«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип уйлайһығыҙ? Ул сифаттар һеҙҙең үҙегеҙҙә бармы? Уларҙы нисек тәрбиәләргә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫУҘАРЫН ДА ТАНЫНЫЛАР
+  - 

Баш ҡаланың 194-се балалар баҡсаһында башҡорт телен, халҡыбыҙ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеүгә һәм рухи балалар тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә.

Йыл да "Ҡояшҡай" төркөмөндә Башҡорт теле көнөнә арналған тематик аҙна үтә. Был аҙна ла "Өләсәйем мәктәбе" асыҡ дәресе менән башланып китте. Балалар башҡорт теленә һәм батырҙарға бағышлап, башҡортса шиғырҙар, йомаҡтар систеләр. Яратып уйнаған "Тирмә", "Ҡурай" уйындарын уйнанылар һәм төрлө йолаларҙы иҫкә төшөрөп, "Ат сабышыу", "Арҡан тартыу" кеүек башҡорт халыҡ уйындары менән таныштылар.
Ноябрь айында балалар баҡсаһында атай-әсәйҙәр менән берлектә "Шәжәрә байрамы" сараһы гөрләп үтте. Байрамды төркөмдәге өләсәй Фәрхәнә Ғәрифулла ҡыҙы башлап ебәрҙе. Был байрам "ырыу", "шәжәрә", "ғаилә" төшөнсәләрен асырға, үҙ ырыуы тарихы менән ҡыҙыҡһыныу уятырға, шәжәрә тураһында күҙаллауҙы формалаштырырға, ғаиләнең бөтә ағзаларына, өлкәндәрҙең хеҙмәтенә ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләргә булышлыҡ итте. Аҙаҡ шул бәләкәстәр ауыҙынан "Мин шул, шул ырыу кешеһемен" тип һөйләнгәндәрен ишетеү беҙҙең тәрбиәселәргә лә күңелле булды. Сарала Ишбулатовтар, Ғимаевтар һәм Рәхмәтуллиндар үҙҙәренең шәжәрәләре менән таныштырҙылар һәм уның тарихы тураһында һөйләнеләр.
Беҙҙең 194-се балалар баҡсаһы тәүге тапҡыр "Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында" (ППМИ-2026) ҡатнашырға булды. Билдәле булыуынса, был программа йәмәғәт инфраструктураһы объекттарын төҙөкләндереү һәм ремонтлау менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән. Шуға күрә балалар баҡсаһы биләмәһендә асфальт япмаһын алмаштырыу буйынса өҫтөнлөклө проблеманы ППМИ конкурсына ҡуйырға тәҡдим ителде. Программа аша үҙ идеяларын тормошҡа ашырыу инициаторҙары булып 194-се балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләре һәм Әй урамындағы 91-се күп фатирлы йортта йәшәүсе вайымһыҙ булмаған кешеләр сығыш яһаны. Йорт советы рәйесе етәкселегендә инициатива төркөмөнөң беренсе ултырышы үтте, ул конкурста артабан тырышып ҡатнашыу һәм йорт халҡы, хеҙмәткәрҙәр, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм ата-әсәләре менән үткәреләсәк саралар планлаштырылды.
Дөйөм тырышлыҡ менән балалар баҡсаһын матур, уңайлы һәм хәүефһеҙ итәсәкбеҙ. Беҙҙең көс берҙәмлектә, тик бергәләп кенә тирә-яҡ донъяны яҡшырта аласаҡбыҙ!

Азалия БАЙМЫРҘИНА,
194-се балалар баҡсаһы мөдире.

"Киске Өфө" гәзите, №49, 12 - 18 декабрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.12.25 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 3 декабрҙән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡала-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2026 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 905 һум 04 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

Мөхәрририәт.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru