«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип уйлайһығыҙ? Ул сифаттар һеҙҙең үҙегеҙҙә бармы? Уларҙы нисек тәрбиәләргә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УН ИКЕ ЙЫЛДАН ҺУҢ ОСРАШЫУ
+  - 


Ҡатнашалар:
Ҡыш бабай.
Ҡарһылыу.
Дейеү.
Дейеүбикә.
Албаҫты.
Үрғуян.
Пони.
Аҡтырнаҡ.
Суртан.

Ҡыш бабай. Сәләм һеҙгә, сәләм, дуҫтарым, хөрмәтле, ғәзиз ҡунаҡтарым! Беләм, күңелегеҙ менән һеҙ беҙҙең янда, сөнки Яңы йыл килә ергә, Яңы йыл!
Ҡарһылыу. Ана, көмөш тояҡтар сыңлай. Хуш киләһең, Йылҡы йылы!
Ҡыш бабай. Әйткән һүҙең хаҡ, Ҡарһылыу, көмөш сың - Яңы йылдың сәләме. Һәм беҙ ошо сихри сыңға эйәреп, Ер шары буйлап еләбеҙ!
Ҡарһылыу. Осабыҙ! Талпынабыҙ! Шатлыҡ, ҡыуаныс таратабыҙ!
Үрғуян инә.
Үрғуян. Ә мин өлгөр Үрғуян тып итеп килеп тә еттем!
Ҡыш бабай. Афарин, шеш ҡолаҡ Үрғуян!
Үрғуян. Ҡолаҡ бар, шөкөр! Күҙҙәр тағы ла шәп, береһе - көньяҡҡа, икенсеһе төньяҡҡа ҡарай, башты борорға ла кәрәкмәй.
Ҡыш бабай. Бик хуп! Әләйгәс, Ҡыш бабайҙан һиңә ҙур бурыс!
Үрғуян. Ниндәй?
Ҡыш бабай. Көньяҡтан да, төньяҡтан да ҡунаҡтар киләсәк. Эркелешеп килә улар. Ҡунаҡтарҙы, оҫталарҙы ҡаршы алаһың. Репетиция үткәрәһең.
Үрғуян. Ә һеҙсе, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу?
Ҡарһылыу. Беҙгә, Яңы йыл сәләмен таратып, Ер шарын урап сығырға кәрәк.
Ҡыш бабай.
Аҡбуҙ аттарҙа елдереп,
Оло байрам килгәнен
Бар донъяға белдереп,
Уйнатып та, көлдөрөп...
Ҡарһылыу.
Ер шарын урап үтеп,
Аҡ һаҡаллы Ҡыш бабай
Килеп баҫыр тып итеп.
Үрғуян.
Бында иҫ киткес тыныс,
Бар дуҫтарға ҡыуаныс.
Һис янамай ҡурҡыныс,
Күңелемдә ышаныс.
Ҡыш бабай. Дуҫтарыбыҙ йыйылып бөткәнсе, тып итеп килеп тә баҫырбыҙ. Байрам башлана.
Үрғуян. Кәмиттәнме, Ҡыш бабай?
Ҡыш бабай. Кәмит мотлаҡ! Шунһыҙ ниндәй байрам, ти, ул! Тәжрибәм ҙур, быйыл да ҡунаҡтар күп булыр. Саҡырылғаны ла, саҡырылмағаны ла. Байрам гөрләп торор.
Ҡарһылыу. Әкәмәттәре менән башты ҡатырыр.
Ҡыш бабай. Ә күстәнәсем мул булыр! Төпһөҙ тоғом әҙер.
Үрғуян. Тоҡтоң төбө юҡмы?
Ҡарһылыу. Изгелектең, яҡшылыҡтың үлсәме юҡ, ҡуян!
Ҡыш бабай. Бәләкәстәрҙе тау-тау тәмлекәс көтә!
Сығалар. Дейеү менән Албаҫты инә.
Дейеү. Ишеттеңме, Албаҫты?
Албаҫты. Ишетмәгән ҡайҙа, ишеттем, Дейеү! Тау-тау тәмлекәс көтә.
Дейеү. Нимәгә килгәнеңде онотма. Беҙ Йылҡы йылына ҡаршы!
Албаҫты. Һин ҡаршы, шуға мине ялланың.
Дейеү. Тотоп ауыҙлыҡлайбыҙ!
Албаҫты. Иҫемдә! Бөтөн тәмлекәс миңә! Миңә!
Дейеү. Бе-бе-бе...
Албаҫты. Уй-уй, ҡыҙма, Дейеү. Башта әйт, нишләп йылҡыны яратмайһың?
Дейеү. Ант итеп әйтәм, беҙ уларҙы күралмайбыҙ!
Албаҫты. Шулай яуызмы ни ул?
Дейеү. Яуыздың да яуызы. Бик боронғо заманда Урал батырға Аҡбуҙат төшөрөлдө. Урал батыр уға атланды, бөтөн ен-пәрейҙе ҡырҙы. Алыш ҡаты булды, еңде ул беҙҙе. Шунан алып, ерҙә халыҡ көсәйҙе. Ен-пәрей, дейеү ер аҫтына, һаҙлыҡҡа төшөп боҫто. Ә ат һаман - кешенең айырылғыһыҙ дуҫы. Бөгөн мин уларҙы айырам!
Албаҫты. Мин нимә эшләргә тейеш?
Дейеү. Һин бит - Албаҫты! Һикерәһең дә, һыртына менеп ултыраһың. Үҙем тышаулармын. Йылҡыны тышаулағас, кешеләр ҙә тышаулана.
Албаҫты. Һин үҙең ҡурҡыныс, Дейеү... Мин нимәгә кәрәк?
Дейеү. Кәрәкһең шул! Ат албаҫтынан ҡурҡа. Минән юҡ!
Албаҫты. Нишләп беҙҙән ҡурҡа?
Дейеү. Албаҫтылар борон-борондан ат ҡыуҙылар. Ялына йәбешһәләр, берәү ҙә ысҡындыра алмай.
Албаҫты. Бәй, ул бит әллә ҡасан булған. Мин заман албаҫтыһы. Ат ҡыуғаным юҡ. Мин ҡыуған нәмә икенсе...
Дейеү. Икенсе? Уныһы ҡалай була?
Албаҫты. Атаҡ-атаҡ-атаҡ! Атты машина алмаштырғанға хан заман бит инде! Машина ҡыуабыҙ, төкөтәбеҙ, бәрелдерәбеҙ. Аунатабыҙ, тәгәрәтәбеҙ. Минең яратҡан машиналарым бар. Тойота, Хундай, БМВ, Сузуки... Лада ла бара.
Дейеү. Етте-етте, туҡта.
Албаҫты. Атты күргән юҡ.
Дейеү. Уның ялы, ҡойроғо бар, тояҡтары сыңлап тора. Етмәһә, кешнәп сәләм бирә.
Албаҫты. Тота алмаһам, нишләрһең?
Дейеү. Хыялым бар. Күгәүен булып, йылҡы малын әсе тешләп, һикертеп-һикертеп бейетер инем. Ҙур булһа ла, күгәүенгә көсө етмәй уның.
Албаҫты. Һуң, әйлән күгәүенгә. Мине ҡыҫтырма.
Дейеү. Йылҡы Албаҫтынан ҡурҡа, әйттем бит. Һин уға атланһаң, уның көсө миңә күсә. Аттың арҡаһына менеп, ялына йәбешеп, ҡыуып алып китәһең. Тирләтмәйенсә, туҡтама. Шунан ул яна.
Албаҫты. Ут булыпмы?
Дейеү. Ахмаҡ! Атты тирләтеп яндыралар. Ана, тегендә ситлек әҙер. Шунда тығып, ер аҫтына төшөрәм. Мәңгелеккә! Артабан Дейеү йылын иғлан итәм. План шулай.
Албаҫты. Ә "ситлек" нимә була?
Дейеү. Уф-ф, донъяны наҙан Албаҫтылар баҫты... Хәҙер алып киләм.
Дейеү китә. Үрғуян инә.
Үрғуян. Ура-ура, йәнлектәр йыйыла. Репетиция шәп бара. Мин талантлы режиссер.
Албаҫты. Сәрелдәк, һин кем? Ялың юҡ. Кешнәмәйһең... Үҙеңде хужа һымаҡ тотаһың.
Үрғуян. Үрғуян мин. Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алам. Репетиция үткәрәм. Һәм иң яҡын дуҫым пониҙы көтәм.
Албаҫты. Ул кем?
Үрғуян. Ыҡсым ғына ат. Мине арҡаһында ултырып йөрөтөргә ярата.
Албаҫты. Үрғуян, һин ат яратаһыңмы?
Үрғуян. Ныҡ яратам.
Албаҫты. Үрғуян, ана, эт өрә.
Үрғуян. Аҡтырнаҡ! Ул ҡунаҡтарҙы һаҡлай.
Албаҫты. Уф, ҡот китте бот төбөнә. Эттәр күрәҙәсе бит ул. Миңә ташланмаҫмы... Ней, Дейеүе лә юҡ булды.
Үрғуян. Нимә тиһең?
Албаҫты. Мин эт өргәнен яратмайым.
Үрғуян. Аңланым. Аҡтырнаҡ! Кил әле. Бәй, нишләп мороноң сирылды?
Аҡтырнаҡ. Ят ҡунаҡтар бар. Йәнлек түгел, кеше лә түгел, еҫенән тоям.
Албаҫты. Абау-абау, байрамға кем теләй, шул килә. Паспорт һорамайҙар.
Үрғуян. Ҡыш бабай саҡырылғаны ла, саҡырылмағаны ла килер, тине. Килһендәр. Киттек, Аҡтырнаҡ, репетицияға. Тик шаулама.
Албаҫты. Пони исемле атыңды үҙем ҡаршы алам, Ҡуян. Үҙекәйем.
Аҡтырнаҡ, Үрғуян китә.
Албаҫты. Тып-тып кем килә? (Пони инә.) О-о-о, ялы бар, ауыҙлығы бар. Атаҡ-атаҡ, ат ошолай бәләкәс кенә буламы ни? Һа! Дейеү ахмаҡ мине мыҫҡыл иткән бит! Был кәтүккә нисек атланырға? Минең тубыҡтан ғына. Үҙемә күтәреп йөрөтөргә тура килә. Ниңә тирләтеп яндырырға, ти? Йүгерә алмай бахырсыҡ. Ярай, алып ҡасайым. Уны бит тәмлекәскә алмаштырам. Бартер. Әллә үҙемә уйынсыҡ итеп алайыммы... Ат!
Пони. Әү.
Албаҫты. Атлан минең елкәмә! Ана шулай! И-и-и-и, еңеллеге!
Пони. О-о-о, донъя бейектән ҡалай матур!
Албаҫты. Меҫкен-меҫкен йылҡы. Мәхлүк малҡай. Киттек сәйәхәт итергә.
Аҡтырнаҡ. Пониҙы ҡайҙа алып киттең, ят ҡунаҡ?
Албаҫты. Турист маршруты асылған. Ҡыш бабай күрһәтергә ҡушты.
Аҡтырнаҡ. Ишетмәнем. Пони, төш!
Пони. Алып барһын. Мин бөгөн ат түгел. Мин һыбайлы. Оһо-һо! Офоҡ асылды. Албаҫты, һиңә рәхмәт!
Аҡтырнаҡ. Оҙаҡламағыҙ.
Албаҫты. Бәләкәстәр - тейен, һыуһар, йомран, ағуна, ҡор һәм башҡалар, минең арттан эйәрегеҙ. Туристик сәйәхәт. Оттом! Был бәләкәстәрҙе ситлеккә бикләрмен. Дейеүҙән маҡталырмын.
Дейеү инә.
Дейеү. Албаҫты! Тауыш-тыны юҡ. Нимәгә килгәнен онотманымы? Ҡайҙа булды? Ышан Албаҫтыға... Ҡана, шылтыратайым. Але, һин ҡайҙа? Йылҡыны урланым, тиһеңме? Ысынмы? У-у-у, һиндәге тиҙлек! Үәт, әй! Нисек өлгөрҙөң? Ҡалай шәп булып сыҡтың, Албаҫты.
Аҡтырнаҡ. Уау-уау, саҡырылмаған ҡунаҡ, нимәгә дөбөр-шатыр бейейһең?
Дейеү. Уңған, егәрле әкиәт геройҙары шыршыны биҙәй, репетиция яһайҙар. Бөтәһе лә минең өсөн! Һа!
Аҡтырнаҡ. Кем һин, хыялый?
Дейеү. Сюрприз. Ҡыш бабай был турала хәҙергә бер нәмә лә белмәй. Әллә беләме? Ана, ашығып килә ята.
Ҡыш бабай, Ҡарһылыу инә.
Ҡарһылыу. Ҡыш бабай, Ер шары шундай матур бөгөн, ивет!
Ҡыш бабай. Эйе, ҡыҙым, бөтөн донъя нур эсенә сумған. Мөғжизә! Туҡта, ҡайҙа булды минең тоғом?
Ҡарһылыу. Бәй, Ҡыш бабай, тоҡто түгел, таяғыңды ла санала ҡалдырҙың бит.
Ҡыш бабай. Әй, әттәгенәһе, Яңы йылға килһәм, йәшәрәм дә китәм, әйтәгүр. Таяҡ онотола. Ә тоҡто ниңә оноторға? Мине ҡарап йөрө, ҡыҙым. Тағын берәй нәмәне онотоп ҡалдырмайым.
Ҡарһылыу. Минһеҙ Ҡыш бабай тере ҡулһыҙ! Бүләк, бүләк... Киттек кире. Теүәлләйем.
Дейеү. Үҙем теүәлләйем! Ҡыш бабай, мин Йылҡы йылын ҡыйлыҡҡа ырғыттым. Яңы йыл бөттө. Дейеү йылы килә. Миңә Ҡыш бабай кәрәкмәй, туныңды сис! Йыл хужаһы үҙем.
Ҡыш бабай. Туҡта-туҡта, Дейеү. Ҡыҙма. Йылҡы йылы яҡынлаша ғына. Ашыҡмай тор.
Дейеү. Хөрмәтле атың, ғәзиз малың, ҡәҙерле Йылҡың - Албаҫты ҡулында. Урланыҡ беҙ уны. Албаҫты ошо мәлдә йылҡының бөйөрөнә тибә лә, тибә, теге саба ла, саба... Аттың хәле бөтә, яна, харап була. Ышанмаһаң, мә, тыңла. Але, Албаҫты. Йылҡы әле тереме?
Албаҫты. Тереләрҙән тере!
Дейеү. Атлана алдыңмы? Яндырҙыңмы, тием шул хайуанды?
Албаҫты. Үҙем яндым, Дейеү! Ул мине ҡыуа ла ҡыуа, типкесләй ҙә типкесләй. Тояғы үткер. Хәл бөттө.
Дейеү. Кем кемде типкесләй?
Албаҫты. Яндым. Яндырҙы мине! Һыу! Һыу бирегеҙ.
Дейеү. Бер нәмә лә аңламайым...
Үрғуян. Нимәһен аңламайһың? Ул бит Пониҙы елкәһенә һалып сығып китте. Пони тамам шашҡан икән, ыҙалата Албаҫтыны!
Дейеү. По...ни... Ниндәй пони?
Ҡарһылыу. Эх, Дейеү, Дейеү...
Ҡыш бабай. Ай, әттәгенәһе. Ҡоланы бит Дейеү. Гөрһөлдәп ауҙы. Кемдә бар йөрәк дарыуы!
Аҡтырнаҡ. Бар, бөтәһе лә бар. Мин үҙем - тиҙ ярҙам машинаһы.
Үрғуян. Ҡарауылсы Аҡтырнаҡ булғанда бөтәһе лә ҡараулы.
Ҡыш бабай. Але, Албаҫты, кире әпкил пониҙы. Ҡыш бабай бойора. Йәһәт бул. Пони, дилбегәңде бушат! Албаҫтыны был яҡҡа бор.
Ҡарһылыу. Ҡыш бабай, Дейеү иҫенә килде.
Ҡыш бабай. Шөкөр, теүәлләндек шикелле.
Үрғуян. Байрам башлана. Ҡотлауҙар, бүләктәр!
Аҡтырнаҡ. Изге теләктәр, йылмайыу-көлөүҙәр..
Ҡыш бабай. Хөрмәтле әкиәт дуҫтарым, иң матур, иң шәп бүләктәр һеҙгә. Тик һеҙҙең өсөн! Үрғуян, яратҡан өңөңдә тәмлекәстәр көтә. Тау булып өйөлгән. Аҡтырнаҡҡа яңы оя төҙөлгән.
Ҡарһылыу. Һыу донъяһы ла бында.
Ҡыш бабай. Суртан хан, һиңә бөтмәй торған ем! Яҙға тиклем балыҡтарҙы ҡыуандыр.
Аҡтырнаҡ. Суртан мең тешен күрһәтеп йылмайҙы... Бүләк оҡшаны.
Ҡыш бабай. Ә бына Дейеүҙең һушын алған Пони! Төш инде Албаҫты елкәһенән.
Пони. Бында рәхәт!
Ҡыш бабай. Албаҫты - байрам ҡунағы. Хәлен алма.
Пони. Ҡыш бабай, миңә бүләккә...
Ҡыш бабай. Иҫемдә, Пони, иҫемдә! Көмөш йүгән һораның.
Пони. Юҡ, хәҙер кәрәкмәй! Көмөшө лә, алтыны ла, бриллианты ла. Мин хәҙер һыбайлы! Уйнаҡлап торған әрһеҙ Албаҫтыны бир!
Албаҫты. Ю-у-уҡ! Ҡотҡарығыҙ!
Ҡыш бабай. Пони, Албаҫтының ҡотон алдың. Әллә ҡайҙа сабып сығып китте.
Ҡарһылыу. Дейеү яңғыҙ ҡалдың, нишләйбеҙ?
Дейеү. Бирешмәйем. Яңы йылды Дейеү йылы тип иғлан итмәһәгеҙ, донъяғыҙҙы ҡоротам. Эсер һыуығыҙ бөтә. Ауыҙым тулы ут.
Ҡыш бабай. Йылғалар батшаһы, алтын тажлы Суртан хан. Ниндәй яуап булыр? Башҡортостан йылғаларына һин хужа.
Дейеү. Йылғаларҙы ағыулаусылар былай ҙа етерлек. Суртан, минең яҡлы бул. Яңғыҙың бер нәмә лә эшләй алмайһың.
Суртан. Бәй, йылғалар бит диңгеҙ, океандарға тоташа. Беҙҙең армия ҙур. Ана, дельфин, акула, һигеҙаяҡ, диңгеҙ аты. Улар бихисап. Күрҙеңме дуҫтарҙы? Ниңә шымдың?
Дейеү. Дөрөҫөн әйткәндә, бер генә күлгә үслемен. "Йылҡы" тигән һүҙҙән ҡоторам. Йылҡысыҡҡан күлен ҡоротам! Унан бик күп йылҡы сыҡты. Үҙем шаһит! Күл дә юҡ, легенда ла юҡ. Урал батыр менән көрәш дауам итә. Йә, кем миңә ҡаршы тора ала?
Дейеүбикә. Мин!
Дейеү. Дейеүбикәм?...
Дейеүбикә. Танымайһың әллә? Бына ошо тинтәкте эҙләп, ерҙең аҫтын өҫкә әйләндерҙем.
Дейеү. Дейеүбикәм, һин нитмә...
Дейеүбикә. Күл дә юҡ, легенда ла юҡмы? Ҡыш бабай, Яңы йыл ҡунаҡтары, ғәфү үтенәм. Минең тиле Дейеүем кисәге менән бөгөнгөнө бутай. Йылҡысыҡҡан күле, имеш.
Ҡыш бабай. Кисәгене генә түгел, хатта мең йыллыҡтарҙы бутай.
Ҡарһылыу. Йылҡы йылы етһә, Урал батыр менән Аҡбуҙатты иҫенә төшөрә, шулаймы?
Дейеүбикә. Иҫенә генә төшһә, бер хәл. Ул бит ҡаңғырып сығып китә. Башына мажара эҙләй.
Албаҫты. Бөгөн генә ҡаңғырҙы түгелме?
Дейеүбикә. Юҡ, Албаҫты, ун ике йыл һайын ҡабатлана. Ун ике йыл һайын бер үк хәбәрен һөйләй. Ун ике йыл һайын ошо урында осрашабыҙ.
Үрғуян. Бер үк сценарийҙы ҡабатлайҙар. Фантазиялары юҡ икән. Былай булмай, икенсе юлы репетицияны үҙем үткәрәм.
Дейеүбикә. Үткәрерһең үткәрмәй ни. Уның башында тик этлек эшләү.
Аҡтырнаҡ. Уау-уау, ниндәй этлек? Эттәр был һүҙҙе бик яратмай.
Дейеүбикә. Ғәфү ит, Аҡтырнаҡ. Уйламай ысҡындырҙым.
Дейеү. Эйе-эйе, Дейеүбикәм ҡай саҡ уйламай ысҡындыра.
Дейеүбикә. Маймыллана башланы.
Үрғуян. Бында маймылдар ҙа бар. Улар был һүҙҙе...
Дейеүбикә. Ғәфү, уйламай ысҡындырҙым.
Дейеү. Дейеүбикә, Йылҡы йылы етһә генә, мин намыҫланам. Мин ғәрләнәм. Аңла шуны!
Дейеүбикә. Ишеттегеҙме, һаман бер үк балыҡ башын сәйнәй.
Суртан. Бында балыҡтар бар.
Дейеүбикә. Ғәфү, яңылыш ысҡынды. Намыҫлы Дейеү, йәһәт бул. Киттек!
Дейеү. Ҡайҙа?
Дейеүбикә. Ҡайтабыҙ. Байрам бөттө.
Дейеү. Юҡ, бында булабыҙ! Ошонда! Ҡайтмайым!
Дейеүбикә. Кәзәләнмә!
Пони. Бында кәзәләр бар.
Дейеүбикә. Ғәфү, яңылыш ысҡынды...
Дейеү. Бына шулай йәшәйбеҙ, Ҡыш бабай. Инде ете мең йыл көрәшәм.
Ҡыш бабай. Кем менән?
Дейеү. Урал батыр менән.
Дейеүбикә. Йылҡы малы менән тиген, исмаһам.
Дейеү. Эй, шулай бит әле. "Йылҡы" тигән һүҙҙән уртымда ут ҡайнай. Шул бер хыялым ғына бар бит минең.
Дейеүбикә. Хыял?
Дейеү. Дейеүбикәм, ба-ба-ба-бар ине... хәҙер ул да юҡ.
Ҡыш бабай. Хыялланырға кәрәк. Тылсымлы Яңы йыл төнөндә хыялдар тормошҡа аша.
Дейеү. Дейеүбикәм, аппағым, ишеттеңме? Хыялланырға кәрәк һиңә! Һиңә хыялланырға. Мине эҙәрлекләргә түгел.
Ҡыш бабай. Үҙеңдең хыялыңды һөйлә, Дейеү. Мин һиңә өндәштем.
Албаҫты. Уны мин беләм! Мин!
Ҡарһылыу. Албаҫты - Дейеүҙең әшнәһе. Бөтә серен белә.
Албаҫты. Эйе, беләм. Күгәүен булып, йылҡы малын тешләп-тешләп бейетер инем, тине.
Дейеүбикә. Әһә, шулай тинеме? Күгәүен, тинеме?
Дейеү. Дейеүбикә, мин бит шаярттым ғына. Албаҫтыны шаярттым.
Дейеүбикә. Ә мин шаяртмайым.
Дейеү. Хыял үҙгәрҙе. Мин үҙгәрҙем.
Дейеүбикә. Ә мин үҙгәрмәнем. Хыялыңды тормошҡа ашырам, ҡартлас. Торобо-боробо, ҡап-ҡоп, берҙе генә йот! Күрҙегеҙме, Дейеүем күгәүенгә әйләнде. Шырпы ҡабына һалдым, шыршыға элдем.
Ҡарһылыу. Уй-уй, шунан?
Дейеүбикә. Байрамды шунан тамаша ҡылыр.
Ҡыш бабай. Сәғәт төнгө ун икене һуғыу менән үҙ рәүешенә ҡайта ул, дуҫтарым. Тылсымлы һүҙҙең көсө бөтә
Дейеүбикә. Эйе, шунан тағы ун ике йылға тыныслана. Был беҙҙең аҙаҡҡы осрашыу түгел! Һеҙҙе Яңы йыл менән.
Ҡыш бабай. Албаҫты. Һинең турист маршруты тамаммы?
Албаҫты. Ҡыш бабай, һин ҡайҙан беләһең?
Ҡыш бабай. Бәй, нимә өсөн мин бында? Бер нәмә лә белмәһәм?
Албаҫты. Хәҙер алып киләм. Бәләкәс дуҫтарҙы әүрәтәм, уйнатам. Улар өсөн бөтәһен дә эшләйем. Ат та булам, ракета ла... Саптым.
Аҡтырнаҡ. Яңы йыл кәмитһеҙ булмай, тигәйне Ҡыш бабай.
Үрғуян. Кәмит кенәме, Аҡтырнаҡ? Саҡ Йылҡы йылынан ҡолаҡ ҡаҡманыҡ.
Ҡыш бабай. Үрғуян, аҡ һаҡалым менән ант итәм, минең өсөн Йылҡы - тере һүҙ. Уны тотоп, бикләп ҡуйып булмай.
Ҡарһылыу. Ул легенда һәм ысынбарлыҡ. Ул аманат һәм киләсәк.
Ҡыш бабай. Шуға ла ҙур көс, тип атайбыҙ. Эйе, эйе, айырым бер малҡайҙы эҙләмәгеҙ. Күрәһегеҙме, беҙҙең яндан осҡон сәсрәтеп елеп үтә улар! Алға, яҡты тормошҡа әйҙәп. Таныйһығыҙмы?
Ҡарһылыу. Таныйбыҙ, Ҡыш бабай. Бына Аҡбуҙат!
Артабан әкиәт геройҙары алмашлап һанайҙар: Алмасыуар, ерән ҡашҡа, свай ҡашҡа, һары байтал! Ала, ҡола, көрән, ерән аттар. Саптар, һарысай, ҡарайғыр! Турат, күгат! (видеорәт)
Ҡыш бабай. Һәммәһенә лә ҡот һәм ҡеүәт! Беҙҙә йылҡы һанап бөткөһөҙ! Тағы бер серҙе асам, йылҡы - ул мәңгелек хәрәкәт. Хәрәкәттә булыр бәрәкәт.
Пони. Ух, беҙҙекеләр шулай ул! Мин уларға ҡушылам. Мин бит ат!
Үрғуян. Уй, Ҡыш бабай, Пони энә буйы ер китте.
Ҡыш бабай. Хәҙер толпарҙарҙы ҡыуып етәсәк, хатта уҙып китәсәк сөнки...
Ҡарһылыу. Сөнки Яңы йылдың тылсым көсө бар.
Ҡыш бабай. Ул тылсым һеҙҙең йөрәктә, дуҫҡайҙар! Иң изге теләктәр йөрәктә тыуа, шунда йәшәй. Ихласлыҡҡа кәртә юҡ. Ул бөтөн ғаләмгә барып етә. Йыһанға!
Дейеүбикә. Яңы йыл менән, Ҡояш системаһы!
Албаҫты. Яңы йыл менән, Ер шары!
Аҡтырнаҡ. Яңы йыл менән, кешеләрем!
Суртан. Изге теләктәребеҙ һеҙгә йәншишмә булып һибелһен, тереһыу булып бөркөлһөн.
Үрғуян. Ох, беҙҙең быйылғы репетициябыҙ ныҡ һәйбәт үтте. Хөрмәтле дуҫтар, ҡәрҙәштәр, өлкәндәр һәм кеселәр, хәҙер һеҙгә Яңы йыл сәләме, барлыҡ тәрбик-ҡотлауҙарыбыҙ йыр-моң менән барып етер. Ҡаршы алығыҙ беҙҙе!
Бергә. Яңы йыл менән, дуҫтар!

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 19 - 25 декабрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.12.25 | Ҡаралған: 31

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл бөгөн: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы тамамлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru