
Кеҫә телефоны, "тлинк" итеп, ниндәйҙер яңы хәбәр барлығын иҫкәртте. Көҙгө алдында буянып-төҙәнеп ултырған Нурия ханым урынынан һиҫкәнгән күбәләктәй осоп торҙо ла шул яҡҡа уҡталды. Телефонын тоҡандырып ҡарағас, шундуҡ яңы тәтәйгә ҡыуанған бала шатлығы балҡыны йөҙөндә. Әһә! Ғүмәренән аҡса килгән! И-лә-лә, ҡайһылай мул был юлы! Булды былай булғас!
Уның ире ҡайҙалыр алыҫта, вахтаға йөрөп эшләй. Башта самолетта Мәскәүгә оса, унан тағы ҡайҙалыр оса. Һөйләүенә ҡарағанда, эшләгән урыны ниндәйҙер һалҡын диңгеҙ буйында булһа кәрәк. Йәйен дә, ҡышын да күҙ асҡыһыҙ ел, ти, һыуы ла ҡар һыуы һымаҡ икән, ни эсерлек, ни йыуынырлыҡ түгел, хатта һабын да күпермәй, имеш. Шунда ул шофер булып эшләй, тәүлегенә ун ике сәғәт буйына ниҙер ташый машинаһында. Бер урында уралып тик йөрөйөм, шунан хатта күҙҙәрем томаланып әйләнсекләнә башлайым, тип зарлана. Етмәһә, ялға ҡайтһа, башҡаса бармайым унда, тип, мыжыҡ балалай киреләнеп аптырата! Артынан этә-төртә, тигәндәй итеп эшенә оҙата уны Нурия ханым һәр осраҡта. Үәт иҫәр, шундай аҡсалы эштән кеше ҡаса тиме ни! Ашауы ла, кейем-һалымы ла, ятағы ла буш, ә ундағы бер айлыҡ эш хаҡын бында ярты йылда ла эшләп табырмын, тимә!
Ә кисә кисләтеп Нурия ханым янына Мәүлиҙә әхирәте кереп сыҡты. Мәүлиҙә бик тә сос, үткер бисә, йыш ҡына урамға сығырға ла иренгән өйгөбәк Нурия һымаҡ түгел. Уның йөрөмәгән ере, белмәгән нәмәһе юҡ. Телефондан шылтыратып, һәр мәлдә лә йә әҙерләп ашарға теләгән салаттағы емеш-еләкте лә, йә ҡала хакимиәтендә ултырған инсандарҙың һөйәркәләрен дә исемләп белергә була унан. Шул Мәүлиҙә кис буйына сәй артында йәшел күҙҙәрен түңәрәкләп, елдәй йомшаҡ тауышы менән арбап, Нурияны ниндәйҙер бер мөғжизәле ойошмаға барырға димләне.
- О-о-о, унда, әхирәткәйем... Юҡ, мин быны һиңә һөйләп кенә һүрәтләй алмайым! Уны үҙ күҙҙәрең менән күрергә, үҙ йөрәгеңдән уҙғарырға кәрәк! Мин шунда барып кергәс тә үҙемде йәннәткә килеп юлыҡҡандай итеп хис иттем, ышанаһыңмы-юҡмы? Шундай илтифатлы, мөләйем, матур кешеләр унда, шуларҙың иҫ киткес матур мөнәсәбәтенән күңелем иреп, шундай рәхәтлек тойҙом үҙемдә! Ҡатылыҡта, меҫкенлектә уҙған бар ғүмерем күҙ алдымдан үтте, әлегәсә ошондай гүзәллектең, мәрхәмәттең, йылылыҡтың барлығын белмәүемә иҫем китеп иламһырап алдым хатта... Шул көндән һуң барған һайын барғым килеп тора шунда. Һәр барғанымда күңелем йыуанып, йөрәгем ҡыуанып ҡайтам! Шунан килеп сыҡһам, ошо фани донъялар йәмләнеп, йәшәгеләрем килеп китә, яҡшылыҡтар, изгелектәр ҡылғы килә, хатта бығаса йолҡҡослап ташларҙай булған дошмандарымда ла матурлыҡтар күреп, йылмайып ҡарайым уларға!
- Нисек инде?
- Бына шулай, Нурияҡайым! - Мәүлиҙә дымлы күҙҙәрен ҡулъяулығы менән һөртөп алды, артынса йомшарған танауын да бышҡырып ҡоротто. - Их, белмәйһең шул, башыңдан үтмәгәс, күңелеңә етмәгәс... Ултыраһың, бахырҡайым, өйөңдән сыҡмайынса тотҡон булып, айҙар буйына әллә ҡайҙағы иреңде көтөп... Беләһеңме, әхирәткәйем, унда булып сығыуҙы мин мунса кереп сығыу менән сағыштырыр инем, һиңә нисек тә аңлатыр өсөн. Тик бында тән мунсаһы, ә унда - йән мунсаһы! Аңланыңмы? Әй-й, ҡайҙан ғына аңлайһың инде, күреп белмәгәс... Әйткәндәй, нимә тип ҡоро һүҙгә ымһындырып ултырам әле һине... Иртәгә шунда барыр көнөм дәһә. Әйҙә, әхирәткәйем, минең менән, әйҙә бергә барайыҡ. Бер күреүҙән мас булырһың минең һымаҡ, мин әйтте, тиерһең! Иңрәгән йәнең иреп, талсыҡҡан йөрәгең ял итеп, яңынан тыуғандай булып ҡайтырһың!..
Шунда йыйынып йөрөүе әлеге мәлдә Нурия ханымдың. Йылҡылдап торған өр-яңы шәшке тунын, шәшке бүреген, бейек күтәрмәле күн итеген кейеп, көҙгө алдында борғолана-һырғылана. Барса алтын-көмөшөңдө таҡ, эстән дә, тыштан да барса затлы кейемеңде кей, тине уға Мәүлиҙә әхирәте, шундай матур, изге урында башҡалар араһында бахыр күренмә берүк. Булған хәтлем аҡсаңды ла үҙең менән ал, унда күҙ ҡыҙҙырғыс әйберҙәр күп, һатып алырһың күңелеңә ятҡанды, тине. Шуға ла, әле генә картаһына килеп төшкән Ғүмәренең аҡсаһы бик уңай, бик йәтеш булды.
Ҡарале, көҙгөләге бынауы ҡатынҡай әллә кемдең һөйәркәһе булырҙай ҙаһа! И-лә-лә-ә... Юҡҡа ғынамы ни, ағас күрке - япраҡ, әҙәм күрке сепрәк, тигәндәр. Ике балаһын да түләүле уҡытҡас, бик ауырға тура килә уларға һуңғы йылдарҙа. Тапҡан-ҡапҡандары балаларына китеп тора. Шуға ҡарамаҫтан, тамағынан өҙөп тигәндәй, оҙаҡ ваҡыт йыйып-йыйнап тотҡан аҡсаһынан өҫ-башына шәшке-күндән алып кейергә булдырҙы быйыл Нурия ханым. Алыуын алды ла, тик шуларҙан кейенеп-яһанып бер ҡайҙа ла сығып йөрөй алғаны юҡ. Эшкә бара ла эштән ҡайта, эше лә затлы кейемдә йөрөрлөк кәсеп түгел. Шуғалырмы, кисәге Мәүлиҙәнең өгөт-дименә ҡаршы тора алманы ул. Ысынлап та, ниңә йөрөп килмәҫкә ти ял көнөндә ҡала ҡыҙырып? Былай ҙа үтеп бара ғүмере бер ни күрмәйенсә, тиерлек, фатирының дүрт мөйөшөнә ҡарап... Икенсенән, илгәҙәк әхирәтенең йомошон нисек итеп күрәләтә кире ҡаҡһын инде? Мәүлиҙәнән игелекте аҙ күрмәне Нурия, кәрәк саҡта аҡыллы кәңәше лә, сос белешмәһе лә, үтә ҡытлыҡ саҡта аҡсаһы менән дә ярҙамы булды...
Алдан килешкәнсә, ҡала баҙарында осраштылар әхирәттәр.
- Әнә шулай, әнә шулай, әллә кемдең бисәһе! - тип йөпләне Мәүлиҙә, әхирәтенең һын-ҡиәфәтен кәләш күҙләгән яусылай булып күҙҙән уҙғарғас. Мәүлиҙә үҙе лә бөгөн баштан-аяҡ ҡаманан да күндән ине. - Тик бынауы сумочкаң... Үпкәләмә, әхирәткәйем, әммә был ҡумтаң әлеге мәлдә ханбикәнең аяғындағы сабата һымаҡ! Нисә йыл тотонаһың шуны?
- Әлләсе... Биш-алты йыл шикелле.
- Бынағыйыш! Юҡ, әхирәткәйем, бармай! Белгең килһә, ҡатын-ҡыҙ сумочкаһында уның барса зиннәте сағыла! Әйтәм даһа, беҙ барыр урын мал һарайы түгел, тип. Хан һарайы һымаҡ йорт бит ул! Шуға ла унда был ҡумтаң менән кереү - үҙеңде лә, ундағы хужаларҙы ла кәмһетеү генә! Аҡсаң бармы? Бик хуп! Әйҙә, өҫ-башыңа, һын-ҡиәфәтеңә мас килешеп торған сумочҡа һатып алайыҡ хәҙерҙән үк! Шундай әйберҙәр менән һатыу иткән таныш торгашым да эргәлә генә, үәт, ҡаһылай йәтеш! Бәхетең үҙеңдән алда йөрөй, ахыры, бөгөн, әхирәткәйем!
Күҙ асып-йоморға ла, ауыҙ асып һүҙ әйтергә лә өлгөрмөне Нурия ханым, әммә биш минут үтеүгә әртискәләрҙең дә күҙе ҡыҙырлыҡ иҫ киткес зауыҡлы ҡумтаға эйә булды. Әхирәте сикһеҙ ҡыуанды быға иллә, һатыусының иһә түбәһе күккә тейҙе. Ә аҡсаны һумлап ҡына шутларға күнеккән Нурия ханым, көтөлмәгән мул сығымдан иҫәнгерәп, яңы ҡумтаһының эсенә төшөп ултырырға ла, эстән генә замогын тартып бикләнергә әҙер ине.
- Әнә шулай! - тине Мәүлиҙә, тыҡ-тыҡ баҫып "хан һарайына" илткән юлға төшкәс. - Бер ҡасан да кеҫәңдәге аҡсаңды ҡыҙғанып, үҙеңә ҡарап торған яңы әйберҙән ҡасма, Нурияҡайым! Күҙең ҡыҙа икән, тимәк, ул тауар һиңә тәғәйен! Аҡса ул һыу кеүек, аға ла бөтә. Ә әйбер ҡулда ҡала! Атаҡ-атаҡ! Нимә тип хәжәте бөткән иҫке сумкаңды тотоп киләһең әле һаман?
- Һуң, йәл дәһә? Өйрәнелгән әйбер... Яңыһын, бөгөн йөрөп ҡайтҡас, ҡыҙыма бирермен, тием...
- И-и, бисараҡайым, - Мәүлиҙә атлап барған еренән туҡтап, сикһеҙ ҡыҙғаныу менән иптәшенә баҡты. - Сәпсим белмәйһең икән дәһә үҙ ҡәҙереңде, әхирәткәйем. Иҫкегә иҫе киткәндең теше ҡойола! Ҡыҙыңдың бар ғүмере алда, әллә ниҙәре булыр әле! Ташла, ташла, тием шул ыстырамыңды анауы мусоркаға, килмә матур тормош алдында кәмһенеп, тоҡ йөкмәгән дөйә һымаҡ ике сумочка күтәреп!
Тағы әллә ниҙәр сутырҙаны Мәүлиҙә аң-зиһенгә аңрараҡ иптәшенең башын бутап. Аптырағас, иҫке ҡумтаһындағы барлыҡ әйберҙәрен ҡул тейгеһеҙ матур, өр-яңыһына күсереп һала башланы Нурия ханым урам уртаһында торған килеш. Ә ҡатын-ҡыҙ сумочкаһындағы ваҡ-төйәк әйбер, билдәле, тик билдәле булһа ла, бүлмәле...
Нурия ханымдың теге "хан һарайы"нда кисергән тәьҫорттарын килештереп тасуирлау мөмкинме икән? Юҡтыр ҙа, сөнки уянғас та иләҫләндереп торған сихри төштө һөйләп буламы ни? Ҡыҫҡаһы, хәтерендә ҡалған өҙөк-йыртыҡ күренештәргә ҡарағанда, былай булды, шикелле.
Тыштан да, эстән дә балҡып торған бинаға барып кергәс, илтифатлы швейцар, күптәнге танышын күргәндәй, итәғәтле йылмайып, өҫ-башын һалдырҙы. Аллы-гөллө залда уларҙы шат йылмайып, кейәү менән кәләштәй булып кейенешкән иҫ киткес матур ҡыҙ менән егет ҡаршыланы ла зиннәтле табынға оҙатты. Унда улар һымаҡ тағы унлап кеше бар ине. Татлы шарап менән һыйланылар. Шунан һуң Мәүлиҙә әхирәте, һауала ирегәндәй, ҡайҙалыр ғәйеп булды. Уның ҡарауы, Нурия ханым янына йылҡылдап торған ҡыҙыл күлдәкле, баштан алып аяғына ҡәҙәрем алтын-гәүһәрле мөләйем ҡатын пайҙәләнде. Ниңәлер, Нурия ханым уны һағынып иҫләгән күптәнге әхирәте һымаҡ итеп ҡабул итте. Шул ҡатынҡай еңелсә генә хәл-әхүәл белешеп гәпләшкәндә, нескә бармаҡтары менән Нурияның йөҙө алдында ниндәйҙер серле ымлауҙар ҡылды, шуларҙы, шаярта-көлә генә, ҡабатлауҙы һораны...
Һауала күңел иреткес моң тирбәлә... Шундай рәхәт, тыныс... Һуңынан, икәүләшеп матур залда йөрөгәндә күҙ яуын алғыс зауыҡлы һауыт-һабалар кәштәһе янына барып сыҡтылар. Шуларҙы күргәс, өйөндәге хан заманынан торған тәрилкә-сынаяҡтары иҫенә төштө лә Нурия ханымдың, шуға күңеле һыҙҙы, хатта оялды. Их, ошондағы барса нәмә, һуңғы бал ҡалағына хәтлем, уның өйөндә булһа ине... Теге ҡатынҡай ҙа уның кисерештәрен аңлап ҡалды булһа кәрәк шунда. "Был сервиздар инглиз королеваһы Елизавета ҡулланғандар менән тиң, - тине, - әммә, бик теләһәгеҙ, һеҙ ҙә тулайым һатып алырға булдыра алаһығыҙ уларҙы. Хаҡтары ла әллә ни ҡиммәт түгел, ни бары ике йөҙ мең һум ғына!" Әммә Нурия ханымдың бында өр-яңы ҡунаҡ булғанын иҫәпкә алып, ойошма уға сервиздың ярты хаҡын бүләкләй, йәғни, был һауыт-һабаны ул ни бары туҡһан туғыҙ меңгә генә алырға булдыра ала! Хәлбүки, сөнки уның был аҡсаһы упсым юғалмай ҙа, имеш, ә ойошманың банкында бүртеп ятасаҡ һәм уға өҫтәмә дивиденттар киләсәк. Ләкин, бындай дәү бүләккә лайыҡ булыр өсөн кескәй генә бер шартты үтәү фарыз икән. Йәғни, Нурия ханым ошо урындан уҡ ойошма ағзаһы булырға ризалығын бирергә һәм теркәлергә, ә һуңынан үҙенең артынан тағы өс кешене ошо ойошмаға саҡырып килтерергә тейеш... Шулай иткәндә, был тауарҙарҙы бөгөндән үк ойошма хеҙмәтсәндәре үҙҙәре үк уның йортона илтеп ҡуясаҡ!
Һи-һи, шул ғынамы ни? Шул да булдымы шарт!
Ни ғиллә менәндер, "туҡһан туғыҙ мең" тигән хаҡ сүптәй генә булып күренә ине уға ошо мәлдә...
Шатлығы эсенә һыймаған Нурия ханым баяғы яңы ҡумтаһын алып, ашыға-ҡабалана шундағы паспорты менән банк картаһына һонолдо. Ҡарале, ҡайһылай уңышлы, бәхетле, матур бөгөнгө көн! Бирәһе килһә ҡолона - сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, Ғүмәренән дә "тлинк" итеп аҡса килеп төштө. Мең рәхмәт Мәүлиҙә әхирәтенә, яңғыҙлыҡтан алйыған иптәшен иҫенә алып, ошондай гүзәллеккә, йомартлыҡҡа илткәне өсөн!
Әммә, шайтан бәләһе, ҡумтала паспорт та, уның эсендәге банк картаһы ла юҡ ине...
Яңы сумочкаһын йыртҡыларҙай булып, эстән дә, тыштан да ҡырҡ тапҡыр ҡапшап сыҡҡандыр Нурия ханым, теге ҡатындың сабыр ҡарашы алдында. Әммә паспорт та, банк картаһы ла, бер ҡасан да булмағандай, ғәйеп булғайны затлы күн ҡумтала!
Аңлайышһыҙ был мәғәнәһеҙлектән тамам алйып, үҙенең йүнһеҙлегенән оялып илар хәлгә еткән Нурия ханымдың, келт итеп, бая мусоркаға ташлап киткән иҫке сумочкаһы хәтеренә килеп төштө шунда! Ай-й-й...
Нисек итеп өҫ-башын кейеп, бынан бер саҡрым самаһы алыҫлыҡтағы теге сүп-сар өйөмөнә югереп барғаны яман төш һымаҡ булып ҡына иҫендә ҡалды Нурия ханымдың.
Ә бая ғына буш торған, һонолоп та буй етмәҫлек дәү сүп-сар мискәләре, баҙар янында булғанғамы, өймәләм тулып та ҡуйған шул арала. Иҫке сумочкаһын шул өс мискәнең ҡайһыныһына ташлағанын да иҫләмәй ине, ашығыу менән борсолоуҙан манма һыу булып бышлыҡҡан Нурия ханым.
Әммә, башҡа сара юҡ ине. Ҡышҡы һалҡын ҡояшта йылҡылдап торған шәшке тун-бүрекле ҡупшы ҡатынҡайҙың мусор бактарын ауҙарып, шундағы ҡый-бысраҡта соҡсонғанын күргән күмәк халыҡ ни уйлағандыр ҙа, ни кисергәндер... Ә Нурия ханымдың шул саҡтағы тойғо-хистәрен һүрәтләп тә тормайыҡ инде...
Ярай ҙа һәүетемсә генә эҙләнергә форсат бирһәләр. Бер мәлдә асыуынан күҙҙәре шарҙай булған дворник әбей килеп ябырылды.
- Ты че, дура! Ниңә мискәләрҙе ауҙараһың, кем был ҡыйҙы кире һалыр? Кит бынан, көрәк менән ялпаштыра һуҡмаҫ борон! - тип ажарланып өҫтөнә менеп килгән ҡарсыҡтың, ҡулына меңле аҡса тыҡҡас ҡына, өнө тығылды.
Был әшәкелә бысрана күрмәһен берүк, тип яңы ҡумтаһын үҙенән ситкәрәк, таҙа көрткә ҡуйғайны Нурия ханым. Бер саҡ, ни әмәл менәндер, шул яҡҡа әйләнеп ҡарағайны, нимә күрә: баштан-аяҡ бысраҡ турпышалы бомж ҡатын уның сумочкаһын тотоп, шыпырт ҡына ҡырға югерә! Сарбайлап барып елдәй ҡыуып етте лә теге иҫерек бомжды, һелкеткәнсе тартып алды сумочкаһын! Хәйерсе ауып китте лә көрткә, үрмәкселәй тарбанлап бер аҙ тора алмай ятты.
- Между прочим, был беҙҙең мусорка! - тип ҡысҡырҙы ул Нурия ханыма уҡшытҡыс һаҫыҡ тынын бөркөп.
Тап шунда уның янында ҡайҙандыр дәү маймылға оҡшаған әрһеҙ ир хасилланды.
- Эйе, был беҙҙең сүп-сар! Хаҡың юҡ беҙҙең мусоркала соҡсонорға!
Баяғы урам һепереүсе уҫал әбей көрәге менән янап тегеләрҙе ҡыуаламаһа, был янъялдың ни менән бөтөрөн күҙ алдына килтереү ҙә ауыр ине...
Көн үттеме, әллә төн үттеме Нурия ханымдың аңында ошо мәшхәрле аҙабы ваҡытында. Әммә тәки эҙләп тапты ул теге иҫке сумочкаһын! Һуңғы сүп-сар мискәһенең иң төбөнән. Юғалған әйбер эҙләгән һайын алыҫҡараҡ йәшенә, тиеүҙәре шулдыр инде. Уның ҡарауы, паспорты ла, банк картаһы ла теп-теүәл инеләр!
Һеҙ ниндәй тәьҫорттар кисерәһегеҙҙер ошо мажараларҙан, ҡәҙерле уҡыусылар, ә миңә ҡалһа, ошо урында һоҡланыуымдан һәм шатлығымдан ҡосаҡлап үберҙәй булдым персонажымды, автор булараҡ. Әммә тыйылып ҡалдым, сөнки Нурия ханымдан шул мәлдә хушбуй еҫтәре аңҡымай ине инде, йомшағыраҡ итеп әйткәндә...
Ә үҙен еңеүсе итеп тойған ханымдың, әлбиттә, ҡыуанысынан түбәһе күккә тейгәйне. Әйтмә лә, юғалған әйберҙе эҙләп табыу хазинаға юлығыу менән бер бит! Ҡарасәле, тип уйланы ул таң ҡалып, ҡайһылай йәтеш, бәхетле көн булды әле был! Хәҙер ул баяғы "йәннәткә" кире барып, инглиз кололеваһындағы һымаҡ зиннәтле сервизлы буласаҡ!
Шулайтып ашығып китеп бара Нурия ханым ҡаланың туң асфальтынан, матур итектәре туҡ-туҡ килә һәм шул ауаз башында яңғыраған "туҡһан туғыҙ, туҡһан туғыҙ" тигән сәйер бер өнгә яғыла. Башта ул быға иғтибар бирмәне, ә килә торғас, аптырай башланы. Атаҡ-атаҡ, ниндәй туҡһан туғыҙ был, ниңә маҙалай һуң әле уны был һан?
Теге "йәннәт" бинаһына етеп, инде керәм тигәндә, аңында туҡылдаған шул һанға "мең" һүҙе ялғанғас, бахырҡайыбыҙ, башына һуҡҡандай булып сайҡалып китте лә ишек алдындағы эскәмйәгә ултыра төшмәһенме! Әстәғәфирулла! Анауы ус аяһындай ғына ун бөртөк сынаяҡ-шәшкене туҡһан туғыҙ меңгә һатырға итәләр ҙаһа уға! Ҡарале, сихырсылар, алдаҡсылар "пирамида"һына алып килгәнме әллә уны мут Мәүлиҙә? Үәт сәсрәгер!
...Эскәмйәнән ырғып тороп, уттан ҡасҡандай, айҡала-сайҡала ситкә югереп киткән ҡатындың был сәйер ҡылығынан ишек янында торған ҡупшы швейцар ни уйлағандыр, беҙгә билдәһеҙ. Әйткәндәй, ни ғәжәп бынан, бындай "йүгерек" көндәр һәр ҡайһыбыҙҙа ла була лаһа...
Ҡайтты фатирына йүгереп, ике йоҙаҡҡа бикләнде, телефонын һүндерҙе, үҙ тиреһен тунап төшөрөрҙәй булып ҡат-ҡат йыуынды, һуңынан мусорник һаҫығы һеңгән тунын, бүреген, итеген көнө буйына ҡаҡҡылап, таҙартып, аҙапланды. Төрлө әмәл менән нишләтһә лә, шәшке тун-бүрегенән баяғы сүп-сар һаҫығы борғолғандай булып тик торасы! Илап бөттө бахырҡай, шунан тамам алйып, аптырағас, сос танаулы күрше Ғәлимә әбейҙе саҡырҙы. Тегеһе: "Бисура һин, өр-яңы тундан ниндәй еҫ килһен ти!" - тигәс кенә, күңеле тынысланып, йәше кипте...
Шул мажаралары иҫенә төшһә, хәҙер йыйын сүп-сарҙан өйөүле пирамида янында торған Мәүлиҙә әхирәте күҙ алдына килә лә баҫа нишләптер. Аптырай инде шуға Нурия ханым. Теге "ожмахтағы" ҡыҙыл күлдәкле ҡатындың сихыры һаман сығып бөтмәгән, ахыры, аңынан...
"Киске Өфө" гәзите, №49, 12 - 18 декабрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА