«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип уйлайһығыҙ? Ул сифаттар һеҙҙең үҙегеҙҙә бармы? Уларҙы нисек тәрбиәләргә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҘЫУСЫЛАР - ТЕЛ ҺАҒЫНДА
+  - 


Дәүләт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, милли интеллигенция вәкилдәре араһында, халҡым, телем, тип янып йәшәгәндәр бихисап. Улар үҙҙәренең тормошо миҫалында, әҫәрҙәре, ҡылған ғәмәлдәре аша быны раҫлай.

"Алтын юлағым"

Тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы донъя күргән яҙыусы Яныбай Хамматовтың "Алтын юлағым" автобиографик романынан өҙөк:

...Ауыр уйҙарға күмелеп ятҡан сағымда өләсәһе менән бергә дауаханаға килгән ейәнсәремдең саф башҡортса яҙған ҡағыҙ киҫәген тапшырҙылар.
"Олатай, бирешмә! Мотлаҡ төҙәләсәкһең. Сөнки беҙ һине өҙөлөп яратабыҙ. Беҙҙең өсөн һин бик ҡәҙерле һәм бик кәрәкһең", - тигән ейәнсәремдең яғымлы һүҙҙәре, иң шифалы дарыу шикелле, йәнемде иретте, елкендерҙе, йөрәгем һыҙлауын кәметте, тын алышымды еңеләйтте, ә күҙҙәрем бөрсөк-бөрсөк йәш тамсылары менән сыбарланды. Шул минуттан хәлем еңеләйгәнен һиҙҙем.
Реанимациянан палатаға күсерелгәс, ҡатыным минең менән бергә булды, ә көн дә килә-китә йөрөгән Гүзәл ҡыҙым, Алһыу ейәнсәрем менән танһығым ҡанғансы һөйләшеп кинәндем.
Бер аҙ ваҡыт уҙғас, иң беренсе булып хәлемде белергә килгән Абдулхаҡ Игебаев менән һөйләшеүем дә мине ләззәтләндерҙе. Реанимацияла ятҡан саҡта ейәнсәремдең башҡортса яҙған ҡағыҙы миңә ыңғай тәьҫир итеүен әйткәйнем, Абдулхаҡ ҡыуанысынан ҡысҡырып ебәрҙе:
- Тыуған телдең дауаһы мөғжизә түгелме ни, ағай!
- Дөп-дөрөҫ, ҡустым.
Күпселек милләттәштәребеҙҙең туған тел шифаһын баһалап еткермәүе генә ҡыҙғаныс... Гүзәл ҡыҙым үҫкән саҡта Өфөлә башҡорт балалар баҡсаһы ла, башҡорт мәктәбе лә юҡ ине. Шунлыҡтан, ул урыҫ балалар баҡсаһында тәрбиәләнде, аҙаҡтан урыҫ мәктәбендә белем алып, алтын миҙал менән тамамланы. Ләкин, өйҙәге ныҡышмалығым арҡаһында, башҡортса һөйләшергә һәм уҡырға өйрәнде.
Башҡорт дәүләт университетын ҡыҙыл диплом менән тамамлағас, ҡыҙым татар егетенә кейәүгә сыҡты һәм уларҙың Алһыу ҡыҙҙары тыуҙы. Алһыуҙы биләүҙән үк башҡортса һөйләшергә өйрәтеүҙе үҙ бурысым тип һананым. Ғаиләмде эшкә оҙатҡас, бер ни белмәгән, аңламаған ейәнсәремдең мейеһенә һеңдерер өсөн гел башҡортса һөйләштем, башҡорт йырҙарын йырланым, әкиәттәр һөйләнем, ә ул йоҡлағанда романдарымды яҙҙым. Гүзәл ҡыҙым да бәләкәскә тыуған көнөнән үк гел башҡортса өндәште, һөҙөмтәлә, ейәнсәремдең теле башҡортса асылды һәм беренсе башлап уның "олатай" тип әйтеүе минең өсөн оло һөйөнөс-ҡыуаныс һәм бүләк булды.
Әнүәр кейәүем дә бәп-бәләкәс кенә ҡыҙы менән туған телдә аралашырға мәжбүр булды. Ҡыҙым Алһыуҙың башҡортса әйткән яңы һүҙен магнитофон таҫмаһына яҙа барҙы.
Ололар эштә саҡта ейәнсәрем алдына диванға уйынсыҡтарын өйөп һалам да үҙем яҙырға ултырам. Мин эшләгәндә ҡамасауламай, тып-тыныс ҡына ултырырға өйрәнде. Өҫтәл артынан тороуымды күрһә, ул иркәләнә башлай.
- Олатай, әйҙә уйнарға. - Йәки: - Олатай, әйҙә тышҡа сығабыҙ!..
Дүрт йәше тулыр алдынан Алһыуҙы яҡындағы балалар баҡсаһына бирҙек. Баҡсанан алып ҡайтҡандың беренсе көнөндә миңә килеп һыйынды ла:
- Олатай, бүтән анда бармайым!
- Ниңә?
- Унда беҙҙеңсә һөйләшә белмәйҙәр.
- Балалар баҡсаһына йөрөргә кәрәк, ҡыҙым. Унда барғас, үҙең урыҫса һөйләшергә өйрән, ә өйгә ҡайтҡас, үҙебеҙсә һөйләш, - тигәйнем, ҡыҙыҡай тынысланды.
Тиҫтерҙәре менән аралашыуы арҡаһында ул урыҫ телен бик тиҙ үҙләштерҙе. Урыҫ телен бала белмәҫ тип ҡурҡырға ярамай. Кескәйҙәр телде йәһәт отоп алыусан булалар. Беҙҙең ярҙамда бәләкәй ҡыҙыбыҙ урыҫ һәм башҡорт яҙыусыларының балалар өсөн яҙған китаптарын уҡырға ла өйрәнде.
Алты йәшендә Алһыу Өфөләге 20-се башҡорт мәктәбенә уҡырға инде. Башланғыс синыфтарҙа уны Флүрә Ғөбәйт ҡыҙы Сөләймәнова (яҙыусы-ғалим Әхмәт Сөләймәновтың ҡатыны) уҡытты. Юғары синыфтарҙа ейәнсәремде уҡытҡан Гөлкәй Сәлмән ҡыҙы Ҡужина кеүек тырыш, башҡорт рухлы, ныҡышмалы, аҡыллы, зирәк, үҙ эшен яратып башҡарған уҡытыусылар уҡытты һәм улар балаларға башҡорт теленең нескәлеген артабан өйрәтеүгә өлгәште.
- Ейәнсәреңде башҡортса уҡытып, ныҡ яңылышаһың, ул юғары уҡыу йортона имтихан тапшыра алмаясаҡ, - тип мине киҫәтеүселәрҙең күрәҙәлеге юҡҡа сыҡты. Алһыу мединститутҡа имтиханды уңышлы тапшырҙы.
Башҡорт теленә дәүләт теле статусы бирелеүе эштең башы ғына. Уны бойомға ашырыу бурысы милләттәштәремә, һәр ата-әсәгә, олатай-өләсәйгә йөкмәтелгән. Балалар ниндәй телдә һөйләшергә өйрәтелгән, уларҙың яҙмышы, халҡыбыҙҙың киләсәгенә тығыҙ бәйләнештә икәнлеген оноторға хаҡыбыҙ юҡ...

"Хәтер ипкендәре"

Билдәле дәүләт эшмәкәре, журналист Тәлғәт Сәғитовтың "Хәтер ипкендәре" китабынан өҙөк:

...Йәйҙең матур бер көнөндә Мәскәүҙә IV курсты тамамлап йөрөгән Азамат улыбыҙҙан көтөлмәгән хәбәр килеп төштө: ул килен алып ҡайта. Бергә уҡыған университетынан. Калуга өлкәһе ҡыҙы. Исеме - Наталья. Хәйерлегә булһын. Ваҡыты еткәс өйләнә инде кеше. Тик беҙ ул хаҡта һүҙ сыҡһа, улыбыҙҙы - тирә-яҡты ҡатнаш никах тултырғанын күреп - буласаҡ киленебеҙ беҙҙең халыҡтан булһа ине, өйләнешеүҙең дә иң төп бурысы, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев үҙенең нәсихәттәрендә ҡабатлағанса, халҡыбыҙ һанын ишәйтеү, өммәтебеҙҙе арттырыу, ҡәүемебеҙҙе көсәйтеү икәненә лә иғтибарын йүнәлтеп, үҙебеҙсә ипләп кенә көйләйбеҙ. Улыбыҙ ҙа был тормош ҡанунының асылын аңлағандай, ҡабул иткәндәй, кәйефе лә шул фекерҙе үҙ иткәндәй. Тик... "алтын күргәс - фәрештә, ҡыҙ күргәс әүлиә юлдан яҙған", тигән әйтем дә бар икән әле донъяла. Уға яҙған ҡыҙҙы күрер өсөн Мәскәүгә барырға, бар донъяла билдәле уҡыу йортона уҡырға инергә, ятаҡта, аудиторияларҙағы меңләгән елбәҙәктәр араһында тап шуныһын осратырға кәрәк булған икән. Дөрөҫ, Азаматыбыҙ әүлиә түгел, мөхәббәт шырлығына инеп киткән икән, юлдан да яҙмаҫ. Тик ул шырлыҡтағы һанһыҙ мөхәббәт һуҡмаҡтарынан үҙҙәренеке генә булған, оло тормош юлына алып сығара торғанын тапһындар ине.
...Ҡайтты балалар. Ишек астыҡ. Ҡаршыбыҙҙа Азаматыбыҙ, сибегерәк, һомғол ғына һарғылт йөҙлө ҡыҙ бала. Ҡыйыр-ҡыймаҫ йылмайып, һытығыраҡ йылмайыуы төрлө уйҙарҙан, ҡаушауҙан, ни эшләргә белмәүҙән иламһырауға тартҡан. Улыбыҙ был тәүге танышыуҙың нисегерәк үтерен тулҡынланып күҙәтә. "Емеш", тип таныштырҙы үҙен улыбыҙға йәр бала. Иманлыға оҡшаған был бала, Азаматыбыҙ ҡушҡан исеме менән таныштырҙы. Беҙҙең ниндәйерәк киленле булырға теләгәнебеҙҙе белгән улыбыҙ, беҙҙең ғаилә ағзаһы булырлыҡ һөйкөмлөһөнә башҡорт телен өйрәтә башлаған, башҡорт халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның "Кәмһетелгәндәр" романының төп героиняһы Емеш исемен биргән. Ә әнейемдәр киленгә был ғәмәлде шәриғәтсә, мосолманса нығытып ҡуйҙылар.
Ғәҙәттәгесә, өйҙә гел башҡортса һөйләшәбеҙ. Калуганан, Думиничиҙән ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарыбыҙ ҙа - Виктор Федорович һәм Вера Тимофеевна яҡшы кешеләр, уҡытыусылар, хат һайын балаларына гел генә "телде өйрән, өйрән", тип тынғы бирмәйҙәр. Бер йылдан Шәүрәбеҙ тыуҙы. Балалар үҫкәндә өйҙә тик башҡортса ғына һөйләшергә тигән ҡағиҙә урынлаштырылғайны. Емеш тә был тәртипте ныҡ тота. Киленебеҙ ҡыҙын мөхәббәт тулы күҙҙәре менән яратып ала, сәңгелдәктәй ҡулдарында бәүетә, ирендәре менән тәмләмәгән, сылатмаған ерен ҡалдырмай, арҡаһынан дөпөлдәтеп һөйөп ала. Ниндәй генә һүҙҙәр менән иркәләр-һөйөр ине лә - ярамай, урыҫса ярамай. Шуға ла ейәнсәребеҙ әсәһе ауыҙынан "аҡыллым", "бәпесем", "балаҡайым" һәм башҡа матур һүҙҙәрҙе һирәгерәк ишетте сабыйыраҡ сағында. Уның урынына һеңлеһе Зәлифә һәм ҡустыһы Уралға мул эләкте былары. Уның урынына Шәүрәбеҙ башҡорт телен рус теле менән тиң белә, оҙаҡ ҡына әсәһенең рус ҡыҙы икәнен дә белмәй. Үҫә төшкәс, уны башҡорт телендә сыға башлаған "Тамыр" телетапшырыуына саҡыралар, һүҙ сығып, редакция етәксеһе Луиза Фархшатова: "Һинең әсәйең мәрйә бит", - тигәс, сабый илай-илай: "Юҡ, ул башҡорт", - тип иҫбатларға маташа. Урта махсус музыка мәктәбенә төшкәндә рус телен белмәүе бер хәл, ул ноталарҙы "әлеп" тип тә белмәй ине. Ә унда нота белмәгәндәрҙе ҡабул итеп тә бармайҙар ине. Ярай әле, Шәүрәкәй хәстәрлекле йылы ҡулдарға эләкте. Фортепьянола уҡытыусы Тамара Ниловна Тюфякова үҙе уйлап сығарған ҡоралда тиҙләтелгән өйрәтеү методикаһын ҡулланып, бер-ике айҙа "тәжрибәле" класташтарын ҡыуып етерлек хәлгә еткерҙе.
Башҡорт теле уҡытыусыһы Хаят Йомабай ҡыҙы Кучаеваға ла сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Исем өсөн түгел, бирелеп, балалар белһен башҡорт телен тип эшләгән мөғәллимә Шәүрәнең телен байытты, көндәлек тормошта үҙ телендә һөйләшеү, аралашыу зарурлығын да ныҡ төшөндөрҙө, һеңдерҙе. Әйткәндәй, Шәүрәнең ун йәшкә кесе һеңлеһе Зәлифә лә мәктәпкә тиклем рус телен белмәне тиерлек. 6 йәшендә ихатала бер апай: "Ты, девочка, учишься в школе?" - тип һораған. "Нет". "Почему?" "Потому что у меня китаба нет, дафтара нет, каляма нет", - булған яуабы. Шулай булһа ла дөрөҫ, эйәлек килештә булған яуабы, һәр хәлдә ейәнсәрҙәребеҙ туған теленең ҡайҙалыр, нисектер өҙөлөп ҡалыуына юл ҡуйманы. Уның ғүмерен үҙ тәңгәлендә, үҙ мөмкинселегендә мәңгелеккә һуҙыуҙы иман-намыҫ эше тип ҡабул иттеләр…


"Киске Өфө" гәзите, №49, 12 - 18 декабрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.12.25 | Ҡаралған: 15

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 3 декабрҙән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡала-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2026 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 905 һум 04 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

Мөхәрририәт.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru