«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип уйлайһығыҙ? Ул сифаттар һеҙҙең үҙегеҙҙә бармы? Уларҙы нисек тәрбиәләргә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҠЫУ АҠЫЛЛЫЛЫҠ БӘЛӘҺЕМЕ?
+  - 


"Уҡып - мулла, суҡып ҡарға булмаҫһың" ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, мулла булыр өсөн уҡыу ғына етмәйҙер, күрәһең, сөнки һәр уҡыған кеше мулла булып китә алмайҙыр. Мулла булыр өсөн иң беренсе нәүбәттә Аллаһҡа тәрән ышаныу, иманлы, күңелеңдең саф булыуы талап ителәлер. Өҫтәүенә, үҙеңдең артыңдан башҡаларҙы дини юлға әйҙәр өсөн тәбиғи һәләтең дә, юлбашсылыҡ талантың да талап ителәлер һ.б.
Ә инде суҡыуға килгәндә, барыһы ла ябай ғына аңлашылып тора: бөтә ҡоштарҙың да суҡышы бар, улар барыһы ла суҡый белә, әммә уларҙың ҡарғалары ғына ҡарға тип атала.

...Тыуған ауылымда ике егетте белә инем. Инем, тиеүем шунан, уларҙың икеһе лә хәҙер ысын донъяла. Егеттәрҙең икеһе лә бәләкәй саҡтарынан алып китап, гәзит-журнал уҡыуға әүәҫ инеләр. Мәктәбебеҙ, ауылыбыҙ китапханаларында улар уҡымаған китап ҡалмағандыр. Әҙәби китаптар уҡыу ғына етмәй, улар ҡулдарына эләккән теләһә ниндәй китапты йотлоғоп уҡыны. Бик тә бик уҡыр китап йә журнал булмаһа, улар төрлө кластарҙың физика, география, алгебра, математика, химия дәреслектәрен булһа ла ҡулдарына алып ултырыр булды. Эрудиттар ҙа ине үҙҙәре. Үҙәк телевидениенан "Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?" ("Что? Где? Когда?") тапшырыуы башланыуы була, ундағы эрудиттарға бирелгән ҡатмарлы һорауҙарға шундуҡ яуаптарын да табып аптырата торғайнылар. Һәр төрлө кроссвордтарҙы сисеү ҙә улар өсөн бер ни торманы.
Аҡыллылыҡ бәләһеме, күп уҡыу ғәләмәтеме, егеттәрҙең икеһе лә тормошта үҙ урынын таба, тәбиғи һәләттәрен бойомға ашыра алманы. Уларҙың береһе ул саҡтағы Башҡорт дәүләт университетының тәүҙә химия факультетына уңышлы имтихан тапшырып уҡырға инде лә, күп тә тормаҫтан, уны ташлап, икенсе йылына физика-математика факультетына күсте, унда ла оҙаҡ уҡыманы. Аҙаҡ Михайловка ҡасабаһында умартасыға уҡыны ла, тыуған яғына ҡайтып китте.
Икенсе ауылдашым ул саҡтағы Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инде. Уның башлы икәнлеген шундуҡ аңғарҙы уҡытыусылары, аспирантураға йүнәлтмә бирҙеләр. Уҡыуын тамамлағас, төбәктәге юғары уҡыу йорто филиалында ла уҡытып йөрөнө. Кандидатлығын яҡлап өлгөрмәне, баҡый донъяға күсте.
Егеттәрҙең икеһенең дә белмәгән нәмәләре булманы, улар физика, математика, химия, тарих, философия, астрономия, философия, теология фәндәрендә иркен йөҙҙө, башҡорт, рус, донъя әҙәбиәтен ятҡа белде - әммә үҙ-ҙәренең тәбиғи һәләте, тәғәйенләнеше буйынса төп юҫыҡтарын табып, үҙҙәрен бойомға ашыра алманы, һөҙөмтәлә йәшәүҙең ҡыҙығын таба алмай, "йәшел йылан" йоғонтоһона ла ныҡлап бирелеп, баҡый донъяға китеп барҙылар.
Хәҙер генә уларҙың хәлдәрен аңларлыҡмын. Беҙҙе бала саҡтан белем алырға, уҡырға өндәнеләр. Әммә уҡыуҙың һәр осраҡта ла уңышҡа килтермәүе хаҡында ғына иҫкәртмәнеләр. Ни өсөн тигәндә, уртаса алғанда кеше үҙ ғүмерендә өс меңләп китап уҡый алыуын күҙ уңында тотһаҡ, был осраҡта кешенең үҙенә иң кәрәкле булған китаптың уҡымауын да иҫтә тоторға тейешбеҙҙер. Әгәр ҙә беҙ китапты аңһыҙ рәүештә, маҡсатһыҙ, текст менән эске диалог ҡороп уҡымаһаҡ, уҡығаныбыҙҙы зиһен фильтры аша үткәрмәһәк, ул китап беҙгә белем шишмәһе булыуҙан туҡтаясаҡ. Был осраҡта уҡығаныбыҙ шундуҡ онотоласаҡ, хәтеребеҙҙә лә, йөрәгебеҙҙә лә тороп ҡалмаясаҡ. Бындай китаптар беҙҙең тормошҡа ыңғай тәьҫир итмәй, донъяны танып белеүебеҙгә йоғонто яһамай, беҙҙе зиһенле лә, тәрән белемле лә итмәй.
Былар барыһы ла бындай уҡыуҙың өҫтә генә ятҡан зыяны. Ысын зыяны тағы ла төптәрәк: ул беҙҙең фекер йөрөтөү структураһын үҙгәртә. Әгәр ҙә беҙ мәғлүмәтте анализһыҙ, икеләнеүһеҙ, проблемаһыҙ ҡабул итергә өйрәнһәк, өҫтән-мөҫтән генә фекер йөрөтөп, мәсьәләнең асылын аңларға тырышыуҙан баш тартып, әҙер формулалар, матур һүҙҙәр менән генә риза була башлайбыҙ. Һөҙөмтәлә һәр бер яңы мәғлүмәтте беҙ реклама рәүешендә һыҙланыуһыҙ, хәҡиҡәт итеп ҡабул итәбеҙ. Артабан инде беҙ һәр бер осраҡлы мәғлүмәтте еңел генә ҡабул итеп, уны инаныуыбыҙ итеп таныйбыҙ. Тап ошо саҡта кешенең тормошонда етди хаталары башлана ла инде, әммә беҙ был саҡта ул хаталарҙың сәбәбен аңларлыҡ хәлдән күпкә алыҫлашып өйрәнәбеҙ. Ярар әле, ул хата һинең үҙеңә генә ҡағылһа, күп осраҡта унан башҡалар, иң беренсе нәүбәттә яҡындарың, туғандарың зыян күрә.
Тормошоңда практик әһәмиәте булмаған китаптарҙы уҡыуың да айырыуса зыянлы. Был осраҡта кеше күберәк иллюзияға бирелә башлай. Реаль хәрәкәттәр булмаған осраҡта иллюзиялар бушҡыуыҡ булып ҡалыусан. Кеше бындай саҡта яйлап булғаны менән ризалаша, хыялдан баш тарта, уның ихтыяр көсө кәмей.
Үҙенең статусын күтәреү, башҡалар алдында үҙен белемле итеп күрһәтү өсөн уҡыусылар ҙа юҡ түгел. Иҫегеҙҙә булһа, совет осоронда хатта фатирҙарҙа ҡуйылған китап кәштәләрендә том-том китаптарҙың үҙҙәре түгел, ә алдатҡыс һүрәттәре, мишуралары ғына торҙо. Йәнәһе, был фатирға килеүселәр ошо китап һүрәттәренә ҡарап, хужаларҙың интеллектуаль кимәле хаҡында фекер йөрөтә булып сыға инде.
Китап уҡырға яратмаусылар бындай шөғөлдөң ете зыянын билдәләй. Уларҙың юмор менән әйтелгәнен дә аңлауы ауыр түгел:
• Ысынбарлыҡтан алыҫлашыу.
• Китап уҡыусы һыҙланыу, күңел ҡайтыуҙары кисерә.
• Дөрөҫ булмаған ҡағиҙәләргә өйрәнә.
• Килтерелгән мәғлүмәт менән генә риза булыу.
• Ваҡытыңды һәм аҡсаңды бушҡа сарыф итәһең.
• Ҡорбан булыуҙы дөрөҫ тип ҡабул итеү.
• Китап уҡыусы мәғлүмәттең төбөнә төшмәй, бары тик сит кешенең фекерҙәрен һәм теләктәрен генә үҙенә йота.
• Мауығыусы китабын ҡосаҡлап диванда ятҡан арала уның ысын тормошо янынан ғына үтеп тә китә. Ул уҡығанынан практик файҙа алмай, бер ниндәй ҙә ғәмәл башҡармай, бары тик мейеһен кәрәкмәгән мәғлүмәт менән тыңҡыслап тултыра ғына. Эйе, ысынбарлыҡтан айырылған эстеттар ҙа, романтиктар ҙа китап уҡырға ярата. Миңә айырым йүнәлештә дини тәғлимәт менән шөғөлләнеүселәрҙең бер тәртибе ныҡ оҡшай: уларҙа мөрит тик мөршите әйткән китаптарҙы ғына уҡып белем ала, ул ҡушҡан ғәмәлдәрҙе генә башҡара. Бындай тәртиптең ни өсөн шулай ҡуйылыуы һүҙһеҙ ҙә аңлашыла: әгәр ҙә мөрит башҡа сығанаҡтарҙан белем ала башлаһа, үҙе нисек теләһә, шулай ҡыланһа, уның йүнәлеше лә үҙгәрәсәк. Бәлки, төп йүнәлеште нығытыу маҡсатында сағыштырыу һәм ғибрәт алыр өсөн башҡа юҫыҡтағы мәғлүмәтте лә үҙләштереү кәрәктер. Тик был осраҡта сит мәғлүмәтте һәм уларҙың миҡдарын әлеге лә баяғы мөршит, беҙҙеңсә, уҡытыусы билдәләргә тейештер.
Китаптың икенсе һөйләмен уҡығанда тәүге һөйләмен онотҡан, нимә уҡығанын белмәгән, наркоман һымаҡ уҡыу процесынан ләззәт алған битараф уҡыусылар ҙа була. Бындай уҡыусыларҙан киләсәктә кемдәр килеп сығыуын уйлауы ла ҡурҡыныс. Сөнки оноттом тип уйлаған тәүге һөйләмдәр һис тә онотолмай, кешенең аң төбөнә, аҫҡы аңына инеп ятып, һаҙлыҡ төбөнә батып һаҫып ятҡан үлән һымаҡ ҡасандыр бер килеп уҡыусыны һаҙ төбөнә һурып ала.
Яҙылғандарҙы аңығыҙ аша үткәреп, үҙегеҙ һығымталар яһағыҙ, хөрмәтле уҡыусылар. Донъя негатив мәғлүмәткә лыҡа тулғанда бигерәк тә үҫеп килгән быуынға: "Әйҙәгеҙ, хәшәрәтлеккә, һәр төрлө күңелһеҙлектәргә, мәрхәмәтһеҙлеккә, янъял ҡубарыуға саҡырған, кеше йәнен ҡыйыуҙарҙа, зина ҡылыуҙарға ҡоролған китаптарҙы уҡымайыҡ, ундай фильмдарҙы ҡарамайыҡ!" тип өндәшке килә!

Әмир ҒҮМӘРОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №51, 26 декабрь 2025 йыл – 1 ғинуар 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.12.25 | Ҡаралған: 23

Киске Өфө
 

Яңы йыл алдынан әйтелгән ихлас теләктәр тормошҡа аша, ти. Уның сере нимәлә, беләһегеҙме? Тап Яңы йыл байрамы алдынан еткерелгән теләктәрҙе беҙҙең үҙебеҙҙең ҙә ихласлап, уларҙың ысынлап та бойомға ашырына ышанып, мөғжизәләй күреп ҡабул итеүебеҙҙә. Шуның өсөн "Ихлас теләктәргә йөрәктәрҙе асайыҡ!" тип әйҙәләйбеҙ һеҙҙе. Ҡотлаусыларҙың Ихласлығы, Йөрәк нуры, Һөйөүе һәм Хөрмәте күңелдәрегеҙҙе яҡтыртһын, донъяларығыҙҙы биҙәһен!

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru