«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип уйлайһығыҙ? Ул сифаттар һеҙҙең үҙегеҙҙә бармы? Уларҙы нисек тәрбиәләргә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"СИБАЙ, ТЫН АЛ!"
+  - 


Ошо оран аҫтында берләшкәйне йәмәғәтселәр.
Борон-борондан әҙәми зат донъяуи мәсьәләләрҙе бергәләшеп хәл итергә күнеккән. Шуға ла айырым төркөмдәрҙән ырыуҙар, халыҡтар, дәүләттәр барлыҡҡа килгән, кешеләр, ауыл-ҡалалар ҡороп, йәмғиәткә тупланып, дөйөм ҡағиҙәгә буйһоноп йәшәргә өйрәнгән.

Хәҙер беҙҙең тормошто һәр яҡлап дәүләт көйләй. Шул уҡ ваҡытта хоҡуҡи ил ҡоролошоноң бер билдәһе булған "граждандар йәмғиәте" тип аталған ижтимағи институт та мөһим урын биләй. Уға "социаль әүҙемлекте үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе, эшмәкәрлеге граждандар мәнфәғәтен яҡлауға йүнәлтелгән хөкүмәткә ҡарамаған ирекле йәмәғәт ойошмалары" тип аңлатма бирәләр. Формаль һәм формаль булмаған бындай ойошмалар менән тормошта беҙ даими киҫешәбеҙ, хатта эшмәкәрлектәрендә яҡындан тороп ҡатнашабыҙ. Әйтәйек, һәр ауылда, ҡалаларҙа ағинәйҙәр ҡорҙары бар, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының тәүге ойошмалары эшләй - улар, һис шикһеҙ, граждандар йәмғиәтенең бер сағылышы. Дөйөм алғанда, был исемлеккә ижтимағи һәм дини ойошмалар, ижади берекмәләр һәм союздар (журналистар, яҙыусылар, композиторҙар, киноматографистар, ҡурайсылар һәм башҡа), хәйриә фондтары, нумизматтар, марка йыйыусылар, ҡышҡыһын мәкелә йөҙөүселәр кеүек төрлө мәнфәғәттәргә нигеҙләнгән граждандар берләшмәләре инә. Араларында быуаттан ашыу тарихы булғандар, шулай уҡ яңы осорҙа тыуғандары ла бихисап.
Йәмғиәтте ҡуҙғытҡан, кешеләрҙе берләшергә этәргән ваҡиғалар бигерәк тә үҙгәрештәр заманы, ғәҙәттән тыш хәлдәр мәле өсөн хас. Нәҡ шундай шарттарҙа, теүәл ете йыл элек, 2018 йылдың декабрендә, Сибайҙа урын алған экологик һәләкәт республикабыҙҙа граждандар йәмғиәте формалашыуының сағыу өлгөһө булған "Сибай, тын ал!" хәрәкәтен тыуҙырҙы. Ҡала хакимиәтендә биләгән вазифама бәйле, миңә ул ваҡиғаларҙың уртаһында булырға тура килде.
Сибайҙа үткән быуаттың 50-се йылдарында ҡеүәтле Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты эшләй башлай. Асыҡ ысул менән мәғдән сығарыу һөҙөмтәһендә биш тиҫтә йыл арауығында тәрәнлеге 500 метрҙан ашыу, көнгә сыҡҡан ауыҙы 2000 метрға тиң карьер хасил була. Ҡаҙылма байлыҡты яңы быуат башында шахта менән ала башлайҙар. Тулыһынса асыҡланмаған сәбәптәр арҡаһында теүәл ете йыл элек ташланған карьерҙың ҡабырғаларында ҡалған көкөрт яна башлай, үрт тау тоҡомдары ҡатламына үтеп инә. Мәғдән яныуҙан һауаға көкөрт диоксиды бүленеп сыға һәм тын юлын быуған был ағыулы газ ҡала өҫтөнә тарала. Килеп тыуған хәлде "техноген һәләкәт" тип атайҙар. Ауыр ул осорҙа Сибай халҡына ярҙамға бөтә республика килде, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров барлыҡ дәүләт хеҙмәттәрен аяҡҡа баҫтырҙы. Ғәйәт ҙур көс һалып, ниһайәт, 2019 йылдың апрелендә ер аҫтында көкөрт яныуы туҡтатылды.
Ҡала халҡы өсөн аяныслы шул көндәрҙә, интернет селтәрҙәрен файҙаланып, бер-береһен белмәгән кешеләр "Сибай, тын ал!" төркөмөнә тупланды һәм киҫкен проблеманы хәл итеүгә үҙ өлөшөн индереү ниәте менән әүҙем эшмәкәрлек йәйелдерҙе. Яңы хәрәкәт әүҙемселәре баштан уҡ "беҙ оппозиция түгел, төркөмдө власҡа ҡаршы көрәштә файҙаланырға маташмағыҙ. Ул таҙа һауа һуларға хоҡуғыбыҙҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн генә булдырылды" тип иҫкәртте. Ошо юлдан улар тайпылманы, шул уҡ ваҡытта рәсми органдарға әйләнгән һайын уңайһыҙ һорауҙар бирҙеләр, улар баҫҡан мәғлүмәттәрҙе шик аҫтына ҡуйҙылар, экологик һәләкәтте тиҙ арала туҡтатыр өсөн киҫкен саралар күреүҙе талап иттеләр.
Эште ниҙән башларға? Иң элек ошо һорау килеп баҫа изге ниәт менән бергә тупланған фекерҙәштәр алдына. Силәбе ҡалаһында таҙа һауа өсөн көрәшкән экологтар тәжрибәһенә таянып эш башлайҙар. Аҙна-ун көн үтеүгә һауала зыянлы газдың булыу-булмауын үлсәй торған прибор һатып алыу өсөн аҡса йыйырға тотоналар. Бынан тыш, социаль селтәрҙәр аша төркөм халыҡты смог тураһында иҫкәртеүҙе яйға һалды, ҡала халҡына Сибай һәләкәте тураһында юғары власть органдарына мөмкин тиклем күберәк яҙырға, саң ҡағырға өндәне.
Социаль селтәрҙәрҙә ҡалала урын алған экологик хәлгә бәйле махсус төркөмдөң барлыҡҡа килеүе, уның әүҙем эшләүе, дөйөм алғанда, ыңғай күренеш булды. Сөнки уның биттәренән: "Тонсоғабыҙ! Тын ала алмайбыҙ!.." - тип өҙлөкһөҙ оран яңғырап торҙо. Әлбиттә, бындай әүҙемлек иғтибарҙан ситтә ҡалманы: урындағы хакимиәттә үткән осрашыуҙарға, ҡала йәмәтселеге менән бер рәттән, "Сибай, тын ал!" төркөмө вәкилдәрен дә саҡыра башланылар. Артабан Сибайҙа экологияға бәйле бер генә сара ла уларҙың ҡатнашлығынан тыш үтмәне. "500" һәм "1000" тип аталған хәүефле зоналар сиген билдәләү, Ҡырымға ялға китергә тейешле балаларҙың исемлеген төҙөү һәм раҫлау, УГМК-холдингтың генерал директоры Козицын менән осрашыу, Рәсәй Президенты эргәһендәге кеше хоҡуҡтары буйынса Совет ағзалары менән комбинатта инспекция үткәреү, Өфөлә Советтың күсмә кәңәшмәһе - быларҙың барыһында ла "Сибай, тын ал!" әүҙемселәре ҡатнашты, барлыҡ майҙансыҡтарҙы ла ҡала халҡының кәйефен, борсолоуҙарын еткереү өсөн файҙаланды.
Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алыу мөһим: һәр осраҡта ла "Сибай, тын ал!" йәмәғәтселәре объектив булырға тырышты. Власть күргән сараларҙы тейешенсә баһаланы, ләкин тәнҡитләргә лә онотманы. "Сибай, тын ал!" барыһын да шик аҫтына ҡуйыуы менән дә үҙенсәлекле.
Февралдә шахтаға һыу тултырыу башланғас, иғтибарҙы комбинатҡа, проект әҙерләгән институтҡа йүнәлттеләр. Нәҡ ошо мәлдә көн һайын тиерлек көкөрт газы һауала эленеп торҙо. Хәлдең шулай үҙгәреүен "Сибай, тын ал!" әүҙемселәре һыу тултыра башлау менән бәйләне һәм, әлбиттә, ҡала хакимиәтенә һорауҙар яуҙырҙы, хаттар яҙҙылар, Президентҡа мөрәжәғәт аҫтына ҡултамғалар йыйҙылар.
Һауа анализаторы алыу өсөн аҡса туплау ҙа әүҙем барҙы. 1919 йылдың 5 февраленә ҡарата 47 259 һум аҡса йыйылыуы тураһында хәбәр иттеләр. 25 февралдә улар Өфөгә барып, һауа анализаторы алып ҡайтты. Иртәгәһенә үк тәүге прибор ҡаланың Нуриманов урамына ҡуйылды. Уның күрһәткесен онлайн режимында компьютер, кеҫә телефоны аша өйҙә ултырып, интернет тотҡан теләһә ҡайһы башҡа урында ҡарарға була ине.
28 февралгә ҡарата "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Сибай, тын ал!" төркөмөнә 11 мең кеше ҡушылғайны. Ҡала халҡы һаны ул саҡта 62 мең самаһы ине. Бала-сағаны, интернетта ултырмаған ололарҙы иҫәпкә алмаһаҡ, был - әүҙем йәштәгеләрҙең кәм тигәндә өстән бер өлөшө ине.
1 мартта һәүәҫкәр экологтар командаһы һауа таҙалығын үлсәүсе тағы бер прибор һатып алды. Уны Алтын ҡасабаһына, балалар баҡсаһына яҡын шәхси йорт ихатаһына ҡуйҙылар.
25 мартта экологик һәләкәткә бәйле Сибайға Рәсәй Президенты эргәһендәге Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзалары килде. Совет ағзалары, шахтаға төшөп, үҙҙәре хәлде асыҡларға теләне. Уларҙың ниәттәре тормошҡа ашты. Биш кешенән торған төркөмгә "Сибай, тын ал!" вәкилен дә индерҙеләр.
27 мартта Рәсәй Президенты эргәһендәге Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет Өфөлә үҙенең күсмә ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибенә бик күп мәсьәләләр менән бергә Сибайҙағы экологик һәләкәткә ҡағылғаны ла индерелгәйне. Ултырышҡа "Сибай, тын ал!" төркөмө лидерҙары ла саҡырылды.
Ғәмәлдә, апрель айы башына һауаның ҡот осҡос юғары кимәлдә көкөрт газы менән бысраныуы артта ҡалғайны. Ваҡыты менән һауаның рөхсәт ителгәндән юғары бысраныу кимәле 2-3 тапҡырға артҡан көндәр булды, әлбиттә. 16 апрелдә, мәҫәлән, Старателдәр урамында ул 2,3 билдәһенә тиклем күтәрелде. Ҡала халҡының күпселеге был ваҡытҡа тынысланды, экология мәсьәләһенә һирәк ҡағылды. Әйтәйек, интернетта 31 мартҡа иғлан ителгән халыҡ сходына ни бары 5 кеше сыҡты. 21 апрелдә Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайтында ошондай мәғлүмәт донъя күрҙе:
"Сибайҙа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров "Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты" акционерҙар йәмғиәтенең Сибай филиалы карьерында мәғдән яныуын бөтөргән саҡта юғары профессионализм һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһы күрһәткән ҡала халҡына дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында тау эшселәре, табиптар, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, журналистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре... Наградаға лайыҡтар исемлегендә "Сибай, тын ал!" ижтимағи хәрәкәте вәкилдәре лә бар.
- Һеҙ эшмәкәрлегегеҙҙе туҡтатмаҫһығыҙ һәм артабан да республика власы органдары һәм муниципалитет алдына шулай уҡ принципиаль, ҡәтғи һәм ғәҙел һорауҙар ҡуйырһығыҙ, тип ышанам. Ҙур рәхмәт! Һеҙ бик мөһим һәм кәрәкле эш башҡараһығыҙ, - тип билдәләне төбәк етәксеһе, активистарға мөрәжәғәт итеп".
Эдуард Ҡадыров менән Диана Филиппова әүҙем граждандар позицияһы һәм Сибай ҡалаһының ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
"Сибай, тын ал!" төркөмө әүҙемселәре эшмәкәрлегенә Рәсәй Президенты эргәһендәге Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса советы эргәһендәге экология мәсьәләләре буйынса комиссияның даими эксперты Григорий Куксин да юғары баһа бирҙе.
"Был ҡалала (Сибайҙа. Ред.) ысын гражданлыҡ йәмғиәте бар. Нәҡ ундайҙы илебеҙҙең һәр ҡалаһында күрергә теләр инек. Ябай һәм бер-береһенә ҡағылышы булмаған кешеләр берләште һәм проблеманы хәл итергә тотондо. Теманы бик тиҙ һәм бик тәрән итеп өйрәнеүгә өлгәштеләр. Фандрайзинг ойоштороп, йыйылған аҡсаға кәрәкле датчиктар алып ҡуйҙылар. Ҡала власы органдары, республика етәкселеге, компания вәкилдәре (граждандар активистары менән аралашыуҙа ябай булмаған УГМК компанияһы) менән бәйләнешкә инделәр...
Һәм быны бик аҡыллы итеп, бөтә көстәрен һалып, намыҫ менән эшләйҙәр. Социаль селтәрҙәрҙе бик яҡшы алып баралар. Тиҙ арала власть менән аралашыу тәжрибәһе тупланылар, фекер алышыуҙарҙа оппоненттар менән аралашырға, кәрәкле мәғлүмәт табырға һәм уны дөрөҫ файҙаланырға өйрәнделәр. Әлбиттә, уларҙы күптәр яратып етмәй. Әлбиттә, ниҙә генә ғәйепләнмәйҙәр. Әммә улар хәлде үҙгәртә, проблеманы хәл итергә тейешле һәр кемде ҡуҙғата алды. Быға улар диванда ултырып, тәнҡит ташлап түгел, ә үҙҙәренең әүҙем һәм конструктив ғәмәлдәре менән өлгәште.
...Әлбиттә, ҡайһылыр мәлдә тәжрибә, һығылмалылыҡ, ҡатмарлы һөйләшеүҙәр алып барыу оҫталығы етмәй. Әммә мин улар менән һоҡланыуымды йәшермәйем. Хатта бер ни тиклем уларҙың көсөнә, сыҙамлығына, сабырлығына һәм ныҡышмалылығына көнләшәм. Хәҙер Сибай шым ғына "үлем түшәгенә" ятмаясағына ысын күңелдән ышанам. Бындай кешеләр менән ул былайыраҡ бәләләргә лә бирешмәйәсәк", - тип яҙҙы ул интернетта.
Шулай итеп, кешеләрҙе берләшергә этәргән ваҡиғалар бигерәк тә үҙгәрештәр заманы, ғәҙәттән тыш хәлдәр мәле өсөн хас. "Сибай, тын ал!" ирекмәндәр төркөмө миҫалынды быны беҙ асыҡ күрәбеҙ. Маҡсатлы кешеләр берләшеп, көндәлек тормошта көнкүреш мәсьәләләрен дә уңышлы хәл иткән осраҡтар бихисап. Ҡайҙалыр йорт комитеты йырып сыҡҡыһыҙҙай тойолған эштәрҙең осона еткән, башҡа урында ауылды төҙөкләндергәндәр йә шишмәне тергеҙгәндәр. Һәр ваҡыт өҫтән көтөп ултырыуға ҡарағанда, берләшеү һәм мәсьәләне хәл итә башлау күпкә отошлораҡ шул. Халыҡтың ҡуҙғалғанын күреп, етәкселәр ҙә, ғәҙәттә, әүҙемләшә, юҡ, тигән аҡсаны, техниканы, материалды таба. Был инде - аҡыллығы ишара.

Рәсүл БАЙГИЛДИН.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 19 - 25 декабрь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.12.25 | Ҡаралған: 31

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл бөгөн: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы тамамлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө"гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.

Мөхәрририәт.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru