«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип уйлайһығыҙ? Ул сифаттар һеҙҙең үҙегеҙҙә бармы? Уларҙы нисек тәрбиәләргә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺҮҘ ҠӨҘРӘТЕ
+  - 


Оҙон бер урамдан торған ауылыбыҙҙың урта тошонда туҡһанын тултырып йөҙ яғына ыңғайлаған Нәғимә исемле инәй йәшәне. Асыҡ мөләйем йөҙлө, ипле мөғәмәләле, үтә сабыр фиғелле кеше ине ул, ә мөләйемдәр, ғәҙәттә, бар йәһәттән дә ылыҡтырғыс һылыу булалар. Әйткәндәй, мәрмәрҙәй шыма юнылған, камил йөҙлө сибәрҙәрҙе лә осратҡыланым; иллә улар ҡырау һуҡҡан сәскәһеҙ үҫемлек, емешһеҙ, ҡыҫыр ҡыуаҡ ишеләр, ә Нәғимә инәйҙең күңеле шау сәскәле, оҙон ғүмерле йәшәүе мул емешле булды.

Уның бик тә күркәм ике ғәҙәте хәтерҙә уйылып ҡалған; артынан шыуған ыштанһыҙ ир баланың да, быуынға ултырған ир-егеттең дә, бил нығытҡан уҙамандың да, ҡартлығы еткән олоноң да һис ҡасан юлын арҡыры ҡыйып үтмәне, ир-атҡа күрһәткән ихтирамы, хөрмәте шул саҡлы ла юғары кимәлдә булғандыр, күрәһең. Холҡона һеңгән икенсе ғәҙәтенә килгәндә - урам яҡҡа ҡараған шаҡарма ҡапҡаһының ауыҙына сығып, ярпайып баҫа ла, ҡарашына салынған ауылдаштарын йылмайып, үҙе башлап сәләмләй: һаумы, балам, имен генә йөрөп ятаһыңмы, улым, әссәләмәғәләйкүм, ҡустым, күрше, килен, ҡыҙым, ҡоҙаса, ҡоҙағый, әхирәт. Шулайтып осраған береһен берәмтәлләп теүәлләп сәләмләй, һәр береһенә тегеләрҙең күңелдәре теләгәндәрҙе ишеттереп әйтеп йәндәренә мул итеп ҡөҙрәтле "һүҙ күстәнәс"ен йомдороп оҙата. Тормош, тигәнең күп яҡлы, осло-ҡырыйлы, гел көлөп-йылмайып ҡына ла йәшәп булмай, әммә инәйебеҙ бер ваҡытта ла атҡан таңға, ағымдағы көн барышына йөҙөн ризаһыҙ сирып баҡманы, эсендә хәсрәт уты ҡайнаһа ла уны эсенә йота, йәшерә белде, уфтанманы, ауыҙындағы һуңғы ризығын башҡаларға өҙөп ҡаптырып, әле әйтеп үткәнемсә, ян-тирәһенә яҡшы һүҙ, игелекле сәләм юллап йәшәне. Берәй өҙәрем сәфәргә сығырға йыйынһам, Нәғимә инәйҙе тап иткем килде гел генә, ул ҡаршыңа сығып оҙатып ҡалдымы - ниәтләгән эшең мотлаҡ урын еренә етә, юлың уңа. Ә кеше һуҡмағына теймәү, уны ыңғайға әүерелдерә, йүнәлдерә белеү - бик һирәктәр өлөшөнә тәтегән игелекле һәләт.
Шулай итеп, Нәғимә инәй ауылыбыҙҙың йәме, хатта өҫтәп әйтер инем, тере ҡото булды.
Бер көн танышым миңә былай тип шылтыратты: "Ауылдаштарыңды өй беренсә теҙеп маҡтайһың, күктәргә сөйәһең, улар барыһы ла шулай һәйбәт кешеләр инеме әллә?" "Эйе, һәйбәттәр, кешелеклеләр, иманлылар ине, ни тиһәң дә улар яҡшымы-яманмы, минән яҙыусы яһанылар, ә инде күҙгә эленмәгәндәре, күңелгә һеңмәгәндәре иҫемдә ҡалмаған".
Серем итеүҙең, аҙға ғына әүелйеп күҙ йомоп алыуҙың ни икәнлеген белмәгән бер торлаҡ бар ер йөҙөндә, ул - дауахана. Аһ-зар, ыңрашыуҙар, һыҙланыуҙар һеңгән ерҙән тыныслыҡ, һиллек ҡасыусан, уның урынын шөбһәләнеүле шик, борсолоулы хәүеф биләй. Ҡултыҡ таяҡтарына аушайып, ауырлыҡ менән, яңы айтай баҫҡан балалай, баш ҡала дауаханаларының береһендәге травмотология бүлегенең коридорынан аяҡтарымды һөйрәйем, ҡара тиргә батып, көсләп, үҙемде мәжбүр итеп һөйрәйем, ә шулай ҙа аңыма һеңгән күркәм ауыл ғәҙәтенә ярашлы осраған береһенә, Нәғимә инәй һымаҡ йылмайып, донъяһы түңәрәк, бөтөн, көнитмеше теүәл кешеләй баш ҡағам: "доброе утро!" "хәйерле иртә!" "здравствуйте!" "очень рад, что вы идете на поправку!" "приветствую вас!" Тап булған сирлеләрҙең, аҡһаҡ-туҡһаҡтарҙың яуап ҡайтарыуҙары, уларҙың бөтәһен танып-белеү кәрәк тә, мөһим дә түгел; бына, көтмәгәндә, хәстәхана йортонда тап булыштыҡ бит, ул йөрөп ята, мин дә тырышып-тырмашып атларға маташам - иң ҡәҙерлеһе ана шулдыр әлеге мәлдә.
"Ваҡытынан алда аяҡтарығыҙҙы кәрәгенән артыҡ көсөргәндерәһегеҙ!" -тип дауалаусы табип тороп йөрөмәҫкә ҡушып, түшәгемә һалып ҡуйҙы.
Кискәре оло ғына йәштәрҙәге рус ҡатыны палата ишеген ҡыҫып, башып тыҡты:
- Добрый вечер!
- Это вы мне? Вечер добрый!
- Говорят вы писатель?
- Они преувеличивают мое предназначение; Достоевский, Толстой, Чехов, Шолохов, Шукшин, - ҡулымдағы китапты күрһәттем, - Валентин Распутин большие писатели, а я лишь поклонник, ценитель их творчества.
- Вас тут все так называют.
- Тогда как хотите величать, так и назовите: "как вы лодку назовёте, так она и поплывет!" - Күңелһеҙ йылмайҙым.
- Знаете, зачем заглянула я к вам, как изчезли из поля зрения, больным не стало хватать вашего доброго, искреннего приветствия, они как целебное лекарство, вы как будто распространяете, оставляете после себя лучик света, искру надежды, честное слово, это так!
Бына нисек, баҡтиһәң, тормош ваҡлыҡтарына, урынһыҙ ығы-зығыларға, көндәлек мәшәҡәттәргә ҡул һелтәгән дауахана сирлеһенә бөгөн аҡса ла ҡиммәтен юғалтҡан ҡығыҙ киҫәге кеүек, байлыҡ та кәрәк түгел, уға ихлас әйтелгән, сәләмәтләндергес, терелткес тылсымлы һүҙ етмәй икән дә баһа!
Доброе слово - целебное лекарство. Хаҡ әйтелгән һүҙҙәр. Миңә ҡалһа һүҙҙәрҙең йәне бар, улар тереләр. Әҙәм ауыҙынан ишетелеп таралған аҡлы-ҡаралы һүҙҙәр беҙҙең тирә-яғыбыҙҙы уратып алғандар, болоттарҙай башыбыҙ өҫтөндә аҫылынғандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың зәһәрҙәре, ағыулылары күбәйеп китте һуңғы осорҙа, шуға ла йәшәйешебеҙҙән ҡот, ҡапҡан ризығыбыҙҙың кейәһе етеп, унан бәрәкәт ҡасты, ҡот-бәрәкәтһеҙ йәшәү - мәғәнәһеҙ, маҡсатһыҙ, хыялһыҙ көн итеүгә тиң. Ҡараны таратырға, ҡараны тағы ла ҡарайтырға тырышыусылар, үт төкөрөүселәр былай ҙа етерлек, ә минең уйымда, аңымда берләштереүсе, бөтөн итеүсе, яҡтыға, юғарыға әйҙәүсе, сихәтләндереүсе, кешене кешегә яҡынайтыусы илаһи ҡөҙрәткә эйә һүҙҙәр. Түшәгемдән ауырлыҡ менән ҡалҡынып, кафель иҙәнле, цемент стеналы, таш түшәмле, ярым ҡараңғы оҙон лабиринт буйлап, йылы, яҡты, нурлы, алтын-көмөшкә бәрәбәр теләктәремде ҡаршымда осрағандарға "һүҙ күстәнәс"е итеп, уларҙы яҡшылыҡ, игелек көтөп ҡорғаҡһыған өмөттәренә төрөп өләшеп, алға уҡталдым: "добрый вечер!" "завтра утром взойдет солнце, и оно обязательно будет добрым!" "барына шөкөр итәйек..." "йәшәйек әле, йәшәйек, Хоҙай бүләге был танһыҡ, ожмахҡа тиң донъянан кем туйған!.."

Хәйҙәр ТАПАҠОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 12 - 18 декабрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.12.25 | Ҡаралған: 11

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 3 декабрҙән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡала-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2026 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 905 һум 04 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

Мөхәрририәт.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru