып ебәрә һәм арҡаһына ауып тәгәрәп китә. Һыҙланыуҙары бер аҙ баҫылғас, сәнскеләрҙән арынырға теләп, тәпәйҙәрен һелкә, улай ҙа булмағас, һурып сығарырға ла маташа. Ләкин нисек кенә тырышмаһын, сәнскеләр ҡаҙалған урындарында ҡалып, тағы ла нығыраҡ һыҙландыра. Табандары яраланыу арҡаһында ҡыбырларға ла мөмкинге булмаған ҡуян, башҡаларҙан ярҙам өмөт итеп, бик күп ваҡыт көтөп ултыра. Өмөтө өҙөлдө тигәндә генә яҡындағы ҡыуаҡлыҡтар шаулап һелкенә башлай һәм көрән-һоро айыу күренә. Ҡуян шул тиклем шатлана, уға былай ти:
- Әссәләмәғәләйкүм, айыу туған! Табандарыма сәнскеләр инде, шуны һурып алырға, зинһар өсөн, ярҙам итеп ебәрегеҙ әле! Урынымдан да ҡуҙғала алмайым... Түҙер хәлем дә ҡалманы...
Айыу ҡурай еләге ашарға бик ашыҡҡан була. Уны тәмле, баллы ҡурай еләге көткәндә, башҡа нәмәләргә иғтибар бүлергә теләге булмай шул айыуҙың. Шуға ҡуянға асыулы ҡарап мығырҙана:
- Эйе шул! Һинең менән генә булашырға ҡалғайны, минең башҡа эштәрем юҡ тип уйлайһыңмы?
Ул хатта туҡтап та тормай, үҙ юлын артабан дауам итә.
Башҡалар көнөнә ҡалып, ярҙамһыҙ хәлдә, ҡуян көн үткәрә. Кис етә. Төн ауыша... Тәпәйҙәренең һыҙлауы, төнгө урмандың төрлө ҡурҡыныс ауаздары уға йоҡларға ирек бирмәй. Сөнки ул йыртҡыстарға еңел табыш булыр ине. Төнөн баш осонда ҙур ҡанаттарҙың ауыр итеп һуғыуы, йә үлән араһында ҡыштырлауҙар, йә йыртҡыс ҡош һәм йәнлектәрҙең ҡотто осороп ҡысҡырыуҙары - барыһы ла уны шомландыра, хафаға һала. Шулай ҙа ул тыныс һәм түҙемле булырға тырыша. Сөнки, кем түҙә, шуға ҡасандыр ярҙам килерен белә ҡуян. Бына таң да ата башлай. Һәм...ниндәй мөғжизә! Яҡындағы ҡайын ағасына ем эҙләп осоп барған ҡарға килеп ҡуна. Ҡуян уны саҡыра:
- Ҡарға апай! Бер яҡшылыҡ эшлә әле! Ярҙам ғына итеп ебәр әле миңә! Тәпәйҙәремдәге сәнскеләрҙе һурып ҡына сығар әле, зинһар өсөн!
- Кем унда? - тауыш сыҡҡан тарафҡа ҡарға иғтибарлы ҡарашын төбәй. - Ҡуян туған, әллә һин инде? Ысынлап та һин шул! Ҡарр! Шундай ҙур бәләгә тарығанһың икән! Тәпәйҙәреңдә ниндәй оҙон сәнскеләр тырпайып тора! Ҡуян туған, һин минең оянан ҡолап төшкән ҡошсоғома нисек ярҙам иткәнеңде онотманым! Әлбиттә, ярҙам итәм, хәҙер итәм!
Ҡарға ергә осоп килеп төшә лә, ҡуяндың табандарынан энәләй осло сәнскеләрҙе суҡышы менән һурып та ала. Ҡуян ҡарғаға ҙур рәхмәттәрен әйтеп, аҡһай - аҡһай, үҙ өңөнә ҡайтып ауа.
Бер нисә көн үткәс, уның яралары төҙәлә, хатта яра урындарының эҙе лә ҡалмай. Кемгәлер ярҙам кәрәкмәйме икән, тип борсолоп, ул тағы урманды ҡыҙырырға сыға. Ҡапыл таныш булмаған сит еҫ уны һағайырға мәжбүр итә. Ҡуян йән-яғына ҡарана һәм ҡуйы ҡыуаҡтар араһына йәшенгән һунарсыны күреп ҡала. Һунарсы бар донъяһын онотоп, тәмле ҡурай еләген ашап ләззәтләнгән айыуға мылтығын тоҫҡап маташа. Айыу эргәһендәге хәүефте хатта һиҙмәй ҙә, еләк ашауын дауам итә. Был тайыштабан ҡуянға ярҙам кәрәккән мәлдә, эргәһенән туҡтамай ҙа үтеп киткән айыу була. Үтә лә рәхимле холоҡло ҡуян айыуға булған үпкәһен иҫенә төшөрөп тә, күп уйланып та тормай. Эргәһендәге аҡланға һикереп сыға ла, һунарсының күҙ алдында түңгәктәрҙе урай-урай йүгерергә тотона. Һунарсы айыуға атырғамы, әллә ҡуянғамы, тип ҡаушап юғалып ҡалған арала, ҡуян айыуға: "Ҡас, тиҙерәк", - тип ҡысҡыра ла, үҙе шыршы артына һикерә. Йомғаҡ булып бөгәрләнеп тәрән булмаған йырынға тәгәрәй һәм юҡ була. Айыу ҡыуаҡтарҙы тапап һындыра - һындыра, эре аҙымдар менән йүгереп, урман шырлығына инеп юғала. Һунарсы ауыҙын асып, аптырап, бер нәмәһеҙ тороп ҡала.
Был ваҡиғанан һуң бер нисә көн үткәс, айыу ҡуянды эҙләп килеп таба һәм ҡотҡарғыны өсөн ысын күңелдән уға рәхмәттәрен белдерә. Рәхмәт йөҙөнән ҡуянға бер тырыз тәмле ҡурай еләге бирә һәм: "Ҡуян туған! Теге ваҡыт һиңә ярҙам ҡулын һуҙмағаным өсөн миңә шул хәтлем оят. Ә мин бәләгә юлыҡҡанда һин хатта был турала иҫләп тә торманың, ярҙамға ташландың! Мин хәҙер һәр ваҡыт изге эштәр генә эшләргә, башҡаларға ярҙам ҡулы һуҙырға, ә яуызлыҡты йөрәктә алып йөрөмәҫкә, кисерә лә белергә кәрәклеген аңланым!" - ти.
Шулай итеп, ҡуян менән айыу бергәләп тик яҡшы ғәмәлдәр генә ҡылырға һүҙ ҡуйышып, йылмайышып, бер-береһенең ҡулдарын ҡыҫалар.
"Яҡшылыҡҡа өндәгән - яҡшылыҡ эшләгән менән бер", тиелә бит хәҙистә лә.

"Киске Өфө" гәзите, №48, 5 - 11 декабрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.12.25 | Ҡаралған: 10

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Әле бына 1 декабрҙән 10-на тиклем ташламалы 905 һум 04 тингә яҙылып ҡалығыҙ ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә лә. Кило ярым ит, кило ярым кәнфит, кило ярым печенье хаҡы был. Уларҙы бер-ике ултырыуҙа ашҡаҙанығыҙ аша эшкәртеп бөтһәгеҙ, гәзит аша килгән хәбәрҙәр ярты йыл буйы йөрәгегеҙгә рухи аҙыҡ булып яғылыр, дәртләндерер, уйландырыр, бик күп һорауҙарығыҙға яуап бирелер.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru