«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип уйлайһығыҙ? Ул сифаттар һеҙҙең үҙегеҙҙә бармы? Уларҙы нисек тәрбиәләргә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨС ЙЫЛҒА САТЫНДАҒЫ ҠАЛА, ЙӘКИ НИСӘ ЙӘШ ҺИҢӘ, ӨФӨ?
+  - 

(Салауат Хәмиҙуллиндың видеофильмы буйынса)

Светлана Воробьева:
Бында урта быуаттарҙың һүңғы осорона ҡараған әйберҙәр табылған. Мәҫәлән, ураҡ, бысаҡ кеүек көнкүреш әйберҙәренең урта быуаттарҙан аҙағыраҡ булған осорҙарҙа ҡулланылыуы раҫланды. "Чертово городище" ҡомартҡыһында табылған йоҙаҡтар һәм уларҙың асҡыстары типтары буйынса үҫешкән урта быуаттарҙа ҙур һандыҡтарҙы бикләү өсөн ҡулланылған, был артефакттарҙы XII-XIV быуаттар менән даталап була, ә был тап Алтын Урҙа осоро менән тап килә. Салауат Хәмиҙуллин: Иң сағыу табылдыҡтарҙан Өфө-2 ҡаласығы территорияһында Алтын Урҙаның көмөш дирхемдары серияһын атап була. Өфөнән 20 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Подымалово торағында бәләкәйерәк металл аҡсалар - баҡыр пулдар табыла. Тағы ла бер археологик ҡомартҡы - "Чертово городище"нан йыраҡ булмаған Дудкин торағында Өфө ярымутрауына рус администрацияһы килгәнгә тиклем осорҙа ла кеше эшмәкәрлегенә дәлил булған артефакттар һаҡланып ҡалған.
Светлана Воробьева: Бында табылған бер көмөш балдаҡ XVI быуаттан да иртәрәк яһалмаған. Ә был ныҡ үҫешкән урта быуаттар осоро, ғәмәлдә Яңы заман менән тап килә.
Фларит Сөнғәтов: Балдаҡтарға килгәндә, уларҙы башҡорттар менән бәйләп аңлатып була, сөнки шундай табылдыҡтар Өфөнән ситтә, башҡорттар йәшәгән урындарҙа ла осрай. Бындай дәлилдәр яңыраҡ асыҡланды, уларҙы иртә урта быуаттарҙан алып һуң урта быуаттарға тиклемге осор ҡомартҡылары һаҡлап ҡалған.
Салауат Хәмиҙуллин: Үрҙә бәйән ителгәндәрҙән сығып, һуң урта быуаттар эпохаһында даими, стационар йәшәү урындары хәҙерге Өфөнөң төрлө өлөштәрендә - Өфө-1 һәм Өфө-2 ҡаласыҡтары, Дудкин торағы территорияһында һәм, моғайын, Усол тауында, йәғни Туратауҙа урынлашҡан, тип әйтеп була.
Фларит Сөнғәтов: Өфө ярымутрауы кешеләре уның көнкүреш өсөн ҡулайлаштырылған айырым участкаларында йәшәгән, һәм улар барыһы бергә ярайһы уҡ ҙур булған урта быуаттар ҡалаһын хасил иткән. Хәҙерге тел менән әйткәндә, уны агломерация тип атап булыр ине.
Салауат Хәмиҙуллин: Әлегә урта быуаттарға ҡараған Өфө ҡомартҡыларының йәшәү ваҡытын аныҡ ҡына билдәләп булмай. Ниндәйҙер бер мәлдә бындағы тораҡтар бөлгөнлөккә төшә башлай, Рычков бының сәбәптәренең береһе итеп мифологик риүәйәтте күрһәтә: йәнәһе, ниндәйҙер бер аждаһа йылан үҙенең тыны менән ҡала кешеләрен ағыулаған.
Владимир Агте: Был риүәйәттең артында нимә тора? Мин бында ҡасандыр ҙур эпидемия, йә иһә пандемия булып, кешеләр үлеп бөткәндер, тип фараз итәм. 1346 - 1352 йылдарҙа чума эпидемияһынан Европа халыҡтарының яртыһы ҡырылып бөтә. Күрәһең, был сир көнсығыштан, беҙҙең тарафтарҙан Европаға тиклем таралып киткәндер. Шуның арҡаһында бындағы ҡала ла юҡҡа сыҡҡан, һуңынан башҡа кешеләр чумалы тораҡ урынына килеп йәшәүҙән ҡурҡҡандыр. Ә ҡала ошо тауҙа урынлашҡан була, әммә унан күп нәмә ҡалмаған, сөнки беҙҙең климат шарттарында ағас тиҙ сереп бөтә.
Салауат Хәмиҙуллин: Ҡаланың бөлгөнлөккә төшөүе Тамерлан (Аҡһаҡ Тимер) ғәскәрҙәренең һөжүм итеүе менән бәйле булыуы мөмкин. Илбаҫарҙар 1391 йылда Башҡортостан территорияһы аша Ҡондорса йылғаһы буйындағы Туҡтамыш хан ғәскәрҙәре менән яуға үтеп барышлай күп тораҡтарҙы яндырып, халҡын ҡырып ташлай. "Аҡһаҡ Тимер" походтары осоронда барса Волга буйы ҡалаларының инфраструктураһы юҡ ителә, бынан һуң Алтын Урҙа, үҙ-ара дошманлашҡан тарҡау күсмә политияларға бүленеп, һәләкәткә дусар була. Шуға ҡарамаҫтан, хатта ошондай катаклизмдарҙан һуң да Өфө ярымутрауында кешеләр йәшәгән, тип фекер йөрөтөргә була.

(Дауамы. Башы 37-44-се, 46-50-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №51, 26 декабрь 2025 йыл – 1 ғинуар 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.12.25 | Ҡаралған: 23

Киске Өфө
 
Яңы йыл алдынан әйтелгән ихлас теләктәр тормошҡа аша, ти. Уның сере нимәлә, беләһегеҙме? Тап Яңы йыл байрамы алдынан еткерелгән теләктәрҙе беҙҙең үҙебеҙҙең ҙә ихласлап, уларҙың ысынлап та бойомға ашырына ышанып, мөғжизәләй күреп ҡабул итеүебеҙҙә. Шуның өсөн "Ихлас теләктәргә йөрәктәрҙе асайыҡ!" тип әйҙәләйбеҙ һеҙҙе. Ҡотлаусыларҙың Ихласлығы, Йөрәк нуры, Һөйөүе һәм Хөрмәте күңелдәрегеҙҙе яҡтыртһын, донъяларығыҙҙы биҙәһен!

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru