
Йәйҙең бер көнөндә баҡсамда эшләп йөрөйөм. Сейә ағастары араһын иҫке япраҡтарҙан, сүп-сарҙан, башҡа ҡый-фәләндән таҙартыу менән мәшғүл булып, аңғармаҫтан һандуғас ояһына яҡын килгәнмен. Бер заман һандуғас, ризаһыҙлыҡ белдергәндәй, минең эргәмдә пырылдап оса башланы. Йәнәһе, минең ояма зыян килтереп ҡуйма! "Мин һинең ояңа тейергә йыйынмайым, борсолма, хәҙер ошо тирәне таҙартып бөтәм дә китәм", - тип мығырҙанған булам. Әммә һандуғас бер туҡтауһыҙ баш осомда осоуын дауам итте. Бер ҙә ҡурҡыуҙы белмәй икән, хатта битемә бәрелә яҙып, бәрелә яҙып оса был бәләкәй генә йән эйәһе. Ә минең бер ҙә ҡошсоҡто ҡурҡытҡым килмәй, шуға күрә яғымлы ғына һөйләшергә тырышып, үҙемсә уны тынысландырырлыҡ һүҙҙәр әйткән булам. Тик ҡошсоҡ минең кеше телемде аңларға теләмәй...
Шунан баяғы ҡошсоҡҡа көлөмһөрәп ҡараным да, былай тинем: "Һин, һандуғас, данлыҡлы йырсы ҡошсоҡһың бит инде. Беҙҙә, башҡортта, хатта һиңә арналған йыр ҙа бар. Һин быны белмәйһеңдер ҙә әле. Ҡана, мин һиңә йырлап ишеттерәйем", - тип, бигүк шәп йырсы булмаһам да, "Һандуғас" йырын, аҙаҡ тағы "Азамат"ты йырлап ишеттерҙем ҡошсоҡҡа. Тик ҡошсоҡ минең йырҙы оҡшатманы шикелле. Һаман пырылдап баш осомда осоуын белде.
Уға бер аҙ аптырап ҡарап торҙом да, "Ҡана әле мин һиңә "Һандуғас" йырын һыҙғырып ишеттерәйем", тип, көйҙө һыҙғыра башланым. Ҡошсоҡ ҡапыл ғына осоуынан туҡтап, эргәмдәге ағастың ботағына ҡунды һәм башын ҡырын һалып, тын ғына тыңлай башланы. Мин һыҙғырыуымды дауам иттем. Оҙон көйҙө һыҙғырыу ярайһы ғына ҡыйын икән дә. Әммә мин көйҙө аҙағынаса һыҙғырып бөтөрә алдым. Ҡошсоҡ баяғы ботағында ҡымшанмай ҙа тыңлап ултырҙы. Мин тырмама таянып тороп, дәртләнеп китеп ҡошсоҡҡа "Һайра, һайра, һандуғасым..." тигән икенсе йырҙы һыҙғыра ла башланым. Быныһы, замана йыры, оҙон көй түгел, еңелерәк бирелде.
Шулай итеп, мин һандуғасҡа биш-алты башҡорт йырын һыҙғырып ишеттерҙем дә, "Ярар, ҡошсоҡ, минең өсөн берәү ҙә баҡсаны таҙартмаҫ, эшемде дауам итәйем", тип, икенсе урынды таҙартырға күстем. Тик һандуғасҡа минең, һыҙғырыуҙан туҡтап, икенсе урынға күсеүем оҡшаманы, шикелле. Ул минең арттан эйәреп, икенсе урынға килеп етте һәм эшләргә ҡамасаулап, йәнә йә баш осонда әйләнде, йәиһә аяҡ аҫтымда уралды. Аптырағандан, туҡтап, мин уға тағы башҡортса оҙон көйҙәрҙе һыҙғыра башланым. Ҡошсоҡ ботаҡҡа күсеп ултырып, тағы башын ҡырын һалып, мине тыңлай башланы. Әллә был мәхлүк башҡорт йырын аңлай инде, тип аптырап та ҡуйҙым.
Һыҙғырып тороп, тамаҡ ныҡ кибеп китеп, һыуһатҡайны. Көн йылы, ҡояшлы, өйөмдөң асыҡ тәҙрәһе төбөндә сәй эсергә ултырҙым. Әммә, бына ҡыҙыҡ, теге һандуғас асыҡ тәҙрәгә килеп ҡунды ла, мине күҙәтә. Сәй эсеп бөтөп, бер аҙ ял итеп алғас, баҡсаға сыҡтым. Бәй, теге ҡошсоҡ тағы баш осонда әйләнеп оса башланы. Аптырап, эскәмйәгә ултырып, тағы бер нисә көй һыҙғырҙым. Ҡошсоҡ һыҙғырыуҙы ишетеү менән, башын ҡырын һалып, тағы миңә ҡарап ултыра башланы...
Бәлки, ысынлап та, аңлайҙыр был йырсы ҡош башҡорт йырын, тигән уй килде шунда башҡа. Тик бына урыҫса йырҙарҙы һыҙғырып ҡарарға баш етмәгән. Тыңлар инеме икән? Башҡорт йырҙары әҙәм балаһының Урал тәбиғәте гүзәллегенә һоҡланыуынан тыуған моң булараҡ, ошо Урал тәбиғәтенең бер йәнле өлөшө булған ҡошсоҡҡа, бәлки, яҡындыр? Быны нисек беләһең инде. Әммә баҡсамдағы һандуғас мине оҙаҡ уйланып ултырырға мәжбүр итте. Бәлки, минән башҡа икенсе берәй кешенең дә һандуғасҡа башҡорт йырҙарын һыҙғырып ишеттергәне барҙыр? Булмаһа, тикшереп ҡарағыҙ әле...
Закирйән ӘМИНЕВ,
этнограф.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 12 - 18 декабрь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА